Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Моңһоу ҙа, күңелле лә бала саҡ...
Моңһоу ҙа, күңелле лә бала саҡ... Ҡанлы һуғыш йылдарын мин, бәләкәй булыу сәбәпле, кешеләр һөйләгәненән, китаптарҙан уҡып ҡына беләм. Һуғыштан һуңғы ауыр аслыҡ йылдарын беҙҙең быуын күреп үҫте. Минең дүрт ағайым илде һаҡларға алынды. Иң олоһо Әхмәҙулла Сталинград янында 1942 йылда һәләк булды. Ҡайғы яңғыҙ килмәй, тиҙәр. Шул осор ағайым Салауат, ҡустым Әнүәр, һеңлем Үлмәҫбикә төрлө ауырыуҙан үлеп ҡалды. Фронтта бомба шартлап, пуля һыҙғырһа, ҡан ҡойош булһа, тылда ауыр эш, яланғаслыҡ һәм аслыҡ хөкөм һөрҙө.


Беҙ өйҙә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар менән күбә яһайбыҙ, бер урынға ташып өйәбеҙ. Төрлө үлән, киндер орлоғо, йыуа, һарына ашап, булған сағында картуф, балыҡ менән туҡланып йән аҫрайбыҙ. Көҙөн башаҡ йыйғанда, аслыҡтан көсһөҙләнеп, бала таба алмай ҡан эсендә ятҡан бер ҡатынды таптыҡ. Мин ауылдан ат ектереп атайымды алып килдем. Биш-алты малай менән уны арбаға һалып алып барғанда, бәхетһеҙ әсә яҡты донъянан китте. Ҡысҡырып иларға керешкәнебеҙ әле лә хәтерҙә.
Ошо хәлдән алда ире Ғариф ағай һуғышта һәләк булғайны, ҡәйнәһе аслыҡтан вафат ине. Ҡайһы берҙә кешене ашау осраҡтарын ишеткеләнек.
Колхоз, нисек эшләүеңә ҡарап, аҙнаһына бер тапҡыр ҡырлыҡлы иген яҙып бирә. Мин әсәйем теккән бәләкәй генә тоҡ менән ошо норманы ташыйым. Аҙаҡ бөтә ғаилә менән ағас ҡул тирмәнен әйләндереп, он тартып, икмәк бешерәбеҙ. Киндер онон да ҡушып ебәрһәң, бигерәк тәмле була ине.
Бер мәл келәт хужаһы Хәмит ағайымдың ярҙамсыһы булараҡ, уның бойороғо буйынса “Гитлер” ҡушаматлы үгеҙҙе егеп, бер нисә тоҡ иген тейәп, Шөгөр йылға­һында урынлашҡан тирмәнгә юл тоттоҡ. Он тарттырып, кискә ҡайтырға сыҡтыҡ. Беҙгә йөктө бушатырға, келәтте бикләргә кәрәк. Шуға күрә ағай үгеҙҙе сыбыртҡы, йыуан таяҡ менән туҡмай, һуңынан хайуанҡайҙың ҡойроғон бора башланы. Ҡойроҡ өҙөлөп арбаға төштө, йылан кеүек тулай, мин ҡысҡырып илайым. Колхоз рәйесе Ильяс Насиров ағайыма аңлатма яҙырға ҡушты. Унда ошо һүҙҙәр бар ине: “Яуыз Гитлерҙың ҡойроғон түгел, башын өҙөргә кәрәк ине”. Фашист урынына уның исемен йөрөткән үгеҙ язаһын алды.
Мин бала ғына булһам да, ололар эшен башҡарҙым. Был һөнәрҙәрҙең, буй еткергәс, бигерәк тә ғаилә ҡорғас, кәрәге тейҙе. Беҙ ғаиләбеҙ менән бер нисә йыл кирбес яһаныҡ, быйма баҫтыҡ, һарыҡ тиреһе эшкәрттек. Ярты ауыл халҡы оҙаҡ ваҡыт беҙҙең кирбестән мейес һалды, быйма, туныбыҙҙы кейеп йөрөнө. Өй янында урынлашҡан тимер­селәрҙән өйрәнеп, өйҙәге ҡомған, күнәк һәм башҡа һауытты яманым, һуңынан апай-инәйҙәр ҙә килә башланы. Ауылдың бер осонда — Морат Ишбирҙин, икенсе яғында мин ирҙәрҙең сәсен машинка менән алабыҙ. Хәмит ағайым тальян гармун алып бирҙе, шул уҡ Морат — баянда, мин тальян гармунда йәш­тәр­ҙе йырлатып, күңел асты­рабыҙ. Күңелле лә, моңһоу ҙа ваҡыт ине...
Иҫәндә дүрт класты тамам­лағас, Зиннур йәштәш менән Түбә ҡасабаһына уҡырға киттек. Бында ла һынауҙар көтөп торған. Тәүге көндә киноға барҙыҡ, унан сығыу менән беҙҙе бөтөн халыҡты ҡурҡытып тотҡан Олесов, Архипов, Чепенколарҙың бандаһы ныҡ итеп туҡманы. Был хәл бер нисә тапҡыр ҡабат­ланды.
