Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Май ысығы — ашҡа файҙа
Йылдың бишенсе айы тураһында төрлө фекерҙәр йөрөй. Беренсе тапҡыр майҙың исеме беҙҙең эраға тиклемге VIII быуаттың аҙағында иҫкә алына. Ул ваҡытта май йылдың өсөнсө айы булып һанала һәм «майус» тип йөрөтөлә. Боронғо Римда Меркурий (бор. гр. – Гермес) алланың әсәһе Майя (Maia) хөрмәтенә ошолай аталған. Икенсе мәғлүмәттәр май исеме беҙҙең эраға тиклемге VII быуат башында булған тип раҫлай. Мифологияла Майя — тауҙар һәм уңдырышлылыҡ аллаһы. Шул уҡ ваҡытта уны «ҡыҙығып алданыу аллаһы» тип тә атағандар. Исеме Майеста (Ер аллаһы) менән дә бәйле булыуы мөмкин. «Майеста» беҙҙеңсә «бөйөк» тигәнде аңлата. «Your Majesty» (Ваше Величество) тип беренселәрҙән булып Бөйөк Британияла королгә өндәшә башлағандар. Әле лә королева Елизавета Икенсегә шулай тип мөрәжәғәт итәләр. Латин теленән тәржемә иткәндә «majestas» бөйөклөк, дәрәжә мәғәнәһен аңлата.

Боронғо рим шағиры Овидий май исеме «maiores», йәғни уҙамандарға йәки ырыу башлыҡ­тарына ҡағылышлы тип иҫәпләй. Көнбайыш Европала майҙы Бөйөк Карл исеме менән бәйләйҙәр. Йәнәһе, ул айға «көтөүлектәр айы» (wonnemond — боронғо герман теленән) тип ҡушҡан. Ә шулай ҙа иң таралғаны — Майя — Зевс алланың ҡыҙы — туҡландырыусы әсә.
Беҙҙең илдә лә май төрлө исем менән билдәле. Рустар уны «үлән айы», «сәскә айы», «матурлыҡ айы», «алһыу ай» тип йөрөтә. Хрис­тиан диненә тиклем ай «ярецъ» (Ярило — славяндарҙың ҡояш, яҙ, тотоп торғоһоҙ көс аллаһы) исеме менән йөрөтөлә, ә һуңыраҡ сиркәү календарында уны «маий» исеме менән күрһәтәләр. Ҡайһы бер тикшереүселәр май һүҙен «маяться» һүҙе менән бәйләй, ләкин был хаҡлыҡҡа тап килмәй.
Нисек кенә булмаһын, май айы төрлө күҙә­теүҙәргә, ырымдарға бик бай: «Майҙың көнө йылға тиң!», «Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың»... Ошо әйтемдәр генә үҙе ни тора! Күҙәтеүҙәрҙең күбеһе оҙайлы ваҡиғалар менән бәйләнгән, сөнки был айҙа иң кәмендә йыллыҡ аҙыҡ әҙерләү, күңел күтәренкелеген үҫтереү, киләсәккә ҙур өмөттәр бағлау һәм башҡалар халыҡ өсөн бик мөһим һаналған. Беҙ уларҙың ҡайһы берҙәрен әйтеп үтәйек:
lАпрелдә тыуған майҙа шытыр, июнь-июлдә үҫеп сәскә атыр, августа амбарға кереп ятыр;
lМай һыуынһа, амбарыңды киңәйт;
lМай — икмәк, июнь бесән үҫтерә;
lМай томаны муллыҡ килтерә;
lЕүеш май — ҡоро июнгә нигеҙ;
lМайҙа иҫкән төньяҡ елдән ҡурҡма;
lМай ысығы — ашҡа файҙа;
lМай майынан – таҙалыҡ (һаулыҡ);
lМайҙа ямғыр артыҡ түгел;
lМайҙа ергә тыҡҡан таяҡ та сәскә ата;
lМай – аслыҡтың иң яман дошманы;
lМайҙа әҙ йоҡла, күп эшлә;
lМай яҡшылығын июнь еңмәҫ һ.б.
Шулай ҙа май айында төрлө күренештәр була. Улар инде кешене уяулыҡҡа, көтөлмәгән хәлгә әҙер булырға өндәй:
lМай, май – ай, ай!!!
lМай алдаша, урманға керә, тик оҙаҡҡа түгел;
lМайҙа атҡа бесән һал да мейес башына мен;
lКүлдәктә һөрһәң дә, тунда сәсерһең;
lМайҙа өйләнмә, өйләнһәң, көйләнмә (был әйтем, яҙ көнө эш күп булыу сәбәпле, күңел асыуға ваҡыт юҡлығы менән аңлатыла);
lМайҙа – ике һыуыҡ, икеһе лә файҙалы (му­йыл сәскә атҡанда һәм имән япраҡ ярғанда: һы­уыҡтар муйыл мыры үрсеүенә ирек бирмәй, ә имән япрағы һыуыҡта нығынып оҙаҡ ваҡыт ҡойолмай);
lКәкүк картуф ултыртыуҙы һуңлатмаҫҡа саҡыра;
lМай ысығын онотма;
lАлтынсы май — ашлыҡҡа, етенсе май – аслыҡҡа;
lБойҙай алдашһа ла, арпа алдашмай;
lМайҙа һоло сәсһәң, ҡышын эшең еңеләйер;
lКартуф уңышын тәнең аша үткәр (картуф сәсеү алдынан ергә ултырып, уның йылылығын билдәләйҙәр);
lҮләнде иртәнге ысыҡта йый (дарыу үләндәре тураһында);
lМай ҡояшы – күрәҙәсе һ.б.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Һеҙҙең дә май айын­дағы күренештәргә иғтибар бүлеүегеҙҙе һо­райбыҙ. Бигерәк тә ҡоштар килеүенә, көн то­рошо­на, баҫыу эштәре барышына, үҫемлектәр донъяһындағы хәлдәргә. Күҙәтеү һығымталарын беҙгә яҙып ебәрһәгеҙ, бигерәк тә яҡшы булыр.
Инбер ЯПАРОВ,
география фәндәре кандидаты,
БДУ доценты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә