Һуғыш хаҡындағы хәтер ижтимағи аңыбыҙға тәрән уйылған. Бөгөнгө йәштәр күңелендә лә яугирҙәр тураһындағы изге хәтирәләр юйылмаһын, киреһенсә, нығыраҡ тамырланһын өсөн “Юлдаш” радиоһы коллективы даими эш алып бара. Фондҡа күҙ һалһаҡ, унда үткән быуаттың 50-се йылдарынан алып яҙылған тауыштар бөгөн дә ҡәҙерләп һаҡлана.Улар араһында Бөйөк Еңеү хаҡындағы сағыу очерктар, хикәйәләр, һуғыштан иҫән ҡайтҡан әҙиптәребеҙҙең сығыштары һәм башҡалар бар. Ҡәләмде штыкка тиңләп, атыш тынып торған арала яҙылған ялҡынлы шиғырҙар, ғәрәп, латин, урыҫ хәрефтәренән теҙелгән аҙ һүҙле, ҡурғаштай тос өскөл хаттар менән бөгөнгө тыңлаусыларыбыҙ ҙа таныша ала. Яҙмалар яңғырағанда Ватандың яҡты киләсәге өсөн утҡа ингән, үлемгә ҡаршы торған, ауыр ҙа, данлыҡлы ла яҙмышлы яугир-шағирҙарҙың, барса һуғыш, тыл ветерандарының физик һәм рухи ҡөҙрәтенә хайран ҡалаһың.
Бынан ярты быуат әүәл Еңеүҙең 20 йыллығы уңайынан яҙылған “Фронт хаттары” тапшырыуына иғтибар итәйек. Шағир Сәләх Кулибай: “Һул яҡ күкрәк яраланды. Канауҙа һыуҙа ятҡанмын. Һуңғы пуляны үҙемә бағышланым”, – тип аңы юғалған сиктә лә илгә тоғролоҡ хаҡында уйлаһа, Хәниф Кәрим: “Беларусь туғандарҙың ерен таҙартабыҙ. Грандиоз һуғыштар бара”, – тип белдерә. Яҡуп Ҡолмойҙоң иһә ваҡыты бик тар – һүҙҙәрҙе һанап ҡына яҙа. Ҡәләмдәшенә “Тыуған Уралыма” тигән шиғырын ебәрә ул. Ә Жан Лоҡманов: “Мин дә көрәшселәр сафында, капитанға күтәрелдем… Милли әҙәбиәттән ныҡ артта ҡалдым”, – тип борсола. Мәрхүм Бәҙрүш Моҡамай Сәйфи Ҡудашҡа төбәлгән хатын яҙып та бөтә алмаған. “Кис менән яраландым, хәлем хөрт. Шулай ҙа хикәйәм ни хәлдә?” – тип ут-ҡан эсендә лә, йәшәү менән үлем араһында ҡалғанда ла әҫәре менән ҡыҙыҡһына. Бына ҡайҙа ул күңел талабы, ижади фанатлыҡ!
Ошо радиояҙмаға 16 шағирҙың хаты һыйған. Уларҙың ҡайһы бере дошман блиндажында ҡулға төшкән трофей ҡағыҙҙарға яҙылған. Нимә тура килә, шуның менән сыймаҡланған өскөл, дүрткел асыҡ хаттар… Әҙиптәрҙе еңеүгә өмөт берләштерә, йәшәтә… Тағы ла шуны әйтеп үтеү фарыз: ғүмерҙең көнөн түгел, минутын һанаған хәтәр мәлдәрҙе М. Кәрим, Ғ. Рамазанов, Х. Кәрим, Ш. Бикҡол, Я. Ҡолмой, Ғ. Әмири, С. Кулибай, Н. Иҙелбай һәм башҡа яугир-шағирҙар поэтик юлдарға һалған. Уларҙың йөрәк һүҙе “Һин хәтерлә, иптәш” тигән әҙәби проектта сағыла.
Ысын мәғәнәһендә алтынға бәрәбәр был тауыштар алыҫта ҡалған аяуһыҙ яу хәтирәләрен яңырта. Улар һәр кемгә Оло Ватан белеп бөтмәгән батырҙарҙы хәтер төпкөлөнән аҡтарып сығарыуға этәргес бирә. Тап шул маҡсатты күҙ уңында тотҡан “Хәтер мәңгелек” тигән тапшырыуҙар шәлкеме йылдан ашыу күңелдәргә үтеп инеп, “үлгән намыҫтарҙы ҡуҙғата” тиһәк, һис тә хаталанмаҫбыҙ. Оҙаҡ йылдар студенттар араһында эшләгән кеше булараҡ, йәш быуындың намыҫын ҡуҙғатыу кәрәк тигән ҡараштамын. Яу ҡырында һәләк булғандарҙың күбеһенә 18 – 25 йәш тирәһе генә булған. Бөгөнгө үлсәмдән ҡарағанда, был күп түгел. Һәр хәлдә, беҙ, ярты быуатты артмаҡлағандар, ошо йәштәгеләргә “ыуыҙ әле” тип ҡарайбыҙ. Ә ул заман юғарылығынан фекер йөрөтһәк, Советтар Союзы Геройҙары Шакирйән Мөхәмәтйәнов, Тәфтизан Миңлеғолов, Муса Гәрәевкә тап шул сама булған бит! Улар – илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ өлгөһө.
Мәҫәлән, Әлшәй районынан мәғариф ветераны Люциә Аҙнағолова: “Атайымдың ҡулъяҙмаларын күсергәндә, ҡәһәрле һуғыш ауырлыҡтарын уның менән бергә кисерҙем, һыҡтап-һығылып илап та алдым. Улар кире сигенгән ваҡытта Кавказда: “Пушкаларҙы тауға мендереүе бик ауыр ине, аттар менә алмай, ята ла ҡуя. Шунан үҙебеҙ арҡан менән һөйрәйбеҙ. Ямғырҙар китте, бысраҡ. Еүеш кейем өҫтә кибә лә, яуһа, тағы һыулана. Боеприпастарҙы ишәккә тейәп алып киләләр ине…” – тип һөйләгәндәрен хәтерләй. Йәне-тәне менән Ватаны өсөн алға барған, иң хәтәр мәлдәрҙә лә Еңеүгә өмөтөн өҙмәгән, һуңғы тамсы ҡанынаса ил һаҡлаған быуын вәкиле ул минең Атай!” – тип ғорурлана.
Философия фәндәре докторы, профессор Октябрь Вәлитов: ”Башҡортостандан ил һаҡларға 705 мең яугир киткән, шуларҙың яртыһы ғына әйләнеп ҡайтҡан. Әле республикабыҙҙа шул ветерандарҙың алты меңе генә иҫән. Беҙҙең Күгәрсен ауылынан да 240 кешенең яртыһына ғына тыуған ергә ҡайтыу бәхете тейә. Уларҙың барыһы ла инвалидтар ине. Ғүмер ахырынаса колхозда эшләнеләр. Яуҙа алған яраларынан барыһы ла тиерлек китеп бөттө. Бөгөн берәүһе генә иҫән. Һуғыш асылы аяныс”, – тип һыҙлана. Батырҙар рухын мәңгеләштереү йәһәтенән хөрмәтле ғалимдың һәлмәк “Хәтер” китабы ҙур иғтибарға лайыҡ.
Яҙыусы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипованың ветеран атаһы тураһындағы хәтирәләре әкренләп ауылдаштарына күсә: “Һуғыш дауамында Баймаҡ районының Күсей ауылы фронтҡа 147 улын оҙата. Шуларҙың 84-е яу ҡырында ятып ҡала…
Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ ағай Игебаев ауылдашыбыҙ, Советтар Союзы геройы Тәфтизан Миңлеғоловҡа арнап:
Һин, ауылдаш, тыуған тупраҡтарға
Оло яуҙан урап ҡайтманың.
Елдәр нисәмә ҡабат тәҙрә сиртте,
Ә һин ҡайтып тәҙрә ҡаҡманың, –
тип яҙғайны. Күсейҙең дәрт-дарманы ташып торған 84 егетенә илгә ҡайтыу бәхете яҙмай. Тимәк, 84 ғаилә ҡоролмай йә етем ҡала, тыуыр балалар тыумай, асылыр асыштар асылмай…”
Шәхсән беҙҙең ғаиләлә лә йылдар сылбыры арҡылы һуғыш шаңдауы ишетелә. Миктәп, хәйерселектән хәлһеҙләнеп ҡалған колхоз эшенә 13 йәштән егелеп, тылдағы ауырлыҡтарҙы иңендә татыған атайымдың – Баймаҡ районындағы Икенсе Этҡол ауылынан Муса Ишйәровтың – бер туған ике ағаһы Нуретдин һәм Фәсхетдин олатайҙарым Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған. Уларҙың хатын, “похоронка”һын ҡулына алып: “Исмаһам, береһе генә булһа ла әйләнеп ҡайта алманы”, – тип күңел яраларын ямай алмай әсенә ине атайым. Әзмәүерҙәй ир-уҙамандарҙан ҡалған был ҡағыҙҙарҙы бөгөн 85 йәшлек әсәйем һаҡлай.
1970 йыл. Еңеүгә сирек быуат үткән. Мин – I класта. Орден-миҙалдарын сыңлатып, мәктәптәге осрашыуға Бәғҙәнур Йылҡыбаев, Рәшит Рәхимов, Солтан Нафиҡов, Хәбип Ғәлин, Мирза Вәлиев, Сафа Нотфуллин, Сәйет Ниәтшин, бер туған Ғәлимйән һәм Зиннәт Сафиндар – ҙур ауылда бармаҡ менән һанарлыҡ ҡалған яугирҙәр – килде. Уларға һөйләгән шомло шиғырҙың бер генә юлы хәтерҙә хәҙер:
Томанлы төн. Берлин ҡалаһында...
Йылдар үткәс, олатайҙар хәтерендә мәңгегә ҡалған Германия иленә сәфәр сығыры был сабыйҙың ете ятып бер төшөнә инмәй ине әле ул саҡта...
...Ҡыҙсыҡ яу юлдары хаҡында үҙ нәҫеленән Зиннәт олатаһы Сафиндың һөйләгәндәрен айырыуса иҫтә ҡалдырҙы. “1941 йылда уҡ фронтҡа киттем. Сталинград һуғышына эләктем. Алты йылдан һуң ғына әйләнеп ҡайттым, – тине лә байтаҡҡа тынып ҡалды олатай. – Дошман булһа ла, тәү тапҡыр әҙәм йәнен ҡыйыу ныҡ иҫтә ҡалды, балалар… Кирбес заводының эсендә – немецтар. Беҙгә уларҙы ҡыйратырға румын һалдаттары ла ярҙам итте. Бына, аҡ флаг тотоп, дошмандар сыға башланы. Шунда бер рәттән дүрт немецты атып үлтерҙем, бер офицерҙы ҡулға алдым. Ут, ҡан эсендә йәшәү шулай башланды”.
Тарихтан белеүебеҙсә, ҡанлы Сталинград һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәрҙең бик аҙы ғына тере ҡала. Шулар араһында, бәхеткә күрә, яуҙан һуң тыуыр һигеҙ балаһы хаҡыналыр, күрәһең, Зиннәт олатай ҙа иҫән ҡала! Һуғыш афәтен башынан аҙағына тиклем үтеп, Бөйөк Еңеү тантанаһын Берлинда ҡаршыларға насип була уға. Аҙаҡ Австрияның баш ҡалаһы Венаны – фашистарҙан, Украинаны бандеровсыларҙан таҙарта.
Ауылға 1947 йылда ғына әйләнеп ҡайта Зиннәт Сафин. Һуғышҡа тиклем ҡатыны Хөсниямалдың йөрәк аҫтында ҡалған ҡыҙы Ғәлимә ҡәҙимге ҙурайып ҡаршы ала. Унан һуң, үрҙә әйтеүемсә, хәләл ефете менән йәнә һигеҙ балаға ғүмер бирәләр. Баймаҡ районының ”Урал” колхозында зоотехник та, ферма мөдире лә булып эшләй олатай. Хеҙмәт алдынғыһы булған өсөн уға Мәскәүгә Ауыл хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә барыу бәхете лә тейә.
1985 йылдың йәйе. Юғары уҡыу йортоноң III курсындамын. Уҡыу алдынғылары төркөмөндә миңә лә, ете йәштә Берлинды телгә алған ҡыҙға, бер айға Германияға юл төштө. Киев, Брест, Варшавала туҡтай-туҡтай, тарихты, Зиннәт олатай Сафиндың һөйләгәндәрен иҫләй-иҫләй, ул саҡтағы ГДР-ға аяҡ баҫтым. Беҙҙе Галле студенттары ҡайҙа ғына йөрөтмәне! Беренсенән, семәрле залдарҙа Бах, Бетховен музыкаһын органда тыңлау, бөйөк шағирҙар Иоганн Гете менән Фридрих Шиллерға һәйкәлдәрҙе, Дрездендағы картиналар галереяһын күреү, Берлин телебашняһынан бер саҡрым бейеккә күтәрелеп, ҡала панорамаһына күҙ ташлау беҙҙе, йәштәрҙе, күктең етенсе ҡатында кеүек хис иттерһә; икенсенән, Веймар ҡалаһынан ун саҡрым ситтә урынлашҡан Бухенвальд концлагерына аяҡ баҫыу, ундағы крематорийҙарҙы, ҡылынған аяуһыҙлыҡты документаль фрагменттар, башҡа материалдар аша күреп тетрәнеү, Постдам ҡалаһында капитуляцияға ҡул ҡуйылған бинала йөрөү, Берлинда Билдәһеҙ совет һалдатына һәйкәл, Бранденбург ҡапҡаһы, рейхстаг янындағы кисерештәр күңелдә төрлө хис-тойғо уятты.
Ҡанына һуғыш һулышы, интернационализм, патриотик рух һеңгән быуын вәкиле мин. Хеҙмәт стажым – өс тиҫтә йылға яҡын. Рухи ҡиблам – әҙәбиәт. Республика һынлы сәнғәт гимназияһында, унан һуң БДУ-ла уҡытҡан йылдарҙа ветерандар менән әллә күпме тематик кисә, осрашыу ойошторорға тура килде. Шул мәлдә өлкәндәрҙең күҙ йәше аша илде, күкте, ерҙе, халҡыбыҙҙы данлағаны оноторлоҡ түгел. Изге яуҙа башын һалғандар рухына, бөртөкләп кенә ҡалған ветерандарыбыҙ йәшәйешенә иҫтәлекле даталар уңайынан ғына түгел, ә көндәлек тормошта ла күңел күҙе аша йышыраҡ баҡһаҡ ине.
Әнисә МУЛЛАҒОЛОВА,
филология фәндәре кандидаты,
“Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәре.