Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иңендә – Ил хәстәре
Иңендә – Ил хәстәреМилләтебеҙҙең шундай егәрле шәхестәре бар: улар ойоштороу һәләте, профессиональ кимәле буйынса ғына түгел, кеше менән һөйләшеү һәм сығыш яһау ҡеүәһе һөҙөмтәһендә лә халыҡ араһында тиҙ танылыу ала, береһенән-береһе яуаплыраҡ вазифаларҙы йөкмәй. Шуларҙың береһе – Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Рөстәм ИШМӨХӘМӘТОВ. Өфөгә килеп киткән арала сәйәсмән беҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирергә лә ваҡыт тапты.
– Рөстәм Рифат улы, Дәүләт Дума­һында эшләй башлауығыҙға бер нисә ай булды, ундағы тормошто беҙҙең республика парламентыныҡы менән сағыш­тырғанда ниндәй мәсьәләләр беренсе сиратта күҙгә салына? Унда ниндәй тә­ғәйен бурыстарҙы иңегеҙгә алдығыҙ? Әле ниндәй мәсьәләләр менән шөғөллә­нә­һегеҙ?
– Ярты йыл инде Дәүләт Думаһы мөхи­тендә йәшәйем. Унда эшләп алып киткәндә бер аҙ ҡурҡыта биреп ҡуйғайны, сөнки федераль кимәлдәге бурыстар ҙурыраҡ яуаплылыҡ талап итә. Бында, республикала, үҙ һайлау округыңа барып әйләнеү һәм халыҡтың фекерен белеү ҡыйын булмаһа, Рәсәй кеүек ғәйәт ҙур илде гиҙеп сығыуы еңел түгел, әлбиттә. Шулай ҙа ошо ваҡыт эсендә Әстрханға һәм Көньяҡ Сахалин ҡалаһына барыу һәм хоҡуҡты ҡулланыу тәжрибәһен өйрәнеп ҡайтыу форсаты тейҙе.
Дәүләт Думаһында мин Энергетика буйынса комитет ағзаһы булып торам. Ундағы һәр депутаттың тәғәйен бурысы бар, кемдер – электр энергияһы өсөн түләүгә ҡағылышлы проблемалар, кемдер электр энергияһы етештереү мәсьәләләре өҫтөндә эшләй. Мин аҙ дебитлы скважиналар менән шөғөлләнәм. Ҙур компаниялар өсөн улар отошло түгел, ә бәләкәй һәм уртаса нефть ойошмалары өсөн бындай скважиналар ҡулай, хәҙерге иҡти­сади көрсөк шарттарында уларҙы эшләтеп ебәреү, ҡаҙнаға өҫтәмә килем алыу һәм яңы эш урындары булдырыу маҡсатҡа ярашлы буласаҡ.
Ошо ярты йыл эсендә Дәүләт Думаһы иғтибарына коллегаларым менән берлектә 19 закон проекты тәҡдим итә алдыҡ. Ҡайһы берҙәре ҡабул ителде лә инде.
Дәүләт Думаһы ил төбәктәренең парламенттары индергән тәҡдимдәрҙе һәр саҡ иҫәпкә алып эшләй, өлкәләр һәм респуб­ликаларҙан килгән закон проекттары йыш ҡына Рәсәй кимәлендәге депутаттар яҙған документтарға хәл иткес төҙәтмәләр индерә.
– Оҙаҡ йылдар мәғариф системаһында эшләнегеҙ. Был өлкәлә Һеҙ­ҙе бөгөн ни­мәләр ҡәнәғәт­лән­дермәй, нимәне кисек­мәҫтән үҙгәр­тергә була? Ә ниндәй йү­нәлештәрҙе, киреһенсә, тиҙләтер инегеҙ?
– Байтаҡ дәүер мәғариф систе­ма­һында эшләгәнлектән, ошо өлкәләге хәл­дәр ме­нән дә даими ҡыҙыҡһынып торам. Юғары белем биреү системаһында йәш белгестәр әҙерләү һәр кемде лә ҡәнәғәтләндерә алмай. Бер ҡараһаң, юғары уҡыу йорто уҡы­тыусыларға ҡытлыҡ кисермәй, лицен­зияһы бар, ләкин, икенсе яҡтан, социаль заказсы, йәғни студенттың ата-әсәһе һәм буласаҡ эш биреүселәр, белем сифатына йыш дәғүә белдерә. Ә бит был уҡыу йорто, уйлап ҡараһаң, аттестация үткән, ли­цензияһы бар, профессорҙар составы ла тейешле кимәлдә. Күрәһең, студенттар ғилми түңәрәктәргә, профессиональ йәһәт­тән үҫтереүсе эштәргә йә­леп ителмәй, уларҙың үҙидараһы ойош­торол­маған.
Ғөмүмән, күҙәтеүемсә, беҙҙә студент­тарҙың уҡыу йорттарында белем биреү сифатына ҡарата талаптары һәм дәғүәләре юҡ, ә улар хәҙерге заманда булырға тейеш. Хәйер, яңы форматта уҡыта башлауға 20 йыл да юҡ бит әле, тимәк, киләсәктә белем биреү өлкәһендә үҙгәрештәр күп буласаҡ.
– “Берҙәм Рәсәй” партияһының Баш­ҡорт­остан бүлексәһе күптән түгел “Реаль эштәр” тигән акцияны башлап ебәрҙе. Уға власть ҡарарҙарының урында һүлпән үтәлеүе сәбәпсе булды. Нисек уйлай­һығыҙ: ни өсөн тормош талабы нигеҙендә барлыҡҡа килгән ҡарарҙар шундай яҙмышҡа дусар ителә? Һеҙ халыҡ менән йыш осрашаһығыҙ – кешеләр был турала ниндәй фекерҙә?
– Ҡайһы районға барһаң да, халыҡ, ғә­ҙәттә, урындағы үҙидара вәкәләттәренә ҡараған проблемаларҙы күтәрә: ниндәйҙер ауылға юл түшәргә кәрәк, ҡайһы бер урамдарҙа электр уты юҡ һәм башҡалар. “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһенең әле һеҙ телгә алған “Реаль эштәр” акцияһы башланып ҡына тора. Уның эшмәкәрлеге нигеҙендә алған мәғлүмәттәргә таянып, артабан республика буйынса маҡсатлы программалар ҙа төҙөргә мөмкин. Дөрөҫ, күп осраҡта муниципалитеттар теге йәки был мәсьәләне хәл итергә аҡса юҡ тип һылтана. Ләкин хоҡуҡи механизмды фай­ҙаланырға һәм, ул биргән мөмкинлектәргә таянып, республика ҡаҙнаһынан законлы рәүештә аҡса һорарға була бит. Һәр район һәм ҡаланың биш йылға төҙөлгән үҫеш программаһы, уның буйынса ҡабул ителгән бюджеты була. Әлбиттә, сығымдарҙы маҡ­сатҡа ярашлы файҙалана белергә лә кәрәк.
Юғарыла ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы ни өсөн урындарҙа үтәй алмайҙар? Һайлау­сылар араһында булғанда шуға иғтибар итәм: район һәм ауыл хакимиәттәрендә асыҡлыҡ, билдәлелек юҡ. Федераль кимәлдә ул бар, ә урында бөтөнләй күҙәтелмәй тиергә мөмкин. Хакимиәт башлығына теләгән бер кеше инә алмай, бөтәһен дә ҡабул итеп ултырырға етәксенең ваҡыты ла юҡ. Шул уҡ ваҡытта халыҡ телевизорҙан хатта акционерҙар йәмғиәттәренең дә отчет тотоуын күреп тора һәм урамда фонарь элеп ҡуйыу өсөн дә урындағыларҙың фекере иҫәпкә алынырға тейешлеген белә. Икенсе төрлө әйткәндә, халыҡтың өмөтө менән үҙидара органда­рының мөмкинлектәре тап килеп бөтмәй. Моғайын да, киләсәктә был эште камиллаштырыу юлдары табылыр.
“Реаль эштәр” акцияһы ошо юлдарҙы табырға һәм тормошҡа ашырырға ынтылыш булып тора ла инде. Ғәмәлдә был – һайлаусыларҙың наказдарын йыйыу һәм, ысын теләк булғанда, уларҙы үтәргә мөмкин икәнлеген күрһәтеп биреү.
Эйе, халыҡ менән йыш осрашырға тура килә. Хәл ителмәгән проблемалары менән мөрәжәғәт итеүселәр күп, ҡайһы бер кеше ғәҙеллек бик юғары, идеаль кимәлдә булырға тейеш тип һанай, ҡалғандарҙың хоҡуҡтарын уйлап та бирмәй. Ләкин депутат барыһын да эшләй ала тип күҙ алдына килтереү дөрөҫ түгел. Мәҫәлән, уның суд ҡарарҙарына ҡыҫылырға хоҡуғы юҡ.
– Беҙҙең гәзит, нигеҙҙә, ауыл халҡының мәнфәғәттәрен күҙәтә, уның ҡырҡыу мәсьә­ләләрен күтәреп сыға. Һуңғы йылдарҙа был йүнәлеш тағы ла йән­ләнде, сөнки баҙар иҡтисадының талаптары ҡырыҫланды, аграр эшҡыуарлыҡҡа ла еңелдән түгел. Киләһе йылды Ауыл йылы тип иғлан итеү тураһындағы тәҡдимгә нисек ҡарайһығыҙ?
– Һәйбәт һорау. Ысынлап та, киләһе йыл­ды Ауыл йылы тип иғлан итеү халыҡ мән­фәғәтендә бик күп эш башҡарырға, байтаҡ проектты тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирер ине.
Дөрөҫ, был осраҡта социаль юҫыҡта ғына эш итеү етмәй, иҡтисади ысынбарлыҡты ла иҫәпкә алырға кәрәк. Мәҫәлән, бик алыҫтағы бәләкәй ауылға ҡатмарлы коммуникациялар үткәреү һис тә маҡсатҡа ярашлы түгел. Эш урындары булмағанлыҡтан унда йәштәр бөтөнләй ҡалмай икән, был төбәктең киләсәге бармы? “Эш булһа, ауылға күсеп ҡайтыр инек” тигән фекерҙәрҙе ишетергә тура килгеләй. Ә ниңә кемдеңдер кәсеп асҡанын көтөп ултырырға? Үҙең барып, бәләкәй предприятиеға йәки бүтән төрлө шөғөлгә нигеҙ һалырға мөмкин бит.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл кешеләре көтөп ултырырға күнеккән. Бер урында миңә “Зыяраттың кәртәһе өсөн буяу кәрәк” тигән мәсьәлә ҡуйҙылар. Мин әйтәм: “Һеҙҙең кемегеҙҙең туған-тыумасаһы ерләнмәгән ошо зыяратта? Шуға буяу ҙа һатып ала алмауығыҙ, өмә лә ойоштормауығыҙ өсөн оят түгелме ни?!” Ауыл хәҙерге тормош тиҙлегенән арттараҡ ҡала, был беҙҙең менталитетҡа бәйле. Хәйер, ыңғай үҫеш юҡ тип әйтергә лә ярамайҙыр. Ауыл йәштәре араһында, мәҫәлән, эскелек кәмей башланы, аҡса эшләргә ынтылыш көсәйҙе.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН
әңгәмәләште.



Иңендә – Ил хәстәреРөстәм Ишмөхәмәтов 1977 йылда Ғафури районында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын һәм республика Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Социология фәндәре кандидаты, Өҫтәмә белем биреү халыҡ-ара академияһының ағза-корреспонденты. Өфөнөң 129-сы һөнәрселек лицейында, 140-сы гимназияһында һәм 136-сы лицейында уҡытыусы, профком рәйесе, методика кабинеты етәксеһе булып эшләгән, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында белем биргән. Артабан Бәләбәйҙәге башҡорт гимназияһы директоры, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты проректоры һәм ректоры вазифаларын башҡарҙы, бер үк ваҡытта уға “Бөтә Рәсәй педагогик йыйылышы”ның төбәк бүлексәһенә етәкселек итеү бурысы йөкмәтелде.
2010 йылда Рөстәм Ишмөхәмәтов Башҡортостан Президенты советнигы итеп тәғәйенләнде, 2010 – 2012 йылдарҙа “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы төбәк бүлексәһенең Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе булып эшләне. 2012 – 2013 йылдарҙа – Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, ә 2014 йылдан – Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы алып барған “Илдең профессиональ командаһы” проектының федераль кимәлдәге лауреаты, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, “Мәғариф учреждениеларының 2007 йылғы иң яҡшы директоры” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе, бер монография һәм тиҫтәнән ашыу ғилми баҫма авторы, “Белем биреү: традициялар һәм инновациялар” журналының баш мөхәррире.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873