Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мәскәүҙә “тормош – көрәш” икәненә инандым”
— Гөлназ, телевидение өлкәһенә нисек килеп эләктең?
— Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында белем алған ваҡытта яҙыша башланым. “Аманат” журналының, “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеһе исемен алдым. Юғары кластарҙа уҡығанда “Тамыр” студияһына килдем. Телевидение менән танышыуым, ундағы эш үҙенсәлектәренә өйрәнеү шул саҡта башланды. Артабан Башҡорт дәүләт университетындағы журналистика бүлегенә уҡырға индем, әммә унда йүнләп күренмәнем дә тиерлек, сөнки I курстан уҡ Баш­ҡортостан юлдаш телевидение­һында эшләй башланым. Шуға ла бар белемем — тәжрибә һөҙөмтәһе.
— Тимәк, һиңә ниндәй һөнәр һай­ларға тип баш ватырға тура килмәгән?
— Эйе, бала саҡтан бик ҡыҙыҡ­һы­ныу­сан булғанмын, әсәй-өләсәйемде төрлө һорауҙар менән йөҙәткәнмен. Тап ошо сифатым мине журналистика менән бәйлә­гәндер, тим. Ғөмүмән, киң мәғлүмәт са­ра­ларында эшләгәндәр бар яҡлап та өлгөр, ихлас булырға тейеш, минеңсә. Ә телевидение хеҙмәте өсөн махсус белем алыу, тәжрибә туп­лау мотлаҡ.
— Ниндәй вазифала һәм ниндәй тап­шырыуҙар өҫтөндә эшләнең?
— Хеҙмәт юлымды хәбәрсе, алып барыусы булараҡ башлап, режиссер вазифаһында дауам иттем. Проекттар байтаҡ булды, араларында киң масштаблылары — “Тай-тулаҡ” тапшырыуы һәм “Профилдәр” авторлыҡ циклы.
— Һуңғыһына туҡталып үтмәү мөмкин түгел. Был проект һине Рәсәй генә түгел, ә донъя кимәленә сығарҙы. Ошоноң кеүек ҙур эшкә тотоноуҙа нимә этәргес булды?
— 2010 йылда дауаханала ғүмерем өсөн көрәшеп, оҙаҡ ҡына ваҡыт үткәрергә тура килде. Ошо осорҙа “Профилдәр” проектын булдырыу идеяһы тыуҙы. Ул яҙмыш ауырлыҡтарына бирешмәгән, көслө рухлы шәхестәргә арналды. Цикл ете документаль фильмды берләштерҙе. Геройҙарымдың тарихы мине бик тетрәндерҙе, үҙ тормошома яңыса ҡарарға мәжбүр итте. “Профилдәр”ҙең юғары баһаланыуы минең өсөн, әлбиттә, ғорурлыҡ, әммә ул фестивалдәр өсөн төшөрөлмәне. Эскерһеҙ, ихлас ниәт менән, күңел һалып башҡарған эш кенә кешене күккә күтәрә тигән фекерҙәмен.
— Ни өсөндөр һинең авторлығыңда башҡортса тапшырыуҙар иҫтә ҡалмаған…
— Ысынында башҡорт телендә тик бер генә тапшырыу сығарҙым. Минең өсөн герой, тамашасы менән йөрәк телендә аралашыу, аңлашыу мөһим. Шәхестең күңеленә асҡыс таба белеү, күңел донъяһын асыу – тәүмаҡсатым.
— Аңлауымса, уҡып бөткәс тә Мәскәүгә юлланғанһың?
— Юҡ. Өфөлә тиҫтә йыл самаһы эшләнем. Мәскәүгә иһә былтыр ғына килдем.
– Былтыр ғына?!
— Эйе, быға тиклем илебеҙ баш ҡалаһына командировкаларға ғына юл төшә ине. Барлыҡ төйөнсөктәрем менән былтыр күсендем, шулай ҙа Мәскәүгә электән ғашиҡмын. Һәр саҡ ошонда эшләгем, йәшәгем килде. Уның ығы-зығыһы, етеҙ мөхите үҙенә тартты. Өфөгә ҡайтҡан мәлдә депрессияға бирелеп, баш ҡала урамдарына һыймағандай тойҙом үҙемде. Әлбиттә, мине Мәскәүҙә икмәк-тоҙ менән көтөп торған кеше юҡлығын аңлай инем, шулай ҙа үҙемә “Әгәр мине Мәскәүгә саҡырһалар, уйлап тормай сығып китәм!” тигән ныҡлы маҡсат ҡуйҙым. Мөғжизә кеүек, ошонан һуң ике аҙна үтеүгә, тап Мәскәүҙән эшлекле тәҡдим килеп төштө. Ә бар ғиллә шунда: “Тамыр” студияһы тапшырыуымды “ТЭФИ”-ға ебәргәйне. Эшемде оҡшат­ҡандар, бер продюсер мине үҙенә саҡырҙы. “Тамыр”ҙа Яңы йыл әкиәтен төшөрөп бөттөм дә илдең баш ҡалаһына юлландым…
— Һәм карьераңды ниндәй каналда дауам иттең?
— Эште “РЕН-ТВ” һәм “ТВ-центр”ҙа башланым. Артабан резюмемды “Беренсе канал”дың заказдары буйынса эшләгән студияға ебәрҙем. Был юлы ла уңыш йылмайҙы — мине документалистика бүлегенә эшкә саҡырҙылар – күптәнге хыялым тормошҡа ашты.
— Ҡаршылыҡһыҙ ҙа булмағандыр бит?
— Әлбиттә! Әле генә барыһы ла еңел, матур кеүек. Иртәгә үк билет алып ҡайтып китәм тигән уйҙар, эшһеҙ, аҡсаһыҙ ултырған мәлдәр ҙә булды… Йәшәйеш бит шулай ҡоролған: шатла­наһың да, көрәшәһең дә. Мәскәүҙә мин “Тормош — көрәш” тигән әйтемдең ысынбарлығына инандым. Бында барлыҡ нәмә аҡсаға ҡоролған тип әйтмәү ҙә дөрөҫ түгел, әгәр үҙ эшеңде сифатлы итеп башҡараһың икән, һин кәрәк. Хата, иғтибар­һыҙлыҡ күрһәтһәң, араны өҙәләр, сөнки 11 миллион кеше йәшә­гән ҡалала һиңә алмаш табыу бер ни тормай.
— Ошонан сығып, йәнә бер һорау: федераль каналда кон­курентлыҡҡа би­реш­мәҫ өсөн үҙеңдә нин­дәй сифаттар тәрбиә­ләү шарт?
— Бәләкәй ҡаланан мегаполисҡа сығып киткән кеше өсөн был, ысынлап та, урынлы һорау. Мәскәүҙе яулар өсөн нимә етмәй, нисек һәм ниндәй булырға кәрәк тигән фекерҙәр йыш ҡайнай ине башымда. Төп һәм хәүефле асышым — таш күңеллелек, йәғни, беҙҙеңсә әйт­кәндә – батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ. Әммә гелән кеше булып ҡала белеү мөһим.
— Баш ҡалаға килгәс, үҙеңдә үҫеш, үҙгәреш тояһыңмы?
— Иң ғәҙел баһа – тапшырыуҙарым. Минең­сә, алға китеш бар.
— Тыуған яҡ тарталыр бит?
— Һис шикһеҙ. Әхмәтзәки Вәлидиҙең “Илсе Ғайса”ны ни өсөн тыңлап моңайыуын бында килгәс кенә аңланым. Ситтә йәшәһәм дә, башҡортса уйлайым, мөмкинлек сыҡҡан һайын туған телдә аралашам. Бәхетемдән бөгөнгәсә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эш­лә­йем – Мәскәүҙә республикаға бәйле үткән сара­лар тураһында сюжеттар эшләйем. Башҡортомдоң тормошо менән ҡайнап йәшә­үемде дауам итәм, Өфөләгенән дә әүҙемерәк. Сер итеп кенә әйтәм: әле республикаға бәйле бер нисә проект әҙерләйем.
— Федераль каналдар эшмәкәрлеге менән танышып, Башҡортостан юлдаш теле­ви­дениеһының үҫеш кимәлен нисек баһалайһың?
— Милли каналыбыҙҙың халыҡ-ара бәйге­ләрҙә, фестивалдәрҙә еңеү яулауы – берҙәм коллективтың хеҙмәт күрһәткесе. Мәскәүгә мин Өфөлә тупланған белемем менән килдем, Рәсәйҙең баш ҡалаһы ситкә типмәне. Баш­ҡортостандан күптәрҙең был тарафҡа килеп төпләнеүе еребеҙҙәге һөнәри юғарылыҡты билдәләй. Коллективым һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, уларға оло рәхмәтлемен.
— Яҡшы режиссерға ниндәй сифаттар хас булырға тейеш?
— Һәйбәт фильм төшөрөр өсөн режиссерҙың тормош тәжрибәһе булһын тигән фекерҙе күптән ишетә инем. Олоғая килә, бының дөрөҫ­лөгөнә инандым (көлә). Кешегә идеяны еткерә белеү һәләте лә мотлаҡ.
– Нимә илһамландыра?
— Маҡсатлы, хыялы өсөн янып-көйөп йә­шә­гән кешеләр, уңыш ҡаҙанғандар. Иң ҙур һынау – үҙ-үҙеңде еңеү.
— Тормош ҡағиҙәләрең бармы?
1. Төп ҡағиҙәләрҙән сығыу. Мин системаны бар­лыҡҡа килтерәм дә уны яңынан емерәм.
2. Һәр саҡ изге уй-ниәттә булыу.
3. Мәғәнәһеҙлектән ҡасам, мотлаҡ маҡсат булырға тейеш.
4. Һәр минутыңды файҙалы үткәреү.

— Киләсәктә үҙең­де ниндәй итеп күҙ алдыңа килтерәһең?
— “Тамыр” студияһында эшләгәндә коллегаларым бер-береһенә “Балалыҡ тойғоһо үлмәһен” тигән теләк еткерәләр ине. Мин был фекерҙең мәғәнәһенә хәҙер генә төшөнәм, сөнки үҙемде һаман 16 йәшлек кеүек хис итәм. Ошо тойғоно киләсәктә лә юғалтмаҫҡа ине.
— Һине тағы нимәләр ҡыҙыҡһындыра?
— Фотоға төшөрөү менән ҡыҙыҡһынам. Был шөғөл, минеңсә, тормошто туҡтатыу менән бер, һәм ҙур һәләт талап итә. Фотокүргәҙмәмде ойош­тороу хыялы ла бар. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡайһы саҡта телевидениены ташлап, тик фото менән шөғөлләнергә ине тигән теләк тә уянып ҡуя.
— Шәхси тормошоң, ғаиләң хаҡында ни әйтерһең?
— “Никах сәғәте һуҡһа, кейәүгә сыҡҡаныңды һиҙмәй ҙә ҡалырһың”, тиҙәр бит. Минең менән дә шундай хәл булды. Өфөлә үҙемде тик эш кешеһе булараҡ таныттым, ир ҙә түгел, ҡатын-ҡыҙ ҙа түгел – режиссер. Ә ул иһә операторға ла ҡысҡырып ҡуя, водителде лә шелтәләй, геройҙар эҙләгәндә айырыуса ҡатылыҡ күр­һәтә… Был осраҡта һин нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙ образынан ситләшәһең. Үҙебеҙҙә бергә киноға барырлыҡ та дуҫым булманы. Ә Мәскәүгә килгәс, тәүге тапҡыр дуҫтар компанияһына эләктем һәм тап шунда үҙ йәремде осраттым.
— Үҙеңә оҡшаған һәм оҡшамаған сифаттарың?
— Бер ҡасан да үҙ-үҙемдән риза булып ултырмайым. Бик ҡыҙыҡһыныусанмын. Был сифаттарым ике яҡлы: бер яҡтан үҫешкә этәрә, икенсе яҡтан, артығыраҡ та кеүек.

Фаягөл ЮНЫСОВА
әңгәмәләште.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 144

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 493

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 233

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 937

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 705

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 381

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 701

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 974

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 460

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 534

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 361

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 541