Әҙәбиәт донъяһына әле киң байҡауҙар яһауым мәҡәләмдең маҡсатынан ситләшеүем түгел. Киреһенсә, Ким Әхмәтйәновтың әҙәбиәт ғилеменә индергән өлөшөн һәм яулаған урынын нәҡ ошо оло ваҡиғалар һәм арҙаҡлы исемдәр менән тығыҙ бәйләнештә генә тулы баһаларға мөмкин.
Ким Әхмәтйәновтың күренекле хеҙмәттәре ошо алтын ун йыллыҡтарҙағы ижади солғанышта, ижади ҡаҙаныштар ерлегендә тыуҙы һәм, үҙ сиратында, әҙәбиәттең артабанғы үҫешенә көслө йоғонто яһаны. Тәнҡитсенең, әҙәбиәт белгесенең әҙәби хәрәкәткә йоғонтоһо бик етди мәсьәлә. Был йәһәттән Ким Әхмәтйәновтың әйткән һүҙе һәр саҡ үтемле булды, уйландырҙы, шағирҙы яңы эҙләнеүҙәргә илһамландырҙы.
Халҡыбыҙҙың “Һүҙ эсенә уй йомоу” тигән талабы Ким Әхмәтйәнов өсөн бик мөһим принцип ине. Уның хеҙмәттәре бик фекерле, уларҙа ысынлап та һүҙ эсенә әллә күпме уй йомолған.
Һәр әҙәбиәтсе юғары эстетик зауыҡлы, зирәк аҡыллы, үткер күҙле тикшеренеүсе булырға тейеш. Алтмышынсы — етмешенсе йылдарҙа әҙәбиәт ғилеменә килгән йәш ғалимдарҙың күбеһе үҙ эшенә мөкиббән инанған, бер-береһен дәртләндереп, сәмләнеп (көнләшеп түгел) эшкә сумған фиҙаҡәр шәхестәр ине. Шундай фекерле һәм эҙләнеүсән мөхиттә үҙ һүҙеңде әйтә алыу, төҙөк концепцияңды булдырыуы еңел түгел.
Ким Әхмәтйәновтың һәр хеҙмәте уҡыусыларҙы быға тиклем бөтөнләй асылмаған ижад донъяларына алып инде. Айырыуса әҙәбиәт теорияһы уның фәнни тикшеренеүҙәрендәге төп йүнәлешкә әйләнде. Тәүге монографияһынан һуң 1965 йылда “Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге” сыҡты һәм бик күп уҡыусыларҙың ҡулынан төшмәҫ ҡулланмаға әйләнде. “Әҙәбиәт теорияһы” (1971) иһә башҡорт әҙәбиәт ғилемендә үҙенсә тарихи ваҡиға тыуҙырҙы. Был китабы өсөн уға Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Әҙәбиәтселәрҙән ошо премияның беренсе лауреаты Ким Әхмәтйәнов булды.
Шиғри образлыҡтың үҙенсәлектәрен, әҙәби үҫештең теоретик мәсьәләләрен Ким Әхмәтйәнов һымаҡ ентекләп, төбөнә төшөп махсус тикшергән ғалим уға тиклем беҙҙә юҡ ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул башлаған был бик мөһим йүнәлеште лайыҡлы дауам итеүселәр ҙә әлегә күренмәй. Талантлы ғалим образлылыҡтың үҙенсәлектәрен асыу буйынса бик етди хеҙмәттәр яҙып ҡалдырҙы. Тарихи поэтиканы өйрәнеү буйынса ла мөһим эштәр башлағайны. Әҙәбиәт ғилемендәге шул мөһим йүнәлештәрҙе киләсәктә йәш ғалимдар дауам итер тип өмөтләнәйек.
Ким Әхмәтйәновтың ижади мираҫы бай һәм күп яҡлы. Теоретик хеҙмәттәр менән бергә ул мәктәп дәреслектәре әҙерләүҙә лә даими ҡатнашты. “Башҡорт совет әҙәбиәте тарихы” (Өфө — 1967; Мәскәү — 1977) тигән коллектив хеҙмәттең айырым бүлектәрен яҙҙы. Ғ. Сәләм ижадына, Назар Нәжмиҙең һүҙ оҫталығына арналған китаптары донъя күрҙе. Яҙыусылар союзында докладтар менән сығыш яһаны, мәҡәләләре йыш баҫылды һәм ҡыҙыҡһынып уҡылды. Ваҡытты бик ныҡ ҡәҙерләй белгән кеше генә ошондай бәрәкәтле эш ритмында ижад итә ала. Ким Әхмәтйәнов нәҡ бына шундай ғалимдар иҫәбенән.
Мин үҙемде тарҡау кешегә һанамайым, әммә Ким Әбүзәр улының йыйнаҡлығы, яҙмаларының төҙөклөгө, көндөң бер генә сәғәтен дә бушҡа үткәрмәйенсә, даими эш хәстәре менән йәшәүе хайран итә торғайны. Ул ваҡыттарҙа шариклы авторучкалар үҙенсә дефицит ине. Ә Кимдең өҫтәл тартмаһында уларҙың иң сифатлылары, хатта төрлө төҫтәгеләре булыр ине. Ниндәйҙер принциптан сығып, ул ҡалын дәфтәренә туплап барған яҙмаларын төрлөһөн төрлө ҡәләм менән теркәргә ғәҙәтләнгәйне. Шиғриәттең үҙенсәлектәре хаҡында төплө теоретик һығымталар яһар өсөн башта бик күп ваҡ эштәр башҡарырға, әллә ни тиклем әҫәрҙәрҙе ентекләп өйрәнергә, бик күп миҫал йыйырға кәрәк. Ким Әхмәтйәновтың бик йыйнаҡ, теүәл эш алымы бына шул талаптарға бик йәтеш тап килә ине. Микро һәм макро үлсәмдәр менән күҙәтеүҙәр һәм киң байҡау яһау, бай миҫалдарға нигеҙләнеп, төплө теоретик дөйөмләштереүҙәргә өлгәшеү — ҡаты хеҙмәт дисциплинаһын талап итте һәм көслө ихтыярлы Ким Әхмәтйәнов ғилми фекерләү һәләтен шуға буйһондора белде.
Хәҙерге башҡорт зыялыһы тигәндә байтаҡ аҫыл-аҫыл замандаштарым араһында Ким Әхмәтйәновтың аҡыллы ҡарашын, яҡты йөҙөн күрәм. Ул бай эске рухы менән дә, төҫ-ҡиәфәте менән дә һөйкөмлө кеше булды. Кешеләргә тиҙ генә асылып бармаһа ла, тәү ҡарашҡа үтә етди күренһә лә, Ким Әхмәтйәнов ихлас кеше, нескә күңелле, бай рухлы шәхес, тоғро һәм ышаныслы дуҫ ине. Ҡәләмдәштәренә, бигерәк тә йәштәргә ярҙамсыл булды, тәүге уңыштары хаҡында ҡыуанып яҙҙы.
Егерменсе быуаттың етмешенсе йылдары башында, Шәйехзада Бабич исеме яңынан тыйыла башлаған саҡта, мин йәшлек дыуамаллығынан бигерәк ныҡлы инаныуыма таянып, дөрөҫлөктөң барыбер еңәсәгенә ныҡлы ышанып, бөйөк шағирыбыҙ тураһында монография яҙҙым. Күптәр быға тотоноуыма сәйерһенһә лә, илһамланып эшләнем. Ҡулъяҙмамдың айырым бүлектәре аҙаҡ тулыһынса беҙҙең секторҙа тикшерелде һәм хеҙмәттәштәрем тарафынан юғары баһаланды. Ләкин институттың ғилми советында Сайранов, Афзал Ҡудашевтарҙың эшмәкәрлеге менән экзекуция ойошторолдо, миңә сәйәси ғәйептәр өйөлдө. Шул саҡта хеҙмәтемде яҡлап иң принципиаль һүҙ әйтеүселәрҙең береһе Ким Әхмәтйәнов булды. Ләкин Ҡудашевтарҙың тырышлығы арҡаһында монографияға “ҡара мөһөр” һуғылды һәм хеҙмәтем, байтаҡ ваҡыт тыйылып торғандан һуң, 1980 йылда ғына баҫылып сыҡты. Ошо оло шатлығыма ҡара ҡайғы өҫтәлде: 1980 йылдың көҙөндә талантлы ғалим Ким Әбүзәр улы Әхмәтйәнов вафат булды. Башҡорт әҙәбиәте ҙур юғалтыу кисерҙе. Был хәбәрҙе ишетеү менән юлға сыҡтым, тыуған ерендәге Әбйәлил тупрағындағы зыяратта тоғро хеҙмәттәшем, аҡыллы юлдашым менән мәңгелеккә бәхилләштем.
***
Ил һәм халыҡ тормошонда хикмәтле, айырыуса бәрәкәтле, мөғжизәле йылдар була. Шуларҙың береһе — 1932 йыл. Нәҡ ошо йылда Ишембай ерендә тәүге фонтан атыла, башҡорт нефтенең даны бөтә донъяға тарала. Был тарихи ваҡиға Башҡортостан Республикаһының ғына түгел, барлыҡ СССР-ҙың ҡеүәтен ныҡ арттыра, тиҙҙән илебеҙгә ябырыласаҡ ҙур һуғышта донъяны таң ҡалдырып еңеп сығыр өсөн ныҡлы таяныстарҙың береһе була. Ләкин ҡайһы бер ваҡиғаларҙың әһәмиәте байтаҡ ваҡыт үткәс кенә асыла. Башҡортостанда тәүге нефть фонтаны атылған саҡта, йәғни нәҡ 1932 йылда киләсәктә башҡорт әҙәбиәтенең шатлығына әйләнәсәк ғәжәп яңылыҡтар ҙа булған икән. Ижад донъяһына төрлөһө төрлө юл үтеп, берәүҙәре бик иртә, икенселәре байтаҡҡа һуңлабыраҡ килгән, рухи мираҫыбыҙға төрлөһө төрлө миҡдарҙа үҙ өлөшөн индергән Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафин, Рәйес Низамов, Ким Әхмәтйәнов, Әнүр Вахитов, Шакир Бикҡолов, Александр Филиппов, Рәмил Хәкимов, Илшат Йомағолов, Сулпан Иманғолов, Фәрит Богданов, Йыһат Солтанов, Ихсан Әхтәмйәнов, Мөслим Әбсәләмов, Кәбир Аҡбашев — барыһы ла 1932 йылғылар. Бер тиҫтерҙең шундай ҙур төркөм булып килеүе әҙәби тормошобоҙҙа бығаса күрелмәгән ваҡиға ул. Урыҫса әйткәндә, плеяда, үҙебеҙсә йондоҙҙар иләүе тиергә мөмкин. Был иләүҙә Рәми Ғарипов һымаҡ һәр саҡ халҡын нурландырасаҡ яҡты йондоҙ ҙа, беленер-беленмәҫ баҙлағандары ла бар. Бер көн ерҙән нефть һурылып бөтөр, ләкин шиғриәт йондоҙҙары ғүмерлек буласаҡ.
Быйыл ошо ҡәләмдәштәребеҙҙең юбилейҙары. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпселеге был көнгә килеп етә алманы. Был тиҫтерҙәрҙең генә түгел, барлыҡ башҡорт әҙәбиәтенең иң яҡты йондоҙҙарынан булған, милләтебеҙҙең рухи хазинаһына, ғорурлығына әйләнгән Рәми Ғариповтың ҡырҡ биш йәшендә йөрәге ярылды. Был үлем утыҙ икенселәр араһында тәүге һәм иң ҙур юғалтыу ине. Тиҙҙән Рәйес Низамов арабыҙҙан китте. Күпме үҙенсәлекле фәнни тикшеренеүҙәр донъяһына сумып йәшәгән, һуңғы йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында дәртләнеп эшләп йөрөгән Ким Әхмәтйәнов илле йәшенә лә етмәйенсә вафат булыр тип кем уйлаған? Илленсе артылыштарынан һуң Әнүр Вахитовҡа, Шакир Бикҡоловҡа ни бары бер-ике йыл йәшәп ҡалырға насип булды. Күптән түгел беҙ ошо быуындың һуңғы шәхестәренең береһе, тоғро илһөйәр, Башҡортостандың халыҡ шағиры Александр Павлович Филиппов менән бәхилләштек.
Ваҡыт үткән һайын Рәмиҙәр, Рафаэлдәр, Әнүрҙәр, Кимдәр нығыраҡ һағындыра. Бөгөн донъяны ваҡсыллыҡ күмгәндә, ҡайһы бер һөмһөҙҙәр башҡаларҙың битен йыртыуҙы, бысраҡ өйөүҙе үҙҙәренең йәшәү рәүешенә әйләндергәндә, башҡа оло шәхестәр араһынан Ким Әхмәтйәновты ла йыш иҫкә төшөрәм. Бөгөн уның һымаҡ тоғро юлдаштар, аҡыллы фекерҙәштәр етмәй. Һағынып хәтерләр, йылдар аша булһа ла уй уртаҡлашыр, ҡыйын саҡтарҙа кәңәшләшер дуҫтарҙың булыуы тормошта йыуаныс та, таяныс та бит.
(Аҙағы. Башы 29-сы һанда).Рауил БИКБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.