Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ауылым инәйҙәре һағындыра
Маһира өләсәйемә эйәреп, ауыл инәйҙәренә йөрөүем бала саҡтың иң матур хәтирәләренең береһе булып күңелемдә һаҡлана. Шуғалыр ҙа тыуған еремә ҡайтҡан һайын йорттарҙан матур-матур күлдәк кейеп, яулыҡ ябынып, аяҡтарына аҡ ойоҡбаш, ялтырап торған резина калуш эләктергән инәйҙәр йылмайып килеп сығыр кеүек. Хәйер, күбеһенең йәшәгән нигеҙе лә, үҙҙәре лә юҡ инде...

Күңелем менән улар янына йыш әйләнеп ҡайтам. Ғаиләлә иң бәләкәсе булғанғамы, әллә үҙенә иптәш итепме, ни өсөндөр өләсәйем мине һәр саҡ үҙе менән йөрөттө. Хәтеремдә, аҙналыҡ сәйәхәтебеҙ беҙҙән ике йорт аша яңғыҙ йәшәгән Зәйнәп инәй Буранғолованан башланыр ине. Уның өйөндәге урындыҡта иркенләп сәй эскән ваҡытта шкафҡа теҙелгән ялтыр биҙәүестәргә ҡарап һоҡлана торғайным. Ниҙәр һөйләшкәндәренә тиклем белеп бөтһәм дә, Зәйнәп инәй таҡмаҡ әйтә башлаһа, йоҡомһорай башлаған күҙ ҡабаҡтары үҙенән-үҙе асыла. Инәйем бармаҡтарын төкөрөкләп, сылтырлата-сылтырлата бейеп китер ине. Үҙенә генә хас тыпырлатыу, талғын тауыш менән башланып, илаһи моңға күмер йыр-моң әле булһа ҡолағымда сыңлай кеүек. Һуғышта һәләк булған улдарын, фашистарҙы еңеп ҡайтып та, тыуған йортонда өс көн генә йәшәп өлгөргән ирен юҡһынып та, һағынып та йырлағандыр, күрәһең.
Ауылда йәшәгән “телһеҙ” Мәфтуха инәйгә лә хәл белешергә йыш барҙыҡ. Бәләкәй өйөнөң бер мөйөшөн биләгән ап-аҡ мейесендә ут һүнмәй яныр, плитәлә сәйнүге ҡайнап ултырыр ине. Өләсәйҙәр бер-береһен нисек аңлағандыр, әммә уларҙың гәпләшеүе оҙаҡҡа һуҙыла торғайны. Унан хужабикә беҙҙе сәй эсергә ултыртыр, өҫтәлдең түренә һәр ваҡыт шәрбәт килеп ҡунаҡлар ине. Табынды йыйып, тағы бер аҙ ултырғандан һуң ҡайтыу яғына ыңғайлайбыҙ. “Телһеҙ” инәй беҙҙең менән бергә сығып, оҙатып ҡала.
Таибә инәй Үтәғолованың йорто һәр саҡ таҙа һәм яҡты булыуы менән хәтерҙә ҡалған. Самауырының гелән түрҙә йырлап ултырғаны иҫтә. Яңғыҙ йәшәгән инәй бер кемде лә сәй эсермәйенсә сығармаған икән. Шулай итеп, күңелендәге болоҡһоуҙарын таратып, үҙ-үҙен йыуатҡан булғандыр, күрәһең.
Ә бына Йәмилә инәй Әхмәтоваға һирәгерәк барҙыҡ, сөнки күп осраҡта ул үҙе беҙгә килде. Ҡыҙын яңғыҙ тәрбиәләгән инәй бәләкәй генә өйҙә йәшәне. Әммә йылы һәм ҡотло йортҡа ни өсөндөр һәр саҡ инге килеп торор ине. Бөгөнгөләй хәтеремдә: уның яртыһын бәләкәй урындыҡ һәм мейес алып тора. Урындыҡтың бер мөйөшөндә матур итеп ҡаралды өйөлгән, икенсе яғында — ҡулдан эшләнгән шкаф. Өләсәйем менән Йәмилә инәй япмалы күлдәктәрен матур итеп йәйеп, аяҡтарын бөкләп ултыра. Миңә иҙәндән бәләкәй ултырғыс менән урын бирелә. Бер аҙ ултырып, самауырҙың һыуын бушатҡас, улар аяҡтарын яҙып, урындыҡҡа һуҙып ала, күрәһең, ойоп китә торған булғандыр. Шул арала Йәмилә инәй бер нисә тапҡыр сығып, кәзәләрен ҡарап инә. Күптәр уның малҡайҙарға тип тоҡлап икмәк һатып алыуын әле лә хәтерләйҙер.
Йәмилә инәй менән төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр йыш булғыланы. Ауылдан йыраҡ түгел уның сабынлығы бар ине. Уны мал-тыуарҙан инәй үҙе ҡарауылланы. Ә сыбынлыҡта йыуа менән ҡуҙғалаҡтың ни тиклем әрһеҙ үҫкәнен күрһәгеҙ! Беҙ, бер төркөм бала, Йәмилә инәйҙең серем иткән ваҡытын һағалай торғайныҡ. Арып, йонсоп киткән әбей төшкә ҡарай ултырып йоҡлап китә, шул арала беҙ тиҙ генә кәртәләнгән һайғауҙар аша инеп, итәгебеҙгә йыуа, ҡуҙғалаҡ тултырырға тотонабыҙ. Инәй уянып, беҙҙе баҫтыра башлай... Ана, бөгөн Йәмилә инәйҙең сабынлығы шул көйө йәйрәп ята. Ул йәшәгән йорттоң нигеҙе булмаһа ла, күңелдәге матур хәтирәләр йәшәүен дауам итә.
Төрлө им-том, һылау менән шөғөлләнгән Ғәйшә инәй Исмәғилеваға өләсәйем биле ауыртҡанда йәки биртенгәндә барған икән, тип уйлап ҡуйҙым. Ни өсөн тигәндә, уларға йыш йөрөмәнек, әммә беҙ барған мәлдә Ғәйшә инәй, өләсәйемде урындыҡҡа һуҙып һалып, ҡаҙ майы менән билен ыуыр ине. Әйткәндәй, ошо инәйҙәрҙең яҙ һайын Талморон буйына сығып, ерҙе ҡаҙып, бер аҙ соҡор эшләп, төрлө үләндәр һалып, ҡаҙанда ҡайнаған һыуҙы шунда ҡойоп, өҫтөн ябып, боҫлатып, ахыр шунда ятыуҙарын күҙәтергә ярата торғайным. Бөгөн уйлап ҡарағанда, улар бит үҙҙәрен үҙҙәре дауалаған, халыҡ медицинаһына мөрәжәғәт иткән. Һарыҡ тиреһенә уранып, аяҡтарын яңы ҡырҡылған йөнгә төрөп ултырыуҙары ла бөгөнгөләй хәтеремдә.
Ауылым инәйҙәренең һәр береһе (өләсәйем генә беҙҙең менән йәшәне) үҙҙәре донъяларын баҡты, оҙаҡ йылдар матур итеп көн күреп, баҡыйлыҡҡа күсте. Әле телгә алынған, шулай уҡ урамыбыҙҙағы Гөлнур, Мәфтуха, Фатиха, Файза, Тутыя инәйҙәр беҙҙе тәрбиәләне тиһәк тә була. Көйәнтәләп һыу алып ҡайтҡанда билегеҙҙе ныҡ тотоп, һыуҙы сайпылтмағыҙ, тиһендәрме, урамда ҡысҡырып көлмәгеҙ, ир кешенең юлын ҡыймағыҙ, ололар менән иҫәнләшеп, уларҙы алдан үткәрегеҙ, ҡыҫҡа итәк кеймәгеҙ, тип төрлөсә өйрәтһендәрме, яндарына саҡырып, ипләп кенә өйҙәге хәлдәрҙе белешеп алһындармы — төрлөсә тәрбиәләргә тырышҡандар икән, тип уйлап алам.
Беҙҙең быуын ошондай иғтибарлы, ихтирамлы, хөрмәтле инәйҙәр тәрбиәһендә үҫеүе менән бәхетле. Тап улар бөгөн һәр ауылда тиерлек ойошторолған ағинәйҙәр ҡоро вазифаһын үтәгән түгелме һуң?! Шуныһы ҡыҙғаныс: ҡасандыр беҙгә тәрбиә биргән, йәшәйеше менән өлгө булған ошо инәйҙәрҙең юлын дауам итерлек, йәштәргә үрнәк булырлыҡ, өләсәйҙәренең итәгенә йәбешеп, күңел һандығына уларҙың йөрәк тауышын һалып барырлыҡ кеше аҙ. Эйе, динде үҙ иткән, иман таратҡан инәйҙәр бар, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, уларға фатиха биреп ултырғандар ҙа күп, әммә ағинәйҙәр хәрәкәтенә ҡушылып, бөтөн ауылға йәм һәм йән өрөрлөктәр һирәк.
Нисек кенә булмаһын, ниндәй генә районға йәки ауылға барырға тура килмәһен, “ағинәй” тигән һүҙҙе ишетеү менән, матур итәкле күлдәк кейгән, ауыҙын яулығы менән бер аҙ ҡаплай биреп һөйләшкән, кеткелдәшеп көлөшкән инәйҙәрем иҫкә төшә.





Автор: К. ИШБУЛДИНА. Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда 86 меңдән ашыу кешенең һыу баҫыу зонаһына эләгеүе ихтимал

Башҡортостанда 86 меңдән ашыу кешенең һыу баҫыу зонаһына эләгеүе ихтимал 23.03.2026 // Йәмғиәт

Төбәктә республиканың ташҡынға ҡаршы комиссияһы эше ойошторолған....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда яҙғы шәмбе өмәләре көндәре билдәләнде

Башҡортостанда яҙғы шәмбе өмәләре көндәре билдәләнде 23.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда яҙғы шәмбе өмәләре көндәре билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

«Салауат Юлаев» регуляр чемпионатты еңеү менән тамамланы

«Салауат Юлаев» регуляр чемпионатты еңеү менән тамамланы 23.03.2026 // Йәмғиәт

«Салауат Юлаев» регуляр чемпионатты еңеү менән тамамланы...

Тотош уҡырға 1

Өфөнән популяр йырсы Зөлхизә Илбәкова кейәүгә сыҡты

Өфөнән популяр йырсы Зөлхизә Илбәкова кейәүгә сыҡты 23.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән популяр йырсы Зөлхизә Илбәкова кейәүгә сыҡты...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Әр-Рәхим» мәсетендә төҙөлөш эштәре барышы хаҡында һөйләне
Башҡортостанда +15° тиклем йылыта

Башҡортостанда +15° тиклем йылыта 23.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда +15° тиклем йылыта...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан тәүге тапҡыр йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса өс лидер иҫәбенә инде

Башҡортостан тәүге тапҡыр йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса өс лидер иҫәбенә инде 23.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан тәүге тапҡыр йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса өс лидер иҫәбенә инде...

Тотош уҡырға 1

Адалин һәм Эльхан: Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәрен атанылар
Йәнтөйәккә ҡайтыу: Башҡортостан Башлығы өсөн Атайсал ҡайҙа башлана?

Йәнтөйәккә ҡайтыу: Башҡортостан Башлығы өсөн Атайсал ҡайҙа башлана? 20.03.2026 // Йәмғиәт

Атайсал ҡайҙа башлана? Башҡортостан Башлығы өсөн ул бында — Шиҙе йылғаһы буйында, тау-урмандар ......

Тотош уҡырға 2

35 меңдән ашыу башланғыс: Башҡортостанда «Атайсал» проектының һөҙөмтәләрен барланылар

35 меңдән ашыу башланғыс: Башҡортостанда «Атайсал» проектының һөҙөмтәләрен барланылар 19.03.2026 // Йәмғиәт

35 меңдән ашыу башланғыс: Башҡортостанда «Атайсал» проектының һөҙөмтәләрен барланылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә