Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Башҡа ҡайғы-хәсрәт күрергә яҙмаһын
Башҡа ҡайғы-хәсрәт  күрергә яҙмаһын ...1945 йылдың 9 майы. Яҡты, ҡояшлы, йылы яҙ көнө. “Һуғыш бөттө! Беҙ еңдек! Ура-а-а!!!” Атына атланып, урам буйлап сабып үтеп, Исхаҡ бабай Ғүмәров барлыҡ ауыл халҡына ошо хәбәрҙе еткерҙе. Кешеләр йыйылды. Улар араһында беҙҙең әсәй – Ғәтифә Ғайса ҡыҙы – күренмәне. Йүгереп ѳөйгә индем. Әсәйем үкһеп илап ята. Ҡулында – “ҡара ҡағыҙ”, атайыбыҙ Ғизетдин Сәрүәр улы Сәхиповтың һуғышта батырҙарса һәләк булыуы хаҡында яҙылған хат...
Ишембай районының Смаҡай ауылында булды был хәл. Йәшәгән еребеҙгә килгәндә, ул ифрат матур ерҙә урынлашҡайны: теҙелеп киткән ике урам, уларҙың араһынан Буҙайғыр йылғаһы аға, көнсығыштан һәм көнбайыштан тауҙар уратып алған, төньяҡта – емеш-еләккә, ағасҡа бай урман һәм яланлыҡ, көньяҡтағы юл Ишембай ҡалаһына илтә.
1940 йылда партия өлкә комитетының ҡушыуы буйынса атайымды ошо ауылдың “Тәйрүк” сәнәғәт артеле рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Ғизетдин Сәрүәр улы бында үҙен тәжрибәле белгес, оҫта ойоштороусы итеп таныта. Уны ауыл халҡы аҙаҡ һағынып иҫкә алыр ине. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, атайыбыҙ беренселәрҙән булып фронтҡа оҙатыла. өлкән лейтенант, политрук була ул. Алда әйтеп үткәнемсә, яуҙа башын һала яҡыныбыҙ. Әсәйем береһенән-береһе бәләкәй өс бала – Фәтих ағайым, мин һәм Земфира һеңлем – менән ҡалды. “Атай” тип ѳөндәшә алмай үҫтек. Күңелдәге ошо бушлыҡты әсәйебеҙ бар хәленсә тулыландырырға тырышты: уңған, эшһөйәр, түҙемле ҡәҙерлебеҙ беҙҙе ас-яланғас итмәне, ғәҙел, ныҡышмал булырға ѳөйрәтте. ”Уҡығыҙ, һөнәр үҙләштерегеҙ, ундай кеше тормошта юғалып ҡалмаҫ”, – ти торғайны ҡәҙерлебеҙ. Үҙе, Аллаға шөкөр, беҙҙең ҡәҙер-хөрмәттә оҙон ғүмер кисерҙе. Быйыл Еңеү көнөндә – әсәйебеҙҙең тыуыуына 105 йыл.
Бала саҡ һис тә онотолмай. V кластан башлап уҡыуҙы тамамлағансы аслы-туҡлы кәйә Смаҡайҙан дүрт саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Ишембай ҡалаһының берҙән-бер башҡорт мәктәбенә (хәҙерге Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназияһы) йәйәү йөрөп уҡый алғаныбыҙға әле һаман хайран ҡалам. Белемгә ынтылыш ҙур булды шул беҙҙә. Бер ваҡытта ла дәрес ҡалдырманыҡ. Әсәйебеҙ сепрәктән тегеп биргән китап сумкаһында бер киҫәк икмәк булыр ине. Ҡышҡы һыуыҡта мәктәпкә барып еткәнсе ул шаҡтай туңа. Бер аҙ ирей төшкәс, бүлешеп ашайбыҙ. Башҡа тиҫтерҙәребеҙ кеүек үк, ауыр хеҙмәткә лә иртә егелдек. Шулай кәрәк, тип һәр һынауҙы атҡарып сығырға көс таптыҡ.
Мәктәпте тамамлағас, һеңлем менән икебеҙ бер-бер артлы Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлап, уҡытыусы һөнәрен алдыҡ. Ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуҙа ағайыбыҙҙың өлөшө ҙур: аҡыллы кәңәштәре аша күңелебеҙгә көс-ҡеүәт, рух өҫтәп торҙо ул. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, үҙе бихисап шөғөл белде, хеҙмәт иткән һәр коллективында ҙур абруй ҡаҙанды. Еңгәбеҙ менән 50 йылға яҡын татыу ғүмер итеп, ике бала үҫтергән ағайыбыҙ туғыҙ йыл элек баҡыйлыҡҡа күсте.
Һеңлебеҙгә иһә быйыл – 75 йәш. ”Уҡы, эшлә, ярҙам ит, башҡаларҙы үҙеңде яратҡан кеүек ярат” тигән девиз менән йәшәгән Земфирабыҙ – көслө рухлы, оло йөрәкле кеше. Һәр саҡ белемгә ынтылды ул. Мәскәүҙә төпләнеп ҡалып, унда 50 йылға яҡын ғүмер итеүенә ҡарамаҫтан, тыуған Башҡортостанынан айырылманы, төбәгенә тоғро хеҙмәт итте. Ғалимә йәш белгестәргә диссертация әҙерләүҙә һәм яҡлауҙа ҙур ярҙам күрһәтте, башҡорт теле уҡытыусылары, уҡыусылар өсөн бихисап уҡыу әсбабы, методик ҡулланмалар яҙҙы. Фиҙакәр хеҙмәте республиканың төрлө наградалары менән баһаланды. Уларҙың иң юғарыһы – Салауат Юлаев ордены.
Үҙемә килгәндә, Стәрлетамаҡ һәм Өфөѳ мәктәптәрендә 42 йыл математика уҡытыусыһы булып эшләнем, хәҙер хаҡлы ялдамын. Ирем Зәбих Хәйбрахман улы менән 52 йыл бергә ғүмер итеп, ике ул үҫтерҙек.
Йыл да Еңеү көнө яҡынайған һайын 70 йыл элек ишеткән “Һуғыш бөттө! Беҙ еңдек! Ура-а-а!!!” тигән шатлыҡлы оран ҡолаҡ төбөмдә йәнә яңғырай кеүек. Эйе, халҡының ҡаһарманлығы арҡаһында илебеҙ фашистарҙы ҡыйратты, мең михнәт, ҙур ҡорбандар аша ерен, кешеләрен, тамырын һаҡлап ҡалды. Яуланғандың ҡәҙерен белһәк ине. Балаларыбыҙға, ейән-ейән­сәр­ҙәребеҙгә беҙ күргән ауырлыҡтарҙы, ҡайғы-хәсрәтте кисерергә, атайһыҙ үҫергә яҙмаһын, тип теләйем.






Автор: Лена СӘҒӘҘӘТОВА. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә