Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уртаҡ булһын уйҙар, теләктәр
Уртаҡ булһын уйҙар, теләктәр Бәләбәй, Туймазы райондарында, Октябрьский, Туймазы, Дәүләкән ҡалаларында “Берҙәмлек” халыҡ-ара фестивале шаулап-гөрләп үтте. Дәүләкән районындағы һабантуйҙа төбәк халҡы менән бергә 200-ҙән ашыу сит ил вәкиле ҡатнашты. Улар өсөн милли байрам бер асыш булһа, беҙҙекеләр Ҡытай, Һиндостан, Бразилия, Көньяҡ Африка Республикаһы һәм башҡа илдәрҙән килгән ижади коллективтарҙың сығышын ҡыҙыҡһынып ҡараны.

Бындай байрамдың мең ырыуы төбәгендә булғаны бармы икән, әммә барса халыҡ төр­лө милли кейемдә сығыш яһаған артистарҙан күҙен алманы. Ғәжәпләнерлек тә ине шул! Һәр ҡәүемдең үҙ моңо, үҙ йөҙө. Ҡытай ҡыҙҙарының үҙенсәлекле бейеүе, ә һинд ир-егеттәренең милли хореографияһы арбаны. Мәҙәниәттә халыҡтың милли йөҙө сағыла, тиҙәр. Шуға байрамға йыйылған халыҡ Бразилия артистарының сығышында уларҙың асылын тойомларға тырыш­ты. Шоколад төҫөндәге тәнле ҡыҙҙар һәм егеттәр Африка­ның дуҫтарса йөҙөн сағыл­дырҙы. Уларҙың бейеүе Дәү­ләкән балаларына шул тиклем оҡшаны, улар ара­һында тап ошо төр сәнғәтте өйрәнергә теләүселәр ҙә табылды. Дөрөҫөн әйткәндә, бында күптәр бер-береһенең телен аңламай ине, әммә мәҙәниәт аша йөрәктәрҙән йөрәктәргә һалынған күпер байрам аҙағына шул тиклем нығынды, сәнғәт аша дуҫлашҡан сит ил вәкилдәре һәм урындағы халыҡ оҙаҡ айырылыша алмай торҙо.
Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Ҡаҙағстандан, Свердлов өлкәһенең Красноуфимск ҡала­һынан килгән “Уралочка” йыр һәм бейеү ансамбленең сығышы күптәргә таныш милли биҙәктәрҙән торһа ла, халыҡ элекке СССР дәүләте төбәктәрендә йәшәгәндәрҙе бик йылы ҡабул итте. Араларында Башҡор­тостандан сыҡҡан милләттәштәребеҙ ҙә бар ине.
Дәүләкән районында төрлө халыҡ вә­килдәре йәшәй. Балалар ижады йорто, ҡаланың сәнғәт мәктәбе уҡыусылары һәм үҙешмәкәр коллективтар сығышында төбәк­тең генә түгел, күп милләтле Рәсәй халҡының мәҙәниәте сағылды.
Концерттан һуң сит ил ҡунаҡтары милли башҡорт уйындарында ҡатнашты, ҡымыҙ, бауырһаҡ тәмләне. Сәхнә тирәһен уратып алған тамашасылар улар менән фотоға төшөп ҡалырға ла тырышты.

* * *
“Башҡортостан” концерт залы алдындағы асыҡ һауала гала-концерт менән тамамланды ШОС һәм БРИКС илдәренең милли мәҙәниәттәрен берләштергән халыҡ-ара “Берҙәмлек” фестивале. Үҙешмәкәр коллективтар өс сәғәт буйына баш ҡала халҡына концерт бирҙе. Төрлө милли музыка ҡоралдары, сағыу кейемдәр, моңло көйҙәр һәм арбап алырлыҡ бейеүҙәр – барыһы бергә мәңгегә хәтерҙә ҡалырлыҡ тамаша тыуҙырҙы.
Быйыл Һиндостандың Пенджаб ҡалаһынан “Халыҡ-ара ритм­дар” фольклор сәнғәте клубы, Бразилиянан “Cadica Dance”, Ҡытайҙан “Звезды Ланчьжоу” бейеү коллективтары, Көньяҡ Африка Республикаһынан “Tswelelopele Ka Lekgotla La Botaki Le Setso” ижади төркөмө килгәйне. Ҡаҙағстандың үҙенсәлекле сәнғәте солист Азамат Мукатов менән “Назик” фольклор-этнографик ансамбле, Үзбәкстандың “Ватандош” ансамбле, Тажикс­тандың “Гөлшан” дәүләт оркестры солистары, Ҡырғыҙстандың “Жетиген” төркөмө сығышы йөҙөндә сағылды. Урыҫ халҡының мәҙәниәтен “Уралочка” йыр-бейеү ансамбле күрһәтте. Ошонда уҡ үзбәк туйының үҙенсәлектәре, Көньяҡ Африка халҡының ямғыр саҡырыу йолаһы, Бразилия карнавалы, Ҡытай ҡатындарының “Мең ҡул” бейеүҙәре күрһәтелде. Сараның башынан аҙағына тиклем алып барыусылар Фаягөл Дәүләтйәрова менән Дмитрий Каретко йыйылған тамашасыны һәр илдең тарихы, ижади коллективтың үҙенсәлеге менән таныштырҙы.
– Башҡортостанды яраттым. Бик күп ҡала, ауылды күрҙек, һеҙҙең тәбиғәт иҫ киткес матур! Йәм-йәшел яландар, аттар өйөрө, тәмле ризыҡ, бигерәк тә татлы тәмлекәстәр, ҡымыҙ – барыһы ла һоҡланыу тойғоһо уята. Һәр ерҙә бик йылы ҡабул иттеләр. Фести­валдән ҙур ҡәнәғәтләнеү алып ҡайтам, – тине Һиндостан артисы Амердеп Панесар.
Республиканың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл фестивалдә 500 артист һәм 8 000-дән ашыу тамашасы ҡатнаш­ҡан.
Халыҡтар дуҫлығына, бөтөн донъялағы тыныслыҡҡа дан йырлаған халыҡ-ара “Берҙәмлек” фестивале тарихҡа инеп китте. Уның һәр өнөндә, һәр ауазында яҡтылыҡ, изгелек моңо яңғыраны. Башҡортостан төбәгендә яралған берҙәмлек йыры донъя халҡын тыныслыҡ байрағы аҫтында туплаһын!


“Башинформ” фотолары.




Республика халыҡ ижады
үҙәгенең генераль директоры
Байрас Ишбирҙин :


– Сара юғары кимәлдә үтте. Һәр ерҙә ҡунаҡтарҙы бик яҡшы ҡаршы алдылар. Ҡайһы бер райондарҙа ҡойоп ямғыр яуып торҙо, әммә, шуға ҡарамаҫтан, халыҡ ҡулсатырҙар тотоп, ямғырҙан һаҡлаусы плащ кейеп килеп, концертты башынан аҙағына тиклем ҡараны. Бик оҡшаттылар сығыштарҙы. Концерттар халыҡ тарафынан йылы ҡабул ителде. Ҡайһы берәүҙәр бразил, индус, африкан бейеүҙәрен беренсе тапҡыр күрә. Ҡунаҡтар, үҙ сиратында, һәр ваҡыттағыса башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығына, ихласлығына, милли аш-һыуҙарға, тәбиғәтебеҙгә таң ҡалды.


Автор: Т. СӘҒӘҘИЕВА, Л. АРАЛБАЕВА, Л. СИТДИҠОВА. Айгөл ХӨСНӨРЙӘЛОВА һәм Район: Дәүләкән – Өфө.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә