Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » КЕШЕ ЭТЛЕГЕ ӨСӨН ЭТ ҒӘЙЕПЛЕ ТҮГЕЛ
Хәтерегеҙҙәлер, Өфөлә бер сабыйҙы эттәр талап үлтергәндән һуң, республикала шау-шыу ҡупты. Кемдер дүрт аяҡлыларҙы яҡланы, бәғзеләр, киреһенсә, барлыҡ хужаһыҙ эттәрҙе атырға тәҡдим итте.

…Стәрлетамаҡ районының Мәҡ­сүт ауылынан Венера апай Ишем­баева, шылтыратып, ҡош-ҡортон эттәр талауы, бәйһеҙ хайуандарҙың көпә-көндөҙ урамда йөрөүе хаҡында хәбәр итте. Башҡа һыймаҫлыҡ ваҡиға хаҡында тәүҙә хакимиәттән белештек, артабан инде юлға сыҡтыҡ.
Венера апайҙың хаҡлығын бел­герткәндәй, ауылда беҙҙе иң беренсе бер ала эт ҡаршыланы. Ул 49 йортта йәшәгән 174 кешенең һәр ҡайһыһын йөҙгә таныйҙыр, күрәһең. Ярай әле йәйәү түгелбеҙ, юҡһа эттең таныш түгел ҡунаҡтарға абалап ҡына ҡалмауы ла ихтимал бит.
Венера апай әллә ауылға ҡайтып ҡына йөрөй, әллә өйҙә юҡ, тинеләр. Һәр хәлдә, шылтыратыусы менән кү­ре­шеп булманы. Шулай ҙа бында уның бер туғаны – Мининур апай йәшәй икән, нәҡ ул хәбәр ителгән хәлде аныҡлап китте.
— Туғанымдың әллә нисәмә тауығын эттәр юҡ итте, — тине ҡатын.
Урындағы халыҡ әйтеүенсә, дүрт аяҡлылар ҡош-ҡортто ғына түгел, һа­рыҡты ла тамаҡлаған осраҡтар булған. Билдәле, бер кем дә бер ҡайҙа ла ялыу яҙып тормаған. Хәйер, урам тулы бәйһеҙ эт бит (бөтә бәлә шунда ла инде), ҡойроғон тотоп ҡара һин уның.
Ялыу тигәндән, Мәҡсүт ҡараған Аш­ҡаҙар ауыл Советы хакимиәтенә тел­дән мөрәжәғәт итеүселәр булған, тик… хәҙер урындағы власть закондан уҙып әллә ни эшләй алмай шул. Бәйһеҙ эттәр түгел, төпкөлдәге кешеләр яҙмышын да йүнләп белмәгән депутат әфәнделәр арҡаһында мал хужаһына штраф һалыу, бәйһеҙ йөрөгән эттәрҙе ағыулау күренештәре тарихта ғына ҡалды. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы — ауыл хакимиәтенең ҡулы бәйле.
Ауыл биләмәһе хакимиәтенән тыш, махсус хеҙмәттәр ҙә бар бит әле. Стәрлетамаҡ район-ара ветеринария станцияһының эше, мәҫәлән, еренә еткереп башҡарыла. Мал-тыуарға, йорт хайуандарына тейе­шенсә укол һалына, улар ҡарала. Ә инде йүнһеҙ хужаларҙы бәйһеҙ эттәре хаҡында көнө-төнө иҫкәртеп йөрөй алмайҙар.
Ысынлап та, бөтә бәлә халыҡтың үҙе­нә бәйле булып сыға. Башта эт­тә­ре­беҙ­гә ирек бирәбеҙ, аҙаҡ: “Ҡош-ҡор­то­боҙҙо кемдер төндә тамаҡлаған”, — тип ялыулашабыҙ, Интернет тултырып влас­ты, хеҙмәттәрҙе әрләйбеҙ, ә үҙе­беҙ­ҙең яуаплылыҡ хаҡында ләм-мим. Бер уйлаһаң, бәйһеҙ эттәр бер Мәҡ­сүт­тә генә йөрөмәй бит, донъя тулы. Урам­ға сығарып ташлар, өйҙән ҡыуып сы­ғарыр йә иһә бәйһеҙ йөрөтөр булғас, ни тип эт (йәнәһе лә, һаҡсы) алып аҫ­рар­ға ниәт ҡылабыҙ һуң, йәмәғәт?! Ке­ше этлеге өсөн эт ғәйепле түгел дә баһа.



Иншар ҒӨБӘЙҘУЛЛИН, Стәрлетамаҡ район-ара ветеринария станцияһы начальнигы:
— Быйыл туғыҙ айҙа 4 мең эткә ҡотороу сиренән укол һалынды. Хужалы эттәрҙең барыһы ла теркәлгән, махсус паспорттары бар. Ниндәйҙер ялыу булһа, ҡануниәткә ярашлы эш итәбеҙ. Әлегә ҡотороу менән бәйле ҡурҡыныс хәлдәр күҙәтелмәй.

Юлия АЛЕКСАНДРЕНКО, “Дүрт аяҡ” ҡарауһыҙ эттәргә ярҙам фонды ирекмәне:
— Бөтә хужаһыҙ эттәрҙе лә атып ҡына мәсьәләне яйға һалып булмай. Тәбиғи, һәр йән эйәһе үҙенән һуң тоҡом ҡалдырырға теләй, эттәр ҙә был сифаттан арынмаған. Шуға урамда дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙҙың артыуына бер ҙә аптырайһы түгел. Ә уларҙың дошманға әүерелеүенә юл ҡуймаҫ өсөн дәүләт кимәлендә ниндәйҙер программа булдырылырға тейеш. Мәҫәлән, мин үҙем бала саҡтан эт яратам, уларҙы тик торғандан юҡ итеүгә ҡаршымын, башҡа сара эҙләргә кәрәктер.

Рөстәм ХӘКИМОВ, эт хужаһы:
— Бер ҡасан да этемде бәйҙән ысҡындырғаным юҡ, тейешле уколдарҙы эшләтәм, бынан тыш, ветеринар йылына тағы бер тапҡыр күҙәтә, тимәк, проблема ла тыумай. Әгәр ҙә хужалар яуаплылыҡтарын таныһа, эт бәләһе булмаҫ ине. Әйткәндәй, сит илдәр был яҡтан күпкә алға киткән: бәйһеҙ эттәрҙе, хужаһы табылмаһа, “йоҡлатырға” мәжбүрҙәр. Был йәһәттән беҙгә камил­лашаһы бар әле.




Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Стәрлетамаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә