Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сәсең матур, оҙон булһын тиһәң...
Сәсең матур,  оҙон булһын тиһәң... Халҡыбыҙҙа кешенең күркәм, ылыҡтырғыс йөҙ-ҡиәфәте хаҡында әллә күпме әйтем, мәҡәлдәр бар: “Матурлыҡ — йөҙҙә, мөләйемлек — һүҙҙә”, “Сырайы юҡтың ырайы (кәйефе) юҡ”, “Йөҙө ниндәй — үҙе шундай”, “Ҡарашы — ҡояш”, “Йөҙө тулған ай кеүек”, “Биттәре — пар алма” һәм башҡалар. Сәләмәт кеше һәр ваҡыт матур, йәш күренә. Һау булыу, ҡартайыуҙы кисектереү өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәү ярҙам итер:

* Ныҡ туйғансы ашамағыҙ! Саҡ ҡына ас ҡалыу организмға ял бирә, әүҙемлекте арттыра.
* Йәшегеҙгә ярашлы ризыҡ ашағыҙ.
30 йәшлектәргә — бауыр менән сәтләүек (йыйырсыҡтарҙы булдырмай), 40-тан һуң — бөйөр һәм сыр (стрестан ярҙам итә), 50-нән һуң балыҡ ашау (йөрәккә, ҡан тамырҙарына файҙалы) һәйбәт.
* Күңелегеҙгә хуш шөғөл табығыҙ! Эшләмәгәндәр йәштәштәренән өлкәнерәк күренә.
* Парлы булығыҙ! Мөхәббәт, һөйөү — ҡартлыҡҡа ҡаршы ҡаҡшамаҫ кәртә.
* Һәр нәмәгә ҡарата үҙ фекерегеҙ булһын. Тормошҡа айыҡ, ныҡлы ҡарашы булғандар күңелһеҙлектәргә бирешеп бармай.
* Хәрәкәтләнегеҙ! Хәрәкәттә — бәрәкәт, тиҙәр. Көнөнә һигеҙ генә минут спорт менән шөғөлләнеү ҙә ғүмерҙе оҙонайта.
* Һалҡынса бүлмәлә йоҡлағыҙ! Ярайһы уҡ еләҫтә — 17-18 градус йылылыҡта — йоҡлаған кешеләрҙең оҙағыраҡ йәш булып ҡалыуы иҫбат ителгән.
* Үҙегеҙҙе яратығыҙ, баһалай белегеҙ, гел кәмһетеп, сикләп тормағыҙ.
* Асыуығыҙҙы эскә йотмағыҙ! Үҙ эсенә бикләнгәндәр яман сир менән йышыраҡ ауырый.



*Бер тауыҡ йомортҡаһын бик ныҡ күбекләнгәнсе туҡығыҙ ҙа уға ике аш ҡалағы һыу һәм бер аш ҡалағы лимон һуты ҡушып бутағыҙ. Сәс төптәренә шул ҡушылма бутҡаны һөртөргә лә 15 минуттан һуң ғына йыуып төшөрөргә.
* Йыуғандан һуң минераль һыу менән сайҡаһағыҙ, сәсегеҙ ялтырап, төҫө асылып китер.
* Иртәле-кисле бармаҡтарығыҙ менән сәсте тараған һымаҡ хәрәкәттәр яһағыҙ. Махсус щетка ҡулланырға була. Сәс һәм баш өсөн массаж ысулдарын өйрәнегеҙ һәм ҡулланығыҙ.
*Үгәй инә үләне (мать -и-мачеха) төнәтмәһе сәсте нығыта. Өс аш ҡалағы кипкән япраҡ өҫтөнә бер литр ҡайнар һыу һалырға ла 30 минутҡа ултыртып торорға кәрәк. Аҙаҡ һөҙөп, йыуылған сәсегеҙҙе сайҡатығыҙ.
*Һарымһаҡ сәсте үҫтерә. Уның бер нисә бүлендеһен ваҡлап, әҙ генә йылымыс һыу менән бутарға ла, сәс төптәренә һылап, 15-20 минут буйы башты таҫтамал менән урап йөрөргә, һуңынан сәсте йыуырға.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә