Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Инде март аҙағы етһә лә, ҡатлам-ҡатлам бу­лып ятҡан ҡарҙан өй эсенә тоноҡ яҡтылыҡ төшә. Тәҙ­рәнән-тәҙрәгә йөрөп, Көнһылыу ауыл өҫтөн күҙәтә. Тып-тыныс. Исмаһам, берәй йортта берәй сыраҡ янһасы. Көноҙоно эшләп арыған халыҡ, ут та алып тормайынса, ял итергә ашығалыр. Йә­ненә тол­ҡа тапмаған Көнһылыу, тәрән көрһөнөп, тағы ла тәҙрә янындағы һандыҡҡа килеп ул­тырҙы. Инде нисәнсе төнөн шу­лай уҙ­ғара ул. Афзалынан хат килгәндән бирле. Һөйгәненең яҙ­ғандарын тағы ла уйынан уҙғар­ҙы. “Һаумы, Көнһы­лыуҡайым. Һине һағынып, бер күрергә зар-интизар булып хәбәр ебәреүсе Афзалың булыр. Гос­питалдә ятам мин. Яраларым уңалып килә, хафаланма. Бер-ике айҙан, Алла бирһә, ҡайтып та етермен. Һуғыш тамам­ланыуға бара, ахы­ры, яңылыҡтар һәйбәт. Инде иҫән-һау ҡайтып, бергә-бергә ғү­мер кисерергә яҙһын, тим. Эх, нисек һағынғанды белһәң! Төштәремдә һинең менән һата­шам. Мине оҙатҡанда, Афзал, тип ҡысҡырып, арба артынан йүгергәнең күҙ алдынан китмәй. Инде ике йыл да уҙып киткән, ә кисә генә кеүек. Бөрсөклө күл­дәгең дә, аҡ яулығың да хәтер­ҙә... Эх, шундай матур итеп, ке­ше көнләш­терер­лек итеп йәшәп китәсәкбеҙ, бисәкәй. Би­сә­кәй тигәнгә асыулана күрмә. Һағынып, яратып, үҙ итеп кенә әйтәм...” Көнһылыу һығылып тө­шөп, тәҙрә тө­бө­нә башын ҡуйып, үкһеп илап ебәрҙе. Оҙаҡ һул­ҡылданы ул, йән яраларына түҙә алмай, башын ус­тарына һалып та ҡараны. Бармаҡ араларынан тү­гел­гән йәш тәҙрә төбөнә тулып аҡты. Яңғыҙ ҡа­тын­ды йыуатыусы ла, хәленә кереүсе лә булманы. Яң­ғыҙ ай ғына, һин дә иҫән­ме ни, тигәндәй, һүрән ну­рын өй эсенә һипте лә болот араһына инеп юғалды.
“Нимә эшләргә һуң миңә хәҙер?” Нисәнсе көн ошо һорау борсоно күңелен. “Нимә эш­ләр­гә?” Кинәт эсендә яңы яралған йән ҡыбырлап ҡуйҙы. Көн­һы­лыу, ике ҡулы менән ҡорһағын ҡо­саҡлап, һикегә күсеп ултырҙы. “Эй, сабыйым. Һин бер нәмә бел­мәйһең дә, аңламайһың да шул. Бик-бик яратам да бит үҙеңде, тик үлемдән оят көслө шул. Афзалыма нимә тип аң­латырмын? Кеше күҙенә нисек күре­нермен? Мең төрлө уй инде нисәнсе көн мейеһен сарлай Көнһылыуҙың. Йоҡоһо – йоҡо, ашы аш тү­гел. Афзалы менән икәүләп бергә йәшәгән саҡ бул­һа, ниндәй ҙур шатлыҡ, ҡыуаныс булыр ине. Атлап түгел, йүгереп йөрөр ине лә бит. Көнө лә, төнө лә бер мәхшәргә әйләнде хәҙер. Гел көлөп-йылмайып, башҡалар күңелен күтәреп, йүге­реп эшләп йөрөгән Көнһылыуҙың кинәт үҙ­гәреүенә иғтибар итмәй ҡал­ма­ны ҡатындар. Кемдәрҙер хә­лен аңлап йәлләне, ә икенселәр йәшермәй һөйөн­дө. Уның янынан мыҫҡыллы йылмайып үткәндәр ҙә булды.
Көндөҙҙәрен ярһып эшләне Көнһылыу. Ҡайҙа ҡушһалар, шун­да барҙы. Тиреҫен таҙартып, һыйы­рын да һауҙы, ферма башына алдан менеп китеп, инде бөтөп килгән һаламды аҡтарып төшө­рөп, шу­нан һикерер булды. Имеш, ауырын шулай төшөрә. Юҡ, ныҡ торҙо сабый, биреш­мәне. Әсәһенә ныҡлап йәбешеп, йәшәргә тырышып, йыш-йыш тулап та алғыланы. Әле лә бы­на, әсәһенең хәленә керергә ты­рышҡандай, ҡыбыр­лап-ҡы­быр­лап ҡуя. Үҙен-үҙе ҡосаҡлап, ҡор­һа­ғын һыпырғылап, бәүелә-бәүелә оҙаҡ ултырҙы һикелә Көнһылыу. Башҡаса был хәлгә түҙә алмая­сағын, Афзалы ҡайтып төш­кән­се, бер ҡарарға килергә кәрәген аң­ланы. Күҙ алдына тағы ла яҙмы­шын ҡырҡа үҙгәрткән көн килде.
...Ашлыҡ таҙарта ине ҡа­тын­дар ул көндә. Ас-яланғас бул­һалар ҙа, бер бөр­төк игенгә тей­мәй, фронт өсөн тырышты улар. Эш көнө аҙағында кеше башына бирелә торған бер ҡашыҡ ондо алып, көнөнә бер тапҡыр булһа ла ыумаслы йылы аш менән һыйланалар. Ҡар өҫтөндә ятмай­быҙ, һөжүмгә бармайбыҙ, баш особоҙ тыныс, тип шөкөрана ҡы­лып, һуғышҡа оҙатҡан атаһын, ирен, улын көтәләр. Фронттан да ҡыуаныслы хәбәрҙәр килә. Ана, Әнисә апайҙың Мир­сәйете, Герма­нияның үҙе­нә етеп киләбеҙ, тип яҙған. Унда нимә эшләй икән инде, бахыр­ҡайым, миңә берәй матур күлдәк артынан йөрөй­ҙөр инде, тип көлдөрә Әнисә апай, сөнки Мирсәйет ағай, ҡайҙа ғына барһа ла, уға күлдәклек алып ҡайта торғайны.
Эшкә иң алдан килеп ғәҙәт­лән­гән Көнһылыуҙың кәйефе шәп ине ул көндө. Ауыл хә­бәр­ҙәрен һөйләп, шаярып-көлөп алдылар. Бишәр-алтышар бала менән ҡалған ҡатындарҙың, ауырлыҡтарға бирешмәй, донъя йөгөн тартып, колхозда ла, өйҙәрендә лә тырышып эшләп, үҙҙәре ас ҡалғанда ла, балала­ры тамағын туйҙырыр өсөн көнө-төнө ал-ял белмәй эшлә­гән­дә лә шат була бе­леүе һоҡландыра Көнһылыуҙы.
Ана бит Әнисә апай, Мирсә­йетем күлдәклек һайлай­ҙыр, ти. Ниндәй күлдәклек ти инде унда. Ошо бәләкәй генә ауылға ла инде ундан ашыу “ҡара ҡағыҙ” килде. Ә яраланып ҡайтҡандар күпме! Эй, был һуғыш аҙаптары! Бөтә ил өҫтөндә ҡара болот торған кеүек. Фронттан кил­гән яҡшы хә­бәрҙәр, ҡарын ас булһа ла, тө­шөн­көлөккә бирелергә ирек бир­мәне. Шаярып-көлөп, һөйлә­шеп, тырышып эшләгәс, көндөң аҙағына еткәнен дә һиҙмәне ҡатындар.
Келәттән сыҡҡан һәр кем­дең һырма кеҫәләрен аҡтарып ҡарарға булды ул көндә бригадир Ғәлимйән. Сират үҙенә еткәнен ҡото осоп көттө Көнһылыу. Өйөндә тәғәм ризыҡ булмағас, ҡайтҡас ҡур­мас итеп ҡыҙҙырып ашармын тип, ярты ус ҡына бойҙай һалғайны шул кеҫәһенә. Гелән ярым ас йөрөгән ҡатын­дың башы әйлә­неп китте. Бер-бер артлы ҡай­тып киткән ҡатындарҙан һуң, Көнһылыу иң аҙаҡҡы булып Ғәлимйән алдына килеп баҫты һәм ярты ус бойҙайын брига­дирҙың көрәктәй усына һалды ла үкһеп илап ебәрҙе. Инде күп­тән күҙе төшөп йөрөгән сибәр ҡатынды ҡармағына эләк­те­ре­үенә һөйөнгән бригадирҙың ауыҙы йырылып китте:
– Тәк, тәк, урлашабыҙ, тимәк, Хөкүмәт кеҫәһенә ҡул тығабыҙ. Инде нимә эшләтергә инде һине, Көнһылыу туташ? – тип мыҫҡыл­лы йылмайып, усындағы ашлыҡ­ты бер ҡулынан икенсеһенә күсереп, йәш ҡатынды күҙәтте.
Ҡурҡыуынан ағарынып киткән Көн­һы­лыу бигерәк тә сибәр күренде уға бөгөн.
– Йә, ярай, милиция саҡыр­тып, дукамит төҙөйбөҙ ҙә хуш инде тыуған яҡтар. Төрмә инде, туған, төрмә, – тине лә бригадир усындағы ашлыҡты ҡапсыҡҡа илтеп һалды.
Тораташ кеүек ҡатҡан Көн­һылыу ләм-мим өндәш­мәйенсә, һыҡтап илай-илай баҫып тороуын белде. Мең төрлө уй ме­йеһен сарланы. “Төрмә” тигән һүҙҙән ҡото осто. Унда булып ҡайтҡандар ҙа бар ауылда. Йыл-йыл ярым ултырып, ҡатып-кибеп, ауырыуға һабышҡан бер бисә бар. Хатта ауырлы Миңлебикә апайҙы бер ус аш­лыҡ өсөн япҡайнылар төрмәгә. Балаһы шунда тыуып, үлеп, атлар хәле ҡалмайынса, көскә ҡайтып йығылды тыуған ауылына меҫкенең. Ошо хәлдәрҙе күҙ алдынан үткәреп, Көнһылыу Ғәлимйәндең ҡарарын көттө.
Бригадир ҡапыл ғына ашлыҡ тултырылған ҡапсыҡты асып, ус тултырып бойҙай алды ла Көн­һылыуҙың һырма кеҫәһенә һалды.
– Ярай, бар ҡайт, кис кереп сығырмын, көт, – тине лә, мыҫ­ҡыл­лы йылмайып, йәш ҡатынды яурынынан ҡосоп, келәттән сы­ғарҙы. Үҙе амбар йоҙағын асты.
Нисек ҡайтып кергәнен дә, күпме илап ятҡанын да иҫлә­мә­не Көнһылыу. Тоҙаҡҡа эләккән йәне бәргеләнеп-бәргеләнде. Бри­гадирҙың ауылда күп кенә ҡатынды зар илатҡанын ишетеп түгел, күреп белә, хатта унан бала табып йәшәгәндәр ҙә бар бит. Ә бала төшөрөүҙәрҙе һанап та торорға түгел.
Башына шундай бәлә килер тип уйламаған йәш ҡатын үҙен-үҙе күрә алма­ны. Йә инде, тамаҡ туйҙырам тип, ярты ус ашлыҡ өсөн. Үлмәҫ ине әле, ҡайҙан ғына шайтан ҡотортто урлашыр­ға. Тамаҡ тамуҡ­ҡа төшөрә тиеүҙәре ошолор инде. Ут алып торманы ул, ҡараңғыла ғына сисенеп, мейесендәге сытырға ут төрттө. Самауырын ҡуйып ебәр­ҙе. Мейес ҡаршыһындағы һикегә ултырып, сытырҙап янған утҡа төбәлде. Афзалын күҙ алдына килтерҙе. Һуңғы айҙарҙа хаттары һирәк килә. Ваҡыты ла юҡтыр инде. Хаттар ҙа аҙашып, бик оҙаҡ йөрөй, өсәр-дүртәр ай буйы килә ҡайһы берҙәре. Күпме үҙгәреш булыуы бар шул ваҡыт эсендә. Имен-аман ғына йөрөһөн инде, бәғеркәйем, тип ауыр көрһөнөп, стаканға сама­уырҙан ҡайнар һыу ағыҙҙы. Күр­ше ҡатын индергән ярты литр һөттән стаканға бер аҙ аҡ та­мыҙып, ашъяулыҡҡа төрөлгән ҡатламаның ситен бүлеп алып, ҡайнар сәйгә тыҡты. Уны ла күр­ше апай, инде астан үләһең бит, Көнһылыу, ярҙам һора силсә­үит­тән, ирең – фронтовик, һуғышта бит, тип йома көнгә хәйер итеп кереткәйне.
Ике ҡулы менән йылы стакан­ды тотоп, ҡатын өҫтәл буйын­дағы эскәмйәгә килеп ултырҙы. Тағы ла бөгөнгө хәл иҫенә тө­шөп, ҡалтыранып китте. Дөрөҫ эшләнемме икән Ғәлимйәндән бер ус ашлыҡ алып? Эй, төрмәгә ултырғы килмәй шул. Ә, бәлки, ҡурҡытыр өсөн генә әйткәндер? Ул да бит әҙәм балаһы. Ире һуғышта икәнен белә тороп, көлмәҫ инде, тип үҙ-үҙен йыуатты. Уйҙары сыуалды, йәне бәргеләнде.
Әкрен генә тәҙрәгә сиртеү ауыр уйҙарынан тартып сығарҙы. Һикереп тороп, Көн­һы­лыу тоҙаҡҡа ҡапҡан кеүек сәбәләнеп китте. Бер ишек­кә, бер тәҙрәгә килде. Һи­кегә барып ултырып ҡараны. Бәлки, яңылыш ишетелгәндер? Бәлки, бер кем дә шаҡымайҙыр? Үҙен-үҙе алдарға маташты Көн­һылыу. Шаҡыу ҡабатланды... Гер таҡҡан кеүек аяҡтарын шылдырып, ул ишеккә табан атланы. Хәлһеҙ ҡулдары ишек келәһенә үрелде. Ишектә Ғәлимйән баҫып тора ине. Асыҡ ишектән тиҙ генә эскә үтеп, ул ашығып өҫтәлгә күстәнәстәрен теҙҙе.
– Ут алмай дөрөҫ эшләгәнһең, ҡараңғы булыу хә­йер­ле, – тине лә Көнһылыуға яҡынлашты...
Бына ошо көндән, төндән баш­ланды ла инде Көн­һылыу­ҙың ғазаптары – Афзалыма ни­мә тип яуап бирермен? Бер ус ашлыҡҡа һатылдым, тиермен­ме? Ауыл бит, һәр беребеҙҙең тормошо ус төбөндәге кеүек, дуҫтан дошман күп. Ана бит, ҡатындарҙың йөҙҙәренә ҡарағас та, кемдең нимә уйлағаны ярылып ята. Тик хәленә кер­гәндәр, аңлағандар, йыуатҡандар барыбер күберәк ине.
Эй, был һуғыш тигәнең. Биге­рәк бутай­һың бит яҙмыштарҙы, бигерәк күп итеп ҡыяһың бер ғәйепһеҙ ғүмерҙәрҙе! Ирҙәренән, аталарынан, туғандарынан “ҡа­ра ҡағыҙ” алып, ҡара көйөп йө­рөгән ауылдаштарын ҡыҙғанды Көнһылыу. Минең Афзалым һау-сәләмәт бит әле, бөтәһе лә һәй­бәт булыр, тип өмөтләнеп йө­рө­гәндә, балаға уҙғанын һиҙеп ҡалды. Инде шул ғына ҡалмағайны, тип үрһәлә­неп, бригадирҙың яңғыҙ сағын тура килтереп, серен систе. Ғәлимйән, ауыҙ ситен ҡый­шай­тып, мыҫҡыллы ҡараш ташланы ла: “Ә бына быныһы инде, туташ, һинең эш, мин һине, һин мине белмәйһең”, — тип китеп барҙы.
Ә ниңә уға әйтергә бул­ды әле Көнһылыу был хәбәрҙе? Ярҙам итмә­йә­сәге көн кеүек асыҡ ине бит. Ошо көндән башлап тәҙрә сир­теүсе лә, ишек шаҡыусы ла булманы, тик көндән-көн үҫкән сабыйы ғына бер генә минутҡа ла тынғы бирмәне. Уның хыянаты тураһында белдерергә те­ләгәндәй, йыш тынғы­һыҙланды, бәргеләнде. Ас килеш ауырын күтәреү ҙә еңелдән түгел ине Көнһылыуға. Ярай әле күршеһе хәленә кереп тора. Һөт-ҡатыҡ­тан өҙмәҫкә тырыша. Туранан-тура һорамаһа ла, һағыш тулы күҙҙәрен Көн­һы­лыуҙың йомороланып килгән ҡорһағына төбәп: “Өҙлөгә күрмә инде, күрше, үҙең­де һаҡла, эштә лә бик ауырын күтәрергә тырышма”, – тип кәңәш биреп сығып китә. Үҙ хәлеңде күршеңдән һора, тиеүҙәре дөрөҫ икән. Бер хәл дә ҡыла алмай, ваҡиғаны үҙ яйына ҡуйып, ­мә булһа — шул булыр, тип аҙыраҡ тынысланып йәшәп ятҡанда, ике айҙан ҡайтып етәм, Көнһылыу­ҡайым, тип яҙған Афзал­дың хаты дауыл ҡуптарҙы күңелендә. Юҡ, юҡ, ҡапайып торған ҡорһаҡ менән ҡаршы ала алмай ул һөйгәнен. Тик ни эшләргә һуң? Ошо һорау менән уянып, ошо һорау менән йоҡоға китеүенә лә аҙна-ун көн ваҡыт үтеп киткән. Тәүәккәлләне Көнһылыу...
Иртә менән ишек алдына һыу түгергә сыҡҡан Тәғзимә апай, уң ҡулына һыңар биҙрә тотоп, ауыл осондағы ҡойоға китеп барған Көнһылыуҙы танып, аптырап ҡал­ды. Бәй-бәй, яҡында ғына ҡойо була то­роп, таң менән ниңә бында ыңғайлаған әле был бисә, тип буш биҙрәһен ишек тө­бөнә ҡуйып, урамға ашыҡ­ты. Ул ҡойоноң һыуы ла эсергә яраҡ­һыҙ. Малға, кер йы­уыр өсөн генә алғылай яҡын­дағы халыҡ. Инде ҡойо алдында баҫып торған Көнһылыуҙы күҙәтте ҡатын.
Ала-ҡола булып ятҡан ер өҫ­төнән яҙ еҫе килә. Оҙаҡламай ҡар ҙа иреп бөтөр, яҙҙар ҙа килеп етте, тип уйлана-уйлана, керергә ыңғайланы Тәғзимә апай. Һуңғы тапҡыр боролоп ҡа­рауы булды, Көнһылыуҙың кәү­ҙәһе ҡойо ауыҙында күренеп ҡалды ла аҫҡа осто. Ҡото осҡан ҡатын ҡысҡырырға теләне, тауышы юғалды. Ашығып өйөнә инеп, улын уятты ла халыҡҡа хәбәр итергә йүгертте. Үҙе бау, ырғаҡ алып, ҡойо яғына йүгерҙе. Тиҙ йыйылды халыҡ. Мең ыҙа менән Көнһылыуҙың кәүҙәһен ҡойонан алдылар. Кейеменән аҡҡан һыу таңғы һалҡында боҙ­ланып барҙы. Тереме, үлеме икә­нен дә белерлек түгел хәлдә яҡындағы өйгә индереп һал­ды­лар. Еүеш кейемдәрен систереп, йылы юрғанға урағас, аҙ ғына тын алышы һиҙелде Көнһы­лыу­ҙың. Тиҙ арала ат егеп килеп еткән Исламғәле ҡарт, ярҙамға бер малайҙы ултыртып, район дауаханаһына алып китте уны. Урап ҡайтҡас, халыҡ нисек кенә һорашһа ла, бабай башын аҫҡа эйеп, өндәшмәҫ булды. Йәшкә­ҙәп торған күҙҙәрен бисәләргә төбәп, барыһы ла Хоҙай ҡулында, тип атын туғарырға йүнәлде.
Бик оҙаҡ та ятманы Көн­һылыу дауаханала. Ра­йон үҙәгенән уны шул уҡ Исламғәле ҡарт барып алды. Дауахана ишегенән сығып кил­гән ҡатынға ҡарап тетрәнде ҡарт. Күҙҙәре төпкә батып, танауы ослайып, ҡара көйөп баҫып торған нәҙек шәүләлә Көнһылыуҙы таныуы ауыр ине. Шаҡмаҡлы шәле аҫ­тынан ап-аҡ сәстәре туҙынып сығыуына ла иғтибар итте ҡарт. Алма кеүек ҡатынды ниндәй хәл­дәргә төшөрҙө был һуғыш афә­те. Бигерәк күп икән һуғыш­тың аҡ һәм ҡара буяуы ла, күпме кеше­не ваҡытынан алда ҡар­тай­тып, яҙмыштарҙы бутап, боҙоп, тән-йәндәрҙе яралап үттең беҙ­ҙең өҫтән тип, эстән генә һу­ғыш­ты ҡарғап, атын ашыҡ­тыр­май ғына ауылға ыңғайланы ул.
Ауыр тынлыҡты Көнһылыу­ҙың һулҡылдап илауы боҙҙо.
– Ила, балам, ила! Еңелерәк булып ҡалыр үҙеңә. Ир – ҡу­наҡ ул, килә лә китә, тиҙәр. Һауы­ғып, матурланып ки­тер­һең, ин­шаллаһ. Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң ул. Иң мө­һиме – иҫән ҡалдың, был тиккә түгел. Тәңре белеп, һаҡлап алып ҡала ул бән­дәләрен. Алда булһын бәхетең, балаҡай.
Исламғәле бабайҙың һүҙҙә­рен өнһөҙ генә тыңлап килгән Көнһылыу тынысланғандай бул­ғайны ла, ауылға яҡынлашҡан һайын, йәне әрнене. Тағы ла Афзалы иҫенә төштө. Ғәфү ит­мәҫ, хыянат кисерелергә тейеш түгел, күҙенә күренергә оят бит, тип һаман да үҙ йәнен үҙе ҡыйнаны Көнһылыу. Йәнен шундай болоҡһоу сорнаны. Бөтә донъяға һағыш тулған кеүек. Уны ауыр билдәһеҙлек сорнап алды. Икеһе лә тәрән уйға сумып китеп барғанда, Исламғәле ҡарт­тың моңло тауышы Көнһылыу­ҙың яралы йөрәгенә дауа булып һарылды:
Күңелдәрең тулһа, эскәйҙәрең бошһа,
Йөрәккәйең янһа,
Асылыҡай буйына килеп тә күңелең ас...
Асылыҡай буйына килеп тә күңелең ас...
Яҡында ғына Асылыкүл йәйрәп ята ине...





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872