Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кәңәшемә ҡолаҡ һал
Бәхет сере

Тоғролоҡ. Әллә ни заманса яңғырамаған кеүек булһа ла, ысын бәхет тап унан башлана. Ғаилә – оя, ә ир менән ҡатын – ҡоштар. Уның ҡарауы, ҡоштар төндәрен олағып йөрөмәй, үҙ ояһын һаҡлай, тыныс йоҡлай, тәмле төштәр күрә.

Үҙ яртыңдың ҡәҙерен белеү. Бер нисә йыл бергә йәшәгәндән һуң ир менән ҡатындың күңелендә теге йәки был үпкә, әйтеп бөтөрмәгән һүҙҙәр йыйылып китә. Былар иһә – талашҡа нигеҙ. Һәр аңлашылмаусылыҡты күңелегеҙҙә йөрөтмәгеҙ, уны кисектермәй һәм бергәләп хәл итергә тырышығыҙ. Үпкә сәғәтләп “нығый” бара, аҙаҡ дуҫлашыу күпкә ҡыйыныраҡ буласаҡ. Ғәҙәттә, кешеләр булғандың ҡәҙерен белмәй, юғалтҡас ҡына, уның бик кәрәкле һәм яҡын икәнлегенә төшөнә. Шуға күрә һәр көнөгөҙгә һуңғыһына кеүек ҡарағыҙ, һөйгән йәрегеҙҙе иркәләп, наҙлап, бүләктәр, сәскәләр биреп, яратып йәшәгеҙ. Мөхәббәтегеҙ – байлығығыҙ, ошоно иҫегеҙҙән сығармағыҙ.

Йорттағы көнкүреш мәшәҡәттәре менән көрәш.
Теге йәки был көндәлек ваҡ-төйәк эш арҡаһында ла ыҙғыштар тыуыуы ихтимал. Ни ҡылырға? Ғаилә тормошоноң тәүге көндәренән үк йөкләмәләрҙе тигеҙ бүлешергә тырышығыҙ. Ир кеше саң һурҙырырға ярата икән – рәхим ит, ҡатын иһә тәмле ризыҡтар әҙерләү менән мәшғүл. Еңелсә ремонтҡа ир яуаплы икән, магазиндан аҙыҡ-түлек алыу, өй йыйыштырыу – берҙәм эш. Күптәр хужалыҡты ҡатын кеше генә алып барырға тейеш тип уйлап, хаталана. Әгәр ир ҙә, ҡатын да көнө буйы эшләп, кис ҡайтып инә икән, тимәк, барлыҡ йөкләмәләр, эштәр уртаҡ башҡарылырға тейеш.

Бер-береңә ярҙам итеү,
терәк-таяныс булыу.
“Кешенең яулаған уңыштарының нигеҙендә уға яҡындарының оло ышаныс бағлауы ята”, тиҙәр. Ошонан сығып, әгәр ҙә ирегеҙ аҡсаны күберәк эшләһен тиһәгеҙ, уны һис кенә лә игәмәгеҙ, йөҙәтмәгеҙ. Ә, киреһенсә, таяныс булығыҙ, ауыр сағында күңелен күрегеҙ, яғымлы кәңәшегеҙҙе лә йәлләмәгеҙ. Ғөмүмән, бындай мөнәсәбәт иргә генә түгел, ҡатынға ҡарата ла булдырылырға тейеш. Кешегә күрһәткән изгелек мотлаҡ үҙеңә әйләнеп ҡайтыуы хаҡында ла онотмағыҙ.

Һәр эште бергәләп башҡарыу. Бәғзе бер парҙарҙың ваҡыты-ваҡыты менән бер-береһенән ял итеп алырға теләүе – бик сәйер күренеш. Бер һоҡланғыс ғаилә бар: ир ҙә, ҡатын да бер ойошмала эшләй, кистәрен гел бергә үткәрә, ял итергә лә икәүләп юллана. Уларҙың бәхетенең сиге юҡ! Сөнки парҙың уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙары, күңелле хәтирәләре байтаҡ. Ғаилә хужаһы алсаҡ, дәртле, шаян булһа, ҡатыны – яғымлылыҡ, тыныслыҡ, мөләйемлелек өлгөһө.
Бәхетле ғаилә булыр өсөн һәр минутығыҙҙы бергә үткәрергә тырышығыҙ, эште лә уртаҡ башҡарығыҙ. Балаларҙы тәрбиәләү, саф һауала йөрөү, байрамдар үткәреү, ял итеү ҙә мотлаҡ бергә атҡарылһын. Юҡһа, ни өсөн ир һәм ҡатын булып ғаилә ҡорорға һуң?!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә