Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бураның тулылығы — бураҙнанан
Бураның тулылығы — бураҙнанан Крәҫтиән өсөн календарҙа көндәр байрам менән эштекенә бүленмәгән. Аяҙ икән — баҫыуға баға, ямғыр яуһа, бәрәкәткә юрап, техникаһын ҡарай, башҡа мәшәҡәткә сума. Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра, ти халыҡ әйтеме. Был ер кешеһенең булмышына, ҡанына һеңгән.

Беҙ барғанда баҫыу өҫтөндә болоттар һытылып, йылы тамсыларын әле генә сәскес үткән тупраҡ өҫтөнә тупылдата ине. Эш туҡталмаған. Ҡеүәтле трактор былтырғы ҡамыл өҫтөнә бураҙна һыҙа, орлоҡ менән ашламаны төшөрөп, шунда уҡ кәтүкләп — тығыҙлап та бара торған “Джангир” сәсеү комплексын тағып, әрһеҙләнеп алға ынтыла.
– Комплекс менән ыратып була, — ти Ҡырмыҫҡалы “Нива” МТС-ы филиалы менеджеры Урал Яҡшыбаев. — Архангел бүлексәһендә 7 мең 25 гектар ерҙе ҡуртымға алғанбыҙ. Был инде райондың 70 процент иген культуралары сәсеүлеге тигән һүҙ...
Эштәр башланып ҡына торһа ла, әлеге “тимер ат”ты йүгәнләгән Венер Хисаметдинов билдәләнгән норманы ике-өс тапҡырға арттырып үтәй. Әйткәндәй, былтыр ул 3 мең 200 гектар майҙанды эшкәртеп, МТС буйынса беренсе урынды алған. Дым ҡаплатыусылар Альберт Кириллов менән Федор Жаворонков та һынатмай. Баҫыуҙарға өҫтәмә ашлама индергән Зөлфәр Абдуллин иһә Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исемен йөрөтә, һәр саҡ йәштәргә өлгө, кәңәше менән дә ярҙам итә, дәртләндереп тора.
Бураның тулылығы — бураҙнананҺәр сәғәте көнгә торошло мәлдә иң мөһиме – ойоштороу эше. Был йәһәттән филиалда бар шарттар ҙа булдырылған. Еҙем ауылында механизаторҙар өсөн дөйөм ятаҡ бар, мунса яғыла, көнөнә, дөрөҫөрәге, тәүлегенә дүрт тапҡыр йылы аш ашатыла. “Һуңғы киске аш” тип атала дүртенсеһе. Уныһы төнгөлөккә баҫыуға йүнәлгәндәргә бешерелә. Тағы мөһим нәмә: филиал белгестәре баҫыу эштәре тамамланғансы дежурҙа тора — агрегаттар йөрөгән баҫыуҙарға беркетелеп, келәт менән сәсеүлек араһына саң ҡундырмайҙар.
МТС филиалынан тыш, сәсеү “Инйәр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә лә әүҙем бара. Директоры Мөнир Рәхмәтуллин, идарасы Харрас Ғәфүров етәкселек иткән был хужалыҡ та һынатмай. Ғәлимйән Лоғманов, Раян Кинйәбулатов, Рәфис Хәсәнов, Александр Колбин агрегаттары баҫыуҙағы бар эште башҡара: культивация үткәрә, сәсә, тупраҡты тығыҙлай.
– Район буйынса сәсеү ваҡытында тамамланыр. Ямғырҙар эште тотҡарлаған кеүек булһа ла, уның мәлендә яуыуы мөһим, — ти район мәғлүмәт-консультация үҙәге агрономы Кәүсәр Мортазин. — Айырым хужалыҡтарҙан тыш, фермерҙарҙы ла билдәләп үтергә кәрәк. Үҙҙәренең биләмәләренә улар яуаплы ҡарай. Күпселеге малсылыҡ тармағын һайлаған. Тимәк, сәсеүлектәрҙән тыш, иртә яҙҙан уҡ көтөүлек, бесәнлектәрен дә хәстәрләйҙәр тигән һүҙ...
Республиканың ауыл хужалығы тармағына өҫтөнлөк биргән төбәктәренән бер нимәһе менән дә айырылмай район — халыҡ көндәлек хәстәрлектәр менән йәшәй. Киләһе көндәргә ышаныс менән баға тип тә өҫтәргә кәрәк. Иң мөһиме ошо бит.


Автор: Т. МУСИН. Район: Архангел районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда бер ирҙең балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республиканың иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республиканың иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 0

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә