Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сәсән булған ерҙә һүҙ ҡала
Сәсән булған ерҙә һүҙ ҡала Бөтөн донъяға билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһе, Ҡурыуҙы, Мәсем, Аҡбейек тауҙары, Аҡбулат йәйләүе, ҡара урмандары, мәғрур ҡаялары менән данланған, Бабсаҡ бей ҡәберен һаҡлаған сал тарихлы Бөрйән ере “Урал батыр” эпосын яттан һөйләгән йәш сәсәндәрҙе быйыл да үҙенә йыйҙы. Яҙма хазинабыҙҙа һүрәтләнеүенсә, тап ошонда тереклеккә нигеҙ һалынған, халыҡ тормош асылын, йәшәү ҡанундарын таныған. Тимәк, тамырҙарыбыҙ тарта йәш быуынды.

Өс көнлөк байрамға йы­йыл­ған ҡунаҡтарҙы Ағиҙел ярында урынлашҡан Күҙәмбәт яланы ихлас ҡаршы алды. Иркен тир­мәләр, бөрйәндәрҙең йәшәү рә­үешен, кәсептәрен са­ғылдырған музей, уйын майҙансығы, темаға ярашлы йыһазландырылған сәх­нә, бөйөк эпостың хикмәтле һүҙ­ҙәре яҙылған лозунгтар, милли ризыҡтан һығылып торған мул өҫтәлдәр – барыһы ла урындағы етәкселектең, халыҡтың, айы­рыу­са райондағы мәғариф хеҙ­мәткәрҙәренең сараға ҙур ты­рышлыҡ менән берҙәм әҙер­лән­гәнен күрһәтте. Көндөң дә “кә­йефе” шәп ине: алыҫ юлдан кил­гән ҡунаҡтар шунда уҡ Ағиҙелдә рәхәтләнеп һыу инеп алды.
Байрам тулҡынландырғыс саранан – “Бөйөк Еңеүҙә ба­ла­лар­ҙың да өлөшө бар” тип аталған парадтан башланды. Һуғыш уты тоҡанғанын белдергән аяныслы хәбәр, ир-егеттең яуға китеүе, тылдағыларҙың, шул иҫәп­тән балаларҙың фронт өсөн йәнен ҡыҙғанмай эшләүе, ас­лыҡ-ялан­ғаслыҡ, күңел ғазабы, емерелгән яҙмыштар, яралы мөхәббәт – быларҙың барыһын да тетрән­дергес итеп са­ғыл­ды­рыуға өл­гәште бөрйәндәр. “Шайморатов генерал” көйөнә һы­байлылар үткәндә, ҡунаҡтар: “Аттарҙы ҡатнаштырыу ҡур­ҡыныс бит, өркөп китһәләр...” – тигән хәүеф белдергәйне, әммә хафаланыу бушҡа икән: Аҡбуҙат тоҡомонан булған сыҙамлы, аҡыллы юртаҡтар тигеҙ рәт менән тыныс ҡына уҙып китте. Ойоштороусылар аңлатыуынса, йәш быуын бәләкәйҙән урын­дағы тормош шарттарына яраҡ­лашып, бары­һын белеп буй еткерергә тейеш. Ошо маҡсатта Бөрйән балалары элек-электән ат тәрбиәләү, йылҡысылыҡ кәсебе серҙәренә өйрәнеп үҫә. Бында, әлбиттә, ата-бабаның юлын дауам итеү, Урал батыр ерендә Аҡбуҙат эҙҙәренең юғалмауын хәстәрләү ниәте күҙ уңында тотола.
Парад артабан Еңеү шат­лығы, күҙ йәштәре, юғары рух тойғоһон сағылдырған күре­нештәр менән дауам итте. Иң аҙаҡтан республиканың төрлө районынан килгән 27 команда Бөйөк Ватан һуғышында ҡат­нашҡан айырым полктарҙы кәүҙәләндереп тантаналы уҙҙы. Мәскәүҙә 1945 йылдың июнендә үткән беренсе Еңеү парадын сағылдырҙы улар.
Артабан Урал батыр вариҫ­тары, майҙанға йыйылып, эпос­тан өҙөк ятланы, ваҡиғаларҙы сәхнәләштерҙе. Уларҙың рухи хазинабыҙҙың һәр һүҙенә иғти­барлы, ихтирамлы булыуы, тамашасыға йөкмәткене ихлас күңелдән тулы итеп еткереүе, үҙен халыҡ алдында ышаныслы тота белеүе, телмәр маһирлығы һәр кемдә сикһеҙ һоҡланыу уятты. Сығыштарҙы респуб­ликаның Мәғариф министрлығы вәкилдәре, күренекле шәхестәр, абруйлы фән һәм сәнғәт белгестәре Әхмәт Сөләймәнов, Мирас Иҙелбаев, Вәкил Хажин, Розалия Солтангәрәева, Рөстәм Хәкимов һәм башҡаларҙан тор­ған жюри ағзалары баһаланы.
Сараның икенсе көнөндә Урал батыр эҙҙәре буйлап ма­уыҡ­тырғыс сәйәхәт ойошто­­рол­до. Балалар Шүлгәнташ мә­­мер­йәһендә булды, Бабсаҡ бей ҡәберен, Йылҡысыҡҡан күлен күрҙе. Фольклорсы-ғалим Әхмәт Сөләймәнов уларҙы баш­ҡа ер-һыу атамалары менән дә таныштырҙы, ҡыҙыҡлы легенда-риүәйәттәр һөйләне. Көндөң икенсе яртыһында Күҙәмбәт яланына әйләнеп ҡайтҡан йәш сәсәндәрҙе ҡорбан ашы, һабан­туй көтә ине.
Байрамды ябыу тантанаһы бәйгеселәрҙең күңеленә шат­лыҡлы ла, тулҡынландырғыс та, бер аҙ һағышлы ла хәтирә булып уйылып ҡалыр. Сығышы өсөн һәр кемеһе бүләк алып ҡыуанһа ла, мөғжизәле Бөрйән еренән, яңы дуҫтарҙан айырылыуы еңел түгел ине уларға. Шуға ла киләһе йыл йәнә осрашырға, эпосты нығыраҡ өйрәнергә, сафты тулыландырырға һөй­ләшеп таралды йәш сәсәндәр.





Автор: Д. ТӘЛҒӘТОВА. Район: Бөрйән районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә