Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Балыҡ ҡына түгел
Ни өсөндөр, беҙҙең яҡтарҙа балыҡсыларҙы бик өнәп етмәйҙәр. “Балыҡ аулаған байымаҫ”, “Балыҡты тотҡан уңмаҫ, ашаған туймаҫ” тигән әйтемдәр ҙә бар. Хатта халыҡ аслыҡтан интеккән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла балыҡ ҡармаҡлауға ҡараш ыңғай булмаған. Әйткәндәй, ошо ауыр йылдарҙа олатайым, балыҡ аулап, байтаҡ ғаиләне үлемдән ҡотҡарған.


Ә бына мин һөйләргә теләгән ваҡиға ошо ҡарашҡа ҡапма-ҡаршы. Һүҙемде үрҙә телгә алған олатайымдан башлағым килә. Буш ваҡыты булдымы, ҡармағын тотоп, балыҡҡа китә торғайны. Бер-ике сәғәттә ҙур ғына табыш менән ҡайта ине. Ул заманда йылғалар ҙа мул һыулы, балыҡлы булды шул. Ә хәҙер иһә балыҡ тотам тиһәң, уны тәүҙә үҫтереп алырға кәрәк...
Заманында Ишембай районының Яңы Әптек ауылы халҡы ҡайҙа һыу төшөргә, балыҡ тоторға тигән һорауҙар менән баш ҡатырмай ине: Ҡашҡалашы йылғаһын быуып, бында матур быуа эшләнгәйне. Ләкин яҙғы ташҡын ваҡытында ул йырылды, һәм бер нисә йыл быуаның әҫәре лә булманы. Ул йылда быуа төбөндә ятҡан балыҡты ауыл халҡының биҙрәләп, тоҡлап йыйғанын әле лә һөйләйҙәр. Ауылдашыбыҙ Наил Йәлиев әлеге хәлде төҙәтеүҙе үҙ өҫтөнә алмаһа, Яңы Әптек халҡы быуаны яңынан тергеҙә алыр инеме икән – билдәһеҙ.
Ул мәлдә мәктәп директоры булып эшләгән Наил кемдең генә ишегенә барып төртөлмәне. Барлыҡ чиновниктарға мөрәжәғәт итте, әммә, аҡса килтерерлек сара булмағас, берәү ҙә быуаны яңынан быуырға ризалыҡ бирмәне. Ә бына үҙе ауыл Советы хакимиәте рәйесе итеп һайланғас, трактор, экскаватор хәстәрләне һәм ауылдаштарын өмәгә саҡырҙы. Ял көндәрендә ауыл халҡы йыйылышып, йылғаны яңынан быуҙылар.
Тәүге һынау – ташҡынды яңы быуа лайыҡлы үткәрә – ныҡ тора. Һыу кимәле лә элекке һымаҡ күтәрелә. Бынан һуң ауыл Советы хакимиәте икенсе мәсьәлә тураһында уйлана: ҡайҙан селбәрә алып быуаға ебәрергә? Ауыл халҡы йәнә лә һынатмай. Кем күпме бирә ала, шунса аҡса йыйып, быуаға балыҡ ебәрәләр. Уларҙы тәүҙә ашатып торалар. Балыҡсылар түҙемле булып сыға: ике йыл быуаға ҡармаҡ менән яҡын да бармайҙар. Балыҡтың үрсегәнен көтәләр. Былтыр ғына ҡулдарына ҡармаҡ алырға йөрьәт иттеләр.
Әммә икенсе бәлә һағалап торған: быуаның тергеҙелеүе, балыҡлы булыуы тураһында ситтәр белеп ҡалған. Ял көндәрендә балыҡсылар килеп тула башланы. Әлбиттә, йәл түгел – тотһондар ҙа, ти, балығын. Әммә үҙҙәренән һуң әллә күпме сүп-сар ҡалдырып китеүселәр бар. Бынан тыш, ау менән килеүселәр осрай. Ҙур ауырлыҡ менән быуаны тергеҙгән ауылдаштар был хаяһыҙлыҡҡа түҙә алмай, төндә ҡарауылға сығырға һөйләште.
Йәйге төндәрҙең береһендә егеттәрҙең телефоны шылтырай: иҫерешеп алған ситтәр балыҡ ауларға була. Ике яҡ араһында ғауға ҡуба. Йоҙроҡтар төйнәлә. Шул саҡ хәлде Наил Йәлиев көйләй...
Маҡсатым бөгөнгө заман өсөн хас булмаған хәл – балыҡсыларҙың үҙ башланғысы менән, шәхси аҡсаһына дамба төҙөп, быуаны ҡайтанан тергеҙеүе – тураһында ғына һөйләү түгел. Быуаның ныҡлығын тикшереү өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре киләсәк, улар дамба емерелә ҡалһа, аҫтағы ауылдарҙы һыу баҫыу ихтималлығы тураһында иҫкәртеп, ҡоролманы емереүҙе талап итеүҙәре ихтимал. Беҙҙә шулай бит, булғанды емереп кенә мәсьәләне хәл итеп өйрәнгәндәр. Ә, киреһенсә, үҙҙәренең белгестәрен саҡыртып, дамбаны нығытыу яғын күреп булмаймы? Халыҡтың яратҡан ял урынына әйләнгән быуаны нисек тә һаҡлап алып ҡалырға ине.



Автор: Зөфәр ТИМЕРБУЛАТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә