Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Онотмайыҡ батыр ил улын
Онотмайыҡ батыр ил улын Быйыл декабрҙә Башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе, Башҡортостандың беренсе Хөкүмәтен төҙөүсе Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 125 йыл тула. Ул – бөтөн донъяға танылған мәшһүр ғалим һәм яҙыусы ла.

Совет етәкселәренең эҙәрлекләүенән ҡасып, ул Үзбәкстанға барырға мәжбүр була. Әхмәтзәки Вәлиди революцияға тиклем Төркөстан илендә ғилми эш менән етди шөғөлләнә, был төбәктең тарихына, шәхестәренә ҡағылышлы материалдар туплай, күренекле шәхестәр менән аралаша. Оло абруй ҡаҙанған ғалимды Төркөстан иле халыҡтары Дәү­ләт Думаһына депутат итеп һайлай. Мәскәүгә юлланыр алдынан уға: “Думала һеҙҙең мөлкәт цензын һорау­ҙары бар. Ҡағыҙҙарығыҙҙан башҡа мөл­кәтегеҙ юҡ. Шуға күрә ер биләмәһе булһа ла алығыҙ. Күсемһеҙ милкегеҙ булыр”, – тип әйтәләр.
Февраль революцияһынан һуң ул Үзбәкстанда Төркөстан Мосолмандар идараһын ойоштороуҙы башлап йөрөй, уға етәкселек итә. Был мөһим хеҙмәт­тәрен лайыҡлы баһалап, Ташкент Вәли­дигә жалование түләй. Ул ошо аҡсаһына Үзбәкстандағы Аблыҡ ҡышлағында баҡсалы йорт һатып ала.
“Йорт ғәжәп матур урында ине. Унан ҡараһаң, Чаткал тауының ҡарлы һырт­тарындағы бик матур күренеш күҙ алдына баҫа. 1917 йылда һатып алған йортомдо күрә алманым, әммә баҫма­сылар хәрә­кәтенә ҡушылғас, 1922 йылда Башҡорт­остандан килгән беҙҙең егеттәр был йортта айҙар буйы йәшәне. Ул саҡта үҙем дә унда бер нисә көн ял иттем, матур баҡса, һыу һәм емеш-еләктең муллығы ҡарашты ҡыуандыра”, — тип яҙған Вәлиди үҙенең “Хәтирәләр” китабында. Ул дәһшәтле ваҡиғалар үҙәгендә ҡала, Төркөстан халыҡтарының милли азатлығы өсөн үҙен аямай көрәшә.
Бер йылды, Тянь-Шань тауҙарына бик тә шифалы үлән йыйырға барышлай, Аблыҡ ҡышлағына һуғылырға ниәт­ләндем. Ташкентта Үзбәкстан башҡорт­тары ҡоролтайы рәйесе, Ә. Вәлиди исемендәге башҡорт милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Илшат Хәсән улы Хәсәновҡа үҙ теләгемде әйттем. Ул ризалығын бирҙе. Ошо йәмәғәт ойошмаларының элекке рәйесе, Үзбәкстандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Марат Ғайсин да беҙҙең менән юлланырға ризалығын бирҙе.
Аблыҡ ҡышлағы Ташкенттан 130 саҡ­рымда урынлашҡан. Ундағы йорттар төрлө емеш ағастарына күмелеп ултыра.
Мәхәллә башлығы Урынбай Моталибов менән таныштыҡ. Сәфәребеҙҙең ниәтен әйткәс, ул беҙҙе ҡышлаҡтың көнбайыш өлөшөнә алып барҙы. Бына ошо инде Әхмәтзәки Вәлидиҙең билә­мәһе, тип алдыбыҙҙа ятҡан сейә баҡсаһына ишаралап күрһәтте.
Кеше ҡулы ҡағылмаған ер 60 сутый самаһы.
– Беҙ был урындың Әхмәтзәки Вәли­дигә бирелгәнен беләбеҙ, һаҡлап тота­быҙ. Ташкент байҙары уны һорап килә. Беҙ был иҫтәлекле урынды бер кемгә лә бирмәйбеҙ, — тине Урынбай Моталибов.
Урын бик йәмле. Эргәнән генә саф һыулы Ахәнгәрән йылғаһы ағып ята. Беҙ яҡын барып, бит-ҡулыбыҙҙы йыуып алдыҡ. Битләүҙән күтәрелгәс, мәхәллә хужаһы беҙҙе самандан һалынған йорт эргәһенә килтерҙе. Тәҙрә өлгөләре юҡ, ҡыйығы һүтелгән. Иҙән таҡталары ла ҡуптарылған.
– Бинаны Әхмәтзәки Вәлиди йорто тип йөрөтәбеҙ. Етмеш йыл эсендә ул бирешкән, шулай ҙа хужаһын көтөп ултыра һымаҡ, — тип аңлатты мәхәллә хужаһы.
Эҫе көн. Сәйханаға инеп, һыуһынды ҡандырҙыҡ та хужаға рәхмәт белдерҙек. Ғалим йортон аяҡҡа баҫтырырға ярҙам­лашырға һүҙ бирҙек. Был ҡомартҡыны рәткә килтереү өсөн бер аҙ таҡта, тәҙрә рамдары, кирбес һәм цемент етер ине.
Өфөгә ҡайтҡас, мин республика етәкселегенә Ә. Вәлиди йортон аяҡҡа баҫтырыуҙа төҙөлөш материалдары, аҡса менән ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттем, үкенескә ҡаршы, яуап алып булманы.
2014 йылдың йәйендә мин Тянь-Шань тауҙарына шифалы үлән йыйырға йәнә юлландым. Илшат Хәсәнов менән Аблыҡ ҡышлағына барып килдек. Мәхәллә башлығы менән Ә. Вәлиди баҡсаһына индем. Баҡсаға кеше ҡулы теймәгән. Тик теге йорт һүтелгәйне. Беҙ быға ҡай­ғырыштыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡыны һаҡлап ҡала алмауыбыҙға ныҡ үкендем.
Илшат Хәсәнов һәм тағы бер нисә абруйлы инсан менән балалар баҡсаһына, мәктәпкә индек.
– Хөрмәтле дуҫтар, һеҙҙең уҡыу йортоғоҙ Әхмәтзәки Вәлидиҙең биләмә­һенә терәлеп тора. Ул — үзбәк халҡының азатлығы өсөн көрәште ойоштороусы­ларҙың береһе. Шуға күрә мәктәбегеҙҙә Әхмәтзәки Вәлидигә арналған музей ойошторғанда урынлы булыр ине, — тип үтенесен белдерҙе Илшат Хәсәнов.
Мәктәп директоры, уҡытыусылар был тәҡдимде хупланы. Изге ниәтте ғәмәлгә ашырыуға ярҙамлашыу маҡсатынан материалдар туплай башланым. Ғалимдың “Хәтирәләр” китабының икешәр данаһын һаҡлай инем. Үткән барыуҙарымда “Хәтирәләр”ҙең өс данаһын Ташкенттағы милли-мәҙәни үҙәккә тапшырғайным.
Минең үтенес буйынса Ишембай райо­нының Көҙән урта мәктәбе уҡытыусыһы Гөлдәр Камалова Ә. Вәлиди музейына арналған фотолар һалып ебәрҙе. Оло рәхмәт уға!
Ошо мәҡәләмде яҙа башлағанда китап магазинына барғайным. Унда шатлыҡ хистәре кисерҙем: З. Биишева исемен­дәге “Китап” нәшриәте “Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Бөгөнгө төркиле Төркөстан һәм яҡын тарихы” тигән яңы китап баҫып сығарған!
Бик тә изгелекле һәм сауаплы эш башҡарған нәшриәт. Унда ғалимы­быҙҙың ғүмере буйы башҡарған тикшеренеү, эҙләнеүҙәре буйынса мәғлүмәттәр туп­лан­ған. Бөгөнгө Урта Азия республика­ларының идара бүленеше, милләттәре, иҡтисади, мәҙәни хәле хаҡында ентекләп бәйән ителә. Ғалим бығаса билдәле булмаған хәл-ваҡиғаларҙы, факттарҙы килтерә. Баҫма Әхмәтзәки Вәлидиҙең энциклопедик белемдәргә эйә булыуын асыҡ дәлилләй. Китапта Башҡортос­тандағы хәл-ваҡиғаларға ла ҙур урын бирелгән.
Төркөстан халыҡтарының тыуған илен баҫҡынсыларҙан һаҡлау өсөн алып барған һуғыш хәрәкәттәре ентекле яҡтыртыла. Китаптың һуңғы өлөшөндә төркмәндәрҙең азатлыҡ өсөн көрәшеүенә байтаҡ урын бирелә.
Үзбәкстан башҡорттары ҡоролтайы изге эштәр ҡылыуын дауам итә. Ул Ташкенттың бер урамына Әхмәтзәки Вәлиди исемен биреүҙе юлланы. Ҡоролтай рәйесе Илшат Хәсәнов Ташкент ҡалаһында Әхмәтзәки Вәлидигә һәйкәл ҡуйырға рөхсәт алды.
Ҡоролтайҙың финанс хәле мөшкөл. Уларҙың Башҡортостан Республикаһы көнөн, һабантуйҙы үткәрерлек тә аҡса­лары юҡ. Ә хәҙер Әхмәтзәки Вәлидигә һәйкәл ҡуйыу тураһында һүҙ бара. Был сараларҙы үткәрешеүгә Башҡортостан Хөкүмәтенең ярҙамы бик кәрәк. Беҙҙең Башҡортостан кешеләре сит республикала меҫкен һәм бахыр хәлендә йөрөмәһен ине.

Рәшит НИЗАМОВ,
яҙыусы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республиканың автомобиль юлдарын үҫтереүгә 120 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә

Республиканың автомобиль юлдарын үҫтереүгә 120 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә 01.07.2025 // Йәмғиәт

Алдағы биш йыллыҡта Башҡортостанда автомобиль юлдарын үҫтереүгә һәм транспорт хеҙмәттәре сифатын...

Тотош уҡырға 8

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы өс төнгә ябыла
Июлдең беренсе декадаһында аномаль һауа торошо көтөлә
2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була

2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була 01.07.2025 // Йәмғиәт

2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була...

Тотош уҡырға 7

Рәсәйҙә яңы һөнәри байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы һөнәри байрам булдырылды 01.07.2025 // Йәмғиәт

Адвокатура көнө 31 майҙа билдәләнә....

Тотош уҡырға 8

Башҡортостанда «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит» хәйриә акцияһы башлана
Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән

Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән 30.06.2025 // Йәмғиәт

2024 йылда сабыйҙар үлеме күрһәткесе 3,5 промилле тәшкил иткән Был республиканың статистика...

Тотош уҡырға 13

Республикала ишле ғаиләләргә вуздар ҡарамағындағы колледждарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡы компенсациялана

Республикала ишле ғаиләләргә вуздар ҡарамағындағы колледждарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡы компенсациялана 30.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республиканың күп балалы ғаиләләренә дәүләт...

Тотош уҡырға 23

«Башҡортостан» ҡунаҡханаһына биш йондоҙ бирелде

«Башҡортостан» ҡунаҡханаһына биш йондоҙ бирелде 30.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә урынлашҡан «Башҡортостан» ҡунаҡхана комплексы рәсми рәүештә биш йондоҙло тип...

Тотош уҡырға 12

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана 30.06.2025 // Йәмғиәт

Аҙна башында йылы һәм ямғырлы һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 33

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 27