Түбә мәктәбендә уҡый баш­лағас, иң ҡыйыны урыҫса белмәү булды. Әгәр һуңлаһаҡ, уҡытыу­сынан нисек рөхсәт һорап инергә? Мин “можно зайти?” тигәнде яҙып ятлап алдым, ә Зиннурҙың иҫе китмәне. Бер көн Клавдия Ива­новнаның дәресенә һуңлағас, ул ишекте асып ҡараны ла япты. Был хәл бер нисә тапҡыр ҡабатланғас, балалар көлә башланы, уҡытыусы үҙе сығып, уны саҡырып индерҙе.
Иң яҡшы уҡытыусы — тормош һәм тырышлыҡ. Мин Өфөлә уҡыным, Красноярск крайында бер йыл эшләнем, алыҫ Приморьела өс йыл хеҙмәт иттем һәм шул замандарҙа рус телен өйрәндем. Пенсияға сыҡҡас, биш китабым да русса нәшер ителде, тик шиғырҙарҙы ғына башҡортса яҙҙым.
Бер көн Зиннур аҡсаһын юғалт­ты, ә минең икмәктең яртыһын беҙ йәшәгән фатирҙағы балалар ашаған. Өс көндән һуң тамам асығып, түҙер әмәл ҡалмағас, Зиннур иларға тотондо, мин дә уға ҡушылдым. “Башҡаса уҡы­майбыҙ”, — тип ауылға ҡайтып киттек. Ике көндән һуң Хәмит ағайым, аҙыҡ-түлек тейәп, беҙҙе кире илтте.
Һуғышта атайҙарын юғалтҡан балаларға мәктәптә кейем тараттылар. Талҡаҫ янында төргәкте асып ҡараһаҡ, Моратҡа таҙа, бөтөн бушлат эләккән, ә Фуаттың фуфайкаһының тышында ҙур тишек, эсендә ҡарайып ҡатҡан ҡан. Һабын булмағанлыҡтан, Тал­ҡаҫ ҡомо менән бушлатты йыуып ултырған һаман күҙ алдымда.
VII класта уҡығанда Зиннур менән уҡытыусы Фәриҙә Ғариф ҡыҙы Бикбулатоваға йомошҡа индек. Ул беҙҙең ҡиәфәтте күреп, һүҙһеҙ ҡалды: Зиннур ялан аяҡ, ә мин галошты аяғыма ҡуша бәйләп ҡуйғанмын. Ул беҙҙе ҡалдырып, ҡайҙалыр оҙаҡ ҡына юғалып торҙо һәм ҡулына иҫке ботинкалар, ике пар нәски тотоп килеп инде. Апай беҙҙе кейендереп, һөйөндөрөп ҡайтарып ебәрҙе. Яҙғы ташҡында ике йылғаны, ботинкаларҙы сисеп, ялан аяҡ кисеп сыҡҡаныбыҙ иҫтә. Бигерәк тә ҡышҡыһын интектек. Бер көн Талҡаҫ янында көслө буран башланды, ағастарға ышыҡланып, көрттө йыра-йыра барабыҙ. Балалар хәлдән тайғас, мин уларҙы ағаслыҡта ҡалдырып, эләгә-тә­гәрәй ауылға барып еттем. Хәмит ағайымдың, тағы ла бер өлкән кешенең толоп, кейем-һалым күтәреп, балаларҙы алып ҡайтыр­ға йүгергәндәре иҫемдә.
Тормош ауыр булыу сәбәпле, Зиннур VIII класта уҡыуын ташлап, ауыл малын көттө. Ләкин көҙ директор уны саҡыртып алып, имтихандарын тапшыртты һәм IX класҡа күсерҙе.
Сығарылыш кисәһе алдынан мине мәктәп етәксеһе Мәмбәт­ҡолов ағай саҡыртып алды.
– Ҡунаҡтар күп, өҫтәлгә ҡу­йырға ашамлыҡ аҙ, һин балыҡ тота беләһең түгелме? — тип һораны.
Мин бының өсөн ниҙәр кәрәк­леген аң­латтым. Иртәгәһенә физкультура уҡытыусыһы Александр Антонов ат егеп, биш егетте ултыртып ауылға килде. Бәхеткә күрә, балыҡ бик күп тотолдо. Бер күнәк балыҡты әсәйем бешереп бирҙе. Мәктәпкә килеп күренеүем булды, Мәмбәтҡолов мине йәнә саҡыртып, үҙенең рәхмәтен еткерҙе.
Ауыр замандарҙа беҙгә ярҙам ҡулы һуҙып, белем биргән, кеше итергә тырышҡан уҡытыусыла­рыбыҙға мәңге рәхмәтлебеҙ. Оҙон, ҡатмарлы ғүмер юлын үткәндә уларҙың теләктәрен намыҫ менән үтәргә тырыштыҡ.

Исмәғил МӨХӘМӘТЙӘНОВ,
Баймаҡ районы һәм ҡалаһының
почетлы гражданы.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873