Ҡайһы бер ауылдарҙың тарихына күҙ һалһаң, ул бик тәрәнгә китә, шул уҡ ваҡытта әлеге көнгә һынауҙар һәм балҡыштар аша, һырмалы-һырмалы юлдар буйлап килгәненә инанаһың. Ишембай районының Ғүмәр һәм Ишем ауылдары ла Юрматы еренең сал тарихынан айырылғыһыҙ – бер нисә быуат элек үк төпләнгәндәр был ауылдарҙа. Ишемдең дә, Ғүмәрҙең дә үҫеш юлында төрлө саҡтар була: гөрләп тә тора, һүнә яҙып ҡалған мәлдәре лә бар. Иң мөһиме – Ер йөҙөндә бөгөн Ғүмәр ҙә, Ишем дә йәшәй! Шуныһына шөкөр итмәү мөмкин түгел.БЕЛЕШМӘ: Ғүмәр Петровский ауыл Советына ҡарай. 172 йортта 450 кеше йәшәй. Уларҙың 60-ы – йәштәр, балалар, шул иҫәптән 25-е – мәктәп уҡыусыһы. Ғүмәрҙәрҙең 75-е вахта менән ситкә йөрөп эшләй, 45 кеше икмәген урында таба. Хаҡлы ялдағылар – 124 кеше.
Башланғыс мәктәп эшләп килә, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар, сауҙа нөктәһе хеҙмәтләндерә, клуб гөрләй. Ауылға газ үткән, һыуҙы ҡоҙоҡтан алалар.
Ғүмәрҙәр 318 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 107 һауын һыйыры аҫрай, 54 умарта тота. Ауылда “Фонтан” крәҫтиән (фермер) хужалығы, “Победа” ойошмаһы эшләп килә. Йәмғеһе 13 трактор һәм 8 йөк машинаһы иҫәпләнә.
Бында бер нисә йыл элек “Бүжә” территориаль йәмәғәт үҙидаралығы булдырыла. Етәксеһе – Азамат Исхаҡов. Үҙидаралыҡ урындағы күп кенә мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе ойоштора, шулай уҡ ауыл Советы хакимиәтенең төп таянысы. Уның ярҙамында ер биләмәләрен халыҡ файҙаһына тотоноу, тирә-яҡты таҙартып тороу, байрамдар үткәреү һәм башҡа бик күп эштәр атҡарыла.
Ауылдан сыҡҡан данлыҡлы кешеләрҙән Вафа Әхмәҙиев, Рауил Ниғмәтуллин, Салауат Кәримов, Рәйсә Күзбәковаларҙы атарға мөмкин.
БЕЛЕШМӘ: Ишем ауылы ла Петровский ауыл Советына ҡарай. Әле бында 72 йортта 130 кеше йәшәй. Йәштәр һәм балалар – 21, шул иҫәптән һигеҙе – мәктәп уҡыусыһы. Эшләп йөрөүселәр һаны – 25, хаҡлы ялдағылар – 37 кеше.
Ишемдә башланғыс мәктәп эшләй, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар, клуб ишектәре асыҡ. Ауылға газ үтмәгән.
Ишемдәр 70 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 35 һауын һыйыры аҫрай, 50 умарталары бар. “Собханғолов” крәҫтиән (фермер) хужалығы эшләп килә. Ауылда йәмғеһе 5 трактор һәм 2 йөк машинаһы эшкә егелә.Аҡмулла китабын тотҡан
халыҡ хур булмаҫ...Әйтерһең дә, ожмахтың үҙендә урынлашҡан Ғүмәр ауылы. Яндарында эсәр һыуы – уң яҡтарында Егәне ағып ята ғүмәрҙәрҙең, төҙөр нигеҙе, яғыр утыны өсөн ҡуйы урманы уратып алған, малы утлар, сәсер өсөн ялан-ҡырҙары байтаҡ. Шулай ҙа, беҙгә ҡалһа, бында тәүгә аяҡ баҫҡандарҙың иғтибарын ошо күренеш йәлеп итәлер: ауылдың ҡайһы мөйөшөнә генә барма, һәр саҡ Бүжә тауы бағып тора. Был изге тау халыҡтың ҡурсалаусыһы ла, бейеклеккә ҡарап, ынтылып йәшәү өсөн өмөт маяғы ла һымаҡ. Тағы бер нәмә: ауылға нигеҙ һалынғандан алып урындағы йәшәйеште күҙәткән мәғрур Бүжә. Әле бынан өс быуат элек килеп, ошо ауылға нигеҙ һалған Ғүмәр Ҡарамышевтың ҡулын маңлайына ҡуйып, тирә-яҡты байҡап торғанына ла шаһит булған ул, донъялар боларған ваҡытта урындағы халыҡтың рухи ныҡлығын да һынамай ҡалмағандыр, ә Ғүмәрҙең 138 егете ҡәһәрле гитлерсыларға ҡаршы алышҡа китеп, уларҙың 73-ө яу яланында ятып ҡалғанда ауыл халҡы менән бергә һыҡтамаған тиһеңме әллә?! Нисәмә тол ҡатын килеп зарын һөйләр булған уға.
Эйе, күп быуынды алмаштырған Бүжә тауы нисәмә нәҫелде белә. Ҡасандыр уға урындағы абруйлы Әхмәтовтарҙың ата-бабалары ялан аяҡ йүгереп менгән, әле иһә ейәндәре сабып уйнай тау итәгендә.
Был нәҫел менән ғүмәрҙәрҙең Шәжәрә байрамында танышырға насип булды. Әйткәндәй, сарала Ғәлләмовтар, Исхаҡовтар, Ишмәтовтар, Мәҡсүтовтар һәм Ғәббәсовтар ҙа үҙҙәренең ырыу ағасын барланы. Шуныһын да әйтмәй булмай: рухты күтәреүсе әлегеләй байрамдарҙа ауылдың һулышы ныҡ һиҙелә бит ул: кемдең кем икәнлеген аңлайһың, тормошҡа ҡараштарын самалайһың.
…Әхмәтовтарға килгәндә, нәҫелдең бер нисә быуын элекке вәкилдәрен алып ҡарағанда ла, күпте һөйләргә була. Әлбиттә, бер ниндәй ҙә революция яһап йөрөмәгән улар, әммә нәҫелдең аҡылы, хеҙмәте һәм башҡа сифаттары тыуған яҡтарының үҫешенә үҙ өлөшөн индермәй ҡалмағандыр. Һуғыш ветераны Зинур Әхмәтовтың, мәҫәлән, 10 балаһы була. Ҡыҙҙар ҙа тыуа, нәҫел дауам итеүсе егеттәр ҙә донъяға килә. Әйткәндәй, яу батыры, ҙур һынауҙар, һуғыш афәте үтһә лә, тормошта насарлыҡты күрергә яратмаған. Атап әйткәндә, донъяға ябай ҡарашта булған, нимә бар, шуның менән шөкөр итергә күнеккән. Әммә, байлыҡҡа ымһынмаһа ла, рухи үҫештән баш тартмаған ул шул уҡ ваҡытта. Эх, бөгөн ихлас күңелле ошо мәрхүм олатайҙан, исмаһам, бер генә тамсы үрнәк алһаҡ ине ул.
– Беҙҙең нәҫел үҙенә генә хас сифаттарға бай, – тип таныштыра шәжәрәһе менән Тайфур Әхмәтов. – Маҡсатҡа ынтылышлы кешеләрбеҙ. Алға маҡсат итеп ҡуйған эштәрҙе һәр саҡ башҡарып сығабыҙ. Шулай уҡ һәр нәмәгә үҙ ҡарашыбыҙ бар.
Эйе, үрнәк алырҙай сифаттары байтаҡ шул. Мәҫәлән, Әхмәтовтарҙың насар ғәҙәттәрҙе яҡын да юлатмауы үҙе бер иғтибарға лайыҡ. Ошо принципҡа башҡалар ҙа ҡушылһа, күпме яҙмыш ҡыйралмаҫ ине лә бит. Шулай, 200 ихатаһы ла булмаған төпкөлдәрҙә ынйылай нәҫелдәрҙең йәшәү мәғәнәһе миллионлаған кешеле ҙур ҡалаларҙың тормош нигеҙе булып торорҙай. Тик төпкөлдәрҙең йәшәү мәғәнәһенә лә “төпкөл генә” тип ҡарайбыҙ, үкенескә ҡаршы.
Әхмәтовтар менән аралашҡанда шуға иғтибар итмәү мөмкин түгел: был нәҫелдә ир-егеттәр үҙҙәре генә ҡалып һөйләшеп торғанда ла бер һүгенеү һүҙе ишетелмәй, башҡалар һымаҡ “кендек аҫты” темаларына ла төшөп китмәйҙәр. Киреһенсә, әҙәплелек, бынан тыш, тыуған яҡ яҙмышы, киләсәк быуын мәсьәләләре борсой егеттәрҙе. Шул уҡ ваҡытта һөйләшкәндә өлкән быуынға хөрмәт ярылып ята: оло ағай нисек әйтә, артабанғы эш тә шул фекергә ҡарап юллана.
Әлбиттә, уйҙарында тик яҡшылыҡ булған нәҫелдең йөрөр юлы ла насар түгел. Ун баланың тормоштары бер-береһенә оҡшаш. Заманында тыуған йорттан улар төрлө яҡҡа тарала, бер нисәүһе ошо ауылда ҡала. Ауыл тормошон һүндермәйем, нигеҙҙе ҡоротмайым тип, өлкәндәрҙең береһе Әүхәҙи ҙә Ғүмәрҙе ташламай.
Үҙ нигеҙен ҡоротмау ғына түгел, бик күп ауылдаштарын йортло итергә ярҙамлаша ул. Хәйер, Ғүмәрҙә был балта оҫтаһының ҡулы ҡағылмаған өй бармы икән? Әйткәндәй, кешегә ялланғанда оҫта бер көнөн мотлаҡ бушҡа эшләгән.
Әүхәҙи ағайҙың шул яғы ла була: партияға инмәй ҡала ул. Нисек кенә өгөтләмәһендәр, алдынғы комбайнсы партбилетлы булмай. Хатта бер ваҡыт ҡыҙыу ураҡ мәлендә миҙал алырға бармағаны өсөн шелтә лә ала. Әммә үҙ ҡарашын үҙгәртергә күнекмәгән шул Әхмәтовтар.
Ун баланың береһе Әмир Зинур улы – нәҫелдә беренселәрҙән булып юғары белем алған кеше. Львов ҡалаһында һатыусылыҡҡа уҡып ҡайта, оҙаҡ йылдар Ғафури районында ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе булып эшләй. Райондың ветерандар советы рәйесе вазифаһын да һәр кемгә тапшырып бармайҙар шул, оҙаҡ йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте менән урындағы үҫешкә ҙур өлөшөн индергән шәхестәр генә лайыҡ бындай ышанысҡа.
Ауыл хужалығы институтын тамамлаған Тайфур ағай – һөнәре буйынса умартасы, әммә, бер аҙ малсылыҡта эшләп алғас, яҙмышын мәктәп менән бәйләй. Ғүмәр ауылы балаларын сәләмәт тормош рәүешенә, спортҡа ылыҡтыра. Хатта олимпиадалар уҙғарып, үҙ аҡсаһына бүләктәр әҙерләгән мәлдәре лә байтаҡ була. Бөгөн дә ул ауылының киләсәген ҡайғыртып йәшәй.
Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Зәки Әхмәтов Әүхәҙи туғанының тормош хәҡиҡәтенә оҙаҡ йылдарҙан һуң ғына төшөнә, әммә һуңланым тип ҡайғырмай, ҡалала йәшәп ятҡан мәлендә тота ла бер көн ауылға күсенеп ҡайта. Артабанғы яҙмышын Бүжә буйынан башҡа күҙ алдына килтерә алмай. Эйе, Зәки ағай тәбиғәт менән тәрән бәйләнештә: урманда ҡуна ятып үлән йыя, уларҙың шифаһы хаҡында йәш ауылдаштарына ла төшөндөрә килә.
Ауыл хужалығына тос өлөш индергән, Стәрлетамаҡ районында урынлашҡан тәжрибә хужалығының баш агрономы булған Әхәт Әхмәтов та тыуған ауылы яҙмышына битараф түгел.
Әйткәндәй, әлеге ағайҙарҙың бөтәһе лә ижади һәләтле икән: кем бейей, кем йырлай, ә бына шиғырҙы барыһы ла тиерлек яҙа. Улар менән аралашҡанда тағы бер нәмәгә иғтибар иттем: өҫтәлдәрендә Аҡмулланың китабы ята ине.
– Нәҫелебеҙ менән уның шиғырҙарын уҡыйбыҙ. Аҡмулла әҫәрҙәрендә бик тәрән тормош мәғәнәһе ята, аңларға ғына кәрәк, – тип аныҡлыҡ индерҙе Тайфур Зинур улы был күренешкә.
…Әхмәтовтар нәҫеле хаҡында һүҙҙе артабан да дауам итергә булыр ине, шулай ҙа бер мөһим яғын ғына йәнә билдәләп китәйек: төпкөл Ғүмәрҙең тормош тотҡаһы ул ошондай нәҫелдәр. Ауылдар тарихы уларҙан айырылғыһыҙ, киләсәге лә бергә булһын инде. Башҡа ауылдарҙың тотҡа булырҙай шәхестәре лә Әхмәтовтар һымаҡ тыуған нигеҙендә төпләнһен, урау-урау юлдар аша булһа ла кире ҡайтһын ине.
Шәжәрә байрамына килгәндә, ғүмәрҙәр уға алдан уҡ тырышып әҙерләнгән. Ауыл халҡы сара үтәсәк майҙанды тигеҙләгән, һыу баҫмаһын өсөн Егән йылғаһының бер айырыһын быуып ҡуйған, йәйәүлеләр өсөн күпер һалған, сәхнә эшләгән, уйындар өсөн бүрәнәләр ултыртҡан.
Раян Ғәлиев менән Айҙар Кинйәбулатов һыбай йөрөп кистән үк һөбә йыйып сыҡҡан. Шәжәрә күрһәтеүселәр үҙҙәренең тирмәләрен ҡорғайны, тирә-яғын көнкүреш әйберҙәре менән дә биҙәгән. Унда үрелгән ситән дә, ағас күнәктәр ҙә, көбө лә, хатта сабата ла бар. Тирмәләргә сигелгән, бәйләнгән ҡул эштәре, балаҫтар, фоторәсемдәр эленгән. Һәр ҡайһыһы шәжәрә “ағасын” эшләп, күренгән урынға элеп ҡуйған. Хужабикәләр усаҡ яғып, ҡаҙан аҫып та өлгөргән, ашъяулыҡ йәйеп, табын да әҙерләгән.
Байрамды ырыу башлыҡтары асты. Улар тыуған ерҙе, туған-ырыуҙы онотмаҫҡа, һәр саҡ татыу, дуҫ булып йәшәргә өндәне. Юрий Ниғмәтуллин үҙ сығышында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙы, һәләк булып ҡалғандарҙы иҫкә төшөрҙө. Улар хөрмәтенә мәктәптә “Хәтер бүлмәһе” асылыуы тураһында һөйләне. “Бүжә” территориаль йәмәғәт үҙидаралығы етәксеһе Азамат Исхаҡов ауылда уҙғарылған өмәләрҙә ҡатнашыусыларға рәхмәтен белдерҙе. Петровский ауыл Советы идарасыһы Николай Жуков, ғүмәрҙәрҙе байрам менән тәбрикләп, быйыл үҙҙәренең гәүһәр туйҙарын билдәләгән Мәҡсүтовтарға иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Һәр ырыу тирмәләрҙә төрлө тамаша күрһәтте. Исхаҡовтар – “Кәкүк сәйе”, Ишмәтовтар – “Бәпес күреү” йолаларын, Әхмәтовтар Еңеү байрамын сәхнәләштерҙе. Ә Мәҡсүтовтарҙа – “Гәүһәр туй”! Зөһрә инәй менән Дауыт бабайҙы 60 йыл бергә татыу йәшәүҙәре менән ҡотланылар. Ғәлләмовтар ҙа ихлас ҡунаҡ ҡаршыланы. Улар үҙҙәрен йылҡысылыҡ, умартасылыҡ оҫтаһы итеп күрһәтте, ҡаҙылыҡтан, тултырманан, балдан ауыҙ иттерҙе.
Ул арала бала-саға тал сыбығы менеп “ат” сабыштырҙы, тоҡ кейеп йүгереште. Икенсе урында күҙ бәйләп бүләк ҡырҡтылар, тоҡ менән һуғыштылар. Сәхнәнән йыр-моң ағылды. Яуып киткән ямғыр ҙа кәйефте төшөрмәне.
Ишемдең 340 йыллыҡ
тарихы бар Райондың төньяҡ сигендә, Егән йылғаһы ҡосағында урынлашҡан был ауыл. Нигеҙ һалынғандан алып иген үҫтереп, һалабаш һалып, ҡап һуғып йәшәгән халыҡ бөгөн мал аҫрап көн күрә. 93 йәшлек Ҡәнифә инәй Ғөбәйҙуллина менән 86 йәшлек Зәйнулла ағай Ниязғолов ауылдың йәнле тарихы булһа, Данис Рафиҡов кеүек яңы тәпәй баҫыусылар – ҡасандыр иртәгәһе булмаҫ һымаҡ күренгән ауылдың киләсәге. Тыуған нигеҙенең утын һүндермәҫкә тырыша ишемдәр.
Әнүәр Әсфәндиәровтың “Башҡортостан ауылдары тарихы” китабына күҙ һалғанда, Ишем ауылына типтәрҙәр 1778 йылда төҙөлгән килешеү буйынса Юрматы улысының Илсектимер түбәһе аҫабалары тарафынан ебәрелгән. 1783 йылда уҙғарылған IV ревизия документтары буйынса бында 1011 типтәр теркәлгән. 1859 йылда уларҙың һаны 399 кешегә тиклем кәмегән. 1920 йылда уҙғарылған халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ҡарағанда 52 йорттан торған Ишем ауылында 231 типтәр йәшәгән.
XXI быуатта ауылдың 70-ләгән йортонда 100-ҙән ашыу кеше донъя күрә. Ҡалала йәшәгәндәр тыуған яҡтарына ҡайтып, ҡош-ҡорт аҫрай. Йәйге осорҙа ауыл бигерәк тә йәнләнеп, йәмләнеп китә, ти ишемдәр.
– “Торатау” район гәзитендә Фаяз Йомағужиндың мәҡәләһенән уҡып, ауылыбыҙҙың ҙур тарихҡа эйә булыуын белдек. Бынан биш йыл элек тәүге тапҡыр юбилей уҙғарһаҡ, быйыл инде Ишемебеҙҙең 340 йыллығына йыйылдыҡ. Ата-бабалар васыятына тоғро ҡалып, үҙ ауылыбыҙҙың ҡотон һаҡлаусы ауылдаштарыбыҙ байтаҡ. Оло байрамға әҙерлекте һәммәһе үҙ йорт-тирәһен төҙөкләндереүҙән башланы: берәүҙәр ҡыйыҡ баштарын рәтләне, икенселәр ҡапҡаларын матурлап буяны, өсөнсөләр соландарын яңыртты, ҡый үләндәрен сапҡылап сыҡты, – тип уңғандар менән ғорурланып һөйләне ауыл старостаһы, клуб мөдире Гөлнара Хәбирова.
Ауылға ингән генә ерҙә, Егән буйындағы Уҡылса яланында ойошторолдо байрам. Йыраҡ араларҙан һағынышып ҡайтыусылар күрше-күлән менән аралашты, һәүәҫкәр ауылдаштарының сығыштарын һоҡланып ҡараны. Сауҙа ла яйға һалынғайны: ауыл эшҡыуарҙары Әлмира менән Наил Собханғоловтар тауарҙарын һатыуға ҡуйған.
– Рауил Солтанов йыл да һәр сарала беҙгә музыка ҡоралдары менән ярҙам күрһәтә. Быйыл, үҙе килеп етә алмаһа ла, ярҙамсыларын ебәрҙе. “Витязь” машиналар эшләү компанияһы директоры Ирек Арыҫлановҡа, Петровский ауыл Советы хакимиәте етәкселегенә, ауыл депутаты Наил Шәрәфетдиновҡа, Ильяс Хәбировҡа, клуб хеҙмәткәре Маһинур Мөхәмәтоваға, Петровский ауылы эшҡыуарҙары Ләлә Нафиҡоваға, Фәнил Абдрахмановҡа, Лариса Бондаренкоға, Әлмира менән Наил Собханғоловтарға ҙур рәхмәт! – тип һүҙен дауам итте староста.
Ишемдәрҙе мәртәбәле байрам менән ҡотларға Ишембай районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире урынбаҫары Айгөл Ғайсина, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рафаэль Ҡадиров, Петровский ауыл Советының эштәр идарасыһы Николай Жуков, район хакимиәте вәкиле Илшат Әхмәтйәнов килгәйне.
Моңло тауышлы таланттар Әлфирә Иҫәнова, Мәрйәм Әхмәтйәнова, Гөлнара Нафиҡова, Маһинур Мөхәмәтова, Рита Маннанова үҙ сығыштары менән шатландырҙы ауылдаштарын. Тирмә ҡороп, мул һый-хөрмәттән ишелеп торған өҫтәлдәр янында йүгереп йөрөгән хужабикәләр ҡунаҡтарын табынға ултыртып һыйларға ашыҡты. Мөхәррәм Муллабаев ауыл тарихы тураһында бәйән итте.
Ишемдең егәрле, уңған халҡы менән дан тотоуына “Иң төҙөк ихата” конкурсына йомғаҡ яһағанда тағы бер инандыҡ. Гөлбаныу Вәлиева – беренсе, Миңлеғаян Вахитов – икенсе, Рәшит Ғәлиев менән Ғәйнетдин Хисаметдинов өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Уҡыусылар һаны аҙ булыу сәбәпле, мәктәптең ябылыу ихтималлығы борсой бөгөн ишемдәрҙе, уның ҡарауы, күптән түгел өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған. Ғөмүмән, ауыл халҡы етеш йәшәргә ынтыла, һәммәһе тыуған яғын һүрелдермәйем тип ҡайғырта: яңы йорттар һала, үҙҙәренә уңайлыҡтар булдыра. Ауыл байрамына йыйылған халыҡ менән аралашып, бындағы кешеләрҙең ябайлығын, нимәгә тотонһалар, шуны аҙағына тиклем башҡарыуҙарын күрергә мөмкин булды. Бер һүҙ менән әйткәндә, байрамдан алған хәтирәләр бик оҙаҡҡа етәсәк. Уларҙы тик йышыраҡ яңыртып торорға ғына кәрәк.