Ярославль ҡалаһында үткән социаль хеҙмәткәрҙәрҙең Бөтә Рәсәй форумы йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән бергә һағайыу, икеләнеү, өмөт тойғоларын да уятты. Федераль бюджет буйынса ҡатмарлы эш дауам иткәнмәлдә, социаль йөкләмәләр күләме кәметелмәҫме? Ә бит социаль хеҙмәттәрҙән файҙаланыусылар һаны илебеҙҙә 35 миллионға етә, ошо хәтлем “армия”ны ярҙамдан мәхрүм итмәү өсөн күпме эш башҡарылырға, финанс бүленергә тейешлеген күптәр белеп тә еткермәйҙер.
Йыйында ябай халыҡты борсоған үтә мөһим мәсьәләләр ҡаралды: социаль хеҙмәтләндереү һәм социаль хеҙмәттәр өлкәһендәге проблемалар, ауыл ерендә ошо эште ойоштороу, ғаилә һәм балалыҡты яҡлау. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев форумда ҡатнашыусыларға “социаль ярҙам һәм социаль яҡлау системаһы заманса һәм кешеләрҙең ихтыяжына яуап бирерлек булырға тейеш” тигән ҡатмарлы бурыс йөкмәтте.
2015 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә кергән “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү нигеҙҙәре тураһында”ғы яңы Закон ауыр хәлгә тарыған, эшһеҙ, аҡсаһыҙ ҡалған, йәшәү шарттары насарайған кешеләргә ныҡлы таяныс булыр төҫлө. Уның пилот проекты былтыр республикабыҙҙың Благовар, Бүздәк, Стәрлетамаҡ райондарында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшләй башлағайны инде. Ыңғай тәжрибә ошо йылдың 1 июленән башҡа төбәктәргә лә таратыласаҡ.
Яңы Закон 1995 йылда ҡабул ителгәненән ҡайһы яҡтары менән айырыла һуң? Быйылғы оло форумдың өҫтөнлөгө ниҙә? Беребеҙҙе лә битараф ҡалдырмаған һорауҙарға Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева яуап бирҙе.– Законда өлкәндәргә һәм инвалидтарға хеҙмәттәр күрһәтеүҙең яңы тәртибе өс принципҡа таянып эшләнгән: социаль хеҙмәттәрҙән һәр кемдең файҙалана алыу мөмкинлеге; мөһим бурысты башҡарыусыларға талаптарҙың арттырылыуы; граждандарҙың ярҙамды үҙҙәре теләгән, күнеккән мөхиттә алыуы. Һәр кем өсөн шәхси программа төҙөлөүе, ярҙамдың төрө, күләме, ваҡыты асыҡ билдәләнеүе лә – яңы күренеш. Тарихта тәү тапҡыр халыҡты социаль хеҙмәтләндереүгә дәүләткә ҡарамаған ойошмалар, эшҡыуарҙар ҙа йәлеп ителәсәк. Бынан тыш, өлкән кеше ярҙам итеүсене үҙе һайлап алыу хоҡуғына эйә.
Социаль хеҙмәттәрҙең бушлай күрһәтелеүе лә мөмкин. Ул йән иҫәбенә тура килгән килем күләменә бәйле. Ярҙам кем тарафынан башҡарылыуына ҡарамаҫтан, яҡтар араһындағы мөнәсәбәтте хоҡуҡи көйләү, контролләү мәсьәләләрен Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы үҙ өҫтөнә ала, хеҙмәттәр исемлеген дә, түләү күләмен дә, ярҙамға мохтаж граждандарҙы раҫлау тәртибен дә ул башҡара.
Һайлаусыларым йәшәгән төбәктәрҙә булғанда ауылдарҙағы социаль объекттарҙың торошона күҙ һалырға ғәҙәтләнгәнмен. Мәҫәлән, Хәйбулла районында 40 – 50 йыл элек төҙөлгән социаль учреждениеларҙың һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттарының хәле бошондора, әммә ике-өс йылда ғына барыһына ла капиталь ремонт үткәреү мөмкин түгел. Ун ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты эш башларға тора, бер ыңғайҙан кадрҙарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә хәл ителеүе һөйөндөрә.
Ҡайҙа ғына юл төшһә лә, өлкәндәр һәм инвалидтарҙы социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә һуғылырға тырышам. Аҡъярҙағы ветерандар йортонда булғанда ололар көнкүреш шарттарына ла, туҡланыуға ла, персоналдың эшенә лә зарланманы. Киреһенсә, үҙҙәрен хеҙмәтләндереүселәргә оло рәхмәт белдерҙеләр. “Тик бына мунсаһыҙ бик ҡыйын. Бураһы ла бар, төҙөлөш материалдары ғына етешмәй”, — тип үтенестәрен әйткәс, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры Рөстәм Аблаев менән кәңәшләштем. Һөҙөмтәлә депутат ҡарттарҙы һөйөндөрҙө: өлкәндәр — мунсалы, етәксе рәхмәтле булды.
Ветерандар йортонда йәшәүселәрҙең күбеһенең туған-тыумасаһы юҡ. Әммә ҡайһы берҙәренең хеҙмәткә яраҡлы йәштәге балалары булып та, ата-әсәһен үҙ янына һыйындырмауы бик әсендерә. “Бында беҙҙе яҡшы тәрбиәләйҙәр ҙә бит, барыбер өйгә ҡайтҡы килә…” тигән уйҙарын моңһоу йөҙҙәренән уҡырға була. “Мираҫ” фонды ярҙамында үҙҙәренә телевизор бүләк иткәс, сабыйҙай шатланғандарын күреп, күҙҙән йәш эркелде. Тормоштоң әсе-сөсөһөн иңендә күп татыған ололарға күп кәрәкме ни?!
Көньяҡ-көнсығыш төбәктең “баш ҡалаһы” Сибайҙа йыш булырға тура килә. Өлкәндәрҙе һәм инвалидтарҙы стационар хеҙмәтләндереү бүлегендәге осрашыу тәьҫораттары оҙаҡ йылдарға етерлек. Ауыр тормош хәлендәге яңғыҙаҡтарҙы үҙенә һыйындырған, уларҙы яҡлауҙы, тәрбиәләүҙе үҙ өҫтөнә алған бүлексә коллективының эшмәкәрлеге хөрмәткә лайыҡ. Ә бындай бүлексәләр республикала — 43!
Сибайҙағы инвалид балаларҙы дистанцияла уҡытыу үҙәге менән танышыу мәсьәләне төрлө яҡлап өйрәнеүгә юл асты. Үҙәк ҡалала һәм яҡын-тирәләге райондарҙа йәшәгән балаларҙы өйҙә уҡытыу өсөн тәғәйенләнгән. Сәләмәтлек торошо буйынса мәктәпкә йөрөй алмаған 70 бала бында түләүһеҙ кәрәкле ҡорамалдарҙан файҙалана ала. Әлбиттә, яҡшы йыһазландырылған үҙәктең булыуы инклюзив белем алыуҙы, йәғни ғәҙәти мөхиттә сәләмәт балалар менән бергә уҡыу мөмкинлеген инҡар итмәй. Шуныһы шатлыҡлы: һөҙөмтә бар! Үҙәктә белем алған өс уҡыусы әле С.Витте исемендәге университетта уҡый. Минеңсә, дистанцияла уҡытыуҙы Сибай институты базаһында ла дауам итергә булыр ине, сөнки был ҡеүәтле белем усағының мөмкинлектәре киң. Айырыуса информатика, педагогика, психология фәндәрен уҡытыу бик тә ҡулай булыр төҫлө.
Форумда эшләргә теләге булған пенсионерҙарҙың квалификацияһын камиллаштырыу тураһындағы мәсьәләнең ҡаралыуы ла әһәмиәтле. Былтыр һөнәри белем алыуҙа алты меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, әммә был бик аҙ. “Берҙәм Рәсәй” партияһының 53 төбәктә эшләп килгән “Өлкән быуын” проектын да йәнләндерәһе, камиллаштыраһы бар. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министрының ҡарттар йорттарының һәм психоневрологик интернаттарҙың бик насар хәлдә булыуына, ундағы фажиғәле ваҡиғаларға туҡталып, төбәк етәкселәрен уларҙа мотлаҡ булырға, эште контролгә алырға ҡушыуы юҡҡа түгел. Өҫтәүенә ярҙамға, тәрбиәгә мохтаж өлкәндәр социаль учреждениеларға урынлаша алмай йонсой, сөнки сират ҙур, урындарға ҡытлыҡ. “Был бит ҡулдан килмәҫлек эш түгел, ил тарихында бынан да ҡатмарлыраҡ бурыстарҙы хәл иткән саҡтар булды. Һүҙ халҡыбыҙҙың иң яҡлауһыҙ, дәүләт ярҙамына мохтаж ҡатламы тураһында барғанда, уйланып ултыраһы түгел, эшкә тотонорға кәрәк. Бөтә ҡарарҙар ҙа Мәскәүҙә ҡабул ителә тип тынысланырға ярамай. Аҡса табығыҙ, проблеманы мотлаҡ хәл итергә кәрәк. Ә беҙ эшкә тотонған төбәктәргә ярҙам ҡулы һуҙасаҡбыҙ”, — тип белдерҙе Хөкүмәт етәксеһе.
Тармаҡты яңыртыу, ҡулайлаштырыу шарттарында социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эшмәкәрлегенә, һис шикһеҙ, талап артасаҡ. Улар элеккесә өлкәндәрҙең мөрәжәғәтен, үтенесен көтөп ултыра алмаясаҡ, ә үҙҙәренә беренсе булып ярҙамға ашығырға, ҡарттарҙың ихтыяжын өйрәнергә, эш стилен ҡырҡа үҙгәртергә тура киләсәк. Етди, төплө сығыштарҙың ифрат күплеге лә ғәжәпкә ҡалдырмай, сөнки өлкәндәр өсөн медицина стандарттарын үҙгәртеү, гериатрия һәм паллиатив ярҙамды яҡшыртыу, ҡаты сирлеләрҙе өйҙә ҡарауҙы үҙ өҫтөнә алған туғандар өсөн тәрбиә мәктәптәре булдырыу — күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә.
Ни өсөн оло йәштәге, ауырыу ҡарттар дарыу алыу, субсидия юллау өсөн дә район үҙәктәренә йөрөргә тейеш? Ҡайһы бер төбәктәрҙә был мәсьәлә еңел, етеҙ хәл ителгәндә, күп ауылдарҙа ул һаман да ҡырҡыу проблема булып ҡала.
Йыйында ҡатнашыусыларҙың Рәсәй Хөкүмәтенә тәҡдимдәре лә етерлек: 2017 йылға тиклем инвалидтар өсөн ҡулайлы мөхит программаһын дауам итеү; техник реабилитация саралары күләмен кәметмәү; әсәлек капиталын файҙаланыу даирәһен киңәйтеү; инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ярҙам сараларын көсәйтеү; пенсионерҙар хеҙмәтен дәртләндереү; медицина вуздарында герантология, гериатрия мәсьәләләре буйынса белгестәр әҙерләү һәм башҡалар. Өҫтәүенә уллыҡҡа алыусылар, опекундар, попечителдәр, инвалид бала тәрбиәләүселәр өсөн һалым ҡайтармаһы күләмен арттырыуҙы яҡлаған фекерҙәр ҙә яңғыраны. “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы был мәсьәләне өйрәнгәндән һуң Дәүләт Думаһына закон проектын әҙерләп тапшырыуға мотлаҡ көс һалыр тип уйлайым.