Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Эшемдән йәм табам”
“Эшемдән йәм табам” Республикала киң танылыу яулаған был белем усағы 1960 йылда ошо төбәктә йәшәгән күп һәм тулы булмаған ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар, етемдәр өсөн тәғәйенләнә. Артабан һигеҙ йыллыҡтан ун йыллыҡҡа үҙгәртелә, гимназия статусын ала. Башҡаса аталһа ла, уҡыу йортоноң төп маҡсаты, йәғни йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү шул килеш ҡала. Бөгөн был мәктәп милли кадрҙар әҙерләү буйынса тотороҡло йүнәлеш алған. Унда Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарының иң һәләтле балалары, шулай уҡ күрше Силәбе һәм Ырымбур өлкәһенән килгән уҡыусылар белем ала. Әле Сибай гимназия-интернатында 280 бала иҫәпләнә. Уҡыу йортоноң бөгөнгөһө һәм киләсәге, ниндәй йүнәлештәрҙә эшләүе, үҙенсәлектәре һәм алдағы уҡыу йылына пландары хаҡында ҡыҙыҡһынып, уның директоры Роза БИКБОВАҒА мөрәжәғәт иттек.
– Роза Хаммат ҡыҙы, уҡыу йылын ниндәй кәйефтә тамамланығыҙ? Дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре ҡәнәғәтлә­нер­лек­ме?
– Һәр ваҡыттағыса күтәренке күңел, һөҙөмтәле эш, оло еңеүҙәр менән тамам­ланыҡ (шат йылмая). Беҙ, ғәҙәттә, уҡыу йылын юғары уңыштар, байтаҡ маҡтау ҡағыҙҙары, ҡала, республика олимпиадаларында ғына түгел, Рәсәй кимәлендә призлы урындар менән ябабыҙ. Ошоғаса ҡала буйынса төрлө конкурстарҙа, олимпиада­ларҙа 90-ға яҡын урын алһаҡ, быйыл был күрһәткесте 100-гә еткерҙек.
Уҡыусыларҙың белем кимәле беҙҙең йөҙҙө ҡыҙартмай, тип ҙур ышаныс менән әйтә алам. Өлгәш йыл һайын 90 проценттан да кәм булмай. Егет һәм ҡыҙҙарҙың күбеһе Мәскәү, Санкт-Петербург, Һарытау, Силәбе, шулай уҡ Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Магнитогорск ҡалаларындағы юғары уҡыу йорттарын һайлай.
– Сибай гимназия-интернаты – республикала төрлө яҡлап танылған белем усағы. Нәзәкәтле, мөләйем ханымға директор “ҡамытын” тартыу еңелдән түгелдер... Яҡшы етәксе булыуҙың сере нимәлә?
– Тәжрибә кәрәк. Тәү сиратта оло тормош мәктәбен үтергә, ҡайҙа һәм кем менән эш­ләй алырыңды асыҡлау мөһим. Өлгә­шеүҙәрем, уңыштарым өсөн иң алда атай-әсәйемә бурыслымындыр, тим. Сөнки булмышым, холоҡ-фиғелем – уларҙан, ә мин – уларҙың тәрбиә емеше.
Атайым, Хаммат Ҡорбанғәлиев сығышы менән Хәйбулла районынан. Оҙаҡ йылдар “Аҡъяр” совхозында парторг булып эшләне, яуаплылығы, башҡаларға ҡарата ихтирамы, иғтибары хаҡында райондаштарыбыҙ әле булһа йылы итеп телгә ала. Әсәйем Миң­зада Абдулла ҡыҙы – Көйөргәҙе районынан. Оҙаҡ йылдар балаларға математиканан белем бирҙе, Хәйбулла районының Татыр­үҙәк мәктәбе янындағы интернатта тәрбиә­се булды. Ҡәҙерлемдең унда эшләгән йылдарында балалар өсөн үтә борсолоп йөрөүе, уларҙы шәмбе көнө өйҙәренә оҙатып, йәкшәмбе ҡаршы алыуы, әсәләрсә хәстәрлек күреүе, һәр мәсьәләһен хәл итергә тырышыуы заманында миңә сәйер күренде. Әсәйем беҙгә ҡарағанда сит малай һәм ҡыҙҙарҙы нығыраҡ ҡурсалай, ярата кеүек тойолдо. Бөгөн иһә ғәзиз кешемдең интернат балаларына хәстәрлекле булыуын күңелем менән аңлайым, уның оло йөрәгенә хайран ҡалам. Ысынлап та, тәрбиәсе кеше – йәш балалар өсөн икенсе әсә, кәңәшсе һәм иң ҙур терәк тә.
Татыу, берҙәм коллективҡа етәкселек итеү ауыр тип әйтмәҫ инем. Ҡасандыр Татырүҙәк урта мәктәбен тамамлап, Баш­ҡорт дәүләт педагогия институтында белем алып, Хәйбулла районының Әбүбәкер урта мәктәбендә географиянан уҡытып, артабан Татырүҙәктә директор, Сибай гимназия-интернатында директорҙың тәрбиәүи, аҙаҡ фән буйынса урынбаҫары булып эшләгән кешегә директор “ҡамыты”н тартыуы еңел бирелә (йылмая).
– Эшегеҙҙә иң ауыры нимә? Ваҡыт тығыҙлығымы, мәсьәлә­ләр­ҙең күпле­геме?
– Иң ауыры – ярҙам итеп булмауы. Беҙ уҡыусыларҙы Мәғариф министрлығының ҡанундарына яраш­лы ҡабул итәбеҙ. Булған ҡа­рарҙарҙы, инструкция йә ҡанун­дар­ҙы юҡҡа сығарып, мохтаждарға ярҙам итә алмауым үкендерә.
Әйтеп үтеүемсә, белем усағы­ның төп маҡсаты – төрлө район­дарҙағы һәләтле балаларҙы табыу, уларҙы артабан үҫтереү, дөрөҫ йүнәлеш биреү, юғары уҡыу йортона әҙерләү. Ҡайһы саҡта ауылдарҙан ата-әсәһе эскелек менән мауыҡҡан йәки сит ил­гә, Себергә эшкә киткән ғаиләнең балаһын бында урынлаштырыу өсөн мөрәжәғәт итәләр. Мәҫәлән, күптән түгел бер инәй, баш­ҡаса хәлем юҡ, ейәнемде уҡырға алы­ғыҙ, әсәһе ҡарамай, эсә, тип килде. Әлбиттә, ул бала миңә йәл, әммә беҙ башланғыс класс уҡыусыһын ҡабул итә алмайбыҙ.
Дөрөҫ, уҡыусыларҙың көнкүреш шарттары, уларҙың сәләмәтлеге, тәртибе, уҡыуына ҡағылышлы ғына түгел, туҡланыу мәсьәләләрен дә хәл итергә тура килә. Ял көндәренә ҡайһы бала ҡайта, ҡайһылары ҡала йә туғандарына бара – һәммәһен дә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышам. Һәр бала өсөн яуаплы икәнлегебеҙҙе коллек­тивҡа ла аңғартып тороуҙы төп бурысым тип һанайым.
– Белеүебеҙсә, һеҙҙә белем алыусылар бар яҡлап та һәләтле, уңған, тырыш, оҫта, сая, дәртле һәм рухлылар...
– Гимназияла уҡырға теләк белдергәндәр менән әңгәмә үткәрелә, өлгәшеү, имтихан һөҙөмтәләре тикшерелә. Иң алдынғылары һайлап алына. “Кем булғың килә?” тигән һорауға күптәр: “Юрист, иҡтисадсы, инженер, уҡытыусы, табип”, – тип яуап ҡайтара. Икенселәре: “Әллә”, – тип баш һелкә. Беҙ алдына маҡсат ҡуйған балаларға өҫтөнлөк бирәбеҙ, уларҙың хыял ҡанаттарын үҫте­реп, осорға әҙерләйбеҙ. Маҡсатлы, үҙенә талапсан, тырыш кеше генә ҡуйған хыялын тормошҡа ашырыусан. Ошонан сығып, беҙҙең уҡыусылар һәр ерҙә беренсе, дәртлеләр һәм сәмлеләр.
Балалар химия-биология, физика-математика һәм социаль-иҡтисад йүнәлешендә белем ала. Йыл һайын Сажиҙә Илембәтова (биология), Зилә Сирғәлина (тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү), Әнүәр Аллаяровтың (физика) уҡыусылары предмет олимпиадаларында призлы урын яулай.
– Тәрбиә мәсьәләһенә килгәндә...
– Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙең тәрбиә­селәр араһында осраҡлы кешеләр юҡ, барыһы ла – үҙ эшенең оҫтаһы, уҡыусылар­ҙың иң яҡын дуҫы һәм кәңәш­сеһе. Ҡайһы саҡта бала үҙ ата-әсәһенә асмаҫ серен тәрбиәсеһенә һөйләй ала икән, тимәк, ул уға ышана, үҙ итә. Беҙҙекеләр республикала уҙғарыл­ған “Йыл тәрбиәсеһе” конкурсында даими ҡатнаша, призлы урындар яулай. Төрлө йылдарҙа Мәрйәм Сәлихова, Гөл­мәрйәм Йосопова, Нурия Туйсина уңышҡа лайыҡ булды. Оҙаҡ йылдар тәрбиәсе һөнә­ренә тоғро ҡалған Сулпан Илембәтова, Гөлфиә Йәнтилина оло хөрмәткә лайыҡ.
– Уҡыу йортоноң матур йолаһына әйләнгән саралар ҙа йыш уҙғарылалыр?
– Әлбиттә, уҡыусыларҙың һәләт­тәрен үҫтереү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Ғилем, спорт, мәҙәниәт өлкәһе булһынмы, һәр ҡайһыһына етди иғтибар бүленә. Ысынлап та, йылдар дауамында матур йолаға әүерелгән күркәм байрам­дарыбыҙ бар. Мәҫәлән, уҡыусыларҙа илһө­йәрлек һәм ватансылыҡ тәрбиәләү маҡ­са­тында Республика көнө алдынан уҙға­рылған “Гимн байрамы”. Балалар Рәсәй, Башҡортостан гимнын өйрәнеп кенә ҡал­май, гимназия-интернаттың үҙ гимнын да башҡара, һәр уҡыусы тарафынан ятлана ул. Шулай уҡ йыл һайын яҙыусы Таңсулпан Ғарипова исемендәге конкурс ойошторола, быйыл ул төбәк бәйгеһе статусын алды. Уҡыу йылы аҙағында “Гимназия парады”н үткәреү ҙә – матур йолаларыбыҙҙың бере­һе, бында алдынғылар тәбрикләнә. Олим­пиадаларҙа, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, яҡшы өлгәшкән һәр уҡыусы сәхнә түренә сығарыла.
– Һуңғы ваҡытта Сибай гимназия-интернатының “Кендек” командаһы тамашасыларҙы һоҡландыра.
– Беҙҙең “Кендек”тәр тамашасылар һөйөүен яуланы, һәр сығыштары дәррәү алҡышҡа күмелә. “Башҡорт асыҡ КВН ли­га­һы” өсөн төҙөлгән команда призлы урын­дарға, гран-приға лайыҡ булды. Улар­ҙың уйынлы-ысынлы тормош күренештәренә арналған төртмә сығыштары һәммәһен дә көлдөрөп кенә ҡалмай, мөһим пробле­ма­ларҙы хәл итергә саҡыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйылғы финалға үткән булһалар ҙа, ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында конкурс­та ҡатнаша алманылар, киләсәктә ойоштороусылар яғынан ундай кәмселектәргә юл ҡуйылмаһын ине. Көйәрмәндәр үҙ коман­даһының сығышын күреүҙән, уларҙы алҡышлауҙан мәхрүм булмаҫҡа тейеш.
– Роза Хаммат ҡыҙы, тиҙҙән һеҙ үҫтер­гән ҡошсоҡтар ҡанат нығытып, осоп китәсәк. Көҙөн киләсәк уҡыусы­ларға ниндәй теләктәрегеҙ бар?
– Сибай гимназия-интернатына уҡыусы­лар VI кластан ҡабул ителә, әңгәмәләшеү ваҡыты хаҡында райондарға хәбәр ителә, графикты күҙәтеп барһындар ине. Ҡабул итеү тәртибенә ярашлы, уҡыусылар артабан төрлө йүнәлеш буйынса бүленә. Тап ошо мәлдә күп кенә аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуа, сөнки бала химия йәки биология йүнәлешендә белем алырға теләй, әммә кәрәкле фәндән имтихан тапшырмаған булып сыға. Күптәр IX кластан һуң мотлаҡ имтихан тапшыра ла шуның һөҙөмтәһе буйынса уҡырға керә. Тик ул ғына етмәй, беҙгә килергә теләүселәр алдан уҡ ниндәй йүнәлештә белем алырға теләй, шул предметтан имтихан тапшырырға тейеш. Икен­сенән, уҡыусыларҙың һау-сәләмәт булыуы мөһим. Ауырыу балалар өсөн махсус диета, айырым бүлмә кеүек мөмкинлектәр тыуҙыра алмайбыҙ, шуға күрә һау балаларҙы ғына ҡабул итәбеҙ.
– Ниндәй теләктәрегеҙ бар?
– Әлегә иң ҙур теләк – Урал аръяғының иң һәләтле балаларын туплап, уларға белем биреү һәм артабан үҫтереү өсөн заман талаптарына яуап биргән, көнкүреш шарттары уңайлы булған өр-яңы белем усағы төҙөлһөн ине.

Кәримә УСМАНОВА
әңгәмәләште.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 23

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 19

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 20

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 21

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 22

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 28

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 26

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 25

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 24

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 37

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 22