Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Нур һибеүсе ҡояш кеүек
Нур һибеүсе ҡояш кеүек – Дәрестәре күңелле үтә. Үҙен бик тыныс, сабыр тотоп, теманы ҡыҙыҡлы итеп аңлата.
– Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы нур сәсеүсе ҡояш кеүек! Уның яғымлы тауышы, нурлы йөҙө күңелдә үҙ-үҙеңә ышаныс хисе уята.
– Күп уҡый, беҙҙе лә китап уҡырға ылыҡтырып бөттө...
Ана шулай тип маҡтап алып китте Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡыусылары уҡытыусылары Гөлсөм Монасипованы.

Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы балаларға урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Тормош иптәше Рә­шит Сәйетгәрәй улының вазифалы урында эшлә­үенә бәйле республиканың төрлө райондарында йәшәргә тура килә уларға. Әммә ихлас ханым бө­тә ерҙә лә тиҙ ерегә, уҡыусыларҙың күңеленә ас­ҡыс ярата белә. Барлыҡ урында ла ихлас кол­лек­тивҡа, оҫта директорҙарға тап килеүен оло бәхет һанай ул.
Эш башлаған мәлен бөгөнгөләй хәтерләгән уҡытыусы былай ти:
– Ер йөҙөндәге иң тыныс һөнәрҙең береһе ти­һә­ләр ҙә, йәш уҡытыусыларҙың тәүге дәресен йы­һанға осоу йәки парашют менән һикереүгә тиңләр инем. Беренсе көндә үк үҙем өсөн дә күп фәһем алдым. Иң мөһиме – балалар алдында абру­йың­ды төшөрмәҫкә, һәр дәресеңде ҡыҙыҡ­лы, маҡсатлы итеп үткәрергә.
Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы – 2000 йылда башҡорт теле уҡытыусылары араһындағы республика кон­курсы лауреаты, быйыл иһә урыҫ теле буйынса район бәйгеһендә еңеүсе булып таныла.
– Заман уҡыусы алдына етди талаптар ҡуя. Дәреслектә бирелгән күнегеүҙәр, аңлатмалар ғы­на аҙ, – тип һүҙен дауам итә ул. – Балалар үҙал­лы фекер йөрөтә белһен, уны ныҡлы дәлил­ләһен, лидерлыҡ сифаттары асыҡ сағылыш тапһын ти­һәң, үҙеңдең өҫтөңдә лә арымай-талмай эшләргә бурыслыһың.
Уҡыусылар көнө буйы бер-береһенең арҡаһы­на текләп ултырып, нисек һөйләшә, аралаша белһен, нисек фекер йөрөтөргә, матурлыҡҡа ынтылырға өйрәнһен?! Шуға күрә семинар-дәрес, дәрес-эҙләнеү, дәрес-уйланыу кеүек дәрестәр үткәрергә тырыша. Балалар менән бергә кластан тыш саралар уҙғарыуға, фильмдар, концерттар ҡарарға ла өлгөрәләр. Мауыҡтырғыс велопоход хаҡында уҡыусылар әле һаман һағынып һөйләй.
Тынғы белмәҫ Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы – мәк­тәп­тә башҡортса шаяндар һәм тапҡырҙар клубына нигеҙ һалыусы ла. “Бөрйән.ру” командаһы менән республика кимәлендәге бәйгелә “Өмөт” номина­ция­һында бүләкләнә. Йәнә “Алтын запас” коман­да­һы ла мәктәптең данын арттыра.
Уҡытыусы эше еңел түгел. Был хеҙмәттең ба­лаларға белем биреүҙән генә тормағанын һәр кем яҡшы аңлай: өйгә күпме эш эйәреп ҡайта, бер туҡ­тауһыҙ эҙләнеү, уҡыу, бала ғүмере һәм яҙ­мы­шы өсөн хафаланыу, көндәлек ҡағыҙ мәшәҡәт­тәре... Шулай ҙа ошо ғәжәп серле һөнәрҙе һай­лағанына үкенмәй Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы.
– Кешенең ғүмер юлы – уның йән көҙгөһө, теләһәң-теләмәһәң дә, барыһын да күрһәтеп, һөйләп тора. Тормошомда үтә яуаплы ла, ауыр ҙа, ҡыҙыҡлы ла көндәр күп булды. Шулай ҙа уның иң мауыҡтырғыс биттәре – таҡта янында аҡбур тотоп дәрес биргән ваҡыт, – ти бәхетле уҡытыусы.
Райондың ҡатын-ҡыҙҙар советында, төрлө сараларҙа ла йыш ҡатнаша, үҙе ойоштороп йөрөй, гәзит-журналдарға яҙышырға ла ваҡыт таба өлгөр ханым.



Автор: Венер ИСХАҠОВ Район: Бөрйән районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


  1. Сайда
    Сайда от 22.05.2015, 15:31
    Афарин,Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы!!!
    Бик дөрөҫ яҙылған!!!

Комментарий өҫтәргә