Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Пәйғәмбәрҙәр ҡиссаһы ҡыҙыҡлы
Пәйғәмбәрҙәр ҡиссаһы ҡыҙыҡлы Пәйғәмбәрҙәр тарихында сағылыуынса, Хаҡ Тәғәлә ғөсөл ҡойоноп, ураҙа тотоуҙы әмер итә, дуңғыҙ ите ашауҙы, иҫерткес эсемлектәр эсеүҙе хәрәм ҡыла. Шис ғәләйһис-сәләмгә индергән китабында тәбиғәт, хикмәт, һәндәсә (геометрия), хисап (математика), шифалы үә зарури дарыуҙар һәм башҡа ғилемдәр тураһында яҙыла. Уға йәнә туҡыусылыҡ һөнәре бирелә. Иҙрис пәйғәмбәр йондоҙҙар (астрономия) ғилеменә нигеҙ һала, яҙыуҙы, кейем тегеүҙе, көмөш алыуҙы, һуғыш ҡоралдары яһауҙы сығара... Муса ғәләйһис-сәләм: “Алтынды ҡайҙан табайым?” – тип һорағас, Хаҡ Тәғәлә Ябраилға әмер итеп, уға химия ғилемен өйрәтә.
Ҡиссаларҙағы өгөт-нәсихәт тә фәһемле. Хаҡ Тәғәлә бәндәнең гонаһтары өсөн язаны ахи­рәткә кисектерә, мәгәр ата-инәнең бәддоғаһын донъялыҡта балаһына бирә. Шуға ла хо­лоҡ­һоҙҙар, әҙәпһеҙҙәр, тәрбиәһеҙҙәр рисуай­лыҡтарға дусар булып, хурлыҡ күрә. Ата-инә ипкә килмәҫтәй күренгән балаһына бәддоға уҡый икән, ул ҡабул була. Йөҙ ҡаралығы, ҡайғы-хәсрәт ата-инәләрҙе хөрмәт итмәйенсә бәддоға алыуҙан килә. Ололарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һал: “Әй, бала! Ғибрәт менән ҡара, ата-инә бәддоғаһынан күпме “арыҫлан” “ат”ҡа әүерелде, нисә атлы йәйәүлегә әйләнде. Ға­фил булма, бала!” Ҡәүеменә ашығып бәд­доға ҡылған Нух ғәләйһиссәләм үлгәнсе был эшенә үкенә. Ҡисса өндәүенсә: “Әй, ҡәрҙәш, ашығып бәддоға ҡылма, ҡулыңда бар икән, һаран булма, ҡомһоҙлоҡтан, тар күңеллелектән һаҡлан. Шайтанды һөйөндөрмә!”
Хозур (Хызыр) менән Муса ғәләйһис-сәләм ҡиссаһында әйтелеүенсә: “Әй, ҡәрҙәш, көсөңдән килгән хәтлем аҙғынлыҡтан һаҡлан, ғәмәлдәрҙең ҡылған вәғәздәрен камил ҡабул ит. Хаҡ Тәғәлә аҙғынлыҡты һөймәйҙер, ҡылған ғибәҙәтеңә сауап, гонаһыңа яза биреүселер. Ҡылған гонаһтарыңа тәүбә ҡыл! Аллаһ Тәғәлә ғәйептәреңде, яҙыҡтарыңды ғәфү итеүселер, рәхимлелер”. Айырылышҡанда Хозур (Хызыр) Муса ғәләйһис-сәләмгә ошондай нәсихәт бирә: “Асыҡ йөҙлө бул, асыуыңды күрһәтмә; әҙәмдәргә файҙа килтер, зарар ҡылма; үҙеңде кәрәкмәгән ғәмәлдән, телеңде ҡысҡырыуҙан һаҡла; хәжәтһеҙ йөрөмә”. Лоҡман ғәләйһиссәләм башҡа вилайәткә сәфәр ҡылыр алдынан улына өс васыят әйтеп ҡалдыра: сереңде ҡатыныңа асма, яңы байҙан бурысҡа алма, ҡуштан менән дуҫ булма. Тәрбиәле Лоҡман Хәкимдән: “Һин был ҡәҙәре әҙәпте кемдән өйрәндең? – тип һорағастары, ул: “Әҙәпһеҙҙәрҙән өйрәндем, бар нәмәгә ғибрәт менән ҡараным”, – тигән.
Хәҡиҡәттә ҡатын-ҡыҙҙың мәкере ҙурыраҡ, сөнки ул күңелгә күберәк ята һәм нәфескә (йән­гә) тәьҫирлерәк. Шуға ла ҡатындар ир­ҙәргә хәйлә ҡора. Шайтан йәшерен рәүештә вәсвәсә ҡыла, шул сәбәпле ҡатындарҙың мә­кере ҙур була. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә әйтә: “Әй, Йософ, был хаҡта һөйләмә, һинең ғәйебең юҡ. Әй, Зөләйха, һин гонаһыңа тәүбә ҡыл! Хәҡиҡәттә һин гонаһлы халыҡтарҙан булдың”. Ҡатын-ҡыҙҙың ғиш-ғишрәт итмәгәне, ҡыҙлыҡ намыҫын һаҡлағаны олуғ, хәйерле. Йөҙөндә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең нуры бал­ҡыған улы Ҡыйҙарға Исмәғил ғәләй­һис­сә­ләмдең: “Пак ҡыҙ, хәләл ҡатын ал, нурҙы ныҡ һаҡла!” – тигән васыятына тәрән мәғәнә һа­лынған. Ғиффәтле, саф ҡыҙҙарҙан ғына фи­зик һәм рухи-әхлаҡи яҡтан таҙа балалар тыуа һәм нәҫелде лайыҡлы дауам итә. Нәҫел саф­лығы ғәмәлдә ҡатын-ҡыҙ сафлығына бәйле.
Боронғо аҡылса, яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ – һәр кешенең эшелер, яманлыҡҡа яҡшылыҡ – ир кешенең эшелер. Пәйғәмбәрҙәрҙең эшмә­кәр­леге асылда яҡшы-яман тураһында уй-фекерҙәр, иманға, әҙәпкә өндәүҙәр менән һуғарылған. Аллаһ Тәғәлә изгелек өсөн сауабын, яуызлыҡ өсөн язаһын бирер. Ул һәр йәшерен нәмәне, уның хәҡиҡәтен белеүселер. Тыйылған нәмәнән тыйыл. Тыйылғандан тыйылғанда, үҙеңдән башҡаның файҙаһы өсөн эштәр башҡарғанда күргән ҡыйын­лыҡтарға, ҡатылыҡтарға сабыр ит. Хәҡиҡәттә Хаҡ Тәғәлә бойорған эштәргә сабыр итеү фарыз. Мөхәммәт пәйғәмбәр хәҙисендә аманат ҡылыныуынса: “Бер сәғәт бәләгә сабыр итеү бер йыл ғибәҙәт ҡылыуҙан изгерәктер”. Аллаһ Тәғәлә түҙемлеләр менән бергәлер.
Тәкәбберләнмә, һауаланма, һөйләшкәндә йөҙөңдө һытма, ситкә борма. Хоҙай Тәғәлә тәкәбберҙәрҙе, маҡтансыҡтарҙы һөймәйҙер. Йөрөүҙә уртаса бул, йәғни бик ашығып йә иһә бик әкрен йөрөмә. Ҡысҡырып һөйләшмә. Хә­ҡи­ҡәттә тауыштың иң ҡәбәхәте – ишәк тауы­шы. Нух ғәләйһис-сәләм улы Сәмгә ошо ва­­сыятты ҡалдыра: “Тәкәбберлектән һәм кө­фөрлөктән тыямын. Был ике алама холоҡ бән­дәне ожмахтан йыраҡ итеп, айырып, тамуҡҡа яҡынайтыр. Мөхәммәт Мостафа пәй­ғәм­бәр­ҙең нурын яҡшы һаҡла, хәрәмгә яҡын бар­ма...” Йәнә нәфсенән ғәйәт ныҡ һаҡланыу за­рур. Нәфсе-шайтан – һис тынғы бирмәгән, инсанды аҙҙырған-туҙҙырған тойғо. Йософ ғәләйһис-сәләм әйткәнсә: “Хәҡиҡәттә нәфсе – яуызлыҡҡа бойороусы. Әҙәмдең ошо тойғо аша ҡылған боҙоҡлоғон етмеш шайтан ҡыла алмаҫ”.
Лоҡман ғәләйһис-сәләм Дауыт пәйғәмбәргә ошо аҡылды әйтә: “Йә Рәсүлулла, хайуандың, кешенең теле менән йөрәге яҡшы булһа, үҙе лә яҡшы булыр. Әммә теле менән йөрәге яман булһа, үҙе лә яман булыр”. Хаҡ Тәғәлә ғилем һәм хикмәт биргән әүәлге балта оҫтаһы Лоҡман пәйғәмбәрҙән бер кеше: “Әй, Лоҡман, нилектән был дәрәжәгә ирештең?” – тип һорағас, ул: “Ялған һөйләмәнем, аманатҡа хыянат ҡылманым”, – тигән. Йәғни ул Хаҡ Тә­ғә­лә фарыз иткәндәрҙе үтәгән, шөбһәле нәмә­ләрҙән һаҡланған, тыйылғандарҙан тыйылған. Мысыр халҡы, Йософ ғәләйһис-сәләмдең ғәйәт ныҡ хөрмәтләнгәнен күреп: “Ни ҡәҙәр түбән­лектән, ҡәҙимге ҡолдан шул ҡәҙәр мәртәбәгә ҡайһылай иреште икән?” – ти, үтә лә ғәжәп­лә­неп. Йософ, быны ишетеп, әйтә: “Хаҡ Тәғәлә те­­ләгән бәндәһенә ғиззәт, хөрмәт күрһәтер, те­ләгән бәндәһен хур ҡылыр, әммә мин Ал­лаһының хөкөмөнә разый”, – ти. Илаһ теләгән кемеһенә донъя-ахирәт дәүләтен ирештерә, ҙур гонаһтарҙан һаҡланыусының әжерен киң ҡыла. Иман килтергәндәргә, тәҡүәлек ҡылғандарға әхирәт әжере хәйерлерәк.
Кеше йәнле, йәнһеҙ донъянан үрнәк, һабаҡ алырға тейеш. Был йәһәттән Сөләймән ғәләйһис-сәләмдең ҡырмыҫҡа менән осрашыуы фәһемле. Күп ҡырмыҫҡалы урынға еткәс, пәйғәмбәр: “Әй, ҡырмыҫҡалар, урын­дарығыҙға ҡасығыҙ, Сөләймән ғәскәре менән килә, күрмәйенсә һеҙҙе тапап ҡуймаһындар! Күрһәләр, тапамаҫ инеләр”, – тигәнде ишетә. Әйҙәүсе ҡырмыҫҡа пәйғәмбәрҙәрҙең золом­лоҡтан, рәнйетеүҙән, нахаҡ ғазаплауҙан пак булыуҙарын һиҙә. Сөләймән уның әйткәнен ишетеп, йылмая ла, доға ҡылғас, ҡырмыҫҡаға өндәшә: “Ни өсөн башҡа ҡырмыҫҡаларҙы ҡотҡарам, тип үҙең ҡасманың?” Тегеһе әйтә: “Мин – уларҙың батшаһы, ҡәүемемә шәфҡәтле булыу, уны бәләнән аралау, иләүемдең именлеген һаҡлау лазым. Бәлә, ығы-зығы килһә, уны һәр саҡ үҙ өҫтөмә алам”. Шунан ҡырмыҫҡа:
– Әй, Сөләймән, Хаҡ Тәғәләнән һин нимә һораның? – ти.
– Бер кемдә лә булмаған батшалыҡ һораным.
– Был һүҙеңдән көнсөллөк еҫе киләлер. Илаһ һиңә тағы ни бирҙе?
– Ул миңә елде буйһондорҙо. Бер көндә бер айлыҡ юлды үтәм.
– Елдең мәғәнәһе шул ғына: ҡулыңдағы мал-мөлкәтең ел кеүек ышанысһыҙ – елгә ниндәй таяныс булыуы мөмкин. Әгәр сабыр итһәң, Хаҡ Тәғәлә һиңә мәғрифәт атын бирер, һәм күҙ асып йомған арала ғәрешкә барып ҡайтыр инең. Тағы нимә алдың?
– Йөҙөк. Уны күреп, барса әҙәм, ҡош-ҡорт, ен миңә эйәрҙе.
– Һинең бар мөлкәтең бер дирһәм таш ҡиммәтендә икән.
– Йәнә дейеү-пәрейҙәрҙе лә миңә буйһондорҙо.
– Уларҙы ниңә ҡабул иттең? Әгәр Алланан һораһаң, Ул һиңә фәрештәләрҙе лә бирер ине. Йәиһә һис нәмә теләмәһәң, Илаһ ҡаршыһында һөйөклө булыр, ожмахҡа кергәндә, башҡа пәйғәмбәрҙәрҙән һуң ҡалмаҫ инең. Әйттеләр, дәүләттәре булыу сәбәпле, Йософ менән Сөләймән ожмахҡа пәйғәмбәрҙәрҙән ҡырҡ йыл һуңғараҡ керер.
– Әй, ҡырмыҫҡа, был ғилемде ҡайҙан белдең?
– Раббым өйрәтте.
Ҡырмыҫҡа менән әңгәмә ҡорғандан һуң Сөләймән ғәләйһис-сәләмдең батшалыҡтан күңеле һыуына... Донъя, йәшәү мәғәнәһе тура­һында ошондай тәрән фәлсәфәүи ҡараштар, фекерҙәр менән дә һуғарылған ҡиссалар.
Пәйғәмбәрҙәр тарихын яҡтыртҡан яҙмалар ғәмәлдә иҫке төрки телендә совет осорона ҡәҙәр баҫып сығарылған: “Тарихи әнбия” (Ҡазан, 1895), “Кыйсасел-әнбия ғаләйһимүс-сәләм” (Ҡазан, 1908), ”Адәм ғәләйһис-сәләмнән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә тиклем дәүер” (Ҡазан, 1908), “Кыйсасел-әнбия әл-Ғазами вә Ислам тарихы” (Әстрхан, 1909), “Кыйсасел-әнбия” (Ҡазан, 1914)...
Ҡиссалар борон-борондан ғәрәп, фарсы, йәһүд ҡәүемдәрендә һөйләнгән һәм Шәреҡ илдәренең башҡа халыҡтарында ла киң таралған риүәйәттәрҙән, хикәйәттәрҙән ойошҡан. Яҙма сығанаҡтарҙа Шәйех Хәсән Басариҙың, Әбү Нишпуриҙың, Ғабдулла бине Ғәббәстең ҡиссалары билдәле. Насретдин бине Борһанетдин Рабғузиҙың 1310 – 1311 йылдарҙа яҙған “Ҡиссаи Рабғузи” тигән китабы “Кыйсасел әнбия” исемендә 1914 йылда Ҡазанда Кәримовтар матбағаһында нәшер ителгән. Ошо китаптарҙың нөсхәләре Ҡазан, Өфө, Ташкент, Санкт-Петербург ҡалаларының китапханаларында һаҡлана. Ғөмүмән, 1915 йылға тиклем пәйғәмбәрҙәр тарихы төрлө исемдәр менән ун тапҡыр донъя күргән. Мәшһүр илаһиәт үрнәге 2003 йылда Татарстандың баш ҡалаһында «Кыйсасел-әнбия. Пәйгәмбәрләр тарихы” исемендә татар телендә баҫылып сыҡты.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәғзе ғалим-белгес­тәрҙән, дин әһелдәренән башҡа заман­даштарыбыҙ ошо рухи мираҫ менән таныш түгел. Ҡәрҙәштәребеҙҙең йәндәренә дарман, эштәренә ярҙам, күңелдәренә сафлыҡ, имандарына ныҡлыҡ бирер тигән ниәт менән Бөтә донъя татарҙарының халыҡ-ара журналы “Мирас” 1999 – 2000 йылдарҙа сыҡҡан һан­дарында пәйғәмбәрҙәр тарихын сағылдырған ҡиссалар үә Ҡөрьән Кәримдән сүрәләр, аяттар баҫып сығарҙы. Пәйғәмбәрҙәр тарихынан ғибрәтле хикәйәттәр, Мөхәммәт Мостафа ғәләйһис-сәләмдең бәғзе хәҙис-шәрифтәре Башҡортостаныбыҙҙың матбуғат баҫмала­рында ла һирәк-мирәк күренгеләне. Мәгәр тулыһынса һәм китап рәүешендә нәшер ителмәне. Бөйөк рухи үә донъяуи мираҫты башҡорт телендә халҡыбыҙға еткереү зарур. Ҡәрҙәштәребеҙҙең күңелдәренә ләйсән ямғырҙай еләҫлек бөркөр, йәшәү һуты бирер, йән аҙығы булыр ҡомартҡыны баҫып сығарырға Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең, һис шикһеҙ, ҡөҙрәтенән килә. Тик теләк, тәүәккәллек кенә кәрәк.

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ,
филология фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан күгендә БПЛА күргәндәр

Башҡортостан күгендә БПЛА күргәндәр 04.07.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн Краснокама районы күгендә БПЛА осоп йөрөгән....

Тотош уҡырға 19

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм йәшен тураһында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм йәшен тураһында иҫкәртте 04.07.2025 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм йәшен тураһында иҫкәртте...

Тотош уҡырға 16

Яҡташыбыҙ 72,2 миллион һум отҡан

Яҡташыбыҙ 72,2 миллион һум отҡан 04.07.2025 // Йәмғиәт

Уға лотереяла уңыш йылмайған....

Тотош уҡырға 20

Өфөлә Радий Хәбиров Антон Котяков менән эшлекле осрашыу үткәрҙе

Өфөлә Радий Хәбиров Антон Котяков менән эшлекле осрашыу үткәрҙе 04.07.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Радий Хәбиров Антон Котяков менән эшлекле осрашыу үткәрҙе...

Тотош уҡырға 21

Башҡортостанда мәғариф өлкәһендә түләүле хеҙмәттәр буйынса ҡыҙыу бәйләнеш асыла
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡойма ямғыр һәм йәшен хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда республика дауаханаларының баш табиптары менән телекүперҙәр асыла

Башҡортостанда республика дауаханаларының баш табиптары менән телекүперҙәр асыла 03.07.2025 // Йәмғиәт

Ике аҙна һайын медицина округтарының үҙәк дауаханалары һәм республика дауаханалары табиптары тура...

Тотош уҡырға 28

Өфөлә түләүле парковкалар буйынса кол-үҙәккә көнөнә 100-гә яҡын шылтыратыу ҡабул ителә
Республика райондарының береһендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары бойомға ашырыла

Республика райондарының береһендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары бойомға ашырыла 02.07.2025 // Йәмғиәт

Мәләүез районында йәш табиптарға торлаҡты ҡуртымға алыу хаҡы ай һайын 10 мең һум күләмендә...

Тотош уҡырға 24

Радий Хәбиров Башҡортостанда ҡалырға хәл иткән йәш ғалимдарға шәхсән ярҙам итергә вәғәҙәләне

Радий Хәбиров Башҡортостанда ҡалырға хәл иткән йәш ғалимдарға шәхсән ярҙам итергә вәғәҙәләне 02.07.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан бер ҡасан да ошондай күп талантлы, сағыу йәш ғалимдарҙы ҡабул иткәне юҡ ине,...

Тотош уҡырға 55

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан 02.07.2025 // Йәмғиәт

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан...

Тотош уҡырға 27

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола 02.07.2025 // Йәмғиәт

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола...

Тотош уҡырға 28