Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ғүмер юлын бергә-бергә...
Ғүмер юлын бергә-бергә... Ауылыбыҙҙың өлгөлө ғаиләһендә дүрт ул һәм бер ҡыҙҙы үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтырған Яңылбикә менән Сәфәрғәле Ғарифуллиндарҙы һуғыш балалары тип атарға батырсылыҡ иттем. Бының үҙенә күрә сәбәптәре бар: береһе атаһы һуғышҡа киткәндә тыумай ҡала, икенсеһе – ауыр яралар менән яуҙан ҡайтҡан яугирҙең һөйөклө балаһы.

Сәфәрғәле Муллағәле улы атаһы һуғышҡа киткәндә тыумай ҡала. Ә атаһы 1943 йылда Орел өлкәһенең Ульяновский районындағы Марьино ауылында батырҙарса һәләк була. 1942 йылдың 9 майында улының тыуыуы тураһында, бәлки, хат аша белгәндер ҙә. Әсәһе уны аслыҡ күрһәтмәй үҫтерергә теләһә лә, бөтөн ауырлыҡты үҙ иңенә һала алмай. Шуға күрә Сәфәрғәле биш класты тамамлағас, совхоз етәксеһе ҡушҡан эшкә йөрөй башлай, тик 14 йәше тулыуға ғына уға хеҙмәт кенәгәһе тултыралар. Бер аҙҙан механик Исҡаҡов Әҡсән уға шул уҡ Темәс ауылында асылған тракторсылар курсында уҡырға тәҡдим итә.
1964 йылдың декабрендә армия хеҙмәтен тултырып ҡайтыуға, әсәһе ҡаты ауырып, мәңгелек йортона күсә. Шул көндә үк Сәфәрғәле үҙенә өйләнергә тигән ҡарар сығара: һалдат һалдаттарса эш итә. Армияға тиклем ҡыҙҙар менән дуҫлашып өлгөрмәй. Әле әсәһенең ҡырҡына тиклем өйләнергә, тейешенсә әсәй рухына аят уҡытырға кәрәк. Ваҡыт аҙ. Шул ваҡыт уға дуҫтары, таныштары ҡыҙҙарҙың рәсемдәрен күрһәтеп ҡарай. Араларында һатыусы булып яңы ғына эш башлаған 17 йәшлек Яңылбикәнең фотоһын күреп ҡала. Бына шул һүрәткә ғашиҡ булып, белмәгән-күрмәгән ҡыҙҙы эҙләп, Һаҡмар ауылына бара.
Яңылбикәнең әсәһе быға тиклем килгән яусыларҙы ишек төбөнән генә сығарып ебәргән булһа, был юлы Зәйнулла Мырҙагилдинды түргә үткәрә. Нимә һөйләшеп, нисек күндергәндер әсәһен, ҡыҙы эштән ҡайтыуға, ҡәтғи ҡарарға килеп, Сәфәрғәле Муллағәле улын кейәүе итеп ҡабул ҡылған була. Йәш ҡыҙ әсәһенең һүҙенән сыҡмай. Эште оҙаҡҡа һуҙмай, Сәфәрғәле ҡыҙҙы 1965 йылдың 27 февралендә ауылына алып ҡайта. Шунан бирле улар 50 йыл Темәстә йәшәй. 17 йәше лә тулмаған ҡыҙҙың донъя йөгөн тарта алырына, бәлки, күптәр ышанмағандыр ҙа, тик был турала уға һүҙ әйтеүсе булмай: ул да хан ҡыҙы түгел, нужа һурпаһын эскән, һуғыш утын күргән яугир Сәләхтең күп балалы ғаиләһендә алтынсы бала булып тыуған.
– Бәхетле ғүмер кисерҙегеҙме? – тип һорайым уларҙан.
– Әлбиттә! – тинеләр. – Бер-беребеҙгә рәхмәтлебеҙ, яҙмышҡа ла ризабыҙ, балаларҙан да ҡәнәғәтбеҙ.
Икеһе лә – ихлас кешеләр: Яңылбикә сауҙа тармағында оҙаҡ йылдар эшләп хаҡлы ялға сыға, ике тиҫтәгә яҡын маҡтау ҡағыҙы намыҫлы хеҙмәтен иҫбатлай. Ә бит ул дәүерҙә балалар бәләкәй, донъя эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Йәш баланың берәйһен күтәреп тыуған йортона ҡайтһа ла, әсәһе уны бер самауыр сәй эсерлек ваҡыттан һуң: ”Ҡайт кейәү эргәһенә, бергә килегеҙ, яңғыҙ йөрөмә. Улай килһәң, ирҙе хурлау, тиңһенмәү була ул. Матур тороғоҙ”, – тип оҙатып ҡала. Мин:
– Матур торҙоғоҙмо һуң? – тип һорайым.
– Һис шикһеҙ. Ҡатын-ҡыҙ ир ҡатыны була белергә тейеш, тип тәрбиәләне мине әсәйем. Шул аҡылды йәштәргә өйрәтәм, – ти.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, ул әсәһенән өйрәнгән ҡул эштәренә ихлас тотона, шуға күрә лә өйө башҡорт милләтенең ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған милли музейға оҡшап, күңелгә йылылыҡ бөркөп, ҡот уйнап тора. Ниндәй генә сараларҙа ҡатнашмай ул: “Таҡмаҡтар бәйгеһе”, “Ҡумыҙсылар”, “Байыҡ”, “Ҡорама туй”, “Сабыр ҡәйнә”, “Килендәр һәм ҡәйнәләр”, “Халыҡ йолаларын тергеҙеү һәм һаҡлау”, “Тормошто үҙ ҡулыбыҙ менән төҙөйбөҙ” кеүек бәйгеләрҙең һәр береһендә еңеүгә өлгәшә. Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл тулғанда хатта Өфөлә үҙенең ҡул эштәре менән бихисап халыҡты һоҡландырып, мәҙәниәт министры­ның Маҡтау грамотаһына, ә Санкт-Петербургка һабантуйға барып, шулай уҡ Мәҙәниәт министр­лығының Дипломына лайыҡ була. Унан өйрәнергә теләгән ҡатын-ҡыҙ ҙа байтаҡ.
Бына шундай көләс, алсаҡ, йәшлек дәртен һаҡлаған ҡатын менән 50 йыл ғүмер кисергән Сәфәрғәленең фиғеленә ”Ир хәстәрле булһа, ҡатын таҫтарлы” тигән мәҡәл раҫ килеп тора. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Сәфәрғәле Ғарифуллинға һәр нәмәне урын-еренә еткереп эшләү теләге әсәһе Һәҙиә инәй тәрбиәһе һөҙөмтәһендә аманат булып һеңгән. 24 йәшлек механизатор “Һәүәнәк” совхозында беренселәрҙән 1966 йылда “Социалистик ярыш отличнигы” билдәһенә, СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең бронза миҙалына лайыҡ була. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, йыл һайын районда хеҙмәт ярышы алдынғыларының чемпион таҫмаһы, биш йыл һайын ”Социалистик ярыш ударнигы” билдәләре менән бүләкләнә.
Ярты быуат йәшәү дәүерендә улар биш балаға – ғүмер, бер етемгә ғаилә наҙы бүләк итеп, иң мөһим бурыстарын үтәгән. Темәс ауылының яңы биҫтәһендә ҙур итеп төҙөлгән йорт ян-яҡҡа ҡот таратып, йылы бөркөп тора. Йәй булһа, ошо ғаилә үҫтергән сәскәләр урамға йәм өҫтәп ултыра, күркәм өй милли зауыҡ менән йыһазландырылған. Һәр башҡорт Ғарифуллиндар ғаиләһе кеүек йәшәһә, килер быуынға тапшырыр аманатыбыҙ юғалмаҫ.




Автор: Рәйсә КАШАПОВА. Район: Баймаҡ районы, Темәс ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә