Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Минометсы Әхтәмов
Минометсы Әхтәмов Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан ҡартәсәйем Мөсәүәрә Шәйхетдин ҡыҙы менән ҡартатайым Хөснөлхаҡ Әбделбарый улы Әхтәмовтар хаҡында йышыраҡ уйлана башланым. Үҙем ҡартәсәйемде генә иҫләйем, ә ҡартатайым миңә бер йәш ярым саҡта вафат булған.


Ҡартатайыбыҙ 1905 йылда Ейәнсура районының Үрген ауылында ярлы крәҫ­тиән ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға ауаз һалған. Атайым һөйлә­үенсә, Хөснөлхаҡ Әхтәмов заманына күрә етеш йәшәгән, иҫ киткес ябай, йәмәғәт эше өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер коммунист булараҡ танылған. Ҡартатайым менән ҡартәсәйемдең йәшлеге бик ауыр осорға тура килгән. Һанай башлаһаң, Беренсе донъя, Граждандар һуғы­штары, емереклек, аслыҡ, тиф, төрлө йо­ғош­ло ауырыуҙарҙың ҡоторонған мә­ле… Социализм төҙөү өсөн алып барыл­ған сәйәсәттә ауыл хужалығындағы кол­лектив­лаштырыу, индус­триалләш­те­реү, Бөйөк Ватан һуғышында фашистар­ҙы тар-мар итеп, Бөйөк Еңеүҙән һуң илде аяҡҡа баҫтырыу, торғонлоҡ дәүере.
Ҡартатайым тик башланғыс белем ала алған. Ҡартәсәйебеҙ уҡый-яҙа белмәһә лә, тормоштан һис тә артта ҡалып йәшә­мәгән. Иң мөһиме – икеһе лә балаларын уҡытырға ынтылған. Донъя ауырлыҡ­тарына бирешмәйенсә, ул-ҡыҙҙарының һәммәһенә лә ныҡлы белем биреп, үҙаллы тормош юлына сығарғандар.
Алдымда – “Улар еңеү менән ҡайтты!” тигән китап. Унда Бөйөк Ватан һуғы­шы­нан имен-аман ҡайтҡан яугирҙәрҙең исем­леге теркәлгән, шул иҫәптән Ейән­сура районында тыуып үҫкәндәренең ҡыҫҡаса биографияһы бирелгән, ә батыр­лыҡтары, хәрби юлы, наградалары ха­ҡында бер мәғлүмәт тә юҡ. Ҡарт­атайым хаҡында китаптың алтынсы томының 94-се битендә яҙылған. Бына нимә тиелгән унда: “Әхтәмов Хөснөлхаҡ Әбделбарый улы. 1905 йылда Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылында тыуған, рядовой, 1945 йылда демо­билизацияланған”. Ни бары өс кенә юллыҡ мәғлүмәттә күпме мәғәнә!
Ҡартатайым һуғышҡа тиклем бригадир, ветеринар-фельдшер, ферма мөди­ре, колхоз рәйесе булып эшләй. 1942 йылдың авгусында мобилизация буйынса Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм ике ай тирәһе “Ҡандра” станция­һында 300-сө удар уҡсылар дивизияһы составында хәрби әҙерлек үткәс, ошо данлыҡлы дивизия сафында хәрби юл үтә. Сталинград фронтына эләгә улар. Волга ярында оборонала яталар, бер нисә һөжүмдә ҡат­нашалар. Хөснөлхаҡ Әхтәмов Поташанка – Марьевка операцияһын айырыуса ныҡ хә­терләй. Ул былай була: әлеге ауыл­­дар­ҙан немец илбаҫарҙарын бәреп сығарыр­ға бойороҡ бирелә. Коммунистар, ком­сомолдар заданиены үтәү өсөн иң алғы сафҡа баҫа, ә минометсы Х. Әхтәмов тәүлек буйы бер тау ҡуйынында нығына. Немецтар был ерҙе ташлап китергә мәжбүр була. Ул ауылдарҙы Сталинградтан ни бары алты-ете километр ара ғына айырған. Беҙҙең армияның дөйөм һөжүмгә күсеүе өсөн Поташанка – Марьевка операцияһының стратегик әһәмиәте ҙур була.
1942 йылдың октябренең икенсе яртыһында Волганы аша сығып, “Красноярск” станцияһын ҡамауға алыуҙарын да Х. Әхтәмов яҡшы хәтерләй. Был опера­ция­ның Сталинград, Дон, Көньяҡ-көнбайыш фронттарын бергә ҡушыуҙа өлөшө ҙур. Бына шулай ҡартатайым Сталинград ҡулсаһында ҡатнаша... Әле Нәзирә инәйемдә һаҡланған “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” һәм башҡа бихисап миҙалдары ул үткән данлы һуғыш юлын иҫкә төшөрөп тора.
Өлкән улдары Мөхтәр олатайым – филология фәндәре докторы, БДУ профессоры, бик күп баҫма, “Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлеге” авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре. Ә Азамат Мөхтәр улы – физика-математика фәндәре докторы, БДУ профессоры, кафедра мөдире. Уның иҡтисадсыларға тәғәйенләнгән математика китабы Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарында ҡул­ланыла.
Мөфиҙә инәйем иһә район ҡулла­ныу­сы­лар кооперацияһында эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Зиннур олатайым оҫта теш технигы булды. Тәлғәт олатайым –рәссам. Атайым Йәүҙәт Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты методисы ине, хәҙер хаҡлы ялда. Маннур олатайым агроном булды. Нәзирә инәйем, тыуған ауылында 33 йыл урыҫ теле һәм әҙәбиәтен уҡытып, хаҡлы ялға сыҡты.
Беҙ – ҡартатайым менән ҡартәсәйем­дең нәҫел ептәрен дауам иткән ейәндәре, ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре – ҡәҙерле­ләребеҙҙең данлы үткәне, өлгөлө хеҙмәте менән ғорурланабыҙ.












Автор: Ләйсән Аҡъюлова. Район: Ейәнсура районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә