Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кемгә кәрәк һин, урман?
Кемгә кәрәк һин, урман? Урман яҙмышы беҙҙе һәр саҡ борсой: дөрөҫ файҙаланыламы ул, киләсәге ниндәй? Нисек кенә булмаһын, яғыр утыныбыҙ, төҙөр нигеҙебеҙ, килер килемебеҙ, хатта һулар һауабыҙ ҙа уға бәйле бит. Йәшәйешебеҙҙең айырылғыһыҙ был хазинаһын ҡайғыртыу фарыз. Ә бөгөн урмандарыбыҙ ниндәй хәлдә һуң? Стәрлетамаҡ, Ишембай райондары миҫалында ҡорған “түңәрәк өҫтәл” саҡ ҡына булһа ла ошо мәсьәләгә аныҡлыҡ индерер, тип ышанабыҙ. Һорауҙарға Маҡар урмансылығы буйынса территориаль бүлек начальнигы Ринат Зәйнуллин, Стәрлетамаҡ урмансылығы етәксеһе Рамазан Хәйҙәров, Стәрлетамаҡ урмансылығы буйынса территориаль бүлек начальнигы Вячеслав Пирогов, ошо уҡ урмансылыҡтың урманды һаҡлау һәм яҡлау буйынса инженеры Илгиз Ғәбиҙуллин яуап бирә.


– Ишембай, Стәрлетамаҡ урманда­ры­ның үҙенсәлеге нимәлә, уларҙың торошо нисек бөгөн?
Илгиз Ғәбиҙуллин:
– Был район биләмәләрендәге урман­дарҙа ҡарағай ҙа бар, ҡайын, тирәк тә. Шул уҡ ваҡытта тәбиғәт шарттары ла төрлөсә тәьҫир итә. Таулы урында ағас­тың йәшәү мөмкинлеге бер төрлө, тигеҙ урында бөтөнләй икенсе. Ҡалаға яҡын ерҙә йәнә шарттар башҡаса.
Кемгә кәрәк һин, урман?Вячеслав Пирогов:
– 2010 йылғы ҡоролоҡ ауыл хужалы­ғына ғына түгел, урмандарға ҡарата ла эҙһеҙ үтмәне. Янғындарҙы иҫәпкә алма­ғанда ла, проблемалар етерлек: ағас­тарҙың күпләп ҡороуы күҙәтелә. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ тирәһендәге тирәктәрҙең санитар торошо ныҡ насарланды. Уларҙы кире аяҡҡа баҫтырыр өсөн бер йыл ғына ваҡыт аҙ, шуға әле булһа эҙемтәләр менән көрәшәбеҙ.
– Юл буйындағы урман һыҙатта­ры­ның насарайыуы ла һиҙелә: ағастар ҡороп ауа. Сәсеү ерҙәре аҙайҙы, тиһәк тә, һыҙаттарҙың файҙаһы бөтмәгән бит, мәҫәлән, ҡалала улар һауаны та­ҙар­та. Шулай ҙа ҡар тотоусы, елдән һаҡ­лаусы был үҫентеләр бөгөн “етем” ҡалған һымаҡ. Урмансыға ла кәрәк түгел, крәҫтиән дә, ҡаланыҡы­лар ҙа уға битараф.
Рамазан Хәйҙәров:
– Урман һыҙаттары урман фондына ҡа­рамай. Законға ярашлы, улар өсөн ер­ҙең хужаһы яуап бирә. Атап әйткәндә, пай­сылар хәстәрләргә тейеш. Дәүләт бит уларға файҙаланыр өсөн урын биргән, тимәк, шул ерҙән күберәк килем алыу маҡ­сатында һыҙаттарҙы ла ҡарарға кәрәк.
Ә хужалыҡтар, хакимиәттәр элек-элек­тән һыҙаттар өсөн урмансы яуаплы тип бара. Йәнәһе лә: “Һеҙ ултыртҡанһығыҙ, һеҙ ҡарарға тейеш”. Закон буйынса беҙ ултыртыу буйынса хеҙмәт кенә күрһәтә­беҙ һәм тәүге йылдарҙа торошон күҙәтә­беҙ.
Илгиз Ғәбиҙуллин:
— Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ бит кеше баҡсаһына инә алмайбыҙ.
Ринат Зәйнуллин:
Кемгә кәрәк һин, урман?– Әлбиттә, был һыҙаттарҙан файҙа алып булһа, әйтәйек, ағасы эшкәртеүгә яраҡлы булһа, хужа тиҙ табылыр ине, алыштырырға ла ашҡынып торорҙар ине. Фермер (крәҫтиән) хужалығы ағас ул­тырт­ҡан өсөн урмансыларға түләгән аҡсаһының 70 процентын субсидия аша кире ҡайтарыу хоҡуғына эйә, хатта күр­һәтелгән хеҙмәт өсөн ул бартерлата йәки тауар менән дә иҫәпләшә ала, тик те­ләү­селәр генә һирәк. Шуға ҡороған һыҙаттар әлегә йәмһеҙ күренеш булып ҡала килә.
Әйтәйек, Ишембай районында ҙур ху­жа­лыҡтар юҡ. Ер – пайсылар ҡулын­да, шуға күрә һыҙаттарҙың торошо ла ниндәй кимәлдә икәнлеге билдәле инде.
Вячеслав Пирогов:
– Тирәктәр 40-45 йылдан һуң үҙ көсөн юғалта. Ҡороп ауһа, һыҙат юҡҡа сыға. Әммә ҡайын-акациянан торған һыҙаттар ҙа бар бит әле. Әгәр ерҙе эшкәртмәһәң, улар сүп урынына әйләнә. Әйтәйек, был осраҡта беҙ, урмансылар, хатта отабыҙ ҙа, сөнки һыҙаттан урман үҫеп китһә, насармы ни?!
– Ә һуңғы урман һыҙаттары ҡасан ултыртылды?
Ринат Зәйнуллин:
– Ишембай районында 2000 йылдар башында.
Вячеслав Пирогов:
– Беҙҙә лә шул тирәлә. Ә бына Калинин исемендәге хужалыҡ баҫыуында Стәр­летамаҡ урмансылары ағас һыҙат­тарын былтыр яңыртты.
Рамазан Хәйҙәров:
– Шуныһы үкенесле: республика буйынса махсус программа ҡабул ителһә лә, хужалыҡтар ҙа, хакимиәттәр ҙә урман һыҙаттарын яңыртырға ашығып бармай. Стәрлетамаҡ тирәһендә ҡороғандары етерлек, Салауат ҡалаһы, Көйөргәҙе, Федоровка райондары ла йәмһеҙ күренеш­тән арынмай әле.
– Һеҙҙең эштә закон, кодекстар үҙгә­реп тора, өйрәнеп кенә өлгөр. Әйтәйек, хәҙер урманды бүлеү, сығарыу, һатыу бу­йынса яңылыҡтар етерлек. Мәҫә­лән, кеше үҙенә өй һалыу өсөн бү­лен­гән ағасты һата алмай. Шул уҡ ва­ҡыт­та, әйтәйек, уның йортто кирбес­тән һалғыһы килә, ти. Был осраҡта ул, ағасын һатып, кирбес ала алмаҫ ине­ме ни?
Вячеслав Пирогов:
– Федераль законға ярашлы, урман­ды кеше һатыу өсөн түгел, үҙенә ҡулланыуға ала бит (һатһа, билдәле, штраф ҡарал­ған). Шуға ла ағасҡа минималь хаҡ түләй, хәҙер документтар йыйыу ҙа ябайлашты. Урман кешенең мохтажлығына, лимитҡа ҡарап бүленә, ул мәңгелеккә тиһәк тә, төпһөҙ түгел. Башҡа төрлө маҡсат өсөн ағас-урман һатыу буйынса урман хужа­лыҡтары бар.
Рамазан Хәйҙәров:
– Яңы закон үҙ көсөнә ингәс, урман һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә кәмене. Әйткәндәй, хәҙер ғариза яҙыусылар дө­йөм бер электрон порталға теркәлә бит. Унда кемгә күпме һәм ҡасан ағас бү­лен­гәне лә күренә. Тимәк, быға тиклем күптәр ағасты һатып аҡса эшләгән генә булып сыға.
– Хәҙер урмандар ҡуртымға бирелә. Ә ҡуртымсылар урманды тейешенсә файҙаланамы?
Рамазан Хәйҙәров:
– Беҙҙең урмансылыҡта 87 ҡуртымсы бар (шуларҙың 6-һы урман әҙерләү буйынса), шәхси эшҡыуарҙар эшләй. Улар ағас материалдары етештерә, шул уҡ ва­ҡытта сифатлы тип ситтән ағас (ҡарағай) эҙләмәй, ә ошо тирәләге урмандар менән эш итә.
– Әйткәндәй, халыҡ араһында, ғә­ҙәттә, ҡуртымсылар хаҡында бик үк яҡшы булмаған хәбәрҙәр йөрөй.
Илгиз Ғәбиҙуллин:
Кемгә кәрәк һин, урман?– Был хаҡта беҙ ҙә хәбәрҙарбыҙ. “Ҡуртымсылар урманға индермәй”, — тип ялыулашҡандар бар. Тик ҡуртымсы­лар­ҙың еләк-бәшмәкте һатыу өсөн түгел, ә үҙенә ҡулланырға йыйыусыларҙы ҡы­уырға хоҡуғы юҡ. Әгәр һеҙ ул ҡуртымға алған майҙанда бәшмәк үҫтереп һатырға булһағыҙ йә иһә ағас ҡырҡырға барһағыҙ, бында инде икенсе хәл: ул хаҡлы, сөнки шул майҙан өсөн аҡса түләгән, эшен баш­ҡара. Кәрәк икән, һин үҙең дә ҡуртымға алып, теләһәң, бәшмәк йыя алаһың йә солоҡ тот, бесәнен сап, туристарҙы алып кил.
Ринат Зәйнуллин:
– Бынан тыш, халыҡ ҡуртымсының урманға ҡарата мөнәсәбәте өсөн һыҙла­на. Әйтәйек, ҡуртымсы ағасты ҡырҡа, ә урынына ултыртырға, янғындан һаҡларға ашыҡмай. Беҙҙең урмансылыҡ буйынса ла юҡ түгел ундайҙар, бар: мәҫәлән, бер эшҡыуар оҙаҡ йылдар үҙ бурысын үтәргә теләмәй. Әлбиттә, ундайҙар менән суд аша ла эшләйбеҙ, рейдтарға йыш сы­ға­быҙ. Ғөмүмән, төрлө ысулдар ҡуллана­быҙ.
– Тимәк, урмансыға ҡуртымсы ме­нән эшләүе еңел түгел. Тик дәүләткә урмандарҙы ҡарау өсөн хеҙмәткәр тотҡансы, ҡуртымға биреп, һалым ғына йыйыу отошло. Алтын уртаҡлыҡ бармы?
Илгиз Ғәбиҙуллин:
– Дөрөҫөн әйткәндә, бөтә урмандарын ҡуртымға биреп йәшәгән дәүләттәр бар. Бер ҙә башҡаларҙан ҡалышҡан ил түгел. Шул уҡ ваҡытта инвестициялар, дәүләт-шәхси проекттар хаҡында ла уйларға кәрәк. Тик бындай системаға килгәнгә ҡәҙәр һәр аҙым үлсәнгән булырға тейеш.
Ринат Зәйнуллин:
– Бөгөн ошоға табан барабыҙ ҙа инде. Тик бөтөнләй урманды ҡуртымсы иңенә һалып ҡуйырға ла ярамай, ныҡлы кон­троль кәрәк. Бының өсөн урмансылыҡ­тарҙа белгестәр етерлек бу­лырға тейеш.
– Барлыҡ урманды ла ҡуртымсы ҡулына биреп бөткәс, халыҡтың мох­тажлығы нисек ҡәнәғәтләндерелер?
Вячеслав Пирогов:
– Халыҡ ихтыяжы дәүләт тарафынан бер ҡасан да сикләнмәйәсәк. Мәҫәлән, үткән йыл һәр ғариза тапшырыусыға, ли­митҡа ҡарап, ағас бүленде. Тик һәр кемдең дә ҡарағай алғыһы килә, ләкин был ағасҡа рөхсәт әҙ. Әлбит­тә, ҡарағай бураға яҡшы, уның матери­алы менән эшләүе еңел, әммә башҡа ағас төрө лә бар бит. Мәҫәлән, йүкәнән өй йылы була, уҫаҡ буралар ҙа яҡшы. Шулай уҡ хәҙер эстән-тыштан матурлар өсөн материалдар ҙа етерлек.
Рамазан Хәйҙәров:
– Башҡортостанда йылына һигеҙ миллион кубометр ағас ҡырҡылырға тейеш. Ғәмәлдә был эштең 60-70 проценты ғына үтәлә. “Кроношпан” ғына хәлде яҡшырта алмай әле. Шуға ҡалған урмандар әрәм булмаһын өсөн уны ҡуртымсыларға биреү отошло.
Ринат Зәйнуллин:
– Тик ҡуртымсылар аҙ, сөнки ағастың сифаты бик үк маҡтанырлыҡ түгел. Әл­биттә, ҡарағай үҫкән Бөрйән, Баймаҡта улар бихисап, ә бына беҙҙең яҡта бар­маҡ менән генә һанарлыҡ.
– Яҙ килде. Тимәк, һеҙҙең иңгә һәр йылдағыса йәнә бер бурыс өҫтәлә: урманды уттан һаҡлау…
Илгиз Ғәбиҙуллин:
– Ә ни өсөн килеп сыға һуң янғындар? Әлеге лә баяғы – яуапһыҙлыҡтан. Ял итеүселәр йыш ҡына зыян килтерә, әммә былтырғы үләнен, ятып ҡалған һаламын яндырған хужалыҡтар ҙа әллә нисәмә гектар урманды юҡҡа сығарған осраҡтар теркәлә. Япраҡлы урманды тергеҙгәнсе 20-30 йыл кәрәк, ә ҡарағай иһә быуат талап итә. Тәү сиратта ошо хаҡта уйлан­һаҡ ине. Яна башлаған урманды һүнде­реү еңел түгел, ҡот осҡос фажиғәгә әйләнеүе лә ихтимал.
– Урманда янғын сыҡһа, “Минеке түгел, байҙыҡы яна”, — тиеүселәр ҙә юҡ түгел. Шулай ҙа, йомғаҡлап әйткән­дә, кемгә кәрәк һуң хәҙер урман?
Рамазан Хәйҙәров:
– Кирбестән эшләнгән ҡала өйөндә йә­шәп, газ менән ҡулланыу ғына урмандан ситкә тайпылыуҙы аңлатмай. Саф һауа һулар өсөн дә урман кәрәк. Ул – һәммә­беҙгә лә кәрәк булған милли байлығыбыҙ!

“Түңәрәк өҫтәл”де
Рәмил МАНСУРОВ менән
Эльдар ФӘТТӘХОВ (фото) ойошторҙо.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873