Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Миҙалдың ике яғы
Миҙалдың ике яғы Етемлектең бөтә ауырлығын үҙ иңендә татыһа ла, тырышлығы, һәләте арҡаһында оло шәхес, яҙыусы, дәүләт эшмәкәре булып киткәндәрҙе беҙ аҙ беләбеҙме? Юҡ, асылда үткән быуаттың ниндәй генә осорон алып ҡараһаҡ та, күп шәхестәрҙең тормошо ошо етемлектән башланһа ла, артабанғы яҙмышы тыуған еренә, халҡына хеҙмәт итеүгә, уның мәнфәғәтенә бағышланған.

Ҡыҙғаныс, бөгөн дә был проблема йәмғиәтте борсой. Ләкин хәҙер етемлек мөһөрөнөң мәғәнәһе бөтөнләй үҙгәрҙе. Хәтерләйһегеҙме, “Әсәлек даны” миҙа­лын алған ҡатын-ҡыҙҙар хаҡында мәҡәлә баҫылғайны. Баҡтиһәң, бында ла миҙалдың икенсе яғы бар икән. Күп бала тапһа ла, тәрбиәһеҙ, ҡыҙмаса булып урам ҡыҙырған әрпеш ҡатын­дарға ла миҙал бирәбеҙ. Былай ҙа эшләргә яратмаған, балаларын ҡара­маған ата-әсәнең ҡулын ысҡынды­рабыҙ.
Беҙ йәшәгән ҡала бәләкәй булған­лыҡтан, бында һәр кеше бер-береһен яҡшы белә. Хатта магазин алдында ултырған һәр асарбаҡтың яҙмышын әсенеп тә, аптырап та һөйләп тор­ғандар була. Шулай ярты йыл самаһы аяҡһыҙ бер егет урам аша имгәкләп сығып йөрөнө. Күптән тәрбиә, йүнле аш күрмә­гәнлектән, өҫ-башы, йөҙ-ҡиәфәте таушалып бөткән, үҙенән һәр ваҡыт насар еҫ аңҡый. Имәнес һәм ҡыҙғаныс хәл. Оҙаҡ йылдар һөнәрселек учи­лищеһында эшлә­гән бер кеше, минең ҡарашты һиҙеп: “Йәлләмә уны, үҙе ғәйепле. Ошо егет миндә уҡыны, ну ыҙалатты эсеп, ундайҙарға күңелем ҡалып бөткән инде”, — тине. Бел­мәйем, үкһеҙ етем булғанмы, әллә ата-әсәлеме, уға йәшәргә бүлмәһе лә бирелгән, аҡсаһы ла бүленгән, ләкин был ярҙам уның файҙаһына булмаған. Училищела уҡығанда уҡ эсеп йөҙәткән егеттең артабанғы яҙмышы ла шул шешә тирәһенән китмәгән. Һөҙөмтәлә ике аяғын юғалтҡан. Һуңынан ул күрен­мәй башланы. Шунан белдек: бергә эскән әшнәләре ғәрипте йырт­ҡыс­тарса туҡмап үлтергән...
Бер апай, үҙенең һөйләүе буйынса, һөнәрселек училищеһында уҡыған етем ҡыҙҙарға гел әсәлек хәстәре күрһәтә, йәлләй уларҙы. Балаларының яҡшы ғына кейем-һалымын бирә, тамаҡтары туҡ йөрөһөн тип уҡыу йортоноң ашханаһына индерә.
“Теге ҡыҙҙар саҡ ҡына ҙурайып, ирәйеп алды ла, тәҙрә аша ҡасып, егеттәр менән осраша башланы, — ти ул. — Шунан береһе төрлө хәлгә тарып бөттө. Бөгөн ҡайҙа, ни ҡылып йөрөгәнен белмәйем. Ә икенсеһе хәҙер бер үзбәк егете менән ғаилә ҡорғанмы шул, әллә былай ғына йәшәйҙәрме... Күптән түгел күргәйнем, ҡулында балаһы бар, икенсегә йөклө. Балаһы ла, үҙе лә насар ғына кейенгән, хәле шәптән түгелдер. Тағы бер бәхетһеҙ, етем бала тыуа, тип борсолдом. Хатта артабан нимә булырын уйлауы ла ҡурҡыныс...”
Һуңғы ваҡытта матбуғат баҫма­ларында Баймаҡ районындағы хәл тураһында күп һүҙ булды. Урындағы хакимиәттең опека һәм попечителлек бүлегендә бөгөн 200-ҙән ашыу бала иҫәптә тора. 2012 йылда был һан тағы ла күберәк булған. Өс йыл эсендә уллыҡҡа, патронат ғаиләгә биреү, ата-әсә хоҡуғын тергеҙеү иҫәбенә кәме­телгән әлеге күрһәткес. Былтыр ғына районда 36 бала уллыҡҡа алынған. Был — һуңғы дүрт йылда иң юғары һан.
Районда ике йылда етем йәштәргә 90 фатир бүленгән. Ләкин сиратта тороусылар кәмегән тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, әлбиттә.
2015 йылдың беренсе кварталында ғына өс ғаилә законлы ҡарарға ярашлы ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Әлбиттә, башта уларҙы тәрбиәләү механизмдары эшкә егелә: комиссия төҙөлә, эскән әсәне (баланың етем ҡалыуы күп осраҡта ҡатын-ҡыҙҙың эскелегенә бәйләнгән) наркология буйынса дауалауға һалалар, баланы ваҡытлыса приютҡа йә дауаханаға урынлаштырып торалар. Һуңынан ата-әсәне мәшғүллек үҙәгендә теркәйҙәр, уҡырға ла йүнәлтмә бирәләр, юғалған документын, балалар пособиеһын юл­лайҙар, көнкүреш шарттарын тикше­рәләр. Ҡыҫҡаһы, бәләкәй бала кеүек ҡарап, әпәүләп йөрөтәләр. Тик хәл үҙгәрмәй.
Шуға иғтибар итәйек: Рәсәй ғаилә­һендә тәрбиәләнгән һәр кемебеҙ уҡығанда ла, хеҙмәт һәм тормош юлын башлағанда ла бер ни тиклем ауыр­лыҡтарға осрай. Күптәребеҙ белем алыу һәм яҡшы эшкә урынлашыу өсөн ҙурыраҡ, аҡсалыраҡ ҡалаларға барыр­ға ынтыла. Ләкин һәр ерҙә лә беҙҙе ҡолас йәйеп ҡаршы алып тормайҙар. “Мәскәү күҙ йәштәренә ышанмай” тигәндәй, ҙур ҡалаларҙы ыҙалыҡтар менән яулап алырға тура килә.
Бер коллегамдың һөйләгәне әле лә хәтеремдә. “Мин Өфөгә килеп эшкә урынлашҡас, әлбиттә, кеше өйөндә йәшәй башланыҡ, ун бер тапҡыр күсендем”, — тип һөйләгәйне. “Йә фа­тирға ингән оло йәштәге хужабикәләр менән уртаҡ тел табып булмай, йә торлаҡты һаталар, йә ҙурыраҡ хаҡ һорайҙар. Ҡыҫҡаһы, иҫемә төшһә, әле лә ытырғанып ҡуям”, — тигәйне ул. Ошо ваҡытта ниндәй михнәттәр кисергәнен үҙе генә белә.
Ата-әсәһе булып та, аҡса һорарға тырышмаған, үҙ йүнен үҙе күргән йәштәрҙең күбеһенең самалы ғына ашап, бер салбар, бер күлдәк менән йөрөгәндәре бар. Улар дөйөм туҡ­ланыу урынына барырға тырышмай ине, бер икмәк менән ҡоролай сәй эсеп, баш ҡалала транспортҡа аҡса­лары булмағанлыҡтан, алыҫ араға йәйәү йөрөй торғайны. Һуңынан, әлбиттә, эсмәй, тырышып эшләгән­дәрҙең хеҙмәт шарттары ла, шәхси тормошо ла ыңғайға үҙгәреп китә. Ләкин уға тиклем күпме юл үтергә кәрәк әле! Бәғзе берәүҙәр ярты ғүмерен дөйөм ятаҡта үткәрә лә, һуңынан ипотекаға фатир алып, уны оҙаҡ йылдар түләй. Ә ауылда ҡыҙын йә улын уҡытам тип, биш-алты һыйыр һауып, шуның ағын баҙарға сығарып һатыу иҫәбенә генә йәшәгән ғаиләләр аҙмы ни? Уларға дәүләт ярҙамына ла, бушлай фатирҙарға ла иҫәп тоторға түгел...
“Балалар уҡытам” тигәс, бер еҙнәмдең яҙмышы иҫкә төштө. Өс ҡыҙы буй етеп килгәс, уларҙы уҡытырға аҡса эшләйем тип, ауылдан Себер тарафтарына сығып китте ул. Һуңынан беленеүенсә, эше ауыр булған. Карьер юлдарынан көнө-төнө йөк ташыған. Шундай ауыр маршрут­тарҙың бере­һендә ул төндә аварияға осрап һәләк булды. Өс ҡыҙы үҫеп етеп, туғандары ярҙамында уҡып сыҡты.
Шуларҙан ниндәй һығымта яһарға була? 5-6 бала тапҡан эскесе ҡатын “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ түгел. Проблеманың тулыһынса юҡҡа сыҡ­мауы шунан да билдәле: социаль етемлек кәмемәй.
Әле районда үҙәк китапхана тарафынан “Һәр бала — илгә бүләк” тигән ак­ция иғлан ителде. Ул бөтөн ауылдарҙы ла урап сығасаҡ. Шунда ағинәйҙәр, абруйлы атай, олатайҙар йыйылып, эскән ҡатындар менән һөйләшеүҙәр алып бара, бала ҡә­ҙе­ренә, ғаилә ныҡлығын һаҡлауға бағыш­ланған кисәләр, байрамдар үткәрә, шул етем балалар ҡорған ғаиләләрҙең тормошо менән ҡыҙыҡһыналар. Эйе, проблема көсәймәҫ борон уны иҫкәртеүе енелерәк. Ысынлап та, һәр сабый илгә бүләк булып тыуа. Балалар һанын ишәйтеү өсөн дәүләт ниндәй генә саралар уйлап тапмай. Тик ҡайһы ваҡытта ул бала илгә бүләк булып тыуа ла, дәүләткә имгәк булып йәшәй ҙә ҡуя.
Күптән түгел авария хәлендәге йорттан яңы фатирға күсеп сыҡҡан бер апай ризаһыҙлығын белдерҙе. Тағы зар­ланыу... Кеше рәхмәтле була белмәй, шөкөр итмәй, сабырлыҡ менән йәшәү тураһында онота. Үҙ еренә түгел, ихатаһына ла хужаларса хәстәрлек менән баҡмай улар. Күп ҡатлы йорттар алдын ҡарағыҙ. Унда ҡойма ауып ятамы, күптән буяу төҫөн күрмәгәнме — берәү ҙә сығып уны төҙәтмәҫ, ҡулына бумала тотмаҫ. Шул уҡ ваҡытта нисәмә ир-егет, эшһеҙ­лектән йонсоп, балконда тәмәке тартып торор. Нимәлер талап итер алдынан иң башта үҙеңдең йәшәгән мөхитеңә ҡарашыңды үҙгәрт, башлап өлгө күрһәт. Юҡһа һаман да өҫтән әмер көтөп йәшәргә күнеккән халыҡ.

Гөлнур ИШБУЛАТОВА,
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, телевидение һәм радио хәбәрсеһе.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872