Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аш — кешенең ҡеүәте
(Тест)
Боронғо заманда байҙар эшсене яллар алдынан уны ашатып ҡараған, тиҙәр. Әгәр ашағанда етеҙлек күрһәтһә, тимәк, ул эшкә лә сос була. Өҫтәл артында яйлап ҡына көйшәп ултырһа, һабанды яҡшы тотор тимә. Күрәһең, был һынауҙа ниндәйҙер дәрәжәлә дөрөҫлөк бар. Беҙҙең заманда ла файҙалы туҡланыу, уның һөҙөмтәһе хаҡында әллә күпме хеҙмәттәр яҙыла. Хатта гастропсихология тигән фән тармағы ла булдырылған. Ғалимдар фаразлауынса, ашаған ризығына ҡарап кешенең холоҡ-фиғелен дә билдәләп була. Әйҙәгеҙ, һынап ҡарайыҡ әле.

Һәр “эйе” тип бирелгән яуап өсөн:
1, 3, 8, 9, 12, 15-се һорауҙарға — 10 балл;
2, 6, 10, 13, 14-се һорауҙарға — 5 балл;
4, 5, 7, 11-се һорауҙарға — 0 балл.

Һәр “юҡ” тип бирелгән яуап өсөн:
2, 5, 7, 11-се һорауҙарға — 3,
ҡалғандарына — 0 балл.

1. Балыҡты кәм тигәндә аҙнаһына бер тапҡыр ашайым.
2. Шоколадлы тәмләткестәр менән сәй эсеүҙән дә яҡшыраҡ һый тапмайым.
3. Аш әҙерләргә яратам, бының өсөн көнөнә ике сәғәт ваҡытымды ла йәлләмәйем.
4. Томат һутын йәиһә ҡыяр тоҙламаһын үҙ итәм.
5. Һәр саҡ яҡшы формала булыу өсөн диета тотам һәм уны һис тә боҙмайым.
6. Ҡасан теләйем — шул ваҡытта ашайым. Туҡланыуҙа үҙемә сиктәр ҡуймайым.
7. Тиҙ әҙерләнә торған ризыҡтар менән “дуҫмын”.
8. Беҙҙең өйҙә төшкө ашҡа өс төрлө ашамлыҡ әҙерләйҙәр.
9. Иртәнгегә иң яҡшыһы — колбаса, сыр менән бутерброд.
10. Ҡара икмәкте, тоҙланған ҡыярҙы яратам.
11. Итһеҙ аш буламы инде, тигән ҡараштамын.
12. Бер аҙ “төшөрөп” алыр өсөн быҡтырылған йәшелсә йәиһә һуған бигерәк ҡулай.
13. Үҙемдең генә рецебым буйынса салат әҙерләргә әүәҫмен.
14. Балыҡҡа өҫтөнлөк бирәм.
15. Ит тип әллә ни иҫем китеп бармай, йәшелсә менән дә туҡлана алам.

Хәҙер иҫәпләп ҡарайыҡ:

50 – 87 балл: бик яҡшы һөҙөмтә! Һеҙ баҫалҡы һәм йыйнаҡ. Яҡындарығыҙға ҡарата яҡшы фекерҙә, улар хаҡында уйлайһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта үҙегеҙҙе лә онотмайһығыҙ. Төшөнкөлөккә бирелеп, юғалып ҡалғандарҙан түгелһегеҙ. Килеп тыуған ҡыйынлыҡтар бары һеҙҙе камиллыҡҡа этәрә.

25 – 47 балл: һеҙҙе һиҙгер тип шикләнмәй әйтеп була. Йыш ҡына мөмкинлектәрегеҙҙе самалау ҙа хас икән. Ниндәйҙер мәсьәләне хәл итергә тотонор алдынан икеләнеп тә ҡалаһығыҙ. Кешеләр менән еңел аралаша, шулай уҡ һөйкөмлө тиеүҙәре — нәҡ һеҙҙең хаҡта.

0 – 22 балл: һуңғы арала бик тыныс түгелһегеҙме? Туҡланыуҙы бер аҙ үҙгәртергә кәрәктер. Күренеүенсә, уға өҫтөнлөк биреп бармайһығыҙ. Һеҙ эшегеҙҙә уңышҡа өлгәшеүсән, әммә тәнҡит һүҙҙәрен ҡабул итергә ашыҡмайһығыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә