Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күләгәһе балаға төшә
Күләгәһе балаға төшә Бер малайға атаһы сәсен бер яҡҡа ғына тарап йөрөргә ҡушҡан. Был хәл оҡшамаһа ла, улы ғүмер буйы түҙеп йәшәгән. Атаһы үлеп киткәс, теге ҡыуанысынан сәсен икенсе яҡҡа тарап йөрөргә ниәтләгән. Күпме генә тырышмаһын, сәстәре тегене тыңламай икән.

Был ғибрәтнамә Атайҙар көнөнә бәйле иҫкә төштө. Ысынлап та, беҙҙең тормошта атайҙарға тейешле иғтибар юҡ. Хәҙерге донъя башлыса ҡатын-ҡыҙ өсөн генә ҡоролған тиһәң дә, хата булмаҫ. Быны иҫбатлаған миҫалдарҙы килтереп тормайым, иғтибарлы кеше инҡар итә алмаҫ. Гүзәл затты алға үткәреү беҙҙең ҡандалыр.
Баҙар иҡтисады заман ир-атының матди хәленә насар йоғонто яһаны. Техник прогресс арҡаһында физик көс талап иткән тармаҡтар (сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш һ.б.) юҡҡа сығып бара. Ә ҡатын-ҡыҙ булмышына яраҡлашҡан тармаҡтар (сауҙа, сервис, финанс һ.б.), киреһенсә, ныҡ үҫешә. Ошо үҙгәреш йәмғиәтебеҙҙәге ғәҙәти тип һаналған ике енес араһындағы мөнәсәбәткә киҫкен тәьҫир яһаны. Ир-ат өсөн үҙен ғаилә башлығы итеп тойорлоҡ аҡса эшләү мөмкинлеге кәмене. Уларға лайыҡлы хеҙмәт урыны табыу ҙур бәләгә әйләнде. Быны ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ тиҙ арала үҙ файҙаһына ҡайыра алды. Ирһеҙ бала табып, тәрбиәләгән гүзәл зат күбәйҙе. Өйҙә элек ирҙәре генә башҡарған хужалыҡ эштәрен хәҙер бизнес атҡара – бер генә шылтыратыу етә.
Ғалимдар Ер шары халҡының 6 проценты ғына ғаилә ҡороп йәшәй икәнен белә, ҡалғандарына парлашып көн итеү ихтыяжы юҡ. Кеше башҡа­ларҙан иһә ошо сифаты менән генә айырыла. Сәбәбе шунда: башҡа йән эйәләрендә бала тыуғас та әсә уны яңғыҙы ғына тәрбиәләү мөмкинлегенә эйә. Кеше балаһына үҙаллы йәшәй башлау өсөн кәмендә биш йәшенә тиклем атаһы менән әсәһенең бергә булыуы зарур, ошонан сығып, ғаилә ҡороу – тәбиғи талап.
Атай һүҙен тотоу ғына түгел, уға арҡаланыу, икенсе һүҙ менән әйткәндә – атайға ышаныста йәшәү милли тәрбиәбеҙгә, динебеҙгә хас. Атайға арҡаланып үҫеү бәхетенән мәхрүм баланың киләсәге уңышһыҙыраҡ булыуы раҫлан­ған. Баланың психологик сәлә­мәт­леген – күңел һаулығын, ғаиләләге тыныс­лыҡты һәм балаларҙың үҙ-үҙенә ышанысын иң тәүҙә атай кешегә бәйләй психологтар. Өс йәше лә тулмаған малайҙарҙың атаһына оҡшатып атларға, һәр ҡылығын ҡабатларға тырышҡанын күҙәткә­негеҙ барҙыр. Сабый малай, үҙе лә аңғармаҫтан, атаһының улы өсөн ни тиклем мөһим булыуын күрһәтә түгелме? Әйтерһең, ”атай, үҙең матур, ҡыйыу, игелекле бул, мин дә шуны ҡа­бат­лармын”, ти... Ул кеше атай мөхәб­бә­тенә, уны аңлауына мохтаж.
Улын һәр яҡтан матур кеше итеп тәрбиә­ләргә тырышҡан аңлы атай үҙендә лә ошо си­фаттарҙы үҫтерергә тырыша. Атайҙар мөхәббәтен яуларға кәрәк, әсәй кеүек ул һине һәр саҡ ҡурсалап тормаҫ, ә был ниндәйҙер уңыштар яулауға, үҙеңде ыңғай яҡтан күрһәтеүгә дәрт бирә. Икенсенән, атай кеше балаһын, бигерәк тә улын һәләттәренә ҡарап баһалай, ә был шәхесте үҫтереүгә этәрә. Атайың маҡтап ебәрһен әле, ҡанаттарың үҫеп, тағы әллә нимәләр эшләгең килеп китә! Өсөнсөнән, психологтар иҫбат­ла­уын­са, ир кешенең балаһына мөнәсәбәте ҡатынына мөнәсәбәттән сығып төҙөлә – ошо урында ҡатын-ҡыҙҙарға, әсәйҙәргә ғаиләләге именлектең улар иңендә ятыуын аңларға кәрәк. Улы атаһының холҡон ҡабатлап үҫә. Әгәр ҙә атаһы үҙенең ризаһыҙлығын асыҡ йәки, киреһенсә, шым ғына, бер нәмә лә өндәшмәй, тик күҙ ҡарашы менән генә белдерһә лә, улы ла киләсәктә ошо­но ҡабатлаясаҡ. Ғалимдар әйтеүе буйынса, атай менән уртаҡ уйындар, серҙәр, шөғөлдәр – ул өсөн иң яҡшы өлгө. Уны бер ниндәй “ысын ир-егет” тәрбиәләү методикаһы ла алмаштыра алмай. Атай тәрбиәһе алған малайҙар ысын ир-егет, ә ҡыҙҙар ысын мәғәнәһендә ҡатын-ҡыҙ холоҡло булып үҫә. 7–8 йәшлек атайһыҙ үҫкән малайҙарҙы күҙәткән Д. Виткин уларҙың уҡыуҙа башҡаларҙан артта ҡалғанын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтә. Өләсәй менән әсәй ҙә атайҙы алмаштыра алмай. Был малайҙар неврозға дусар була. Бала саҡта ошолай үҫкән малайҙың, ҙурайғас, һәйбәт атай булыуы ла икеле. Уларҙы өйҙә әсәй менән өләсәй, мәктәптә ҡатын-ҡыҙ тәрбиәләгәс, икенсе һөҙөмтә көтөп булмай. Әгәр ҙә ул эшләй башлағас, тағы ла ҡатын-ҡыҙ ҡулы аҫтына эләкһә, был “быҙау”ҙың даны башҡа ир-егеттәргә күсә лә ҡуя.
Әсәй баланы өйҙә йәшәргә өйрәтһә, атай кеше иһә башлыса тормошта үҙен тоторға өйрәтә. Атаһы була тороп та, балаһын уның һөйөүенән мәхрүм иткән әсәй үҙ ҡулы менән уны етем итә. Балаһында был тыштан сағылмаһа ла, уның йөрәгендәге яраны бер нәмә лә төҙәтә алмай. Атай һөйөүе (ҡатыны ауырлы сағында ла балаға һиҙелә икән), яңы тыуған сабыйҙы ҡулында тотоуы күҙгә күренмәгән йылы менән балаға ла тапшырыла: ул киләсәктә кешелеклерәк, яғымлыраҡ булып үҫә икән. Хатта ҙурайғас та атай кәңәшенә йышыраҡ ҡолаҡ һала. Әсәйҙәрҙең роле ни тиклем ҙур булмаһын, иң яҡшы әсәй ҙә атайҙы алмаштыра алмаясаҡ.
Атайҙың малай, ҡыҙ өсөн дә эталон булып тороуы мәғлүм. Ҡыҙҙар үҙҙәренә тормош иптәшен атаһы менән сағыштырып, уға оҡшағанырағын һайларға тырыша. Малайҙар өсөн атайҙың яҡшы яҡтары үрнәк булып хеҙмәт итә.
Бөгөнгө булмышымда атайымдың роле бик ҙур булғанын ул үлгәс кенә аңланым. Баҡтиһәң, ул үҙенең миҫалы менән генә миндә булған барлыҡ яҡшы сифаттарҙы һалған икән. Тракторҙа китеп барғанда ул гел генә юлдарҙы төҙәтеп китә, ҡаршыла ятҡан берәй киҫкәне, ташты мотлаҡ ситкә ҡуйырға ҡуша, сүп-сарҙы ташламаҫҡа, бер йән эйәһен дә, хатта ҡара йыланды ла үлтерергә ҡушмай ине, ғаилә өсөн көстө йәлләмәҫкә лә унан өйрәндек…
Юғарылағы таралған сәс һымаҡ, атайымдың тәрбиәһе ҡанға һеңгән. Уйлап та ҡуям, әсәйем генә был һабаҡтарҙы бирә алмаҫ ине. Ауылдашым Мөхәмәт ағай Заһитовтың: “Ҡустым, һине телевизорҙан күрһәм, атайың иҫкә төшә. Ул да һинең һымаҡ дөрөҫлөктө ярата ине, бер кемдән дә ҡурҡмай ярып әйтә торғайны” тигән һүҙҙәре минең өсөн иң ҙур маҡтау булды. Тимәк, атайымдың рухы һаман да иҫән.
Әсәйемдең һөйләгән бер сере мине хайран ҡалдырҙы. Заманында атайымды халыҡ ауыл Советы рәйесе итеп һайлап ҡуйған. Хәленән килһә лә, атайым был вазифанан икенсе кеше файҙаһына баш тартҡан. Тормош минең алда ла бындай һынау ебәрһә, ни эшләргә икәнде яҡшы беләм.
Йәш шағирә Зарема Ҡолдәүләтова әйтмешләй:
Балаларға әсәй кәрәк,
Атай кәрәк бигерәк тә.
Бир, Хоҙайым, тулы тормош
Һәр ғаиләгә бүләккә...
Балаларына яҡшы атай булыр өсөн уларҙың әсәһен яратырға кәрәк. Тик берҙәм ғаиләлә генә ысын бәхет була.




Автор: Ғәли ӘХМӘТ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда 86 меңдән ашыу кешенең һыу баҫыу зонаһына эләгеүе ихтимал

Башҡортостанда 86 меңдән ашыу кешенең һыу баҫыу зонаһына эләгеүе ихтимал 23.03.2026 // Йәмғиәт

Төбәктә республиканың ташҡынға ҡаршы комиссияһы эше ойошторолған....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда яҙғы шәмбе өмәләре көндәре билдәләнде

Башҡортостанда яҙғы шәмбе өмәләре көндәре билдәләнде 23.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда яҙғы шәмбе өмәләре көндәре билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

«Салауат Юлаев» регуляр чемпионатты еңеү менән тамамланы

«Салауат Юлаев» регуляр чемпионатты еңеү менән тамамланы 23.03.2026 // Йәмғиәт

«Салауат Юлаев» регуляр чемпионатты еңеү менән тамамланы...

Тотош уҡырға 1

Өфөнән популяр йырсы Зөлхизә Илбәкова кейәүгә сыҡты

Өфөнән популяр йырсы Зөлхизә Илбәкова кейәүгә сыҡты 23.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән популяр йырсы Зөлхизә Илбәкова кейәүгә сыҡты...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Әр-Рәхим» мәсетендә төҙөлөш эштәре барышы хаҡында һөйләне
Башҡортостанда +15° тиклем йылыта

Башҡортостанда +15° тиклем йылыта 23.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда +15° тиклем йылыта...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан тәүге тапҡыр йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса өс лидер иҫәбенә инде

Башҡортостан тәүге тапҡыр йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса өс лидер иҫәбенә инде 23.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан тәүге тапҡыр йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса өс лидер иҫәбенә инде...

Тотош уҡырға 1

Адалин һәм Эльхан: Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәрен атанылар
Йәнтөйәккә ҡайтыу: Башҡортостан Башлығы өсөн Атайсал ҡайҙа башлана?

Йәнтөйәккә ҡайтыу: Башҡортостан Башлығы өсөн Атайсал ҡайҙа башлана? 20.03.2026 // Йәмғиәт

Атайсал ҡайҙа башлана? Башҡортостан Башлығы өсөн ул бында — Шиҙе йылғаһы буйында, тау-урмандар ......

Тотош уҡырға 2

35 меңдән ашыу башланғыс: Башҡортостанда «Атайсал» проектының һөҙөмтәләрен барланылар

35 меңдән ашыу башланғыс: Башҡортостанда «Атайсал» проектының һөҙөмтәләрен барланылар 19.03.2026 // Йәмғиәт

35 меңдән ашыу башланғыс: Башҡортостанда «Атайсал» проектының һөҙөмтәләрен барланылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды...

Тотош уҡырға 3


  1. Уҡыусы
    Уҡыусы от 20.06.2015, 18:06
    1."Баҡтиһәң, ул үҙенең миҫалы менән генә миндә булған барлыҡ яҡшы сифаттарҙы һалған икән"."Миҫал" математикала -- задача. Икенсе мәғәнәһе: например. Кешенән миҫал алмайҙар, өлгө,үрнәк алалар.2.Мәҡәләгеҙҙә күплек ялғауы урыҫса ҡуйылған.3. Мәҡәләгеҙ йөкмәткеһе һәйбәт.Рәхмәт !

  2. салимжан
    салимжан от 21.06.2015, 14:57
    Атайсыз ускан малайзар жалко

Комментарий өҫтәргә