Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хаҡтар үҫешен депутаттар тотҡарлай алырмы?
Башҡортостандың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы быйылғы яҙғы сессияның һуңғы ултырышына тәҡдим ителгән көн тәртибен ҡараны. Сараны парламент етәксеһе Константин Толкачев алып барҙы.

Президиум ултырышын уҙғарыуға бәйле бер яңылыҡ индерҙеләр: бынан һуң унда комитет рәйестәре етәкселегендәге эш һәм эксперт төркөмдәренең отчеты ла тыңланасаҡ. Был юлы Сәнәғәт, инновация үҫеше һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет рәйесе Рәшит Хәйруллин хеҙмәттәштәрен аҙыҡ-түлек баҙарындағы хәлгә күҙәтеү яһаусы төркөмдөң һығымтаһы менән таныштырҙы.
– Тикшереү эшендә аҙыҡ-түлек етештереүгә бәйле 13 предприятие, дәүләт власының туғыҙ органы, киң мәғлүмәт саралары ҡатнашты, – тине Рәшит Хөснулла улы. – Беҙ аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыуын тотҡарлау, ситтән килтерелгән тауарҙы үҙебеҙҙә етештерелгәне менән алмаштырыу буйынса саралар булдырыу өҫтөндә эшләнек. Барлыҡ тәҡдимдәр ҙә докладҡа индерелгән. Халыҡтың һатып алыу һәләте түбәнәйә. Нигеҙҙә, сит төбәктәрҙән килтерелгән ризыҡты алырға тырышалар, сөнки ул арзаныраҡ. Йәшелсә һаҡлағыстар төҙөү буйынса федераль программа беҙҙең республикала бик һүлпән тормошҡа ашырыла. Өфө ҡалаһы майҙандарында ойошторолған йәрминкәләрҙә аҙыҡ-түлек супермаркеттарҙағы менән сағыштырғанда ике тапҡырға тиерлек осһоҙораҡ, шуға күрә был алымды республиканың башҡа ҡалаларында ла үткәреп тороуҙы кәрәк тип таптыҡ. Ләкин халыҡтың аҙыраҡ йөрөй башлауы арҡаһында байтаҡ ҡына аҙыҡ-түлек кибеттәре ябылырға мәжбүр булды, һәм был беҙҙе борсомай ҡалмай, әлбиттә. Урында етештерелгән ризыҡҡа реклама юҡ, тип әйтергә лә мөмкин, телевизорҙа ошо йүнәлештәге роликтар һуңғы осорҙа ғына күренгеләй башланы. Артабан үҙебеҙҙекеләрҙе рекламалау йышыраҡ һәм көслөрәк барыр, моғайын.
– Был доклад – муниципаль берекмәләр, министрлыҡ етәкселәре өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле ҡулланма. Һеҙҙең төркөм ҙур эш башҡарған, – тине Константин Толкачев.
“Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл ху­жалығы продукцияһы, сеймал, аҙыҡ-түлек баҙарҙарын көйләү” тип атал­­ған дәүләт программаһының 2014 йылдағы үтәлешенә арналған док­­лад, исеменән күренеүенсә, ошо уҡ теманы дауам итә. Дәүләт Йыйы­лышы тикшереүенә Республика Хөкүмәте тәҡдим итәсәк был документ ту­­ра­һын­да Президиум ағзаларына Аграр мәсьәләләр, экология һәм тә­­биғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе Рәсүл Ғосманов мәғлүмәт бирҙе.
Парламенттың киләһе ултырышы докладтарға бай буласаҡ: әле күрһәтелгәндәренән тыш, Башҡортостанда Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса вәкилдең сығышы күҙалланна. Ул йүнселдәрҙең хоҡуҡтары һәм законлы мәнфәғәттәре былтыр нисек күҙәтелгәнен һөйләйәсәк.
Халыҡ вәкилдәре һаны бер кешегә кәмергә тора – депутат Флүр Әсәҙуллиндың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу мәсьәләһе ҡараласаҡ. Әйтеүҙәренсә, ул Башҡортостандан ситтә эшләй һәм йәшәй, шуға парламент ултырыштарына даими йөрөү мөмкинлеге юҡ. Был турала уның вазифаһынан бушатыуҙы һорап яҙған ғаризаһында асыҡ әйтелгән.
Быйылғы яҙғы сессияның һуңғы ултырышына илленән ашыу закон һәм ҡарар проекты тәҡдим ителде. Ә сараның үҙен Президиум ағзалары 25 июнгә тәғәйенләне.

ӘЙТКӘНДӘЙ...

Ултырыш аҙағында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Конс­тантин Толкачев “Башҡортостан” гәзите хәбәрсеһенең һорауына яуап бирҙе.

– Константин Борисович, парламенттың киләһе ултырышында республиканың 2014 йылға бюджет үтәлеше лә ҡараласаҡ. Ундағы 21 миллиард һумлыҡ дефицит нимә менән аңлатыла?
– Был – ғәҙәти хәл. Ҡаҙна буйынса документ һәр ваҡыт шулай төҙәтелә, аныҡлана. Башҡортостандың былтырғы бюджеты иҡтисади үҫеш тиҙлеге аҡрынайған мәлгә тура килде. Ә алдағы йылдар менән сағыштырғанда, һүлпәнлек тышҡы һәм эске иҡтисади шарттарҙың күплеге, уларҙың үҙ-ара бәйлелеге менән аңлатыла. Мәҫәлән, “Юралс” маркалы нефткә хаҡтың байтаҡҡа төшөүе, Рәсәй экспорты өсөн хас булған ҡайһы бер тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә донъя баҙарында, эске баҙарҙа ихтыяждың кәмеүе, илебеҙҙең төп иҡтисади сауҙа­лаштары булған дәүләттәрҙә геосәйәси мөхиттең насарайыуы, бәғзе бер илдәрҙең беҙгә ҡарата финанс-иҡтисади санкциялар иғлан итеүе...
2014 йылға бюджеттың аныҡланған планы килемдәр буйынса – 129 миллиард 532 миллион һум (тәүҙә раҫланған бюджетҡа ҡарата – 104,5%), ә сығымдар буйынса 150 миллиард һум (108,5 %) тәшкил итте.



Автор: Р. КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә