Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Шәжәрәһен белмәгән — нәҫелһеҙ
Шәжәрәһен белмәгән — нәҫелһеҙ Яҡын туғандарҙың өйлә­неше­үе нәҫелде һәләкәткә килтереүе ихтималлығын борон-борондан уҡ һәйбәт белгәндәр, шуға күрә халҡыбыҙҙа үҙеңдең ете быуыныңды яҡшы белеү шарты ҡанунға әүерелгән.

Эйе, ата-бабаларыбыҙ йөҙ тапҡыр хаҡлы. Бөгөн ошо ҡағиҙәләр, һис шикһеҙ, йәштәр тарафынан мотлаҡ үтәлергә тейеш. Халҡыбыҙ: “Дөйәләй алтының булғансы, төймәләй аҡылың булһын”, — тигән. Ошо йәһәттән һәр кем туған-тыумасалыҡ терминдарын да иҫтән сығармаһын ине.
1-се быуын — атай-әсәй;
2-се быуын — ул һәм ҡыҙ;
3-сө быуын — ейән-ейәнсәр;
4-се быуын — бүлә-бүләсәр;
5-се быуын — тыуа-тыуасар;
6-сы быуын — тыуаяттар;
7-се быуын — ете яттар.
Ете быуынды белеү шуныһы менән дә ҙур әһәмиәткә эйә: тамыры ныҡ ағас ҡына ышаныслы иркен үҫә, ә тамырһыҙы ҡорой.
Шуға күрә элек һәр ауылдың уҡы­мышлы кешеләре халыҡтың ырыу ағасын яҙып барған — был шәжәрә тип атала. Һәр быуын ата-бабаларының кемлеген, ниндәй кеше булыуын, уларҙың исем­дәрен, кәсептәрен, тормошҡа булған ҡа­раштарын балалары хәтеренә һалырға, үҙ тоҡомоноң яҡшы яҡтарын өйрәнеп, шуға торошло булып йәшәргә тырышҡан.
Бындай материалдарҙы туплағанда миңә Икенсе Этҡол ауылына ҡағылышлы 1816, 1834, 1859 йылдарҙың архив материалдары, ревизия документтары менән танышырға тура килде. Ауылдың айырым ырыу-ара генеалогияһын төҙөү ҙә маҡсатҡа ярашлы булды. Бәлки, бында бәхәсле урындар ҙа осрар. Уның менән шөғөлләнгәндә ауылдаштарыма үҙ тамырҙарын тәрәнерәк белергә ярҙам итеү күҙ уңында тотолдо.
Боронғонан килгән, беҙҙең халыҡҡа ғына хас йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр, әҙәп, әхлаҡ совет власы дәүерендә бик ныҡ ҡаҡшаны. Кешенең, тотош милләттең, халыҡтың тәбиғәтен, асылын үҙгәртеп, көслөк менән яңы ҡиммәттәргә инандырып, берҙәм совет милләтен барлыҡҡа килтереү осоронда күптәр үҙҙәренең нәҫел-нәсәбен онотто.
“Илен онотҡан — игелекһеҙ,
Халҡынан биҙгән — холоҡһоҙ,
Шәжәрәһен белмәгән — нәҫелһеҙ”, — ти халыҡ.
Һәр кем, халҡыбыҙҙың үткәненә бәйле ҡомартҡыларҙы бөртөкләп өйрәнеп, шәжә­рәләребеҙҙе белеп, киләсәк быуынға тапшырырға бурыслы. Шөкөр, хәҙер һәр кемдә шәжәрәләргә иғтибар арта бара. Ауылдарҙа шәжәрә байрамдары, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” йыйындары, күренекле яҡташтарҙың ҡәҙер һәм хәтер кисәләре үтеүе — быға асыҡ миҫал, фәһемле күренеш.
Беҙҙә һәр нәҫел-ырыу, аймаҡ, араларҙың атамаһы бар. Бәлки, тора-бара улар юғалып ҡалыр. Әле лә бит күптәр ниндәй араға ҡарағанын белмәй үҫә. Атамаларҙы хәҙерҙән үк аҡ ҡағыҙға төшөрөп ҡуйыу зарур.
Әлбиттә, араларға исемде, нигеҙҙә, нәҫел-ырыуҙың булмышына, холоҡ- ҡылығына ҡарап бирәләр. Һәр ара башҡаларҙан һәләте, һөнәрҙәре, оҫталыҡтары, ҡылыҡтары менән айырыла.
Ҡурҡаҡтар, әпкәләйҙәр, көсөктәр, һыр­тыҡайҙар, тызымдар, маңҡалар кеүек атамалар үҙе өсөн үҙе әйтеп торғандай. Берәү ҙә быны ғәйепкә алырға тейеш түгел, сөнки “халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә” тиҙәр. Бындай ҡушаматтарҙан ниндәйҙер төртмә мәғәнә эҙләү һәм ғәрләнеү урынһыҙ. Киреһенсә, ошо ырыу-ара атамаларға таянып, теге йәки был ғаиләнең боронғо нәҫел тармаҡтарын эҙләп табырға мөмкин.
Шулай итеп, халыҡ тарихын өйрәнгәндә шә­жәрәләрҙең әһә­миәте бик ҙур. Унда тарих үҙе сағыла.






Автор: Азамат ТАЖЕТДИНОВ. Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә