Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәшнәп үтәләр тормош юлын
Йәшнәп үтәләр тормош юлынДанлы хеҙмәт юлы үткән ғаиләләр аҙ түгел Баймаҡ ерендә. Улар араһында Лоҡмановтар ҙа бар. Мөғин Әхмәт улы Лоҡманов Архангел районында тыуған, ә хәләл ефете Инзиә Ҡотләхмәт ҡыҙы — Йәрмәкәйҙән. Икеһе лә Пермь ауыл хужалығы институтын тамамлағас, 1969 йылда “Баймаҡ” тәжрибә хужалығында эш башлай һәм, утыҙ йылдан ашыу фиҙаҡәр хеҙмәт итеп, малсылыҡ тармағын районда ғына түгел, республика кимәлендә алға сығаралар.
Ошо көндәрҙә 70 йәшлек юбилейын билдәләгән Инзиә Ҡотләхмәт ҡыҙы тормош юлы менән хаҡлы ғорурлана: зоотехник-селекционер эшендә ҙур уңыштарға өлгәшкән, оҫта хужабикә, хәстәрлекле әсәй, әүҙем йәмәғәтсе булараҡ абруй ҡаҙанған. Уның күп йыллыҡ намыҫлы эше “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем, “РСФСР-ҙың ауыл хужалығы отличнигы” знагы менән билдәләнгән. Тоҡомсолоҡтағы уңыштары өсөн Башҡортостан Президенты ҡулынан “Урал” мотоциклы, Почет дипломы алыуы ғүмерлеккә иҫтәлекле хәтирәләр ҡалдырған.
Әйткәндәй, бындай юғары баһаларға Инзиә Лоҡманова республика зоотехник-селекционерҙары араһында иң беренсе лайыҡ була. Профсоюздарҙың Башҡортостан өлкә советы президиумы дипломын да ҡәҙерләп һаҡлай ветеран. Унда, коллективта ойоштороу эшен юғары кимәлгә ҡуйғаны һәм урындағы профсоюз комитеттарының республика смотрында еңеү яулағаны өсөн, тип яҙылған.
Мөғин Әхмәт улы крәҫтиән ғаиләһендә унынсы бала булып тыуа, хеҙмәт тәрбиәһе алып үҫә. Ата-әсәне генә түгел, өлкәндәрҙе хөрмәт итеү, аң-белемгә ынтылыу, тормошта үҙ урыныңды табыу — бөтә был изге ғәмәлдәр тап ғаиләлә тәрбиәләнә.
Ун һигеҙ йыл буйы йылҡысылыҡты үҫтереү мәсьәләләрен тормошҡа ашыра ул, 40-тан ашыу ғилми хеҙмәт яҙа. Ғалимдың ғорурлығы — башҡорт атының ике линияһын (Спектр һәм Гайрат айғырҙары) һәм “Ирәндек” тибын булдырыуы. Был ҡаҙаныштары өсөн ул авторлыҡ танытмалары һәм “СССР-ҙың уйлап табыусыһы” знагы ала. Йылҡы тоҡомсолоҡ фермаһының юғары күрһәткестәре менән дә ғорурланды Мөғин Лоҡманов. Ике йыл рәттән СССР-ҙың Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнашып, өс миҙалға лайыҡ була. “РСФСР-ҙың ауыл хужалығы отличнигы” знагы, ғилми-тикшеренеү институтының, Рәсәй ауыл хужалығы академияһының Почет грамоталары, рәхмәт хаттары уның хеҙмәтенә юғары баһа.
1986 йылда Мөғин Әхмәт улын “Баймаҡ” тәжрибә хужалығының баш зоотехнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Уның тырышлығы һөҙөмтәһендә малсылыҡ тармағы яңы үҫеш ала, тоҡомсолоҡ эше яҡшыра, бөтә төр пландар арттырып үтәлә. Лоҡмановтарҙың, эҙмә-эҙлекле фиҙаҡәр хеҙмәте арҡаһында ике тоҡомсолоҡ фермаһы ла — һөтсөлөк һәм йылҡысылыҡ — беҙҙең төбәктә генә түгел, ә тотош республикала алдынғы була, күп тапҡыр Рәсәй, һәм Бөтә Союз конкурстарында еңеп сыға. 1997 йылда һөтсөлөк фермаһы республикала беренсе булып симменталь тоҡомло мал үрсетә башлай.
Эйе, Лоҡмановтар уртаҡ эш өсөн янып-көйөп, бер-береһенә ярҙамлашып (Инзиә Ҡотләхмәт ҡыҙы пенсияға сыҡҡас та өс йыл хеҙмәтен дауам итә), матур ҡаҙаныштарға өлгәшә, абруй ҡаҙана. Шул уҡ ваҡытта уларҙың бәхетле тормошоноң ысын биҙәге, шатлыҡлы емеше — һөйөклө балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре үҫә.
Ысынлап та, мин шундай фекергә килә инем: был белгестәр эштәрендә бер һүҙле булып, аңлашып, ярҙамлашып, ҙур уңышҡа өлгәшеп кенә ҡалмай, баҡтиһәң, улар өлгөлө, бәхетле ғаилә лә икән. Балалары — улдары Эдуард, ҡыҙҙары Наилә менән Гөлнара — тураһында күңел йылылығы һәм ғорурлыҡ менән һөйләйҙәр, тәрбиәле булып үҫкәндәренә, тормошта лайыҡлы урын алыуҙарына ҡыуаналар. “Был йәһәттән атайҙары матур өлгө күрһәтте, — ти Инзиә Ҡотләхмәт ҡыҙы. — Ул интеллигент, тыныс холоҡло, итәғәтле, миһырбанлы, балаларҙың һәр береһен шәхес итеп күрҙе, хөрмәт итте, ә улыбыҙ менән ысын дуҫтар булдылар”.
Ә мин, ғаиләләге йылы мөнәсәбәт, татыулыҡ та балаларға ыңғай йоғонто яһаған, артабанғы тормошона ярҙам иткән, тип өҫтәр инем. Улар юғары белем алып, яратҡан һөнәрҙәренә эйә булған, ғаилә ҡорған һәм бәхетле балалар үҫтерә.
Рәшит ҮТӘЕВ.
Баймаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә