Әгәр әҙәм балаһы хәтерҙән яҙһа йә кешелектең хәл-ваҡиғаларҙы теркәп барыу форсаты булмаһа, ни хәл ҡыла алыр инек икән? “Таштың да тарихы була”, тигәндән, айырым шәхестең яҙмышы, ғаиләнең башынан үткәндәре, ил өҫтөнән шаулап иҫкән елдәр, донъяны донъя итеп тотҡан ғәмәлдәр — һәммәһе лә тарих. Ҡайһы бер ваҡиғалар, шәхестәр онотолоп торһа ла, хатта ҡәһәрләнһә лә, тарих үҙенең төп ағышында үҙгәрешһеҙ ҡала. Фани донъяла кемдәрҙеңдер, асмандағы йондоҙҙарҙан да сағыуыраҡ күренергә тырышып балҡып китеп, ҡапыл һүнеүе лә — мәңгелек тарихтың керпек ҡағып алыуы.
Дмитрий Медведевтың ағымдағы йылды Рәсәй тарихы йылы тип иғлан итеүе тарихҡа иғтибарҙы, тарихты өйрәнеүҙе кампанияға әүерелдереүҙе аңлатмайҙыр, сөнки тарих, бина кирбестәрҙән хасил булған кеүек, һәр көндән, һәр кемдең һәм тотош ҡәүемдәрҙең ғүмеренән, ҡылған эштәренән яҙыла.
Хәтер иләгендә үткән тормоштан нимә һарҡып ҡала икән? Үҙ ғүмеребеҙҙе иҫкә төшөрөп ҡарайыҡ: беҙ йоғонто яһай алмаған, әммә тормошобоҙҙо ҡайһы саҡ тамырынан үҙгәртеп ебәреүгә һәләтле ваҡиғалар; бар кешелектең хәтеренә уйылып ҡалған йә иһә үҙебеҙ, яҡындарыбыҙ ғына иҫтә тотҡан көндәр. Һәм, ниһайәт, кешеләр. Тарихтың геройҙары ла, авторҙары ла улар бит әле. Ҡайҙалыр, юғарыла һәм алыҫта, ниндәйҙер шәхестәр беҙҙең яҙмышты хәл итә, бүтәндәре — уларҙың ян-яғында. Ауыл, ҡала, республика, дәүләт, халыҡ тарихы, ғәмәлдә, айырым кешеләрҙең яҙмышы булған ептәрҙән туҡылған. Тарих туҡтай белмәҫ хәрәкәттән һәм ваҡиғалар, даталар, шәхестәрҙең һәр даим алмашып тороуынан хасил. Диңгеҙ төпкөлөндә тыуып, ярға ҡаға килеүсе тулҡындар һымаҡ, ваҡиғалар береһен-береһе уҙып йүгерә. Бейек ташҡын диуар булып ярға ынтыла, ә унда ошо хәтәр ҡеүәт алдында айырыуса мөсһөҙ күренгән беҙ баҫып торабыҙ. Уйыбыҙ, теләгебеҙ бер генә: “Быныһы туғыҙынсы вал булмаһын ине, быныһы ярҙан беҙҙе йыуып алып китерлек цунами була күрмәһен...” Һуғыштар, золомлоҡтар, реформалар, изге күңелле һәм уҫал юлбашсыларҙың хакимлығы, эпидемиялар, иген уңған йәки йот йылдар, ер тетрәүҙәр, йәнә алыштар, ә артабан ҡабаттан һуғыштар, золомлоҡтар, реформалар, хакимлыҡтар, эпидемиялар — ошо рәүештә туҡтауһыҙ, тулҡын һымаҡ, бер-бер артлы килә улар.
Тарих, ысындан да, үҙендә донъя тәжрибәһен дә, быуаттар аҡылын да туплаған күренеш. Шул уҡ ваҡытта уның тураһында абстракт төшөнсә итеп тә фекер йөрөтөп булмай. Рәсәй йылъяҙмаһы, тимәк, тарихы ла, IХ быуаттан, йәғни Киев Русенән генә, башланмаған. Урыҫ ҡәүеме, әле икенсе атамалар менән, быуаттар буйы төпләнеп ғүмер иткән ерҙәрҙә, яҙмышы ҡағыҙға теркәлә башларҙан күпкә алда йәшәгән. “Башҡортостан” гәзитен уҡыусылар, әлбиттә, күренекле урыҫ яҙыусыһы Валентин Ивановтың “Русь изначальная” исемле романы менән таныштыр. Әҙәби әҫәр ҙә, уҡыусының күңелендә һәм хәтерендә һаҡланыу яҙмышына дәғүә итһә, тарихи мәғлүмәттәргә таянып яҙыла. Әлеге романда урыҫ ҡәүеменең башланғысы тип аталырлыҡ россичтар тураһында һүҙ бара. Әйткәндәй, “Белые росы” фильмын хәтерләйһегеҙҙер: Федот ҡарт та йәштәргә, риүәйәт рәүешендә, ошонда ҡасандыр йәшәгән ростар хаҡында бәйән итә.
Тарих, фәндең етди йүнәлеше булараҡ, художестволы әҫәрҙәрҙә телгә алынған фаразлауҙарға таяна алмай. Ғәҙәттә, киреһенсә эшләнә. Рәсәй дәүләте тарихының атаһы Николай Михайлович Карамзин, әле йәш кенә сағында, Парижда тарих-филология тикшеренеүҙәре үҙәгенең эше менән танышҡас, ҡуйын дәфтәренә ошондай фекерҙәрен теркәп ҡуйған: “Рәсәйҙең фәлсәфәүи аҡыл, тәнҡитле ҡараш, матур тел менән яҙылған һәйбәт тарихының әлегә ҡәҙәр булмауы йөрәкте әрнетә. Бары зауыҡ, аҡыл, талант ҡына кәрәк. Һайлап алырға, йән өрөргә, буяуҙар өҫтәргә генә һәм уҡыусы Несторҙан, Никондан һәм бүтәндәрҙән урыҫтарҙың ғына түгел, бәлки, сит ил кешеләренең дә иғтибарын тартырлыҡ, көслө нимәлер килеп сығыуына таң ҡалыр. Ризамын, кенәздәрҙең быуын тарихтары (шәжәрәләр — М.Ҡ.), уларҙың талаштары, үҙ-ара низағлашыуы, ҡомандарҙың барымталары бигүк ҡыҙыҡһындырырлыҡ түгел, ләкин ниңә улар менән тотош томдарҙы тултырырға? Әһәмиәтле түгел икән, ҡыҫҡартырға, әммә урыҫ халҡын билдәләүсе һыҙаттарҙы, боронғо батырҙарыбыҙҙың, күренекле кешеләрҙең холоҡ-фиғелен, булған ваҡиғаларҙы йәнле, сағыу итеп һүрәтләү фарыз. Беҙҙең үҙ Бөйөк Карлыбыҙ булған: Владимир — үҙебеҙҙең Людовик ХI; Иоанн батша — үҙебеҙҙең Кромвель; Годуновҡа оҡшаш государь бер ҡайҙа ла булмаған; Бөйөк Петр. Улар идара иткән осорҙар тарихыбыҙҙағы һәм хатта кешелек тарихындағы ғәйәт мөһим дәүерҙәрҙе тәшкил итә”.
Юғарыла телгә алынған роман һәм фильмда бөгөнгө урыҫ ҡәүеменең боронғо олаталарының атамаһы автор фантазияһында бирелһә, документаль сығанаҡтарҙа ҡәүемдең барлыҡҡа килеү тарихы күҙ алдына икенсерәк булып баҫа. Рустең башланғыс тарихының төп сығанағы булып иҫәпләнгән “Повесть временных лет” яҙмаһында берҙәм кешелек ырыуы бар донъяға һибелерҙән алдағы Вавилон башняһы тураһындағы данлыҡлы библия тарихының дауамы бәйән ителә. Йылъяҙма һуңғараҡ урыҫ ҡәүемен тәшкил итәсәк ҡәбиләләр хаҡында бына ни ти: “... славяндар, килеп, Днепр буйлап ултырҙы ла, поляндар тип атала башланы, ә икенселәр, урманға төйәкләнгәс, древляндар тип йөрөтөлдө. ... Ильмень күле тирәһендә урын һайлаған славяндар үҙ атамаһын һаҡлап ҡалды һәм Новгород тигән ҡаланы төҙөнө. ... Славян халҡы шулай йәйелде...”
Әйткәндәй, әлеге легендар тарихты өйрәнеү бына хәҙер нисәмә быуат дауам итә һәм славяндарҙың килеп сығыуы тураһында ошоға тиклем төйнәлгән генә фекер юҡ. Күп тарихсыларҙың уйынса, славяндар үҙ тарихындағы сәйәхәтте Тигр менән Евфрат йылғалары ярҙарынан түгел, бәлки Балтик диңгеҙе яғынан башлаған. Ул тирәләрҙән славяндарҙы һуғышҡа әүәҫ герман ҡәбиләләре ҡыҫырыҡлаған. Славяндар Көнсығыш Европаға ҡарай ҡуҙғалырға мәжбүр булған һәм, Дунайҙа византиялылар менән осрашҡанға тиклем, уның көнсығыш һәм көньяҡ киңлектәрен үҙләштергән. Тарихсы һәм журналист Е. Анисимовтың “Рюриктан Путинғаса Рәсәй тарихы. Кешеләр. Ваҡиғалар. Даталар” тигән ифрат ҡыҙыҡлы, популяр китабында раҫланыуынса, был, иң һуң тигәндә лә, VI быуаттан да алда булырға тейеш түгел. Берләшкән масса ошо осорҙарҙа көньяҡ, көнбайыш һәм көнсығыш славяндарына бүлгеләнә.
Рәсәй тарихының төрлө дәүерҙәре һәм төрлө ваҡиғаларына ҡағылышлы мәҡәләләр гәзиттә баҫыла торор ул. Авторығыҙ ҙа был ҡыҙыҡлы әңгәмәнән ситтә тороп ҡалмаҫ әле.
Һуңғараҡ урыҫ халҡын булдырған төрлө славян ҡәбиләләренең тарихта үҙ юлы төҫмөрләнгән. Поляндар, северяндар һәм древляндар Днепрҙың урта ағымына, Припять менән Деснаға Дунай ярҙарынан килгән; вятичтар, радимичтар һәм дреговичтар көнсығышҡа, төпләнәсәк урындарына, “лях” ерҙәренән, йәғни Польша һәм Белорусся тарафтарынан күскән. Күсмәнделәрҙең бер өлөшө Днепр, Мәскәү йылғаһы, Ока, Великая һәм Ловать йылғалары башланғыс алған Көнсығыш Европа ҡалҡыулығында нығынған. Ошо күсенеүҙәр VII быуатта ғына тамамланған. Буласаҡ Мәскәү тирәһенә тәүге славяндар көнбайыштан IХ быуат самаһында ғына күсеп килгән. Яңы ерҙәрҙе үҙләштерә килә, славяндар бында йәшәгән балт һәм уғыр-фин ҡәбиләләрен ҡыҫырыҡлаған, үҙенә буйһондорған йәки ассимиляциялаған.
Тарих бер елпенеүҙә тыумаған кеүек, уны тотоноп ҡына байҡар әмәлдәр юҡ. Рәсәй дәүләте, урыҫ ҡәүеме тарих сәхифәләрен бүтән халыҡтар менән бергәләп яҙған. Күп милләтле дәүләттә шулай булырға тейеш тә. Башҡорт халҡының тарихы, яҙмышы ла Рәсәйҙеке менән айырылғыһыҙ. Ҡанды ла бергә түккәнбеҙ, данды ла бергәләп яулағанбыҙ. Рәсәй тарихына ҡағылышлы артабанғы һөйләшеүҙәр шул юҫыҡтараҡ барыр, тип ышанырға кәрәк.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.
P.S. Мәҡәлә Н.М. Карамзиндың “История государства Российского” тигән хеҙмәтенә һәм Е. Анисимовтың “История России от Рюрика до Путина. Люди. События. Даты” тигән китабына таянып яҙылды.