Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Пятачок”ты беҙ башланыҡ”
“Пятачок”ты  беҙ башланыҡ” Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында тәжрибәле, һоҡланғыс тормош һәм хеҙмәт юлы үткән, Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә киң билдәлелек яулаған, фән менән төплө шөғөлләнгән уҡытыусылар бихисап. Шундайҙарҙың береһе — биология фәндәре докторы, профессор, институттың экология кафедраһы мөдире, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы Сәфәрғәле Искәндәр улы Йәнтүрин. Ул — 190-дан ашыу ғилми эш, шул иҫәптән 10 монография, 14 уҡыу әсбабы, ботаник терминдарҙың урыҫса-башҡортса һүҙлеге авторы.
Сәфәрғәле Йәнтүрин — ҙур тормош юлы үткән, йәмәғәт эштәренән бер ваҡытта ла ситтә ҡалмаған, иле, милләте өсөн янып йәшәгән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе. Күптән түгел ул 70 йәшен билдәләне. Етмештә лә йәштәрсә дәртле, көслө, үҙенсәлекле шәхес, ғалим, ябай, изге күңелле кеше менән аралашыу күңелдә йылы тойғо ҡалдырҙы.

— Сәфәрғәле Искәндәр улы, ябай ауыл малайына фән үрен яулауы еңелдән булмағандыр?
— Минең өсөн еңел булды (рәхәт­ләнеп көлә. — Авт.), сөнки бер туған апайым биолог һөнәрен үҙләштерә ине, ул мине үҙ янына уҡырға саҡырҙы. Тап уның кәңәшен тотоп, ошо һөнәрҙе һай­ланым һәм быға һис үкенгәнем булманы.
— Һеҙҙе яҡындан белгәндәр, бәлә­кәйҙән “өлөшлө бала” булып тыуған, тиҙәр...
— Баймаҡ районының Татлыбай ауылында тыуып үҫтем. Ғаиләлә ете бала араһында алтынсыһымын. Ауылда ете класты тамамлағас, артабан белем алыу өсөн Темәс интернатына уҡырға барҙым. Әсәйем, ат егеп, мине унда алып барғас, ауылдаштарым: “Уҡыуға тырыш улыңды ниңә унда бирҙең? Балаң хөкүмәттеке була бит!”— тип аптырай. Әсәйем дә юғалып ҡалмай: “Барыбыҙ ҙа — хөкүмәт­теке, дәүләт өсөн тырышып эшләргә тейешбеҙ”, — тип яуап ҡайтара. Ҡәҙерле кешемдең әйткән һүҙҙәре миңә ғүмерлек һабаҡ булды: мәктәптә тырышып уҡы­ным, юғары белем алдым, фән юлын һайланым, ғөмүмән, илебеҙ өсөн тырышып эшләнем.
Мин тыуғандан һуң ике ай үткәс, һу­ғыш тамамлана. Миңә ауырлы сағында әсәйем аслыҡтан илап ярһыған балаларын туйҙырыр өсөн өс килограмм бойҙай менән тотола. Ялағайҙар, НКВД-ға хәбәр итеп, уны һата.Әммә ауырлы булыуы ҙур бәләнән алып ҡала, шуға күрәлер ҙә, әсәйем мине һәр саҡ “өлөшлө бала” тиер ине.
Атайым йәш сағында быйма табан­ла­ғанда күҙенә яңылыш беҙ төртөп зәғиф­ләнеүе арҡаһында һуғышҡа бармай. Был осорҙа балалар һирәк тыуғанлыҡтан, мине барлыҡ ауыл халҡы ҡулдан-ҡулға йөрөтөп, һөйөп үҫтерҙе.
— Студент йылдарына килгәндә...
— Йырҙарҙа йырланғанса, беҙҙең йәшлек матур, дәртле булды. Армиянан һуң юғары уҡыу йортона индем. Тырышып белем алыуҙан тыш, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаштым: тәүҙә уни­вер­си­теттың спорт клубы, аҙаҡ профсоюз комитеты рәйесе вазифаһын баш­ҡарҙым. Яҙыусылар менән осрашыу үткәреү, социаль йәһәттән аҙ тәьмин ител­гән, тулы булмаған ғаиләләрҙән кил­гәндәргә матди ярҙам күрһәтеү — бы­ларҙың барыһын да профком хәл итте. Бөгөн матди ярҙамға мохтаждар ғариза яҙып, уға әллә күпме ҡултамға ҡуйҙырып, документтар юллап, ҡулына саҡ аҡса алһа, беҙҙең осорҙа мәсьәлә тиҙ хәл ителде. Әйткәндәй, мин студент саҡта Өфөнән фатир ҙа алдым.
— Тимәк, уҡыған саҡта уҡ ғаилә ҡорғанһығыҙ. Ҡатынығыҙ Вилүрә Зин­нәт ҡыҙы менән нисек осраш­ты­ғыҙ?
— Саңғы ярышына китеп барғанда таныштыҡ. Ул Башҡорт дәүләт педагогия институтының математика факультетында уҡый ине, ятаҡтар ҙа күрше генә урынлашҡан. Икебеҙ ҙә — Баймаҡтан.
Ул саҡта Өфөлә беҙҙең райондан 45 кенә студент уҡыны. Берҙәм булғанға күрә, һан буйынса аҙ көйө лә көслө инек. Мәҫәлән, Салауат һәйкәле янындағы майҙанда бейеү йолаһын беҙ башлап ебәрҙек. Әлегеләй хәтеремдә: 1967 йылда район студенттары менән һабантуй үткәрҙек һәм иртәгәһенә Салауат һәйкәленә сығырға һүҙ ҡуйыштыҡ. Шул көндән башлап “пятачок”ка йыйылып, ҡурайға бейеүҙәр башланды. Был йола әле лә дауам итә, тиҙәр.
Шуныһы ҡыҙыҡ булды. Баҡтиһәң, Вилүрә менән бер үк мәктәптә, Темәс интернатында уҡығанбыҙ. Шулай ҙа беҙҙе Өфө осраштырҙы.
Улыбыҙ Урал тыуғас, ятаҡтағы бүлмә­не бушатырға ҡуштылар. Институтты тамамларға тағы ла ике йыл бар. Ни эшләргә? Ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсергәме икән тигән уй ҙа тыуҙы. Уҡыу йорттарының профком рәйестәре менән ҡала хакимиәте эш итә ине. Унда барып, ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеү сәбәп­ле, профкомлыҡтан китергә тура килеүен аңғарттым. Шунда уҡ минән ғариза яҙҙырып, күп тә үтмәй, ҡаланың үҙәгенән ике бүлмәле фатир бирҙеләр. Беҙҙең нисек шатланғанды күрһәгеҙ!
— Шулай һеҙ Өфөнө яуларға, фән менән ныҡлап шөғөлләнергә ҡарар иттегеҙме?
— Юҡ, юҡ! Өфө улай еңел яуланманы әле (йылмая, — Авт.). 1972 йылда ҡулыма диплом алып, йүнәлтмә буйынса Сибай мәктәп-интернатына эшкә бар­ҙым. Тап ошонда фән менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланым, төрлө үҫемлек йыйып, гербарий тө­ҙөп, улар тураһында мәғлүмәт тупларға тотондом. Атайым да ныҡлы ярҙам күрһәтте: һирәк осраған үҫемлектәр менән таныштырҙы, ауыл халҡы ҡыҙыҡһынғандарын йыйҙы, татлы тамыр, әтлек үҫкән урындарға алып барҙы. Артабан СССР Фәндәр акаде­мияһының Биология институтына эшкә күстем. Кандидатлыҡ диссертацияһын — Киевта, ә докторлыҡты Тольятти ҡала­һында яҡланым.
Заманында башҡортса белгән берҙән-бер биолог булдым, шуға күрә миңә интервьюлар бирергә, тәржемәләрҙе баш­­ҡа­рырға тура килде. 1932 йылда З. Ша­киров тарафынан “Урыҫса-баш­ҡорт­са, башҡортса-урыҫса ботаника терминдары” һүҙлеге төҙөлһә, икенсеһен мин атҡарҙым.
— Сәфәрғәле Искәндәр улы, һеҙҙе “Аҡ тирмә”не ойоштороусыларҙың береһе, ҡурайсылар түңәрәге етәксе­һе булараҡ та яҡшы беләбеҙ. Әйт­кән­дәй, “Башҡортостандың атҡа­ҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән исемегеҙ ҙә бар.
— Фән менән шөғөлләнеүҙән тыш, ака­демияның үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәге һәм “Ҡобайыр” фольклор ансамбленә йөрөнөм. Халыҡтың рухын күтәреү, мил­ли үҙаң тәрбиәләү был заман өсөн ифрат ҙур бурыс ине. “Йырлап-бейеп тик йө­рөйһөгөҙ, бер ни ҙә эшләмәйһегеҙ”, — тип әйткәндәр ҙә булды, әммә ул саҡтағы “Ҡобайыр” фольклор ансамбленең төп солистары — Розалия Солтангәрәева, Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов һәм мин — бөгөн барыбыҙ ҙа фәнгә хеҙмәт итәбеҙ. Ансамбль менән Тольятти, Ленинград, Һамарҙа сығыш яһап, Алматыла “Алтын алма” фестивалендә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Балаларыбыҙ Урал менән Гөл­нәзирә лә бергә йөрөй торғайны.
Өфөләге 1-се мәктәп-интернат дирек­торының тәҡдиме буйынса ҡурайсылар ансамбле ойошторҙом. Башҡорт музыка ҡоралының данын сит ҡитғаларға танытыу маҡсатында Кипрҙа, Грецияла сы­ғыш яһарға тура килде. Шуныһы ҡы­уаныслы: уҡыусыларым араһында бөгөн Стәрлетамаҡ филармонияһы ҡу­райсы­һы, Башҡортостандың атҡа­ҙанған артисы Миңлеғәле Хәсәнов, Хәйбулла ра­йонының Аҡъяр музыка мәктәбе уҡы­тыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илдар Юнысов бар. Бөгөн дә, ҡайҙа ғына барһам да, хатта сит илдәргә сыҡҡанда ла, ҡулыма иң беренсе ҡурайымды алам. Шулай йөрәгемә көс-дәрт өҫтәлә. Ышанаһығыҙмы-юҡмы: баҡсамда ла ҡурай үҫә.
— Өфөнө яулағандан һуң Сибайға кире ҡайтыу ҡыйын булманымы?
— Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Сибайҙа асылған юғары уҡыу йорто директоры Раил Сәлихов мине эшкә са­ҡырҙы. Бик теләп ҡайттыҡ. Әлбиттә, күп­тәр беҙҙең аҙымды көлөп ҡабул итте, имеш, балаларҙы белемһеҙ итәбеҙ, Сибайҙа улар нимә күрер һәм баш­ҡа­лар... Әммә бында минең икенсе һулышым асылды тиһәң дә була: институтта биология факультеты булдырҙыҡ, тәүҙә күберәк геоботаника йүнәлешендә эшләһәм, унан көньяҡ-көнсығыш төбәк­тең экологияһын өйрәнеүгә ныҡлап тотондом.
Иң ҙур хеҙмәтебеҙ тип был ерҙә юғала барған һәм юғалыуға дусар булған үҫемлектәрҙе табып, уларҙы “Ҡыҙыл китап”ҡа индереү һәм картаһын төҙөүҙе иҫәпләргә була. Шулай уҡ меңдән ашыу биолог әҙерләп сығарҙыҡ, шуның 53-ө фән кандидаты ғилми дәрәжәһенә лайыҡ булһа, унауһы — фән докторы. Үҙем биология фәндәре буйынса һигеҙ кандидат әҙерләнем. Бөгөн институттың тәбиғи-математика факультеты деканы, биология фәндәре докторы Илгиз Һөйөндөков та — беҙҙең уҡыусы.
Балаларыбыҙға килгәндә, Урал медицина институтын тамамланы, өс бала атаһы. Гөлнәзирә иһә — педагогия фән­дәре кандидаты, Башҡортостандың Мә­ғарифты үҫтереү институтында эшләй, ике ҡыҙ үҫтерә. Айһылыу, Сибай институтын тамамлап, Женевалағы Европа иҡтисад университетында белем алды, әле шунда уҡ Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы структураһында эшләй.
— Үҫемлектәрҙең серле донъяһын өйрәнеү, уларҙы һаҡлау, тирә-яҡ мө­хитте ҡурсалау буйынса күп эш баш­ҡарған ғалим булараҡ, бөгөнгө тә­би­ғәтебеҙ тураһында ниндәй фекер­ҙәһегеҙ?
— Күберәк Ирәндек һыртын ҡурсалау буйынса эшләгән ғалим булараҡ, шуны әйтергә була: тәбиғәттә һәр нәмәнең үҙ урыны бар, улар бер-береһен тулыландыра. Мәҫәлән, элегерәк колхоздың кө­төү-көтөү малы, дөрөҫөрәге, һарыҡтар күп үҫемлектәрҙең юҡҡа сығыуына булышлыҡ итһә, һуңғы йылдарҙа улар ҡайтанан ныҡлап үҫә башланы. Ҡоролоҡ осоронда ла ҡайһы бере тамыр йәйә, икенселәре юҡ була. Әммә юғал­май­ҙар. Беҙ йыл һайын студенттар менән тәби­ғәткә экскурсияға, төрлө экс­педицияға сығабыҙ. Һуңғы йылдарҙа дәүләттең дә тәбиғәтте ҡурсалауға, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йөҙ менән боролоуы хуплауға лайыҡ.
— Ғүмере буйы биологияны өйрән­гән ғалимдың баҡсаһында нисә төр үҫемлек бар икән?
— Уныһын Вилүрә апайығыҙҙан һо­рар­ға кәрәк инде (көлә. — Авт.). Мин фәнни яҡтан шөғөлләнһәм, ҡатыным — күптән инде баҡсасылыҡ буйынса теоретик. Йортобоҙҙа әллә күпме гөл үҫтерә, яҙҙан алып көҙгә тиклем баҡсабыҙҙа күҙҙең яуын алыр сәскәләр хуш еҫ бөркә. Ирәндек буйынан ҡаҙып алып ҡайтҡан артыш та, төрлө ялан сәскәләре лә, балан, муйыл, миләш, энәлек ағастары ла йорт алдын биҙәп ултыра.
— Етмеш йәшен тултырған ир-уҙаман үҙен сикһеҙ бәхетле тоялыр, әлбиттә.
— Ысынлап та шулай, сөнки яратҡан ғаиләм, эшем, халҡым бар.
— Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Юбилейығыҙ менән ҡотлай­быҙ, артабан да ижади уңыштар юлдаш булһын!

Кәримә УСМАНОВА әңгәмәләште.


Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ҡайһы бер аҙыҡ-түлек арзанайған

Башҡортостанда ҡайһы бер аҙыҡ-түлек арзанайған 05.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡайһы бер аҙыҡ-түлек арзанайған...

Тотош уҡырға 0

Республикала Стәрлетамаҡ — Раевка юлы яңыртылды

Республикала Стәрлетамаҡ — Раевка юлы яңыртылды 05.02.2026 // Йәмғиәт

Былтыр мөһим төбәк трассаһының өс участкаһы норматив хәлгә килтерелде....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет – илдә иң яҡшыларҙың береһе

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет – илдә иң яҡшыларҙың береһе 05.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү ......

Тотош уҡырға 0

Республикала оло йәштәгеләр өсөн интернаттар социаль йорттар тип үҙгәртелде
Башҡорт йырсыһы Элвин Грей легендар «Тыуған яҡ» хитын башҡарыу хоҡуғына эйә булды

Башҡорт йырсыһы Элвин Грей легендар «Тыуған яҡ» хитын башҡарыу хоҡуғына эйә булды 05.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Элвин Грей легендар «Тыуған яҡ» хитын башҡарыу хоҡуғына эйә булды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан халҡын финанс пирамидаһы хаҡында иҫкәрттеләр

Башҡортостан халҡын финанс пирамидаһы хаҡында иҫкәрттеләр 04.02.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә һәм Нефтекамала клиенттар менән осрашыуҙар үткәргән «Добролайф» компанияһында намыҫһыҙ эш ......

Тотош уҡырға 2

Башҡорт йырсыһы Альбина Килдейәрованы ни өсөн бала табыу йортонда алмаштырғандар?

Башҡорт йырсыһы Альбина Килдейәрованы ни өсөн бала табыу йортонда алмаштырғандар? 04.02.2026 // Йәмғиәт

Билдәле йырсы Альбина Килдейәрова үҙенең яҙмышы хаҡында йыр сығарырға әҙерләнә....

Тотош уҡырға 2

Республикала -33 градусҡаса һыуыта

Республикала -33 градусҡаса һыуыта 04.02.2026 // Йәмғиәт

5 февралгә ҡарай төнгә температураның ныҡ түбәнәйеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле бер нисә автомобиль юлы ябылды

Башҡортостанда һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле бер нисә автомобиль юлы ябылды 03.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле бер нисә автомобиль юлы ябылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Мысырға тура рейстар һаны арта

Өфөнән Мысырға тура рейстар һаны арта 03.02.2026 // Йәмғиәт

AIR CAIRO авиакомпанияһы Башҡортостандың баш ҡалаһынан Мысырға тура рейстарҙы башлау тураһында ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда уллыҡҡа алыусыларға бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы билдәле булды
Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә эшләгән ирекмәндәргә тағы ла бер льгота булдырыла

Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә эшләгән ирекмәндәргә тағы ла бер льгота булдырыла 03.02.2026 // Йәмғиәт

[isimage=thumb][/isimage]Дәүләт Думаһы законды беренсе уҡыуҙа ҡабул итте....

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә