Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Эшләгеҙ, ғәмәл ҡылығыҙ, тырышығыҙ!”
“Эшләгеҙ, ғәмәл ҡылығыҙ, тырышығыҙ!” Исламда хеҙмәткә ифрат ҙур әһәмиәт бирелә. Мосолман биш намаҙҙан тыш ваҡытын эш менән үткәрергә тейеш.
Аллаһ Тәғәлә Ерҙе яралтып, унда әҙәм балаһына йәшәү өсөн бөтөн мөмкинлекте тыуҙырған. Кеше унан файҙаланып, тырышып тормош көтөргә ынтылырға тейеш. “Эшләгеҙ, ғәмәл ҡылығыҙ, тырышығыҙ”, – тиелгән был йәһәттән Ҡөрьәндең “Тәүбә” сүрәһендә. Бында “ғәмәл” һүҙе дөйөм хеҙмәтте, йәғни тормош көтөүҙе, ғаилә ҡороуҙы, йорт төҙөүҙе, тәбиғәтте һаҡлауҙы һәм башҡа барыһын да үҙ эсенә ала. Эшләйһең икән, бәрәкәт килер.
Хеҙмәттең кеше өсөн ни ҡәҙәр ҙур әһәмиәткә эйәлеге хаҡында “Ҡөрьән Кәрим”дә, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм­дең хәҙистәрендә ифрат күп әйтелгән. “Аллаһ Тәғәлә иманлы, һөнәрле бән­дәһен һөйә”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Ул үҙе бөтөн ғүмерен хеҙмәткә бағышлап, башҡаларға ҙур өлгө күрһәткән. Бер саҡ, барлыҡ ваҡытын мәсеттә уҙғарған кешене күреп, бүтәндәрҙән: “Был әҙәм балаһы көнө-төнө ғибәҙәттә, уны кем ашата икән һуң?” – тип һораған. “Уның кәсеп менән шөғөлләнгән туғаны бар, шул ризыҡландыра”, – тип яуапла­ған­дар. “Был кешегә ҡарағанда туғанының тормошо хәйерлерәк”, – тип һығымта яһаған Пәйғәмбәребеҙ. Ғөмүмән, Ислам дине тик ғибәҙәт ҡылып ултырыуға ҡарағанда намаҙ уҡып та, кәсеп итеп тә йәшәүҙе хуп күрә.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм хеҙмәт­тең юғары әһәмиәтен үҙ тормошо аша раҫлаған. Ул намаҙ ҙа уҡыған, сауҙа менән дә уңышлы шөғөлләнгән, ғаиләһен дә яҡшы ҡараған. “Ҡыйыу, тәүәккәл сауҙагәр ризыҡланыр”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Шул уҡ ваҡытта йүнселлекте ғәҙеллек менән алып барырға саҡырған: ошо саҡта ғына килемеңдә бәрәкәт була.
Ғөмүмән, барлыҡ пәйғәмбәрҙәр ҙә хеҙмәт иткән. Мәҫәлән, Муса ғәләйһис-сәләм мал көткән. Ҡайһы берәүҙәр, әйтәйек, Сөләймән, Дауыт пәйғәмбәр­ҙәр, батша ла булған. Аллаһ Тәғәләнең ҡанун-ҡағиҙәләрен еткереү менән бергә илгә етәкселек итеү өсөн күпме ғилем, зиһен кәрәк!
Ата-бабабыҙ Ислам күрһәткән юл буйынса ғүмер буйы үҙ көсөнә таянып йәшәгән, иген иккән, мал аҫраған, ҡул, ағас эштәре, умартасылыҡ, солоҡ­солоҡ, баҡсасылыҡ менән шөғөл­ләнгән. Улар һис кемдән ярҙам көтөп ултырмаған, барыһын да үҙҙәре тапҡан, һөҙөмтәлә ғаиләһен ҡараған, еренең ҡәҙерен белгән, милләтен, телен, рухи ҡиммәттәрен һаҡлаған. Бөгөн иһә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡта ошондай ҙур ынтылыш бигүк һиҙелмәй кеүек.
Күптәрҙең раҫлауынса, был мәсьә­ләнең нигеҙендә уҙған быуаттың 30 – 90-сы йылдарында алып барылған сәйәсәттең эҙемтәһе ята. Халыҡты артынан ҡыуып йөрөп, мәжбүр итеп эшләткәндәр, шуға күптәр ниндәйҙер фарман көтөргә ғәҙәтләнгән. “Ауылда ни ҡылаһың? Эш юҡ бит”, – тип зарланыу – тап шундай һыҙаттың сағылышы. Ундайҙар Хоҙайҙанмы, дәүләттәнме ниҙер көтөүен дауам итә, шул уҡ ваҡытта аяҡ аҫтарында ятҡан эштең, ерҙең әкренләп өлгөрҙәр ҡулына күсә барғанына шаһитбыҙ. Ошо урында бер нәсихәткә туҡталып үтәйек. Аллаһ Тәғәләнең һәр бәндәгә ризығын биреүе тураһындағы аятты уҡыған егет: “Ниңә шул ҡәҙәр тир түгеп, көндө төнгә ялғап эшләп йөрөйөм әле? Барыһын да Хоҙайҙан көтөп кенә ултырырға мөмкин”, – ти ҙә, ҡаланан ситкә сығып, ағас башына менеп ултыра. Бер аҙҙан шул ергә ауырыу төлкө килә. Ағастың төбөнә өң ҡаҙып, инеп ята. Күп тә тормай шул уҡ урынға арыҫлан килеп аулаған кейеген ашай ҙа, туйғас, ситкә китә. Төлкө иһә, өңөнән сығып, ҡалған ит менән туҡлана. Башҡа йәнлектәр ҙә өлөшһөҙ ҡалмай. Ә ағас башында ултыра торғас йоҡлап киткән егеттең төшөнә аҡ һаҡаллы бабай инә. “Һин бит һау-сәләмәт, – ти ул. – Арыҫлан шикелле тырыш булырға тейешһең. Күрҙеңме, ул тотҡан йәнлеген үҙе генә ашап ҡалманы, башҡаларға ла өлөш сығарҙы. Ә һин әлеге ауырыу төлкө һымаҡ Хоҙайҙан ризыҡ көтөп ултыраһың. Төш, эшлә!”
Ғүмеренең һәр мәле хеҙмәттә үткән ата-бабабыҙҙың өйҙә ултырырға ваҡыты булмаған. Бөгөн иһә күпселек эште техника башҡарғанлыҡтан, шулай уҡ тормошобоҙҙо телевидение, Интернет солғап алғанлыҡтан, йәш быуын вәкилдәренең күбеһе “аҡһөйәк” булып үҫә. Бөтөн йәмғиәтте ҡурҡытып тотҡан Берҙәм дәүләт имтиханы ла уҡыу­сыларҙы өҫтәлгә бәйләп ҡуйғандай булды. Һөҙөмтәлә бәләкәйҙән һаулығы ҡаҡшағандар, аҡсаны еңел юл менән табырға тырышҡандар, аҙ ғына ауырлыҡтан да бөгөлөп төшкәндәр арта. Быларҙың барыһы ла – хеҙмәт күрмәүҙән. Ул бит кешене сыныҡтыра, ихтыяр көсө, ныҡлыҡ тәрбиәләй. Өҫтәүенә һөнәр өйрәнеп үҫеүең бөгөнгө заманда айырыуса мөһим. Ҡулы эш белгән кеше бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай. Ошоно күҙ уңында тотоп, балаларҙы киләсәккә әҙерләп үҫтереү зарур. Йәш быуын төплө белем алыу менән бергә төрлө һөнәр үҙләштерергә, ат егергә лә, ер һөрөргә лә белергә тейеш. Боронғоларҙан ҡалған бер аҡылды иҫкә төшөрәйек. Батша улын бөтөн ғилемгә, һөнәргә өйрәтеү өсөн остазға бирә. Күпмелер ваҡыттан егеттән имтихан алырға үҙе килә. “Улығыҙ барыһына ла өйрәнде!” – тип ҡаршы ала уны уҡытыусы. Тәүге һынау мәлендә кәмәгә ултырып китәләр. Диңгеҙгә ингәс, батша ярандарына улын һыуға ташларға бойора. Егет бата башлай. Ярандар уны ҡот­ҡарып ҡала. “Ниңә йөҙөргә өйрәт­мәнең? – тип дәғүә белдерә батша уҡытыусыға. – Кеше башҡа ғилемде, үҙе белмәгән осраҡта, икенсе берәүҙән өйрәнә ала. Ә йөҙә белмәй икән, уны кем ҡотҡарыр?”
“Ярҙам ниәтендә кешегә балыҡ түгел, ә ҡармаҡ тотторорға кәрәк” тигән һүҙҙәр ҙә хеҙмәттең тәрбиәүи әһәми­әте, үҙең табып ашағандың ҡәҙерлерәк булыуы хаҡында һөйләй. Шәхестә­ребеҙ ҙә һөнәр белеүҙе, эшһөйәрлекте юғары баҫҡысҡа ҡуя. Мәҫәлән, бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулла бер шиғырында һәр нәмәне Хоҙайҙан көтөп ятыуҙы хурлыҡ тип атай, тоғро юлды эҙләп алға йүгерергә әйҙәй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә