Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һыналған, әммә һынмаған
Һыналған, әммә һынмаған Мин — һуғышта ҡатнашҡан олатайҙарҙың, шул осор ауырлығын үҙ иңендә күтәргән өләсәйҙәрҙең хәтирәләрен ишетеп үҫкән быуын вәкиле. Бала саҡта был иҫтәлектәрҙең ни тиклем ҡәҙерле икәнен аңлап етмәйһең шул... Күпме мәғлүмәт һаҡланған булыр ине!


Беҙҙең ауылдың мәктәп баҡса­һын­да Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә обелиск ҡуйылған. Исемлектә берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ бар — Таһира Нух ҡыҙы Нухова. Ул — минең өләсәйем (әнкәйем) Нәсимә Кәрим ҡыҙы Гә­рә­ева-Нухованың яратҡан, һәр ваҡыт ҙур хөрмәт менән хәтергә алған апаһы. Таһира әбейҙе беҙҙең ғаиләлә әле лә йылы һүҙҙәр менән генә иҫләйҙәр. Миңә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны күрергә яҙманы. Ҡәһәрле һуғыш яҡын кешемдең йәшлеген генә урлап ҡалмай, ғүмерен дә ҡыҫҡарта: мин донъяға килгән 1974 йылдың майында Таһира әбей баҡыйлыҡҡа күсә. Тулҡынланып көткән байрамын — Еңеүҙең 30-сы яҙын — ҡаршыларға насип булмай уға.
Таһира Нух ҡыҙы 1-се Иҙелбай ауылында донъяға килә. Бәләкәйҙән етем ҡалып, бер туған апаһы Зөһрә тәрбиәһендә үҫә. Бишәүҙәр ауылына кейәүгә сыҡҡас, яҡыны Таһираны ла үҙе менән алып китә.
Арҡауыл мәктәбен уңышлы тамам­лаған тырыш, аҡыллы ҡыҙҙы тәүҙә Яҙғы Йорт ауылына һатыусы итеп эшкә ебәрәләр. Һуңынан, отҡорлоғон күреп, Лағыр ауылына һаҡлыҡ кассаһына күсерәләр.
Йәшлек хыялдарын селпәрәмә кил­тергән һуғыш... 1942 йылда фронт­та хәлдәр айырыуса киҫкен­ләшкәс, ҡайһы бер үҫмер ҡыҙҙар ҙа хәрби хеҙмәткә саҡыртыла башлай. Таһира 1942 йылдың майында военкоматтан повестка ала. Өфөнән ебә­рел­гәндәрҙең күбеһе зенит ар­тил­ле­рияһы полктарына эләгә.
20 йәшлек Таһираны 748-се зенит артиллерия полкына беркетәләр. Приборсы (зенит артиллерияһы утына идара итеүсе) булып башлай ул яу юлын. Һуңынан 796-сы полкта дошманға ҡаршы алышта дальномерщица (немец самолеттарының тиҙлеген һәм алыҫлығын билдәләүсе) була. Әйткәндәй, был урынға тик үткер күҙле, сос, ҡыйыу ҡыҙҙарҙы ғына ҡуялар, сөнки әлеге бурысты башҡарған кеше өҫкә бомба, снаряд яуғанда ла посын ташларға тейеш түгел. Артиллеристар асҡан уттың һөҙөмтәһе лә уның фашист самолеттарының тиҙлеген аныҡ билдәләүенә, азимутты, бейеклекте дөрөҫ күрһәтеүенә бәйле. Таһира Нух ҡыҙы үҙенә йөкмәтелгән бурысты теүәл үтәй. Туғандарына яҙған хаттарында ла һуғыш ауырлығына зарланмай. Бары бер тапҡыр һыҡтау тоя яҡындары. “Иң ҡыйыны сәсемде киҫтереү булды, ике толомомдо битемә ҡаплап иланым”, — тип яҙа Таһира. Ҡайтҡас та һуғышта күргән­дәре тураһында һөйләргә яратмай. Аяҡ-ҡул быуындарының һыҙлауына түҙә алмағанда ғына: “Ҡышҡы һыуыҡта туң ерҙә окоп, траншея ҡаҙып бөттө һаулығым”, — тип сабыр ғына зарлана. Ә бит һуғыш — ҡатын-ҡыҙ ғына түгел, бәһлеүәндәй ир-егет өсөн дә күтәргеһеҙ ауыр һынау.
Таһира Нух ҡыҙына зенит артил­лерияһы полкы составында дошмандан күп ерҙе азат итергә, ҡаты алыш­тарҙа ҡатнашырға тура килә. Грозный ҡалаһын һаҡлай, Кавказ тауҙа­рында көрәшә, Молдавияны, Польшаны, Че­хословакияны азат итеү­ҙә ҡатнаша. Еңеү­ҙе ул Чехос­ло­вакияның Кушице ҡалаһында ҡар­шылай. “Берлинды алған өсөн”, “Кавказды һаҡлаған өсөн” миҙал­дары менән бүләкләнә.
Ҡыйыу яугир тыныс тормошта ашнаҡсы һө­нәрен һайлай. Арҡауыл ауылының өлкән быуын кешеләре уны әле лә мөләйем йөҙлө, тәртип, таҙалыҡ яратҡан, үҙ эшенә талапсан, башҡаларға ғәҙел ашхана мөдире итеп хәтерләй.
Яҙмышын үҙе кеүек һуғыштан ҡайтҡан Яҡуп Шәрәев менән бәйләй Таһира Нух ҡыҙы. Өс балаға ғүмер бирәләр. Әле ҡыҙҙары Зифа, Клара, Гөлсөм Стәр­летамаҡ ҡала­һында йәшәй. Әсәләре тураһындағы яҡты хәтирәләрҙе ейән-ейәнсәрҙәренә еткереүҙе изге бурысы итеп һанай улар.




Автор: Лиза НИҒМӘТУЛЛИНА-СӘЛӘХОВА. Район: Салауат районы, 2-се Иҙелбай ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә