Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ысын һалдат ине
Ысын һалдат ине Штәнде ауылында тыуып үҫкәнмен. Беҙ алты бала инек. Мин — бишенсеһе. Төпсөк энем Әлфит атайым һуғышҡа киткәндә 4-5 айлыҡ ҡына булған. Ауылыбыҙ соҡорҙараҡ урынлашҡан, тирә-яҡта тау, урман, шишмәләр күп: йәшел шишмә, һалҡын, изгеләр шишмәһе, йыланлы шишмә…
Ошо йылға буйҙарында, тау биттә­рендә, урманда үҫкән ашарға яраҡлы үлән, тамырҙар беҙҙе иҫән ҡалдырҙы ла инде. Еләк-емеште ҡышҡа ла күп кенә әҙерләп ҡуя торғайныҡ. Энем менән балыҡ тоторға ла йөрөйбөҙ. Ҡармаҡ юҡ, Нәғим ағайым энәне йылытып бөгөп, ҡармаҡ эшләп бирҙе, уны һаҡлайбыҙ, сөнки бик ҡәҙерле.
Инәйем зирәк, аҡыллы, белемле кеше ине. Ул ғаиләһендә 13-сө бала булған — төпсөк. Ағайҙары ҡыш “Ғәлиә” мәҙрәсә­һенә барып белем алған, шулар аша инәйем ғәрәп, фарсыса уҡырға өйрәнә, урыҫсаны ла белә ине. Беҙҙең ауылдан йыраҡ түгел дүрт урыҫ ауылы бар. Уларҙан ҡатын-ҡыҙ әйбер һатырғамы, алырғамы килһә, әсәйем тәржемәсе була торғайны. Инәйемдең ике ағаһы Аме­рикаға киткән.
Бик интекһәк тә, барыбыҙҙы ла һаҡлап алып ҡалды инәйебеҙ. Атайымдың ҡайтыуына, ятҡан ерҙәре ожмахта булһын, үҙенең сәләмәтлеге ҡаҡшағайны инде. Алтмыш йәшендә беҙҙең аранан китте, атайым бүтәнсә өйләнмәне. Уның һуғышҡа алынғанын хәтерләмәйем, ә бына ике энеһенең — Фәйзиғаян менән Фәйзелбаян ағайҙарҙың, күрше Зөһрә апайҙың берҙән-бер улы Вәли ағайҙың киткәндәре иҫтә ҡалған. Ҡыш тәҙрә төбөндә баҫып торам, боҙҙо өрөп иретеп күҙәтәм. Әсәйем янымда энемде күтәреп баҫып тора. Ағайҙарың һуғышҡа китә, тине. Вәли ағай ҡапҡанан сыҡманы, кәртә аша һикерҙе. Кейеме лә еңел генә икән. Шул китеүҙән ҡайтманы. Зөһрә әбейҙе беҙ ҡараштыҡ. Мин институттан ҡайтҡас та уға сәй, шәкәр алып керәм. Вәли ағай өй­лән­мәгән, йәш егет булған, фотоһы ла ҡал­маған. Әбей мине һөйләндереп йыуана, илай. Ул вафат булғансы улын көттө, бер юрғанын һаҡланы, ҡайтҡас ябыныр, тиер ине.
Һуғыш осоронда беҙ әсәйем менән мәктәп ҡырындағы баҫыу ҡапҡаһына барып көтөп тә ҡарайбыҙ. Бөтөн ваҡиғалар шул яҡта бара төҫлө миңә, сөнки баҫыу ҡапҡаһы Балтас яғынан килгән юлда урынлашҡан.
…Йылы, ҡояшлы матур көн. Һалдат­калар, үҫмер ҡыҙ, апайҙар, төрәнгә егелеп, атайҙың һеңлеһе Сабрыйкамал туташтарҙың бәрәңге баҡсаһын һөрә. Ағайым үгеҙ егеп колхоз эшендә эшләй. Әсәйем беҙгә: “Атайығыҙ ҡайтып килә, ҡаршы алығыҙ”, — тине. Бөгөнгөләй хәте­ремдә: бер һалдат килә. Гимнастеркала, шинелен түңәрәкләп төрөп ҡулбашы аша кейгән. Башында — пилотка, арҡаһында — биштәр. Энемде етәкләп йүгерәм, атайым ҡулын һуҙа. Энем ҡурҡты ла кире йүгерҙе, сөнки атайымды белмәй. Мине күтәреп алды. Бер нисә миҙалы бар. Баҡса һөрөүселәр беҙҙең күтәрмәгә йыйылды. Шатланалар, илашалар. Ботинкаһы менән силғауына иҫтәре китте, был ғәләмәт менән нисек һуғышып йөрөнөң, тиҙәр. Американыҡы, аяҡҡа бик яйлы, ти. Һул ҡулы ғәрип ине, бүтән яралары ла төҙәлеп бөтмәгән. “Барыһы ла һәйбәт булыр, уң ҡулыма балта, бысаҡ тота алам, салғы, һәнәккә лә көс етә, миңә бүтән нимә кәрәкмәй, юҡҡа көймәгеҙ, иҫән ҡайтып керҙем әле”, — тине атай. Колхозда ниндәй ауыр эш бар, шунда эшләне.
Атайыбыҙ Фәйзелхаҡ Вәлинуров 1898 йылда тыуғайны. 1918 йылды уны хәрби хеҙмәткә алалар. Һамар янында уларҙы әҙерәк һуғыш, ҡорал серҙәренә өйрәткәс, Урта Азияға баҫмасыларға ҡаршы алып китәләр. Ундағы башҡорт егеттәренә һоҡланыуын йәшермәй ине. Бар бит башҡорттарҙың булғаны, бар яҡлап та килгәне, тип үҙ милләте өсөн бик ғорур­ланып йөрөнө.
1921 йылда һалдаттарҙы ҡайтарып ебәрәләр. Яңауылдан Штәндегә йәйәү атлай. Юл буйы астан үлгән кешеләр… Ауылда аслыҡ… Әҙ булһа ла өйҙәгеләргә еңелерәккә төшһөн тип, Ғәфүрйән тигән ағаһы менән Төмән яғына сығып китеп, бер бай кешегә ялланып бесән саба, мал, бал ҡорттарын ҡарай. Һуңынан ауылға ҡайта, өйләнә.
Атайым шулай бер дарыу ҙа ҡапмай, бер укол да ҡаҙатмай, 74 йәшендә аяғынан ҡалып, ике көндә беҙҙе ташлап китте. Иң һуңғы күреүемдә (бер ҙә сирләмәгән кеше ауырығас, балалары йыйылғайны): “Дауаханала ятып сыҡ берәй аҙна-ун көн. Тағы йәшәп, беҙҙе шатландырыр инең”, — тим. “Юҡ, унда мине әсәйең көтә, бер үк госпиталгә һала күрмә, риза түгелмен”, — тине ул. Беҙ беребеҙ ҙә уның һүҙенән уҙманыҡ. Дауахананы күрмәй-нитмәй, тик госпиталде генә белеп, беҙҙе ташлап китте. Ул фәрештә түгел ине, әммә барыбыҙ ҙа үҙен ысын кеше, ысын һалдат тип иҫәпләнек.




Автор: Фәнүзә ДИЛМИЕВА. Район: Балтас районы, Иҫке Балтас ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә