Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
(6 – 12 июль)
ҠУҘЫ (21.03 — 19.04).
Үҙ хистәрегеҙҙең айышына төшөнөргә, кеше тормошона ҡыҫылмаҫҡа, кәңәш бир­мәҫкә тырышығыҙ. Ғаиләгеҙгә, яҡын­да­ры­ғыҙға иғтибарҙы арттырһағыҙ, һәр йәһәттән уңырһығыҙ. Аҙна башында бер аҙ кө­сөр­гә­неш тойорһоғоҙ, ләкин тиҙҙән кү­ңел­һеҙ­лектәр артта ҡалыр, кәйефегеҙ яҡшырыр. Осорҙоң аҙағы аралашыу, документтар менән эш итеү өсөн уңайлы булмаҡсы.

БУҒА (20.04 — 20.05).
Әле күңелегеҙҙең нескә сағы, шуға күрә ҡайһы берәүҙәрҙең уйламай әйткән һүҙенән кәйефегеҙ ҡырылыуы ихтимал. Эске донъяғыҙға көсөргәнеш килмәһен тиһәгеҙ, хәлде дөрөҫ баһаларға, һәр нәмәнән һабаҡ алырға тырышығыҙ. Айырым осраҡтарҙа ҡәтғилек күрһәтеү ҙә зыян итмәҫ.

ИГЕҘӘКТӘР (21.05 — 21.06).
Үҙегеҙҙең иң яҡшы һыҙаттарығыҙҙы күрһәтеү өсөн уңайлы мәл. Аҙна башында башығыҙға отошло фекерҙәр, яңы идеялар, башланғыстар килер. Уларҙы тормошҡа ашырыу теләге тыуыр. Уңышҡа өлгәшәм тиһәгеҙ, эштәрегеҙҙе кисектермәҫкә кәңәш ителә. Аралашыу барышында кем – дуҫ, кем дошман икәнлекте лә асыҡларһығыҙ.

ҠЫҪАЛА (22.06 — 22.07).
Был арала законға ҡағылышлы эштәр ме­нән шөғөлләнерһегеҙ. Хоҡуҡ һаҡлау йәки суд органдары менән осрашыуығыҙ, документтар менән эшләүегеҙ мөмкин. Нисек ке­нә бул­маһын, был ғәмәлдәр матди хә­­легеҙҙе яҡ­шыр­тыу йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә. Эле­герәк ниндәйҙер хата ҡылһағыҙ, хәҙер барыһы өсөн яуап тоторға тура килер, моғайын.

АРЫҪЛАН (23.07 — 22.08).
Аҙна башында алданыуығыҙ йәки берәй әйберегеҙҙе урлауҙары бар, шуға күрә иғти­барлы һәм һаҡ булығыҙ. Хаталы аҙым яһау ҙа кәйефегеҙҙе төшөрөр. Осор уртаһында төшөнкөлөккә бирелеү, йоҡоһоҙлоҡтан интегеү хәүефе бар. Аҙнаны етди эштәр башламай, яуаплы ҡарарҙар ҡабул итмәй, тыныс үткәрергә тырышығыҙ.

ҠЫҘ (23.08 — 22.09).
Матди йәһәттән хәлегеҙ яҡшырыр, моға­йын. Һеҙ ҙур тырышлыҡ һәм көс һалдығыҙ, шуға күрә был еңеүгә тулыһынса лайыҡ­һы­ғыҙ. Алдығыҙҙа киң мөмкинлектәр асылыр. Аҡ­са эшләүҙең яңы алымдарын табыр­һы­ғыҙ. Шулай ҙа уңыштан башығыҙҙы юғалт­ма­һағыҙ ине. Аҙна аҙағында ҡарар ҡабул иткәндә тәүәккәллек һәм ныҡышмалылыҡ күрһәтегеҙ.

ҮЛСӘҮ (23.09 — 22.10).
Миһырбанлы булығыҙ. Ярҙам һораған­дар­ҙы ситкә этәрмәгеҙ, ҡулығыҙҙан килгәнсә булышлыҡ күрһәтегеҙ. Яҡындарығыҙҙың әүәл­ге хаталарын иҫкә төшөрөп, уларҙы хө­көм итмәҫкә тырышығыҙ. Был аҙнала шәф­ҡәт­лелек күрһәтһәгеҙ, үҙегеҙ өсөн тор­моштоң бөтөнләй башҡа яҡтарын асырһығыҙ.

САЯН (23.10 — 21.11).
Бер сиктән икенсеһенә ташланыуҙан һаҡ­ланығыҙ. Яҡындарығыҙҙың нимә телә­үе­геҙҙе аңламауы бар. Хәйер, был осорҙағы кү­ңел тотороҡһоҙлоғо арҡаһында үҙегеҙ ҙә быны аныҡ ҡына әйтә алмаҫһығыҙ, мо­ға­йын. Шуға күрә зиһенегеҙҙе тупларға, сабыр булырға, тупаҫлыҡтан арынырға ты­ры­шығыҙ. Мөһим эш-ғәмәлдәргә тотонмағыҙ.

УҠСЫ (22.11 — 21.12).
Кешенең уңышына, айырыуса матди байлығына көнләшеп ҡарарһығыҙ, моғайын. Сит мөлкәтте үҙләштереү маҡсатында шикле аҙымдарға ла барыуығыҙ ихтимал. Ләкин был ғәмәлдәр яҡшыға килтермәҫ. Абруйығыҙҙы, дәрәжәгеҙҙе төшөрөүгә юл ҡуймағыҙ. Йондоҙҙар һеҙгә табыш алыуҙың башҡа сығанаҡтарын эҙләргә кәңәш итә.

ЫЛАҠ (22.12 — 19.01).
Тиҙҙән һеҙҙе байтаҡ үҙгәреш көтә. Был тәү сиратта тормошҡа ҡарашығыҙға бәйле булыр, моғайын. Һөҙөмтәлә кәйефегеҙ яҡшырыр, ҡатмарлы мәсьәләләр еңел генә хәл ителер, алда киң офоҡтар асылыр. Шул уҡ ваҡытта дөрөҫ һәм үҙегеҙ өсөн отошло йүнәлеште һайлау бурысы тыуыр. Эске һиҙемләүгә ҡолаҡ һалығыҙ.

ҺЫУҒОЯР (20.01 — 18.02).
Үҙегеҙ менән ғорурлана алаһығыҙ. Был аҙнала хоҡуҡтарығыҙҙы яҡлауға, феке­ре­геҙҙе хуплауҙарына, хәлегеҙҙе яҡшыртыуға өлгә­шерһегеҙ. Эшмәкәрлек өлкәһендә һәләтегеҙҙе күрһәтеү өсөн уңайлы мәл. Документтар менән бәйле ғәмәлдәрҙә уңыш көтә. Тырышлығығыҙ, ҡаҙаныштарығыҙ һөҙөмтәһендә алдығыҙҙа киң мөмкинлектәр асылыр.

БАЛЫҠ (19.02 — 20.03).
Аҙна башында яуланған үрҙәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн ярайһы уҡ тырышырға тура ки­ләсәк. Бер аҙ талсығыу тойорһоғоҙ, уның ҡа­рауы, һөҙөмтәһе көткәндән байтаҡҡа яҡшыраҡ булыр. Матди хәлегеҙ яҡшырыр, күңелегеҙ тынысланыр. Тик ашыҡмаҫҡа, сабыр булырға, уңайлы мәлде файҙаланып ҡалырға кәңәш ителә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә