Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бройлер себешен үҫтереү
Бройлер себешен үҫтереү Хөрмәтле “Башҡортостан”!
Гәзиттең “Йорт-ҡура” махсус бите бик кәрәкле һәм уңайлы. Ләкин башында ҡош-ҡорт, һыйыр, һарыҡ-кәзә һүрәттәре төшө­рөл­һә лә, яҙмалары күберәк үҫем­лекселеккә арналған.
Бына уҙған сығарылыштағы (2015 йыл, 24 апрель) малсылыҡ менән шөғөлләнеүселәргә арнал­ған мәҡәләләргә бик шатландым. Ошо юҫыҡта алып барылһын ине ул. Әле үҙемдең тәжрибә хаҡында яҙғандарҙы һалам. Ҡош-ҡорт менән шөғөлләнеүселәргә кәрәк тип табып, урын бирә алһағыҙ, яҡшы булыр ине.


Һатып алыу. Күп кенә шәхси хужалыҡтар бройлер себештәрен тәүге 5-10 көндә ҡарауы ауыр, тап ошо осорҙа юғалтыуҙар күберәк була тип зарлана. Шуға ла яңы сыҡ­ҡанын түгел, 10 көнлөгөн ал­һаң яҡшыраҡ.
Бройлерҙы ҡайҙан алыу мөһим? Урам буйында, берәй магазин эр­гәһендә тәҡдим итеп йөрөгәндәрҙән алһаң (әгәр белгән кешең түгел икән), себештәрҙең сыҡҡан ваҡы­тын да белмәҫһең, уларҙың юлда йонсоп, асығып бөткән, ваҡытында витаминлы аҙыҡ алып өлгөрмәгән булыуы мөмкин.
Себештең ҡанатын киреп ҡара­ғыҙ: әгәр ҙә уның аҫтында мамыҡ йөндәре юҡ икән, себеш 10-18 сә­ғәтлек кенә, ә бына бумалаға оҡ­шаған мамыҡ булһа, бер тәүлектән ашыу йәшәгән. Тимәк, юлда күп йөрөгән, тейешле тәүге аҙығын ашай алмаған.
Себештең тәне 6 сәғәттә кибә, ә 18-24 сәғәттән ул инде сипылдап ашарға эҙләй башлай. Әҙ хәрәкәт иткәндәре, ҡорһаҡ өлөшө ҡаты булғандары, ҡанаты төшкәндәре оҙаҡ йәшәмәйәсәк. Кендеге ҡана­ған, күҙендә нуры булмаған, башы, суҡышы һәм аяғы имгәнгән себеш­тәр ҙә үҫтереүгә бармай.
Урынлаштырыу. Себеш һатып алыр алдынан мөһим эштәрҙең береһе – уларға урын әҙерләү.
Ҡайҙа ғына булмаһын, иҙәне та­ҙа, һауа температураһы 30-32 градус йылы булырға тейеш. Ике-өс тиҫтә себеш өсөн 100-150 Вт-лы лампаның йылыһы етә. Ә йөҙ һәм унан да күберәк бройлер тотһаң, белгестәр кәңәше буйынса айырым йылытҡыс яһарға кәрәк.
Йылылыҡ мөһим, ләкин артыҡ эҫелә бройлерҙар йонсой, хәрәкәт­тәре аҙая, үҙҙәрен хәлһеҙ тоталар. Төрлө яҡҡа таралып, ауыр тын алып, һыуҙы күп эсә башлайҙар.
Әгәр һалҡын булһа, тәүҙә ныҡ итеп сипылдайҙар ҙа, һуңынан өйө­лөшәләр, бер-береһен тапап үлте­реү­ҙәре лә бар. Шулай уҡ дым­лылыҡҡа һәм үтә ел өрмәүенә лә иғтибар итергә кәрәк.
Яҡтылыҡ 10-12 сәғәт булырға тейеш. Бының өсөн ябай лампочкалар ҡулланыла. Бройлер себеш­тәре бейек оса алмай, шуға төнәкте 20-40 см бейеклеккә ҡуйығыҙ.
Ашатыу. “Тәүҙә йомортҡа бир­һәм, һуңынан икмәкте һыуҙа ебет­һәң дә бара ул”, – ти ҡайһы бе­рәү­ҙәр. Был, әлбиттә, хата фе­кер. Брой­лерҙарҙы һау-сәләмәт үҫтереү өсөн дөрөҫ туҡланды­рығыҙ. Беренсе көндәрҙә улар аҙыҡтың составына һәм сифатына бигерәк һиҙгер була.
Ун көнгә тиклем бешкән йо­мортҡа һәм тары ярмаһы бирәләр. Һуңынан туҡлыҡлы ҡатнаш аҙыҡ та бирә башлағыҙ. “Бройлер” һәм “Солнышко” кеүек витаминлы минераль өҫтәмәләр ҡулланығыҙ. Аш һеңдереүҙе яҡшыртыу өсөн ваҡ ҡырсынташ һәм йомортҡа ҡабығы, аҡбур һалығыҙ. Һыу һәр ваҡыт таҙа булһын.
Ауырыуҙан һаҡлау. Бройлер­ҙар, башҡа себештәргә ҡарағанда, төрлө сиргә тиҙ бирешеүсән. Рахит, быуындар йыуанайыуы, дистрофия, аяҡтар кәкрәйеүе, төрлө минерал һәм витаминдарҙың етешмәүе интектерә уларҙы.
Тәүге көндәрҙә күҙәнәкле аҙыҡ­тар бирергә ярамай — бының көҙән йыйырыуына килтереүе ихтимал. Бройлерҙар үҙҙәрен яҡшы тойһон өсөн уңайлы шарттар булдырырға кәрәк. Ҡыҫып бикләп ҡуйылған себештәр ялан кәртәлә йөрөгән­дәргә ҡарағанда ауырыуға тиҙерәк бирешә. Аҫтарына ҡом, бысҡы он­тағы, көл һәм эзбизташ (ваҡланған ҡалдығын) һалығыҙ.
Биш аҙнаға тиклем себештәр бик тиҙ үҫә, шуға күрә уларға туҡ­лыҡлы аҙыҡ талап ителә. Артабан үҫеш тиҙлеге кәмей, ләкин ҡош­тарҙың ауырлығы артһын, ите тәм­ләнһен өсөн аҙыҡтың туҡ­лыҡ­лылығы тағы ла юғарыраҡ булырға тейеш.
Юғарыла әйтеп үткән ҡағи­ҙә­ләрҙе үтәгәндәрҙең мини-фермаһы ҙур табыш бирер.





Автор: Вәсил ҺӨЙӨНДӨКОВ. Район: Хәйбулла районы, Һамар ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә