Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Интернет – ул ҙур китап
Интернет – ул  ҙур китапКомпьютер тормошобоҙҙа ныҡлы урын алды. Йәштәр уны еңел үҙләштерә, ә бына пенсионерҙар өсөн был ярайһы уҡ ҡатмарлы мәсьәлә.
Яратҡан өләсәйеңдең һәм олатайыңдың компьютер менән файҙаланыуын теләйһең икән, иң элек уны ҡабыҙырға өйрәтергә кәрәк. Бөтә электр-техник ҡорамалдарҙы ҡабыҙыу төймәһендә бер үк билдә ҡуйыла — l. Унан һуң операция системаһы тормошҡа ашырыла башлай. Экранда файҙаланыусының график мөхитендәге төп тәҙрә — эш өҫтәленең барлыҡҡа килеүе операцияның тамамланыуы хаҡында һөйләй. Төрлө компьютерҙа ул төрлөсә. Берәүҙәр өҫтәлдең буш булыуын үҙ итә һәм һәр ваҡыт бөтә ярлыҡтарҙы кәрзингә ырғыта. Әммә график “сүп-сар” менән бергә үҙең дә һиҙмәҫтән, өҫтәлдән кәрәкле файлдарҙы һәм программаларҙы ташларға мөмкин.
Интернет селтәрендә эшләү буйынса ла һорауҙар байтаҡ. Ниңә өйҙәге компьютерҙа Yandeх юҡ, mail.ru, Skype ҡайҙа булған? Интернетты үҙләштергәндә сайттың һәм Бөтөн донъя селтәрендә эшләү өсөн программаның асылын иҫтә тоторға кәрәк. Сайт (инглиз һүҙе site — “урын-ер”) һүҙенең синонимы — бит, портал. Интернет — ул миллионлаған битле ҙур китап. Яңы ғына эш башлағандарҙы ғәҙәттә yandex.ru, mail.ru кеүек сайттар менән таныштыралар. Yandex.ru — ул эҙләү системаһы, эҙләүсе, браузер (инглиз һүҙе browse — эҙләү). Бындай сайтта донъялағы һәр телдә эҙләү системаһында күрһәтелгән төп һүҙ йәки төшөнсә телгә алынған сайтты табырға мөмкин. Эҙләү сайттары бик күп: google, rambler, yahoo, baidu, bing, ask, AOL, MSN, AltaVista, Excite һ.б.
Skype йәки mail-агент — ул ашығыс хәбәрҙәр менән алмашыу программалары. Улар бик популяр, сөнки ысын ваҡыт, йәғни онлайн режимында бушлай аралашыу мөмкинлеге бирә. Интернет селтәренә тоташырға ярҙам иткән ойошмаға — провайдерға ғына түләргә кәрәк. Был программаларға видеоэлемтә функцияһы ла һалынған.
Файҙаланыусыға әүерелеү өсөн иҫәп яҙмаһы индерергә кәрәк. Бәйләнешкә керергә теләгән кешенең дә ошондай уҡ яҙмаһы булырға тейеш. Бының өсөн Интернеттағы адрес юлында mail.ru тип яҙабыҙ. Һул яҡта почтаға инеү яҙмаһы күрһәтелә. Күҙ алдына килтерегеҙ: был — почтаға инеү ишеге һәм уны асыу өсөн ике асҡыс — исем һәм пароль кәрәк. Уларҙы алыу өсөн теркәлеү зарур. “Почтала теркәлеү” тигән һүҙҙәргә баҫабыҙ. Анкета бите асыла. Унда файҙаланыусының мәғлүмәттәре индерелә. Мәғлүмәттәрегеҙҙе яҙыу өсөн курсорҙы кәрәкле юлға күсереп, төрткөнөң (сысҡандың) һул яҡ төймәһенә баҫығыҙ. Исемде һәм фамилияны урыҫса яҙабыҙ. Шрифт төрөн инглиз теленән урыҫсаға күсереү өсөн монитор аҫтындағы RU хәрефтәрен табабыҙ, уға баҫып кәрәкле телде һайлайбыҙ. Был операцияны клавиатуралағы alt+shift клавишаларына баҫып та тормошҡа ашырырға мөмкин. Тейешле юлдың уң яғындағы ҡара өсмөйөштәргә баҫып, исемлектән тыуған көндө, айҙы һәм йылды һайлайбыҙ. Ҡаланы һәм енесте билдәләйбеҙ.
Ҡайтанан инглиз теленә күсәбеҙ һәм курсорҙы “Почта йәшниге” тигән юлға ҡуябыҙ. Система, исемегеҙҙе һәм фамилияғыҙҙы уҡығандан һуң, буш почта йәшниктәрен тәҡдим итеүе ихтимал (селтәрҙә бер үк исемдәге ике йәшник була алмай). Компьютер тәҡдим иткән исем ҡатмарлы тойолһа, уны үҙегеҙ уйлап табығыҙ. Паролде инглиз теленә күсеп индерәбеҙ. Ул кәмендә алты символдан (һандан һәм хәрефтән) торорға тейеш. Битте тултырыу өсөн тағы ла бер мотлаҡ эш — ул йәшерен һорау. Бирелгән һорауҙарҙың тулы исемлеген күреү өсөн биттең аҙағындағы өсмөйөшкә баҫығыҙ. Уны һайлағандан һуң, бер юлға аҫҡараҡ төшөп, урыҫса яуап яҙығыҙ. Был паролде онота ҡалһағыҙ, уны ҡайтанан тергеҙеү өсөн эшләнә.
Иғтибарлы булығыҙ. Клавишаны дөрөҫ баҫмаһағыҙ (йыш ҡына shift урынына ctrl баҫалар), файҙаланыусы анкета битенән автоматик рәүештә сыға. Мәғлүмәттәр һаҡланмай. Бирелгән исем менән паролде асыҡ һәм аңлайышлы итеп яҙып алығыҙ. Өйҙәге компьютерҙа уларҙы почтаға тәүге тапҡыр ингәндә үк программаның хәтерендә һаҡлап ҡалырға мөмкин.
Һүрәттәге кодты индерегеҙ һәм “Теркәлергә” тигән яҙмаға баҫығыҙ. Анкета дөрөҫ тултырылған булһа, сайт файҙаланыусыны почта йәшниген уңышлы теркәү менән ҡотлаясаҡ. Артабан “Минең донъям”да бит асыу өсөн мәғлүмәттәр тултырыу тәҡдиме киләсәк. Ул — почта йәшниген теркәгәндә файҙаланыусы өсөн булдырылған шәхси бит.
Шулай итеп, почта йәшниген астыҡ. Хәҙер файҙаланыусы исем һәм пароль ярҙамында төрлө компьютерҙан, ноутбуктан, нетбуктан йәки телефондан үҙенең электрон почтаһына инә ала. Иң мөһиме — сит-ят компьютерҙарҙа паролегеҙҙе һаҡламағыҙ. Почтаға ингәс, бер нисә папка күрерһегеҙ:
1. Килгән хәбәрҙәр — ошо адресҡа килгән барлыҡ хаттар;
2. Шикле хәбәрҙәр — кәрәкмәгән һәм көтөлмәгән корреспонденция, йәғни спам;
3. Ебәрелгән хәбәрҙәр — файҙаланыусы ебәргән хаттар;
4. Ҡаралама — файҙаланыусы яҙған хаттар, шаблондар;
5. Кәрзин — кәрәкмәгән файлдарҙы ваҡытлыса һаҡлау урыны;
6. М. Агенттың архивы — ашығыс хәбәрҙәр хеҙмәтендә хатлашыу.
Папкаларҙы төрткөнөң һул яҡтағы төймәһенә ике тапҡыр баҫып асалар. Асылмаһа, курсорҙы кәрәкле папкаға ҡуйып, төрткөнөң уң яҡ төймәһенә баҫығыҙ. Барлыҡҡа килгән менюла “Асырға” тигән һүҙҙе һайлағыҙ.
Киләһе һанда Майл.Агент булдырыу һәм уның төп мөмкинлектәре — тауышлы һәм видеошылтыратыуҙар, ашығыс хәбәрләшеү, бушлай SMS хаҡында һөйләшербеҙ.
Марият АРТЮХОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә