– Әмир Миңнәхмәт улы, телевизорҙы асһаң, һеҙ һөйләп тораһығыҙ, төрлө “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусы ла – һеҙ, республика кимәлендәге сараларҙа күргәҙмә ойоштороусы ла, сит илдәргә барып, башҡорт прополисын күрһәтеп йөрөүсе лә... Барыһына ла нисек өлгөрәһегеҙ? – Республикала ғына түгел, донъяла билдәле Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры Әмир ИШЕМҒОЛОВҠА тәүге һорауым шул булды.– Барыһы ла кешенең тормошта ниндәй маҡсат ҡуйыуынан тора, – тип яуап бирҙе етәксе һәм ғалим. – Кешегә йәшәү өсөн күп нәмә кәрәк: һауаһы ла, һыуы ла, ашар ризығы ла... Шулар рәтендә ҡайһы берәүҙәр аҡсаны ла күрә. Ләкин уны тормоштоң маҡсаты итеп ҡарарға ярамай. Аҡса – уй-ниәткә өлгәшеүҙәге ярҙамсыларҙың береһе генә. Ә кешенең төп маҡсаты Тыуған иле, халҡы, йәшәгән төбәге менән бәйле булырға, уның һәләтен билдәләргә, аҙаҡ боролоп ҡарарлыҡ эш һөҙөмтәһен тыуҙырырға тейеш. Минең маҡсат – аҡса табыу түгел, ә халыҡҡа хеҙмәт итеү. Умартасылыҡ – ул башҡорт халҡының тарихы ла, мәҙәниәте лә, йәшәү сығанағы ла. Мин һәр саҡ шуны күҙ уңында тотам. Умартасылыҡҡа килем табыу сығанағы тип түгел, ә халыҡҡа хеҙмәт итеүҙең бер юлы итеп ҡарайым.
– Һиҙеүемсә, һеҙ, тимәк, бәхетле кеше?
– Был һорауҙы миңә беренсе тапҡыр ғына бирмәйҙәр. Бәхетте һәр кеше үҙенсә аңлайҙыр, моғайын. Кемдер уны яратып башҡарған эшең булыуҙа, бәғзеләр аҡсала, ҡайһы берәү һөйөклө ғаиләһендә күрә. Улар менән бәхәсләшмәйем, шулай ҙа бәхетте халыҡҡа хеҙмәт итеүҙә тоям. Кешеләргә аҙ ғына ярҙамым тейһә лә, күңелемә ҙур кинәнес алам. Әйтәйек, әлеге һөнәремде лә – умартасылыҡты үҫтереүҙе – шул маҡсат менән тығыҙ бәйләйем: был эшмәкәрлек алға киткән һайын халыҡтың көнкүреше лә ниндәйҙер кимәлдә яҡшыра бара бит.
– Халҡым тип яныу, күрәһең, нигеҙҙә, тәрбиәнән килә. Белеүемсә, һеҙ – халҡыбыҙҙың олуғ шәхесе Зәйнәб Биишеваның ейәне, атай-әсәйегеҙ ҙә уҡытыусы булған...
– Олоғая барған һайын үҙемдең нәҫел-нәсәп тураһында йышыраҡ уйлайым шикелле. Ата-бабамда “революцион” рух көслө булған. Әсәйемдең ағаһы, Ырымбурҙағы Башҡорт педагогия техникумы директоры, ғалим Абдулла Ибраһимов – Әхмәтзәки Вәлидиҙең көрәштәше. Зәйнәб өләсәйемдең тәрбиәүи йоғонтоһо ла бик юғары булды. Атайым – Теләүембәт урта, ә әсәйем Бикес башланғыс мәктәптәренә етәкселек итте. Әсәйемдең ике апаһы медицина фәндәре докторы дәрәжәһенә өлгәште, ҡустыһы философия фәндәре докторы, профессор исемдәрен алды, атайым яғынан Ҡотлогилде Ишемғолов – 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһарманы. Тоҡомом менән ихлас ғорурланам, илке-һалҡы эшләүҙе уға тап төшөрөү тип ҡабул итер инем. “Һин – умартасылыҡтың фанаты!” – ти миңә ҡайһы бер дуҫ-ишем. Эш фанат булыуҙа түгел, ә шөғөлөңдө яратып башҡарыуҙалыр, тип уйлайым.
– Әмир Миңнәхмәт улы, һеҙ етәкселек иткән учреждение – ҡортсолоҡ буйынса төрлө продукция етештергән, эште фәнни нигеҙҙә алып барған берҙән-бер үҙәктер, моғайын. Һәр хәлдә, башҡа ундай ойошма тураһында ишеткәнем йәки уҡығаным юҡ. Үҙәк нисек барлыҡҡа килде, уның бөгөнгө хәлен нисек баһалайһығыҙ?
– Дөрөҫ әйтәһегеҙ, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге 10 йыл эшмәкәрлеге дәүерендә республиканың һәм Рәсәйҙең умартасылыҡ тарихында үҙ уңыштары менән тәрән эҙ ҡалдырып та өлгөрҙө, тип уйлайым. Былай тип һөйләргә нигеҙ ҙә бар: уның илдә берҙән-бер һәм донъяла тиңһеҙ структураһы, эшмәкәрлек системаһы фәнде, етештереүҙе һәм сауҙаны дөйөм циклға берләштерә. Бал ҡортоноң башҡорт популяцияһы бал йыйған ҡорттарҙың үҙаллы тоҡомо булараҡ раҫланды, ошо нигеҙҙә ҙур тоҡомсолоҡ заводы ойошторолдо. Илдә беренсе тапҡыр халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнгән апитерапия үҙәге асылды, ул беҙҙең учреждениеның структур өлөшө булараҡ эшләп килә.
Беҙҙең ойошма 2000 йылдың 4 декабрендә барлыҡҡа килде. Уға саҡлы башҡорт балы менән сауҙа итеү бик түбән кимәлдә ине, ә умартасылыҡ продукцияһы нигеҙендә дауалау-иҫкәртеү һәм косметика әйберҙәре етештереү бөтөнләй булманы.
Бөгөн Башҡортостан умартасылыҡтың төп күрһәткестәре – ғилми-етештереү эшмәкәрлеге, күстәр һаны, бал етештереү – буйынса Рәсәй субъекттары араһында тәүге урындарҙың береһен биләй. Әле республиканың барлыҡ милек төрөндәге хужалыҡтарында 300 меңдән ашыу күс тотола, йыл һайын 12 мең тоннанан ашыу продукция алына.
Умартасылыҡ һәм апитерапия учреждениеһы “Башҡорт балы” исемле сауҙа маркаһына патент нигеҙендә эшләй. Ошо бренд менән сауҙа итеү ғәйәт киң күләмдә алып барыла. Шулай ҙа был эшмәкәрлек Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең сауҙа ойошмалары ихтыяжын ҡәнәғәтләндереп өлгөрмәй! Тимәк, үҫеш өсөн мөмкинлек ҙур әле.
– Һеҙҙең учреждениеға ингәс тә, иғтибарҙы шул йәлеп итә: грамоталар һәм рәхмәт хаттары стенаға һыймай төҫлө. Кабинетығыҙҙа иһә тағы хайран ҡалаһың – бында приздарға урын да етмәй!
– Учреждениеның ғилми-етештереү эшмәкәрлеге республикала ғына түгел, халыҡ-ара кимәлдә танылыу тапты. Беҙҙең 70 төрҙән ашыу яңы продукция Рәсәй төбәктәренә, АҠШ, Франция, Япония, Монголия, Германия, Кувейт һәм башҡа яҡтарға оҙатыла. Ғилми-тикшеренеү үҙәге үҙ йүнәлеше буйынса төрлө кимәлдәге сараларҙа ҡатнаша, халыҡ-ара һәм ил күргәҙмәләрендә 500-ҙән ашыу миҙалға лайыҡ булды. 2010 йылда Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһының “Алтын Меркурий” Милли премияһына конкурста еңеп сыҡтыҡ. Илдең “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһендә ғәҙәттә иң күп награданы беҙҙең ойошма яулай. Берлиндағы “Йәшел аҙна” халыҡ-ара күргәҙмәһендә беҙҙең учреждениены йыл һайын Башҡортостандың лайыҡлы вәкиле булараҡ ҡабул итәләр.
– Һеҙҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың әүҙем депутаты итеп тә беләбеҙ...
– Әүҙем булырға тура килә, сөнки етештереү һәм фән өлкәләрендә уңышлы эшләү өсөн тәү сиратта хоҡуҡи нигеҙ булдырырға һәм уны даими камиллаштырып торорға кәрәк. Ошо маҡсатта яңыраҡ беҙҙең коллектив “Умартасылыҡ тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының яңы проектын әҙерләне. Был ҡанун 2004 йылда ҡабул ителгәйне, ләкин, минеңсә, уға етди үҙгәрештәр индереү зарур. Айырыуса башҡорт бал ҡорто тоҡомон ситтән килтерелгәндәрҙең төрлө сир йоҡтороуы ихтималлығынан һаҡлау көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Беҙҙә норматив-хоҡуҡи акттар эшләү тәжрибәһе электән бар. Мәҫәлән, 2006 – 2010 йылдарға Башҡортостанда умартасылыҡты үҫтереү концепцияһы һәм программаһын әҙерләгәйнек, уны республика Хөкүмәте раҫланы.
– Һеҙҙең менән аралашҡанда кешене, ысынлап та, хеҙмәт кенә юғары күтәрә алыуына тағы бер ҡат ышанаһың. “Башҡортостан” гәзите редакцияһы Һеҙҙе 55 йәшлек юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлай, ныҡлы һаулыҡ, халыҡ мәнфәғәтендәге тынғыһыҙ эшегеҙҙә тағы ла ҙурыраҡ уңыштар теләп ҡала.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН әңгәмәләште.
Әмир ИШЕМҒОЛОВ 1960 йылдың 22 майында Күгәрсен районының Әлимғол ауылында тыуған. “Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге” дәүләт бюджет учреждениеһының генераль директоры, биология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы һәм ошо ведомство етәксеһенең исемле сәғәте менән бүләкләнгән. Ике тапҡыр “Бөтөн Рәсәй күргәҙмәләр үҙәге лауреаты” исеменә һәм был үҙәктең ике алтын миҙалына лайыҡ булған. Башҡортостандың агросәнәғәт комплексында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Әмир Ишемғоловҡа 2010 йылда Салауат Юлаев ордены бирелде.