Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Атайҙы көттөк зарығып
Атайҙы көттөк зарығып 1.
Әсәйемдең быға тиклем бер ҡасан да ишетелмәгән әсе тауыш менән:
— Эй Аллаҡайым, һуғыш башланған, нимә етмәй икән ул мәлғүндәргә? — тип әсенеп әйткән һүҙҙәренә һиҫкәнеп уянып киттем. Ул шомло хәбәрҙе өләсәйем менән олатайыма еткерә ине. Яҡындарым көрһөнә-көрһөнә һуғыш башланыуын, яуыз дошмандың тыныс тормошто боҙоп, ғәскәр йыйып, яу күтәреүе хаҡында оҙаҡ бәхәсләште.
Минең дә йоҡом осто, дүрт кенә йәшлек ҡустым да һикереп торҙо. Ул да булмай йыш-йыш тын алып атайым йүгереп килеп инде – яңылыҡты эштә сағында еткергәндәр икән. Әсәйҙәр хә­бәр­ҙең буш түгеллегенә инанды. Хәлдең асылын аҙағына тиклем аңламаһаҡ та, беҙ ҙә ниндәйҙер бер ҡурҡыныс ваҡиға булғанын шәйләнек.
Атай килеп инеү менән яуға, һуғыш яланына юлға сығырға кәрәклеген әйтте. Өләсәйем менән әсәйем олатайыма һәм атайыма кәрәк-яраҡ әйбер, аҙыҡ-түлек хәстәрләй башланы.
Атай ҡустым менән икебеҙҙе күкрәгенә ҡыҫып ҡосаҡланы ла:
— Балаҡайҙарым, Алла бирһә, еңеү яулап ҡайтырбыҙ. Һеҙ генә иҫән-һау йәшәй күрегеҙ инде, — тине. Күҙҙәренән йәш тамсылары атылды. Атайымды бер ҡасан да бындай хәлдә күрмәгәс, уны йәлләп, илай башланым, ҡустым да миңә ҡушылды. Атайым беҙҙе тағы ла нығыраҡ күкрәгенә ҡыҫып ҡосаҡланы ла башта­рыбыҙҙан һыйпаны.
Шул арала урамда ир-ат фронтҡа китергә йыйылышты. Беҙ ҙә атайым менән олатайымды оҙатырға сыҡтыҡ. Әсәйем тәгәрәп сыҡҡан күҙ йәшен беҙгә күрһәтмәҫкә тырышып яулыҡ осо менән һөртөп-һөртөп ала. Атайым менән олатайым беҙгә ҡайғырмаҫҡа, сабыр булырға ҡушты.
Һуғышҡа китеүселәр менән хушла­шыр­ға тип бөтә ауыл йыйылғайны. Атай-олатайҙары, ағай-бабайҙарынан айы­ры­лырға теләмәгән бала-сағаның сыр-сыу килеп илашҡан тауышы, ҡатын-ҡыҙҙың һыҡтауы урамды ялмап алды.
2.
Ауылда ҡалыусылар, ир-атты яуға оҙатып, өйҙәренә таралышты. Беҙ ҙә, әсәй менән өләсәйгә эйәреп, ҡапҡабыҙға табан атланыҡ, тик бөгөн башҡа ва­ҡыт­тағыса уларҙы әйләнә-әйләнә уҙышып йүгерге килмәне. Ҡустым менән шып-шым булдыҡ та ҡуйҙыҡ. Өйгә ҡайтҡас та был хәлдән арына алмай аҙапландыҡ. Атайым менән олатайым эргәлә бул­мағас, өй бушап ҡалғандай тойолдо. Эс бошорғос тәрән тынлыҡ...
Бер нисә көндән туғаным әсәйҙән:
— Атайым менән олатайым ҡасан ҡайта? — тип һораны.
— Оҙаҡламай, балаҡайым, оҙаҡла­май, — тиеүҙән ары китә алмай әсәй ҡустымдың маңлайынан үбеп, башынан һыйпарға ғына көс тапты…
Көндәр үтә торҙо. Атайҙарҙы оҙат­ҡанда алты ғына йәшлек сабый инем, хәҙер мин дә күп нәмәне аңлай башланым. Һуғыштың ғазабын үҙемдә татығас ни, ваҡытынан алда үҫмәй, ни ҡылаһың. Атай терәге булмағас, йәшәү ҡыйын­лашты. Бөтә эш ҡатын-ҡыҙ, үҫмер балалар иңенә төштө. Икмәк һынығы ла булмаған көндәр йышайҙы. Әсәйем менән өләсәйем алһыҙ-ялһыҙ көнө-төнө колхозда тир түкте. Мин ҡустымды ҡарап өйҙә ултырҙым. Беҙ уларҙың эштән ҡайтыуын һағынып, түҙемһеҙлек менән көттөк. Әсәйҙе лә көттөк, икмәкте лә. Һәр көн ошо хәл ҡабатланып торҙо.
3.

Ауыл халҡы фронттан хәбәр алһа, барыһына ла еткереп торҙо. Кемдәрҙең ҡаты яраланып госпиталгә ятыуы, кем­дәрҙең фашистарға эләгеүе йәки һуғыш яланында һәләк булыуы хаҡында эс бошорғос яңылыҡтар йәшен тиҙлегендәй таралды. Беҙ ҙә атайым менән олатайымдан хәбәр алдыҡ. Улар, һуғыш, ҡан-ҡойош дауам итә әле, тип беҙгә са­быр­лыҡ, түҙемлек теләп, тынысландырып хат яҙғайны. Уларҙың ошо һүҙҙәре ниндәйҙер өмөт өҫтәне. Икеһенән бер үк көндә килгән хаттарға шатланып, тамаҡ бик үк туҡ булмаһа ла, ҡустым менән көнө буйы эттәй сабып уйнаныҡ.
Ваҡыт шулай аслы-туҡлы, һағыш-зарҙа үтә торҙо. Атайымды һәм олатайымды ныҡ итеп һағындыҡ, уларҙың ҡайтыуын көттөк тә көттөк. Әсәйем менән өләсәйем, эстән янһа ла, һиҙҙермәҫкә тырышты. Беҙ ҙә күҙгә күренеп үҫеп киттек, инде баҫыуҙа ярҙамлашырға буй еткерҙек.
4.
Фронттан хәбәрҙәр килгеләп торҙо. Яраланған яугирҙәр ҙә күренгеләне. Бер көн, бер аяғын өҙҙөрөп, Хисбулла бабай ҡайтып төштө. Был хәл туғандарына шатлыҡ булһа ла, беҙгә ҡайғы алып килде: олатайымдың дошмандарға ҡаршы алышҡанда һуғыш яланында батырҙарса һәләк булыуы хаҡында хәбәр еткерҙе. Өй эсен тағы ла шомло ҡараңғылыҡ сорнап алды. “Атай ҙа үлеп ҡуймаһа ярар ине”, — тип ҡайғырҙыҡ ҡустым менән. Үҙебеҙсә өләсәйҙе йыуатырға тырыштыҡ.
Күп кеше фронтта, ҡан ҡойошта яҡын туғандарын юғалтты, тәрән ҡайғы кисерҙе.
5.
Яҙын баҫыуҙа йөрөгәндә ауыл буйлап хәбәр таралды: беҙҙекеләр еңгән! Ололар ышанырғамы-юҡмы тип уйлағандыр, бәлки, тик беҙ ҡустым менән йәнә бер туҡтауһыҙ баҫыу буйлап саптыҡ – еңеүсе һалдаттар булып! Бар ауыл халҡы яҡындарының, ғәзиз кешеләренең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын тулҡынланып көттө. Беҙ ҙә атайымды көттөк.
Бына бер көн яугирҙәрҙең ҡайтып килеүе тураһында шатлыҡлы хәбәр алдыҡ. Бөтөн халыҡ ауыл осона уларҙы ҡаршыларға сыҡты. Шатлыҡ ҡатыш күҙ йәштәре аша барыһы ла шау-гөр килде. Ғүмеремдең иң тулҡынландырғыс мәле шунда булғандыр.
Бына баһадирҙар тоҡсайҙарын аҫып ҡайтып төштө. Һәр кем, геү килеп, яҡындарын ҡаршы ала, бер-береһенең ҡосағына ташлана. Тик атай ғына күренмәй. Шул саҡ баштан “әллә һәләк булдымы икән?” тигән уй үтеп, йөрәк “жыу” итеп ҡалды. Әммә, бәхетебеҙгә, яугирҙәр араһында атайым да күренде. Ҡустым менән кемуҙарҙан йүгереп, уның ҡосағына ташландыҡ. Атай иҫән-һау ҡайтҡан, ә күҙҙәрҙән әллә ниңә йәштәр аға ла аға.
Бергәләшеп өйгә юлландыҡ. Биш йыл элек ҡараңғыланған өй эсе яҡтырып киткәндәй булды, йәм керҙе, күңел тыныс­ланды. Әсәйем йүгергеләй-йүгер­геләй өҫтәл әҙерләй башланы.
Атайым беҙгә фронтта нисек дошман­дарҙы тар-мар итеүҙәре, уларҙы артҡа сигендереүҙәре, нисек еңеү яулауҙары хаҡында оҙаҡ итеп һөйләне. Ә бер нисә көндән Бөйөк Еңеүгә арналған тантаналы йыйылыш булды. Уларҙы орден-миҙал­дар менән бүләкләнеләр. Атайымды ла. Олатайымдың орденын өләсәйемә тап­шырҙылар. Тыуған ил өсөн ғүмерҙәрен йәлләмәгән ҡаһармандарҙы иҫләп, халыҡ тын ҡалды.
— Ватаныбыҙға азатлыҡ, бәхетле тормош бүләк иткән һуғыш яугирҙәренә мең-мең рәхмәтлебеҙ. Улар һәр ваҡыт беҙҙең күңелдә, йөрәк түрендә, – тип һөйләнеләр митингта. Был һүҙҙәрҙең асылын йәшәй-йәшәй нығыраҡ төшөнә барам.




Автор: Рәйлә МУСИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 1

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә