Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һуғыштың утлы һөрөмө — йөрәктәрҙә ҡалды ҡара күмере
Дәһшәтле һуғыштың еле ҡағылмаған бер генә зат-ара ла юҡтыр ул. Беҙҙең ғаиләнән дә дүрт ир-егет яуға китә — Абдулла, Заһиҙулла, Сәғиҙулла һәм Абдулланың улы Мөхәррәм Байрамғоловтар.


Көйөргәҙе районының Яҡут ауылынан иң беренсе булып һуғышҡа Абдулла Нә­биулла улы алына. Ул “Игенсе” колхозында шофер булып эшләй. Фронтҡа ла “полуторка” машинаһында юллана. Бабайымды барлыҡ ауыл халҡы Юшатыр йыл­ға­һы аша сыҡҡансы оҙатып бара. Ауыл­­даш­та­рым­дың: “Изгелекле, яр­ҙам­сыл, бик аҡыллы ке­шебеҙҙе оҙаттыҡ, кем бесән, һалам килте­рер, кем машинаһында ауыр йөктә­ре­беҙҙе ташыр”, — тип илашҡандары һаман иҫтә.
Ауылда өс Абдулла була. Аҡһаҡалдар бабайыма “Аҡыл-Абдулла” тигән ҡушамат таға. Ҡә­ҙерлебеҙҙе әсәһе Разия, ҡатыны Миң­һы­лыу, беҙ — өс ҡыҙ бала, улы Мөхәр­рәм һәм әсәйем Зәкирә — оҙаттыҡ һәм юғалттыҡ та. 1944 йылдың 14 мартында (китеүенә өс йыл тигәндә) “Смоленск өсөн барған һуғышта батырҙарса һәләк булды. Өлкәнең Екатериновка ауылында ерләнде” тигән “ҡара ҡағыҙ” килде. Өс йылдан ашыу дошманға ҡаршы алышып, сит ерҙә мәң­ге­леккә ятып ҡалды. Урыны йәннәттә булһын.
Абдулла бабайымдан күп тә ҡалмай, 1942 йылдың октябрендә, атайыбыҙ За­һи­ҙулла Нәбиулла улы ла һуғышҡа алынды. 28 йәштә генә “Игенсе” колхозы рәйесе булып эшләне. Көҙгө һалҡын көн, ҡар яуа ине. Атайым аттан һикереп төштө лә беҙҙе — апайымды һәм мине — күтәреп алып, биттәребеҙҙән алмашлап үпте, ҡы­ҫып-ҡыҫып ҡосаҡланы. Үҙе илай, күҙ йәш­тәре битебеҙгә тама. Санаға барып ул­тырҙы ла күҙҙән юғалғансы ҡулдарын болғап хушлашып барҙы. Барыбыҙ ҙа күҙ йәшенә быуылып илап оҙатып ҡалдыҡ. Шул китеүҙән юғалды. “Атай” һүҙен бер әйтергә лә зар-интизар булып үҫтек. Өс ҡыҙ бала: апайым Тәскирәгә — 5, миңә — 2,5, һеңлем Фәүзиәгә 1 йәш ине. 24 йәшлек әсәйебеҙ Зәкирә өс балаһын ҡосаҡлап тол ҡалды. Атайымдың “1943 йылдың октябрендә хәбәрһеҙ юғалды” тигән “ҡара ҡағыҙ”ын алдыҡ. Шулай итеп, һуғыш башланыуға өс йыл тигәндә, ике ҡайғылы хәбәр...
Өсөнсө Байрамғолов — Сәғиҙулла ағайыбыҙ Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап, Бөрйән районы үҙәге Иҫке Собханғолда уҡытыусы булып эшләй ине. 20 йәшлек егет 1942 йылда һуғышҡа алынды. Разия өләсәйемдең: “Баламды күреп тә ҡала алманым, хушлашырға ла насип булманы”, — тип илағандары әле лә хәтерҙә. Ике улын да юғалтып, кесеһен дә һуғышҡа оҙатыуҙы бик ауыр кисерҙе ул.
Сәғиҙулла ағайым һуғыштан 1946 йылда ғына ҡайтты. Уның иҫән-һау ҡай­ты­уы байрамға әйләнде. Әммә шатлығыбыҙ оҙаҡҡа булмаған шул. Мәләүезгә барып, Эске эштәр министрлығына эшкә инеп ҡайтты. Сәмиғә исемле бик һылыу, йырсы уҡытыусы ҡыҙға өйләнде. Өләсәйемде, мине лә алып китте үҙҙәренә. Сәйет исемле малайҙары донъяға килде. Шатланып, бик бәхетле йәшәп ятҡанда, аға­йымдың башы һыҙлап, сирләй башланы. Өфө госпиталенә алып киттеләр үҙен. Бер ай ҙа үтмәне, дауаханала вафат булды.
Һуғышҡа өс улын оҙатҡан өләсә­йем­дең 16 йәшлек ейәненә лә сират етте. 1943 йылдың ғинуарында Мөхәррәм Абдулла улы ла һуғышҡа алынды. Ғаиләнең терәге, тотҡаһы булып, Разия өләсәйем ҡалды. Ауыр, көс еткеһеҙ ҡайғыларҙан һуң нисек тә аяҡҡа баҫырға, етем ба­лаларҙы кеше итергә кәрәк. Өләсәйемде ауылда ағинәй тип йөрөттөләр. Бик егәрле, һөнәрле, аҡыллы, кешелекле ине ул. Балаҫын да һуҡты, итек, быйма ла төпләне, мейес тә сығарҙы. Районда иң етеҙ, оҫта көлтә бәйләүсе лә ул булды.
Хеҙмәт һөйгәне, һәр ерҙә алдынғы булғаны өсөн уны район халҡы урындағы советҡа депутат итеп һайланы. Ауылда берәй хәл-ваҡиға булһа, кәңәш кәрәкһә, өләсәйемә киләләр ине. Кеше йәнле, зирәк, аҡыллы, йүнсел, сыҙамлы булды. Ул беҙҙең ғилемле кеше булыуыбыҙҙы теләне. Тәскирә апайымды Өфөгә уҡырға ебәрҙе. Унан ул дипломлы шәфҡәт туташы булып ҡайтты ла пенсияға сыҡҡансы Мораптал дауаханаһында хеҙмәт итте.
Бына шулай ғүмер үтә торҙо, Еңеү яҙы ла яҡынлашты. Дошманды еңеп, 1945 йыл­дың майында Мөхәррәм ағайым ҡай­тып төштө. Шатлыҡ йәштәре аша Хоҙайға рәхмәт уҡыйбыҙ. Өләсәйемдең: “Ал­лаға шөкөр, Байрамғоловтарҙың нәҫеле ҡо­ро­маны, донъя тотҡаһы, терәгебеҙ ҡайт­ты”, — тип илай-илай һөйләгәне хә­те­ремдә. Йәрә­хәтләнеп госпиталдә ятҡан, бер ҡулының ике бармағы юҡ ине. Әммә күкрәге тулы орден, миҙалдар. Береһе — I дәрәжә Дан ордены. Шунан 20 йәшлек егетте Мораптал ауыл Советы рәйесе итеп тәғәйенләнеләр. Оҙаҡламай Мө­хәр­рәм ағайым Күгәрсен районының Ҡайып ауылынан Хәтирәне кәләш итеп алып ҡайтты. Еңгәм килен булып төшкәндә өлә­сәйем, Мөхәррәм ағайым, әсәһе Миң­һылыу инәй, беҙ — өс ҡыҙыҡай — бер ға­илә булып йәшәй инек. Еңгәм бик егәр­ле, аҡыллы, тәрбиәле кеше булып сыҡты.
Мөхәррәм ағайым менән Хәтирә еңгәм 60 йылға яҡын бергә йәшәп, һоҡланғыс ғүмер кисерҙе. Ағайыбыҙ 1999 йылдың июнендә ҡаты ауырыуҙан һуң вафат булып, биш уланы янына барып ятты. Улар ятҡан мәңгелек донъяны беҙ батырҙар төйәге тип йөрөтәбеҙ.

Тәнзилә ТУҠАЕВА,
уҡытыусы-ветеран.



Район: Көйөргәҙе районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә