Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яңғыраһын хәтер моңдары
Яңғыраһын хәтер моңдары Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата гәзит уҡыусыларҙан яугир атай-олатайҙары, тылда хеҙмәт иткән әсәй-өләсәйҙәре тураһында мәҡәләләр ифрат күп килде. Сираттағы тупланма дәһшәтле яу йылдарын сағылдырған, онотолмаҫ хәтирәле яҙмаларҙан төҙөлдө.


Яңғыраһын хәтер моңдары“Ветерандарға миҙал тапшырыу дауам итә”, – тип башлана тәү­ге хат. Белорет районынан авторыбыҙ Рәмилә Мусина Шы­ғай, Сермән ауылдарында үткән тәбрикләү саралары хаҡында бә­йән итә. Яу яланында, тылда күр­һәткән фиҙакәрлектәре өсөн бү­­ләкләнгәндәрҙең исемлеге ҙур, унда, мәҫәлән, Мәһәҙей Әбсә­лә­мов, Хәсән Әбүталипов, Сабит Ғә­лиуллин, Сабира Дәүләтҡужина, Ғә­ләнфүр Нәбиуллина, Рәшит Лу­тов, Хөббөниса Ғарипова, Зөл­хизә Дәүләтҡужина бар. “Оло­ларҙы тәб­рик­ләп, район хаки­миәте баш­лы­ғының беренсе урынбаҫары Ил­гиз Теләүбаев Бөйөк Ватан һу­ғышы ветераны Аҙаубай Ғаб­дул­линдың күкрәгенә миҙал таҡ­ты. Үҙенсәлекле итеп ойош­­торолған йылы сарала шу­лай уҡ Мөхтәримә Әйүпова, Шәм­сиямал Сиражетдинова, Мәхмүт Бикбаев, Арыҫлан Вәлиуллин, Мо­таһар, Моталап Ғимрановтар, Мәрхиә Кәримова, Латифа Хәли­това лайыҡлы бүләк алып ҡыуанды”, – тип тамамлана хат юлдары.
Яңғыраһын хәтер моңдарыШул уҡ Белорет тарафтарынан килгән икенсе хат түбәндәгеләр хаҡында һөйләй: “Ҡәһәрле һуғыш йылдарында тыуып үҫеп, эшләп сыныҡҡандар ғына тормош йәмен белә, донъяның әсеһен дә, сөсөһөн дә тоя, ти халыҡ. Шундайҙар рә­тенә Татлы ауылынан 93 йәшлек уҙаман Нух Оморҙаҡовты инде­рергә була.
Ул 16 йәшендә урман ҡырҡыусы булып эшкә төшә һәм тотош ғүмерен ошо хеҙмәткә арнай. Һу­ғыш башланғас, үҙ теләге менән яуға китергә ниәтләй, әммә уны тылда ҡалдыралар. Ҡатыны Хә­лисә инәй менән һал ағыҙған саҡ­та танышалар, унан өйләнешеп, алты баланы аяҡҡа баҫтыралар. Үҙе һөйләүе буйынса, Нух Биғас­тан улы бер ҡасан да тиерлек ауырымаған, көн һайын физик күнегеүҙәр яһаған. Сайыр йыйған мәлдә йәйәү тиҫтәләгән саҡрым юл үткән, йәйҙәрен ялан аяҡ ысыҡ кискән. “Бар ғүмерем урман ҡоса­ғында үтте”, – тип мәрәкәләй Нух уҙаман”. Марат Бәхтийәров­тың һоҡланғыс ир-уҙаман тура­һында яҙғандары йәш быуынға күркәм өлгө булырына шик юҡ.
Яңғыраһын хәтер моңдарыГүзәл Латипова иһә хатында Хәҙисә ханым Бүләкованың еңел булмаған тормош, хеҙмәт юлы үтеүен, әммә һис ҡасан бирешмәй, ярҙамға мохтаждарға йөрәк йылы­һын тигеҙ өләшеп йәшәүен сағыл­дыра. “Ир-егет башлыса яу яла­нында булғанлыҡтан, ауыр эш ҡатын-ҡыҙ, быуындары ла ҡат­маған йәш-елкенсәк иңенә ята. Тирә-яҡ ауылдарҙан үҫмер ҡыҙҙар торф сығарыуға йәлеп ителә. Ул осорҙа эш кенә түгел, йәшәү шарт­тары ла аяныслы була. Баракта көн иткәндәр бетләй, сирләй, асыға. 1940 йылда Килмәк ҡыҙы Хәҙисә лә Миндәк руднигының ашханаһында эш башлай. Таңғы сәғәт 5-кә килеп, иртәнге ашты өлгөртә. Етмәһә, аҙыҡ-түлекте һайлар ваҡыт түгел, нимә бар, шунан әҙерләй. Эшселәр башлыса кәбеҫтә, кишер, картуф менән туҡлана. Имгәнеп йә аслыҡтан үлгән ат ите­нән дә әҙерләргә ҡушалар. Ас торф сығарыусылар уны маҡтай-маҡтай ашаған була...”
Учалы ҡалаһынан Рафиҡ Бүлә­ковтың хатын тетрәнеүһеҙ уҡыу мөмкин тү­гел. Унан өҙөк тәҡдим итәбеҙ: “Ике һуғыш ветераны Ханнан Бүләков һуңғы тапҡыр яра­лан­ғаны хаҡында һөй­ләгәндә йө­ҙөн­дә үкенеү той­ғолары асыҡ сағыла. Дошманды өңөнә ҡыуып индерә алманым, тип бо­шон­ғандыр инде...
– Батҡылда оҙаҡ ятҡанмын. Са­нитарҙар табып сығарған. Был юлы дошман пуляһы яңылыш­ма­ған – һау аяҡты тубыҡтан өҙә һуҡҡан. Тирелә генә эленеп ҡалған уныһы...
Ғәжәп, кеше һәр нәмәгә өйрәнә, күрәһең. Ағайыбыҙ яраланыуы ха­ҡында шундай тыныс, тулҡын­ланыуһыҙ һөйләне. Йәнәһе, уның ғәжәпләнерлек бер ние юҡ, шу­лай булырға тейеш. Рухы ныҡ шул яу батырҙарының!”
Редакцияға килгән һәр хаттың тос фекерле, әһәмиәтле мәғлү­мәт­кә бай булыуы һөйөндөрә. Әммә шуны әйтеп үтер­гә мәжбүрбеҙ: ав­торҙарҙың бер үк яҙманы республи­ка кимәлендәге төрлө гә­зит-жур­налға ебәреүе эштә тот­ҡар­лыҡтар яһай, хеҙмәттәш­тә­ребеҙҙе, ҡәләмдәштәребеҙҙе уңай­һыҙ хәлгә ҡалдырыуы ихтимал. Ошо йәһәт­тән иғтибарлыраҡ булырға саҡы­рабыҙ.

Хаттар бүлеге.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә