Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Изгелек игеү мәле
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Изге Рамаҙан шә­риф айына аяҡ баҫ­тыҡ, хөрмәтле ҡәр­ҙәштәр. Ул мөбә­рәк булһын, һәр беребеҙгә Аллаһ Тә­ғәләнең рәхмәтенә өлгәшеү юлында уңыштар насип әйләһен, иншаллаһ.
“Эй, иман кил­тер­гән һөйөклө бәндә­ләрем, һеҙгә ураҙа ғибәҙәте фарыз ител­де, тәҡүәлек ҡы­лығыҙ”, – тиелгән изге “Ҡөрьән”дә. Был һүҙҙәрҙә “Раббыбыҙҙың ғазабынан һаҡланығыҙ, уның рәхмәтен алығыҙ” тигән мәғәнә ята. Әҙәм балаһы ураҙа тотоу менән Аллаһ Тәғәләнең юлына аяҡ баҫа, сөнки ул тыйылған ғәмәл­дәрҙән ситләшә. Әйтәйек, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Кем дә кем ураҙа тотоп та, ялған һүҙҙән айырылмаһа, Аллаһ Тәғәлә уның ас йөрөүенә мохтаж түгел”, — тигән икән, телде тәрбиәләргә тейешбеҙ. Исламда һәр нәмәне уйлап әйтеү ҙур урында тора. “Мосолмандың ике күркәм сифаты бар: мәғәнәле, аңлайышлы, кешенең күңелен ҡырмаҫлыҡ итеп һөйләр, ә инде кемдер һүҙ тота икән, уны матур итеп тыңлай белер”, — тигән Пәйғәмбәребеҙ.
Ураҙа тотҡан кеше шулай уҡ ризыҡтың, һаулыҡтың, ваҡыттың, ғүмерҙең ҡәҙерен белергә өйрәнә. Йәнә бер хикмәт шунда: әҙәм балаһы, Аллаһтың бойороғона буйһоноп, үҙенең Хаҡ Тәғәләнең бәндәһе икәнлеген тағы бер ҡат тәҡрарлай. Рамаҙан тамам булып, изге ғәйетте үткәргән ваҡытта: “Эй, Раббым, бер ай дауамында ҡушҡандарыңды үтәнек”, — тип күңелебеҙҙә ҙур кинәнес кисерәбеҙ. Ә Ураҙаның әжере хисапһыҙ. Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр, Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә ошо ҡыуаныслы кисерештәрҙе тойорға насип итһен.
“Ураҙаны нисә йәштән тота башларға мөмкин?” тигән һорау күптәрҙе ҡыҙыҡһындыралыр. Ҡыҙ бала — туғыҙ, малай кеше 12-13 йәштән бәлиғ һанала. Тимәк, ошо ваҡыттан башлау дөрөҫ. Ныҡ өлкән йәштәге­ләргә, әгәр һаулығы мөмкинлек бирмәй икән, ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Уның урынына фидиә саҙа­ҡаһы бирә алалар. Был аҡсаны мәсеткә һалырға, етем, ауырыу йәки матди хәле насар ғаиләлә тәр­биәләнгән бала өсөн тапшырырға мөмкин. Ризыҡлата биреү ҙә рөхсәт ителә. Шуны белеү фарыз: фидиә биреү ураҙаны һатып алыу тигәнде аңлатмай. Ғибә­ҙәтте һәр кем үҙе үтәргә тейеш. Әммә әҙәм балаһы бик теләгән хәлдә лә ураҙа тоторға сәләмәтлеге мөмкинлек бирмәй икән, бының урынына Аллаһ Тәғәләнең ризалығы менән фидиә саҙаҡаһы тапшыра ала.
Мәғлүм булыуынса, бөгөн ашҡаҙан, шәкәр һәм башҡа сирҙәр киң таралды. Кем дә кем, үҙ хәлен белә тороп та, табиптың ҡаршы төшөүенә лә ҡолаҡ һалмайынса асығып йөрөп, һөҙөмтәлә ауырыуы көсәйә йә организмына башҡа төрлө зарар килә икән, уның ураҙаһының сауабы булмай. Быны, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, диндарлыҡ тип түгел, ә Хоҙай күрһәткән юлдан ситкә тайпылыу тип аңларға кәрәк. Тимәк, Аллаһ Тәғәлә биргән рөхсәттән файҙаланыу зарур.
Ураҙа бер нисә йыл рәттән эҫе көндәргә, бесән мәленә тура килде. Әммә был ғибәҙәтте боҙорға мөмкин тигәнде аңлатмай. Боронғолар, Рамаҙан айы ниндәй генә ваҡытҡа — бесән, ураҡ мәленәме, селләгәме — тура килмәһен, ураҙаны ҡалдырмаған. Заманында Тунистың бер президенты эшләгән кеше­ләргә был йәһәттән ниндәйҙер ташлама бирҙертергә тырышҡан, әммә килеп сыҡмаған. Әҙәм балаһын юҡтан бар итеп яратҡан Аллаһ Тәғәлә беҙҙең хәлде яҡшыраҡ белә: ул ураҙаны Рамаҙан айында фарыз иткән икән, ғәмәлде хәлебеҙҙән килгәнсә тоторға тейешбеҙ. Был ғибәҙәттә кеше аңлап етмәгән хикмәт­тәр барҙыр. Мәҫәлән, әҙәм балаһы тормоштоң һәр төрлө шарттарына, ауыр мәлдәренә әҙер булырға тейеш. Әйтәйек, асығырға тура килер. Ә Ураҙа тотоп өйрәнгән кеше бирешмәҫ, ауырлыҡты башҡаларға ҡарағанда еңелерәк үткәреп ебәрер.
Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтен алыу юлында һәр бере­беҙгә тәҡүәлек, сабырлыҡ, сыҙамлыҡ насип әйләһен, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Изгелек игеп, яҡшы эштәр баш­ҡарып, мәрхәмәтлек, шәфҡәтлек күрһәтеп, тормо­шо­боҙҙо нурға күмәйек. Ураҙаларыбыҙ ҡабул ҡылынһын, донъябыҙ имен, күңелебеҙ бөтөн булһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә