Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Рамаҙан дөрөҫ йәшәргә өйрәтә
– Ураҙаның хикмәттәре тураһында һөйләһәгеҙсе, Нурмөхәмәт хәҙрәт. Асығыу күңелде йомшарта тигәндәре дөрөҫмө?

Әнисә ШӘФИЕВА.
Әлшәй районы.

Башҡортостан мосолмандарының
Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

– Бис­мил­ләһир-рах­мәнир-рахим!
Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Һеҙҙе изге айҙа ихлас күңелдән сәләмләп, Раб­быбыҙ­ҙың ҡылған ғибәҙәт­тәребеҙҙе ҡабул ҡы­лы­уын, һәммәбеҙгә лә сабырлыҡ, иман на­сип әйләүен теләйем.
Ураҙа – тәҡүәлек, Аллаһ Тәғәләнең бойороғон үтәргә һәм тыйылырға өйрәнеү мәле. Изге айҙың хикмәтен, әҙәм балаһының тормошо, рухи халәте өсөн ниндәй файҙа килтергәнен аңлап бөтөү мөмкин дә түгел. Раббыбыҙ уны фарыз иткән икән, тимәк, кешегә кәрәклеген белгән. “Әгәр ҙә ки өммәтем рамаҙандың бөтөн хикмәтен, бөйөк­лөгөн, сауаптың күплеген белә торған булһа, был айҙың йылға һуҙылыуын теләр ине”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.
Ысынлап та, алдағы вәғәздәремдә лә әйтеп үткәнемсә, Ураҙа беҙҙе һәр яҡлап тәрбиәләй. Тәү сиратта телебеҙ һабаҡ ала: ялған һүҙҙән, артыҡ хәбәрҙән арына, икенсенән, тәнебеҙ паклана, рухыбыҙ сәләмәтләнә. Өҫтәүенә Әнисә ҡәрҙәш­тең һорауында яңғырауынса, әҙәм балаһының күңелендә шәфҡәтлелек, рәхимлелек тойғолары тәрбиәләнә. Аллаһ Тәғәләнең исеме лә ошо күркәм төшөнсәләргә бәйле. Ергә Хоҙайҙың “урынбаҫары” вазифаһында ебәрелгән әҙәм балаһы донъяны мәрхәмәтлек, шәфҡәтлелек менән матурларға, тирә-йүнгә нур бөркөп, уны йәшелләндереп йәшәргә, күркәм ғаилә ҡорорға, лайыҡлы балалар үҫтерергә бурыслы. “Әгәр ҙә ки бәндә мәрхәмәтлек, гүзәллек таратып ғүмер итһә, Аллаһ Тәғәлә уның үҙенә лә шундай мөнәсәбәт күрһәтер”, – тигән Рәсүл-Әкрам саллал-лаһу ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Ә рамаҙан айы – тап ошондай тәрбиәне нығытыр мәл.
“Астың хәлен туҡ белмәҫ” тигән әйтем бар халыҡта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай осраҡ­тарҙың барлығын ишетеп-күреп торабыҙ. Рамаҙан айында иһә әҙәм балалары күңелендә миһырбанлыҡ көсәйә, тимәк, улар бер-береһенең хәлен үҙенекеләй аңлай башлай. Етемдәрҙе хәстәрләү, мохтаждарға ярҙам итергә ашҡыныу, фытыр саҙаҡаһы, зәҡәт биреү, күңел йылыһы өләшеү, йылмайыу, татыулыҡҡа, берҙәмлеккә ынтылыу – быларҙың барыһының да нигеҙендә рамаҙандың изге хикмәттәре ята. Тимәк, асығыу организмға ғына йоғонто яһап ҡалмай, ә тормошҡа бөтөнләй икенсе күҙлектән, ыңғай яҡтан ҡарауға, уның асылын аңлауға булышлыҡ итә. Аллаһ Тәғәлә тарафынан бер тапҡыр бирелгән ғүмерҙең, яҡындарыбыҙҙың, йәшәгән мөхиттең, ризыҡтың һәм башҡа ниғмәттәрҙең ҡәҙерен белергә өйрәнәбеҙ. Ураҙа шул уҡ ваҡытта әҙәм балаһының ихтыяр көсөн, сыҙамлығын арттыра. Әйтәйек, бер нисә кеше урманда аҙашты, ти. Ҡурҡыуға арыу, асығыу, өмөтһөҙлөк өҫтәлеүе ихтимал. Ошондай осраҡта ураҙа тотоп өйрәнгән кеше, һис шикһеҙ, юғалып ҡалмаясаҡ, сөнки ул “рамаҙан мәҙрәсәһе”н үткән.
Ғөмүмән, әйтеп үткәнемсә, изге айҙың хикмәттәре бихисап. Аллаһ Тәғәлә уны әҙәм балаларына ярҙам булһын өсөн фарыз ҡылған. Һынауҙы лайыҡлы үтеп, тәнебеҙҙе, йәнебеҙҙе сафландырайыҡ, рухыбыҙҙы, иманыбыҙҙы нығытайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Ураҙабыҙ мөбәрәк булһын, Раббыбыҙҙың рәхмәтен алыу юлында һәммәбеҙгә лә сабырлыҡ насип итһен, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә