Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Сыңғыҙхан” Бей менән алышҡа әҙер
“Сыңғыҙхан” Бей менән алышҡа әҙер Денис Шафиҡов. Был исемде әйтеү менән данлыҡлы башҡорт егете, еңел һәм беренсе уртаса ауырлыҡ үлсәмендә донъяға танылған боксер күҙ алдына баҫа. Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһында йәшәгән Бүләкәй менән Фуат Шафиҡовтар ғаиләһендә 1985 йылдың 3 июнендә тыуған ул. Бәләкәйҙән спорт менән мауыҡҡан бик тә әҙәпле, ипле малай булып үҫкән. Ҡыҙыҡһыныуҙары күп булған кескәй сағында. 13 йәшендә атаһы боксҡа алып килгән, һәм был юл, күрәһең, уның тормошта үҙ урынын табыр хеҙмәт төйәге булғандыр.
Тырышҡан кешегә уңыш юлдаш. Спортсыларҙың шундай үҙенсәлекле әйтеме бар: үҙеңде спортта түгел, спортты үҙеңдә ярат, һәм еңеүҙәр һине көттөрмәҫ. 2003 йылда Ульяновск ҡалаһында үткән ярышта бронза миҙал алыуға өлгәшкән егет 2009 йылда IBO версияһы буйынса донъя чемпионы исеменә лайыҡ була.
Хәйер, Денистың уңыштары һәм ҡыҙыҡһыныуҙары хаҡында әңгә­мәләшергә форсат сығып тора. Был хаҡта донъяның бокс көйәр­мәндәре күптән үҙ-ара фекер алыша. Денис Шафиҡов 18 июлдә Макаола Америка боксеры Микки Бей менән донъя чемпионы титулы өсөн алышҡа сығасаҡ. Ошо уңайҙан беҙ ҙә Лос-Анджелеста күнекмәләр үткән милләттәшебеҙ менән скайп аша әңгәмә ҡорҙоҡ.

— Сәләм, Денис! Хәлдәрең нисек?
— Һаумыһығыҙ. Хәлдәр яҡшы ғына. Әле күнекмәләр менән мәш­ғүлмен, алышҡа әҙерләнәм.
— Әңгәмәне тулыландырыу маҡ­са­тында гәзит уҡыусыларҙы ҡыҙыҡ­һындырған һорауҙарҙы ла бирәйем әле. Һин рингка милли башҡорт кейемендә сығаһың, бының сере ниҙә?
— Финдарҙың “P3 Boxing” промоутер компанияһы менән эшләгән мәлдә булды был хәл. Улар миңә, йөҙ-ҡиәфәтемә ҡарап, “Сыңғыҙхан” ҡуша­матын һәм яңы өҫ кейеме тәҡдим итте. Исем миңә оҡшаны, әммә үҙебеҙҙең милли кейемдә сығам, тинем. Улар килеште. Ҡамсат бүрек менән елән кейәм рингка табан атлағанда.
— Беҙҙең күҙгә йәш тула шул саҡта. Рәсәй телеканалдары “Южноуральский боксер”, “Миасский спортсмен” тип һөйләгәндә, беҙ­ҙеке бит ул, башҡорт, тип ҡыс­ҡырғы килә хатта! Рәхмәт яҡты, милли рухың өсөн! Ә ниңә “Салауат Юлаев” түгел, мәҫәлән, ҡушаматың?
— Рәхмәт йылы һүҙегеҙгә (йылмая)! “Сыңғыҙхан”ды улар тәҡдим итте. Йәнә лә мин бит рингта, Сыңғыҙхан кеүек, дәғүәсемде яулап алыу юлы менән еңеүгә ынтылам. Ә Салауат батыр бер ҡасан да үҙе башлап яуға сыҡмаған. Ул — изге көрәшсе.
— Ҡайҙан килә һиндә башҡорт рухына шундай тоғролоҡ?
— Ғаиләнән. Атайым да, әсәйем дә – башҡорттар. Беҙҙең Силәбе өлкәһендә милләттәштәребеҙ бик күп йәшәй. Кешене бала саҡтан уратҡан мөхит, ғаиләләге тәрбиә ҙур әһә­миәткә эйәлер ул. Башҡаса булыуҙы күҙ алдына ла килтергән юҡ.
— Алыштарың 2003 йылдан башланған шикелле...
— Эйе, тап ошо осорҙа профессиональ рингка аяҡ баҫтым. Тәүге тиҫтәләгән турнир Рәсәйҙә, Белоруссияла үтте. Бөгөнгә 35 алыштың 33-өндә еңдем. Береһе тигеҙ иҫәпкә та­мам­ланһа, икенсеһендә, 2014 йылдың 22 февралендә үткәрел­гәнендә, судьялар ҡарары менән Мексиканан Мигел Васкес еңеүсе тип табылды.
— 18 июлдә уҙасаҡ алышҡа әйлә­неп ҡайтайыҡ. Ниндәй өмөт­тәр менән сығаһың?
— Еңермен, тип уйлайым. Әле Лос-Анджелеста бик кө­сөр­гәнешле күнек­мәләр үтәм.
— Интернет селтәрендә шундай мәғлүмәт булды: “IBF версияһы буйынса 31 йәшлек американ Микки Бей менән 29 йәшлек Денис Шафиҡов араһындағы алышҡа бәйле, ниһайәт, “Mayweather Promotions” һәм “Top Rank” компаниялары араһында килешеү төҙөлдө”. Ошоларҙы аңлатып китһәң ине.
— Бей менән алышҡа мин 30 апрелдә үк әҙер булдым, бик яҡшы формала инем. Әммә дәғүәсемде контракттың хаҡы ҡәнәғәтләндермәй, тинеләр. Әйткәндәй, “Top Rank” — беҙҙең алышты ойоштороуға промоутер сау­ҙаһында еңгән ойошма. Ко­ман­дабыҙ Бей осрашыуҙан, чемпион билбауынан баш тартыр, тип тә уйлағайны, мин генә быға ышанманым. Аҡылы булған кеше тота килеп чемпионлыҡҡа ҡул һел­тәп ҡуймай бит инде. Шунан АҠШ-тан хәбәр килеп төшкәс, һис аптыраманым. Бей кон­трактҡа ҡул ҡуйған. Әлбиттә, минең өсөн алыш ҙур әһәмиәткә эйә: чемпиондан билбауын тартып алырға тейешмен бит. Был титул өсөн көрәшеүгә ҡарағанда мәртәбәлерәк, минеңсә. Алышҡа ике айҙан ашыу әҙерләндем. Үҙебеҙҙең Мейәс­тә ял итергә лә өлгөрҙөм, етмәһә, беҙҙең компания егеттәре Морат Гассиев менән Константин Пономаревтың еңеү­ҙәре дәртләндереп ебәрҙе.
— Көйәрмәндәрең Васкес менән алышың судьялар хө­кө­мө менән дәғүәсең файҙа­һына тамамланыуын ауыр кисерҙе...
— Хәҙер инде, бер ни тиклем ваҡыт үткәс, шуны әйтә алам: беҙҙең Васкес менән осрашыу элегерәк тә булды, һәм мин уны ышаныслы еңгәйнем. Макаола ла шулай ҡабатланыр тип уй­лағайным, әммә унда дә­ғү­ә­сем көслөрәк булып сыҡ­ты. Хәҙер миңә чемпион титулын яулар өсөн икенсегә мөмкинлек бирелде. Алышҡа 110 процент әҙерлек менән сы­ғам, Алла бирһә. Еңеү өсөн үҙемде рингта ҡал­дырырға әҙермен.
— Алла бирһә, тинең. Хоҙай Тәғәләнең барлығына ышанаһың, тимәк?
— Әлбиттә, донъя менән идара иткән Юғары көстөң барлығын таныйым.
— Әле күнекмәләрең ниндәй режимға ҡоролған?
— Уныһы серле мәғлүмәт, әйтергә ярамай. Ғәфү итегеҙ (йылмая). Ял итергә лә ваҡыт ҡала, барыһы ла яҡшы әлегә.
— Ғаиләң, атай-әсәйең менән аралашып тора­һыңдыр?
— Эйе, улар менән дә, һеҙҙең менән һөйләшкән кеүек, скайп аша әңгәмәләшәм. Балалар һағындырып китә.
— Ғаиләң менән таныштырып үтһәңсе.
— Ҡатыным Эльмира ла – башҡорт ҡыҙы. Артем исемле ул, Юлиә исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ.
— Башҡорт моңдарын тыңлай­һыңмы?
— Эйе, бигерәк тә ҡурайсы Роберт Юлдашев башҡарыуындағы көйҙәр оҡшай.
— Профессиональ боксер булараҡ, Рәсәйҙә был спорт төрөнөң үҫеше хаҡында ни әйтерһең?
— Дөрөҫөн әйткәндә, Рәсәйҙә профессиональ бокс үҫешә генә башланы. Һәүәҫкәрҙәр боксы, эйе, яҡшы кимәлдә.
— Ял мәлендә китапҡа, фильмдарға ваҡыт ҡаламы?
— Кино ҡарарға яратам. Бигерәк тә Ҡытай боевиктары ҡыҙыҡлы миңә. Джеки Чандың ролдәре бик үҙенсәлекле. Ә китаптарға килгәндә инде, бөтөнләй ваҡыт юҡ уҡырға. Гәзиттәрҙән, интернеттан алам барса яңылыҡты.
— Яратҡан аш-һыуың?
— Ҡыҙҙырылған тауыҡ, ананас менән тауыҡ итенән яһалған салат оҡшай. Әсәйем, кәләшем әҙерләгән ризыҡтарҙы яратам. Алла бирһә, алыштан һуңғы осрашыуҙы улар үҙебеҙсә табын ҡороп ҡаршылар, тип көтәм. Мейәскә 20-21 июлдә ҡайтып етергә тырышырмын, тим.
— Һине “Башҡортостан”да көтөп ҡалабыҙ һәм еңеүеңде теләйбеҙ!
— Рәхмәт, осрашырға яҙһын!

Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.

Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Башҡортостанда 86 меңдән ашыу кешенең һыу баҫыу зонаһына эләгеүе ихтимал

Башҡортостанда 86 меңдән ашыу кешенең һыу баҫыу зонаһына эләгеүе ихтимал 23.03.2026 // Йәмғиәт

Төбәктә республиканың ташҡынға ҡаршы комиссияһы эше ойошторолған....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда яҙғы шәмбе өмәләре көндәре билдәләнде

Башҡортостанда яҙғы шәмбе өмәләре көндәре билдәләнде 23.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда яҙғы шәмбе өмәләре көндәре билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

«Салауат Юлаев» регуляр чемпионатты еңеү менән тамамланы

«Салауат Юлаев» регуляр чемпионатты еңеү менән тамамланы 23.03.2026 // Йәмғиәт

«Салауат Юлаев» регуляр чемпионатты еңеү менән тамамланы...

Тотош уҡырға 1

Өфөнән популяр йырсы Зөлхизә Илбәкова кейәүгә сыҡты

Өфөнән популяр йырсы Зөлхизә Илбәкова кейәүгә сыҡты 23.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән популяр йырсы Зөлхизә Илбәкова кейәүгә сыҡты...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Әр-Рәхим» мәсетендә төҙөлөш эштәре барышы хаҡында һөйләне
Башҡортостанда +15° тиклем йылыта

Башҡортостанда +15° тиклем йылыта 23.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда +15° тиклем йылыта...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан тәүге тапҡыр йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса өс лидер иҫәбенә инде

Башҡортостан тәүге тапҡыр йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса өс лидер иҫәбенә инде 23.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан тәүге тапҡыр йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса өс лидер иҫәбенә инде...

Тотош уҡырға 1

Адалин һәм Эльхан: Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәрен атанылар
Йәнтөйәккә ҡайтыу: Башҡортостан Башлығы өсөн Атайсал ҡайҙа башлана?

Йәнтөйәккә ҡайтыу: Башҡортостан Башлығы өсөн Атайсал ҡайҙа башлана? 20.03.2026 // Йәмғиәт

Атайсал ҡайҙа башлана? Башҡортостан Башлығы өсөн ул бында — Шиҙе йылғаһы буйында, тау-урмандар ......

Тотош уҡырға 2

35 меңдән ашыу башланғыс: Башҡортостанда «Атайсал» проектының һөҙөмтәләрен барланылар

35 меңдән ашыу башланғыс: Башҡортостанда «Атайсал» проектының һөҙөмтәләрен барланылар 19.03.2026 // Йәмғиәт

35 меңдән ашыу башланғыс: Башҡортостанда «Атайсал» проектының һөҙөмтәләрен барланылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды...

Тотош уҡырға 3

  1. Гөлнур
    Гөлнур от 05.06.2015, 11:35
    Башҡортостан еңеүеңде көтә, ДЕНИС! Еңеүеңә ышанабыҙ, яратабыҙ, ғорурланабыҙ!

  2. Динара
    Динара от 05.06.2015, 12:30
    Яҡташыбыҙ тураһында шундай йөкмәткеле мәҡәләгеҙ өсөн рәхмәт! Башҡортостанды донъя күләмендә танытыусы милләттәшебеҙ, башҡорт халҡының ғорурлығы бит ул Денис!Батырҙар тураһында яҙғанда, "уның арҡаһы ер күрмәгән" тип әйтер булғандар - һиңә лә, Денис, рингтарға нисә тапҡыр сыҡһаң, шунса тапҡыр еңеүҙәр яуларға яҙһын! Данлыҡлы башҡорт йырсылары Абдразаҡовтарҙан донъялағы билдәле журналистар: "Һеҙ Рәсәйҙән, рустар..." тип һорай башлаһалар, улар һәр ваҡыттағыса: "Беҙ Рәсәйҙән булһаҡ та, беҙ - башҡорт!" - тип ғорур яуап бирәләр! Денис Шафиҡов та көрәш майҙанында "Мин -башҡорт!" тип ғорурланып еңеүҙәр яулаһын! Ышанабыҙ, алға, еңеүгә табан! Артылаһы үрҙәрең, ҙур еңеүҙәрең алда әле - уңыштар һиңә!

Комментарий өҫтәргә