Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ете тарафтан ете хәбәр
Белгестәр — халыҡ араһында

Был аҙнала Ишембай районы хакимиәте, федераль һәм республика дәүләт учреждениелары белгестәре, район ауылдарына сығып, халыҡ менән осрашыуҙар үткәрә башланы. Ошо көндәрҙә бындай сара Верхотор, Кинйәкәй, Скворчиха ауылдарында үтте.
Халыҡтың һорауҙары күп ине. Мәҫәлән, Верхотор халҡының 25 проценты ғына газ менән файҙалана. Әле ауылды тулыһынса “зәңгәр яғыулыҡ” менән тәьмин итеү эше алып барыла. Халыҡты иң борсоған мәсьәлә – эшһеҙлек. Был проблеманы хәл итер өсөн инвесторҙар йәлеп ителә, теплица, күмер етештереү, ағас әйберҙәр эшләү цехтары асыу планлаштырыла. Киләһе аҙнала белгестәр Көҙән, Этҡол, Һайран, Петровск ауылдарына сығасаҡ.
“Торатау”.


Тол ҡатындар хаҡында хәстәрлек

Әбйәлил районы хакимиәтендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәрҙең тол ҡатындарының торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификаттар тапшырыу тантанаһы үтте.
Район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов республиканың үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн ағинәйҙәргә ҙур рәхмәт белдерҙе. Улар барыһы ла лайыҡлы тормош юлы үткән, балалар тәрбиәләгән, ауылдаштарының ихтирамын яулаған.
“Осҡон”.


Уҡытыусылар компьютерлы буласаҡ

Быйыл Хәйбулла районының ике мәктәбе компьютер менән йыһазландырылған. Маҡан ауылы мәктәбе – ун урынлыҡ компьютер класы, Уфимский ауылы мәктәбе дистанцияла уҡытыу өсөн сервер, ноутбук һәм ун урынлыҡ компьютер класы алған.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығы квотаһы буйынса 2012 йылда райондың тағы дүрт мәктәбе компьютер кластары аласаҡ, шуларҙың береһе дистанцияла уҡытыу өсөн тәғәйенләнгән. Быйыл уҡытыусылар яңы форматта эшләүгә күсәсәк. Яҡын арала Хәйбулла районының 280 уҡытыусыһы ноутбук менән тәьмин ителәсәк. Уларҙы башланғыс класс уҡыусылары, информатика уҡытыусылары, директорҙың мәғлүмәтләштереү буйынса урынбаҫарҙары, мәғлүмәт технологияларын әүҙем файҙаланған фән уҡытыусылары, мәғлүмәт технологиялары буйынса конкурс призерҙары аласаҡ.
“Хәйбулла хәбәрҙәре”.


Президент булыуы еңелме?

Саҡмағош ауылының балалар китапханаһында гимназияның X класс уҡыусылары ҡатнашлығында “Мин – буласаҡ президент” тип аталған ток-шоу үтте. Сара буласаҡ һайлаусыларҙа гражданлыҡ бурысын үтәүҙә яуаплылыҡ тойғоһон тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған.
Ток-шоу уйын формаһында үткән. Сарала балалар үҙҙәре президентлыҡҡа кандидат ролендә булып ҡараған. Кандидаттар “һайлаусылар” алдында һайлау программаһы менән сығыш яһаған, һорауҙарға яуап биргән.
Саҡмағош мәғлүмәт үҙәге.


Бөрө егеттәре һыр бирмәне

Яңыраҡ Пенза ҡалаһында 1995 – 1996 йылдарҙа тыуған үҫмерҙәр араһында еңел атлетика буйынса Рәсәй беренселеге үтте. Ярышҡа илдең 86 төбәгенән 680 йәш спортсы килгән. Башҡортостандың йыйылма командаһы составында Бөрө ҡалаһының “Юность” спорт мәктәбендә шөғөлләнеүселәр ҙә ҡатнашҡан.
Бөрө спортсылары ярышта еңеүгә өлгәшкән. 1-се мәктәптә белем алыусы Усман Усманов, Рәсәй беренселегенә ярыштарҙа ҡатнашып, өсөнсө еңеүен яулаған. Был юлы Усман бейеклеккә һикереүҙә Рәсәйҙең спорт мастеры нормативын үтәгән. Ул – 215, дуҫы Сергей Морозов 205 сантиметрға һикергән.
“Победа”, Бөрө ҡалаһы.


“Саңлы үксә” шәп үтте

Ошо көндәрҙә Салауат районының мәҙәниәт йортонда балалар һәм үҫмерҙәр араһында “Саңлы үксә” халыҡ бейеүҙәре фестивале үтте.
Сарала райондың 11 мәктәбенән, Балалар ижады йорто һәм сәнғәт мәктәбенән 15 бейеү ансамбле, һигеҙ яңғыҙ бейеүсе ҡатнашты. 7 – 12 йәшлек яңғыҙ бейеүселәр араһында беренсе урынды – Рита Шапочкина, 13 – 17 йәшлек бейеүселәрҙән беренселекте Гөлдәр Күсәева яуланы. Бейеү коллективтары араһында Балалар сәнғәт мәктәбенең “Гүзәл”, Балалар ижады йортоноң “Грация” коллективы алдынғылыҡты бирмәне. Район конкурсында еңеүселәр район абруйын республика кимәлендә яҡлаясаҡ.
“Йүрүҙән”.


Тарихсылар әүҙем эшләй

Бөрйән районында 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығы айҡанлы тыуған яҡты өйрәнеүселәр конференцияһы үтте. Уның эшендә ауыл Советтары рәйестәре, тарих уҡытыусылары, һуғыш һәм тыл ветерандары, яңыраҡ ойошторолған тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте ағзалары ҡатнашты.
Тарих уҡытыусыһы Б. Йәғәфәров 1812 йылғы һуғышта ҡатнашыусыларҙың исемлеген асыҡлау менән шөғөлләнә. Әле ул Башҡортостандың үҙәк архивында алған мәғлүмәттәрҙе тикшерә. Тиҙҙән исемлек әҙер буласаҡ. Конференцияла 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә һәйкәл асырға тигән тәҡдим яңғыраны.
“Таң”.


Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә