Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Телевизорһыҙ бер йыл йәки Үҙ-үҙеңә ҡайтыу
Телевизорһыҙ бер йыл йәки Үҙ-үҙеңә ҡайтыу Ирекһеҙҙән килеп сыҡты был тәжрибә. Бер йыл телевизорһыҙ йәшәнек. 9 Майҙағы хәрби парадты ҡарағандан һуң, егерме йыл һин дә мин эшләп ултырған “йәшнигебеҙ” ҡапыл һүнде лә ҡуйҙы. Япон техникаһы булһа ла, уның да эшләү ваҡытының нормаһы үтәлгәндер, күрәһең. Төҙәттереп тә маташманыҡ, яңыһын да алманыҡ. Баҡса миҙгеле башланғас, эштән буш ваҡытта шунда ашыҡтыҡ. Инде көҙ етеүгә телевизорһыҙ йәшәүгә өйрәнеп тә бөткәйнек. Уның кәрәген дә тойманыҡ. Шулай итеп, хәҙер бер йыл үткәс, ниндәйҙер һығымта яһарға ла мөмкиндер кеүек.

Ғәҙәттә, эштән ҡайтыу менән аш бүл­мә­һенә инәһең дә киске ризыҡ әҙерләргә тотонорҙан алда телевизорҙы тоҡан­ды­рып ебәрәһең. Яңылыҡтар тыңлайһың. Артабан төрлө тапшырыуҙар бер-бере­һен алмаштыра. Сериалдар ҡарай баш­лаһаң, айырылып булмай, артабан нимә булырын белге килә. Шулай аҙналар, ай­ҙар үтә. Зомбиға әйләнеп, “ҡара йәш­ник”кә текләп ғүмер уҙа. Ашағанда ла ҡарайһың. Ирең икенсе каналды тоҡандырһа, йән көйә, әрләшеп тә китәһең.
Хәҙер рәхәт. Һәр кем үҙ эше менән була. Ә сериал­дарға килгәндә, шуны әй­тер инем: һәр беребеҙҙең тормошонан әл­лә ниндәй сериалдар төшөрөрлөк — яҙ­мыштар, ғибрәттәр тулып ята. Теле­ви­зорҙан эҙләргә лә түгел, эргәлә генә. Бер ҡыҙ Бразилия сериалындағы Марияны йәл­ләп илап ултыра икән. Ике туған апа­һы тегегә ныҡ ҡына итеп: “Ниңә һин әллә ҡайҙағы Мария өсөн күҙ йәше түгәһең? Әсәйегеҙ Мариянан кәмме ни? Йәшләй генә ирһеҙ ҡалып, икегеҙҙе үҫтерәм, кеше итәм тип ниндәй нужа һурпалары эсмәй! Бына кемде йәлләргә кәрәк”, — тигәс, теге: “Ысынлап та, апай, ҡалай дөрөҫ әйттең, минең был хаҡта уйлағаным да юҡсы”, — тигән. Уйларға кәрәк шул. Ә телевизор беҙҙең өсөн уйлай, хәл итә. Үҙенә буйһондора, уныңса уйларға бойора, үҙебеҙсә фекерләү һәләтенән айыра.
Яңылыҡтарға килгәндә, һуғыш, үлтереш, һуйыш, янғын, һәләкәт, авариянан башҡа ниндәй яҡшы хәбәр ишетелә? Шуларҙы тыңлап, былай ҙа эштән арып ҡайтҡан, үҙ проблемаларыңды нисек хәл итергә белмәгән өҫтөнә әлегеләре йөрәгеңде тотоп ултырырға мәжбүр итә, төн буйы йоҡламай кисереп сығаһың. Яҡшы тигән хәбәрҙәре лә ташҡа үлсәйем инде: бер данлыҡлы футболсы 179 мең һумға алтын телефон алған икән. Был беҙҙең кеүек 8 мең һумға эшләп йөрөгән журналист өсөн шатлыҡмы? Ике йылдан ашыу ашамай-эсмәй йыйһаҡ та ундай телефонды алырға хәлебеҙҙән килмәйәсәк. Кәрәге лә юҡ. Бәйләнеш өсөн мең һумлығы ла ярап ҡала. Йәки бер эстрада мэтрының Францияның Ниццаһында тәүлегенә 500 евро түләп ял итеп ятыуын белеү кемгә кәрәк? Меҫкен эш хаҡын тартып-һуҙып ипотека түләргәме, фатирға айлыҡ түләүҙән ҡотолорғамы тип баш ватҡан кешеләрҙе кәзекләү генә лә баһа был яңылыҡ тигәндәре. Ул 500 евроны үҙебеҙҙең һумдарға әйләндерергә лә ҡурҡыныс. Ниндәй номерҙыр инде “биш йондоҙло” отелдәрендә?! Ниндәй түшәктәрендә ятҡыраларҙыр ҙа нимәләр ашаталарҙыр... 5-7-шәр меңгә бөтә Рәсәй буйлап концерт күрһәтеп, фонограммаға ауыҙ асып-йомоп халыҡтан — хәйер, дөрөҫ түгел, ябай тамашасы ундай тамашаға йөрөй алмай — олигархтарҙан йыйған аҡсаһын ҡайҙа ҡуйырға белмәгән шоу-бизнес әһелдәре сит илдәрҙә фатирҙар һатып ала, донъя сигенә барып ял итә, ә Башҡортостандыҡылар үҙебеҙҙең “Янғантау”ға ла етә алмай.
Беҙ кәрәк яңылыҡты телевизорһыҙ ҙа ишетәбеҙ. Бының өсөн Интернет та, радио ла, гәзит тә бар. Мин үҙем, мәҫәлән, төрлө баҫмаларҙы сағыштырып уҡып барам. Ә беҙҙең “Башҡортостан” гәзитендә кәрәгенсә генә, етерлеге генә бирелеп тора. Шөкөр, донъянан артта ҡалған юҡ.
Уҡыу тигәндән, телевизор эшләмәгәне бирле бик күп китапты ҡарап сығырға тура килде. Ҡарап сығыуҙы биттәрен асып ябыу тип аңларға ярамай. Минең үҙемдең уҡыу алымым бар. Кәйефемә, ваҡытыма ҡарап, төрлө китапты алып, өлөшләп уҡырға яратам. Мәҫәлән, Светлана Алексиевичтың “Секонд-хенд ваҡыты” тигән йыйынтығын әллә нисә ай буйына уҡыйым. Уның бер нисә битенән һуң баш ауырта, йөрәк ҡаға башлай. Тотош уҡыу һис мөмкин түгел. Авторҙың ете китабы ла шундай документаль публицистика жанрында яҙылған. Әҫәр­ҙәре 35 телгә тәржемә ителеп, фильмдар төшөрөлөп, утыҙға яҡын төрлө халыҡ-ара премияға лайыҡ булған китаптарында үткәнебеҙҙең, бөгөнгөбөҙҙөң тарихы дөрөҫлөгө сағыла. Сәстәр үрә торорлоҡ, ҡот осҡос хәҡиҡәт! Шуларҙы уҡығандан һуң телевизорҙан мең иләктән иләп күрһәтелгән йәки шаштырылған, артты­рылған ваҡиғалар ҡыуыҡ кеүек кенә булып ҡала.
Тағы нимә бирҙе был телевизорһыҙ бер йыл? Донъяға бөтөнләй икенсе төрлө ҡарай башлайһың икән дә. Күберәк эшләргә, яҙырға тырышаһың. Башҡа төрлө уйҙар, фекерҙәр йышыраҡ килә. Ижадҡа көн дә ваҡытты бүлергә форсат та табыла. Яҙғаныңа етдиерәк ҡарай­һың. Ниндәйҙер тамаша күрге килһә, театрға, концертҡа бараһың. Яҡташтар, ҡәләмдәштәр, фекерҙәштәр менән аралашаһың. Ваҡытты ҡәҙерләргә өйрәнәһең. Уҡыуҙан арып китһәң, башты ял иттереп, сканвордтар сисеп алаһың. Ул да белем бирә, хәтерҙе яңырта.
...Бер ваҡыт билдәле фән докторы менән урамда һөйләшеп киттек. Аҙаҡ телефондарҙы алышырға булып, уның номерын һораным. “Ә мин кеҫә телефонынан файҙаланмайым”, — тип аптыратты. Ғәжәпләнеүемде күргәс: “Ә нимәгә ул миңә? Урамда һөйләшергә кәрәкмәй. Өйҙә лә, эштә лә стационар аппарат бар. Кеҫә телефонының бөтөнләй кәрәген тапмайым, алғаным да булманы”, — тине.
Бер уйлаһаң, ниңә ғәжәпләнергә? Әле генә аптырайбыҙ, элек йәшәгәнбеҙ ҙә баһа. Ҡайһы бер замана техникаһына үҙем дә һаман булһа махсус өйрәнмәйем бит. Мәҫәлән, бөтә нәмәне лә ҡулдан яҙам, компьютерҙа йыймайым. Хәйер, быныһы — бөтөнләй икенсе һөйләшеү темаһы.
Шулай итеп, замананан артта ҡалып, тәүтормош кешеләре мәмерйәлә йәшәгән кеүек, телевизор эсендәге сит донъяларҙы өйгә индермәй генә йәшәп ятҡан көн. Үҙ өйөңдә, мәмерйәләге һымаҡ. Бәлки, кемдәрҙер өсөн был сәйер тойолор, әммә ошо бер йыл ваҡыт минең үҙ-үҙемә ҡайтыу йылы булды. Ә кеше өсөн үҙ-үҙе, йәне, булмышы менән һыйышып йәшәүҙән дә мөһимерәк нәмә юҡтыр. Тап шул беҙгә йән тыныслығы бирә лә. Ә йәнең тыныс булмаһа, йәшәүҙәре, ай-һай, еңел түгелдер, хатта онотолор өсөн көнө-төнө телевизор ҡараһаң да...



Автор: Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә