Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ер һәм йыр байрамы
Ер һәм йыр байрамы Элек-электән шулай күнегелгән: халыҡ яҙ байрамдарын көтөп ала. Берәүҙәр барлыҡ тереклекте уятып, тирә-йүнгә йән индергән яҙға шатлана, икенселәр ер ҡарҙан әрселеү менән баҡсаһына ашыға, бәғзеләр тәбиғәт ҡосағына ашҡына. Ә бит тәбиғәттең был миҙгеле тарихтағы шанлы һәм данлы ваҡиғалар менән дә бәйләй. Йылдар ғына түгел, быуаттар үтһә лә, уларҙың бәҫе юғалмай, әһәмиәте һүрелмәй, халыҡ хәтеренән юйылмай.

Был байрамға бәйле сараларҙың тамыры ХVIII быуат башына барып тоташа. 1886 йылдың 1 майында Американың хеҙмәт федерацияһы, анархистар һәм эшселәр хоҡуҡтарын яҡлаусылар, 15 сәғәтлек эш көнөн һигеҙгә ҡалдырыуҙы талап итеп, дөйөм милли забастовка иғлан итә. Шул осорҙан башлана ла инде донъя күләмендәге эшселәр хәрәкәте. Һө­ҙөм­тәлә 1886 йылдың июлендә Париж­да II Интернационал конгресы 1 майҙы эш көнөн һигеҙ сәғәтлек итеү өсөн Халыҡ-ара көрәш көнө тип атар­ға ҡарар итә. Ә беҙҙең илдә 1 Май асыҡтан-асыҡ 1917 йылда ғына байрам ителә башлай. Советтар Союзында ул дәүләт статусына эйә була һәм Хеҙмәтсәндәрҙең теләктәшлек көнө тип атала, әммә 1997 йылдан алып Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы тип билдәләнә.
Бүтән илдәрҙә ул нисек үтә? Мәҫәлән, Францияла май изге ай һаналып, был көндә халыҡ күпләп урамға ағыла, ә сафтың иң алдында атлау йәш ҡыҙҙарға ышанып тапшырыла. Бынан тыш, һыйырға көслө иғтибар йүнәлтелә. Малдың ҡойроғона гөлләмәләр бәйләйҙәр, һәр кем уға тейеп ҡалырға тырыша, сөнки шулай итһәң, уңышҡа юлығасаҡһың, имеш.
Грецияла был көндә һәр бала йоҡонан иртә уянырға тырыша. Уларҙың күңеленә “ҡарлуғасты кем беренсе күрә, шул кеше бәхеткә юлыға” тигән юрау һалынған. Ысынында ҡошто беренсе тап иткәндәр өйҙәр янынан үтә һәм яҙ тураһында йыр башҡара. Йорт хужалары бәләкәстәрҙе емеш-еләк менән һыйлай. Италияла егеттәр һөйгәненә мөхәббәт йыры йырлай, ә Швейцарияла, Германияла, Чехияла яратҡан ҡыҙыңдың тәҙрә төбөндәге ергә ағас ултыртыу йолаһы һаҡлана.
Ә рәсәйҙәр өсөн 1 Май элеккесә йылылыҡ менән һуғарылған яҡты байрам һанала. Быуаттар үтһә лә, ҡо­ролоштар үҙгәрһә лә, илдәр ҙур үҫеш кисерһә лә, “Тыныслыҡ. Хеҙмәт. Май” тигән һүҙҙәр мәғәнәһен һәм әһә­миәтен юғалтмай.
Байрам менән, ҡәҙерле дуҫтар!



Автор: А. ӘҺЛИУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


  1. Рияз
    Рияз от 01.05.2015, 08:27
    1 Май, ысынлап та, иң оло байрам ул, сөнки был байрам хеҙмәтсәндәр, эшсе кешеләрҙең берҙәмлек көнө! Ләкин беҙҙең илдә финанс һәм сеймал олигархик буржуазия хакимиәте аҫтында был байрамға иғтибар юҡ тиерлек. Еңеү, һуғыш, ялған патриотизм темалары ифрат күп урын ала дәүләт һәм финанс буржуазия пропагандаһында. Сөнки идарасыларға хеҙмәтсән, эшлекле бойондороҡһоҙ, азат шәхестәр кәрәкмәй... Шоу, парад, кәмит. тантана ҡороп халыҡтыы алдарға оҫталар инде. Бөйөк Еңеүгә ошо чиновниктарҙың ни ҡатнашы бар? Улар бит бөйөк илде емереп үҙҙәренең файҙаһын ғына ҡарай...

Комментарий өҫтәргә