Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡунаҡ көткәндәй урамдар...
Ҡунаҡ көткәндәй урамдар... Николо-Березовка ауылына килеп инеүгә урамдарҙың һәм йорт алдарының ҡунаҡ көткәндәге кеүек йыйыштырыулы, тәртиптә булыуы иғтибарҙы йәлеп итә. Әлбиттә, дүрт мең самаһы кеше йәшәй торған тораҡты һәр саҡ ҡараулы тотоу ҙур тырышлыҡ талап итә. Был мөһим эш “Коммунальник” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте идарасы компанияһына йөкмәтелгән. Халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыу өсөн үҙ иңенә теләһә ниндәй яуаплылыҡты алырға әҙер, тырыш кешеләр эшләй был предприятиела.

“Коммунальник” идарасы компанияһы ун ике, ун һигеҙ фатирлы 24 йортто хеҙмәтлән­дерә, ҡайһы бер идарасы компаниялар кеүек, яңы йорттарҙы ғына хеҙмәтләндереү юлын һайламағандар. Уның ҡарамағындағы йорттар үткән быуаттың 70 – 80-се йылдарында төрлө ойошмалар тарафынан күтәрелгән, ә хәҙер төҙөкләндереү талап итә. Мәҫәлән, предприятие былтыр ике йорттоң түбәһен рекон­с­трук­циялаған. Быйыл йәнә ике йорттоң тү­бәһен яңыртып, профнастил менән яба­саҡ­тар. Бер үк ваҡытта йорттарҙағы коммуни­кацияларҙы ла яңырталар. Үткән йылда күп ҡатлы ун һи­геҙ йортта иҫкергән һыу һәм канализация торбаларын заманса пластикка алыштырғандар. Быйыл да был эште дауам итәсәктәр. Әле ағымдағы йылытыу миҙгеле тамамланмаған, ә компания алдағы ҡыш хәстәрлектәре менән йәшәй. Тиҙҙән күп ҡатлы бер йортта йылытыу системаһын яңырта башлаясаҡтар. Былтыр был эште өс күп ҡатлы йортта башҡарғандар.
Бөгөнгө иҡтисади көрсөк шарттарында энер­гия ресурстарына һаҡсыллыҡ иғтибар үҙәгенә ҡуйыла. Әйтәйек, йорттарҙа дөйөм файҙаланыу счетчиктары урынлаштырыла. Һыу иҫәпләү приборҙарын ҡуйыу инде теүәлләнеп килә.
Хәҙер йылылыҡ иҫәпләү приборҙарын урын­лаштырыу буйынса ҡоласлы эш бара. Әлеге сараларҙы торлаҡ хужалары менән кә­ңәшләшеп, үҙ-ара аңлашып башҡарыу ха­лыҡтың инициативаһын үҫтерә. Әйтәйек, Тө­ҙө­лөш урамындағы яңы йорттарға күсе­неү­селәр үҙҙәре үк йылылыҡ счетчиктары ҡуйыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән.
Бөгөнгө “Коммунальник” – элекке торлаҡ хужалығы производство идараһының эшен дауам иткән предприятие. Заманында идара яуаплылығындағы бурыстар үҙенән-үҙе улар­ға күскән. Әйтәйек, йыл әйләнәһенә урам­дарҙы ҡыйҙан, ҡышын ҡарҙан таҙартыу, сүп-сар сығарыу, урам һәм ишек алдарын төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү, ауыл зыяратын тәртиптә тотоу һәм башҡалар – барыһы ла “Коммунальник” иңендә.
Иң мөһиме – бында эште заманса ойоштора беләләр. Мәҫәлән, сүп-сарҙы йыйыу өсөн тамғалы ҡапсыҡтар эшләтеп, осһоҙ ғына хаҡ­ҡа халыҡҡа тараталар. Сүпте шул рә­үешле йыйыу һәм сығарыу осраҡлы өйөмдәр булдырмаҫҡа, әйләнә-тирәнең экологик саф­лы­ғын һаҡларға булышлыҡ итә.
Тораҡтарҙан сүп-сар сығарыу буйынса бө­гөн алты ауыл хакимиәте менән килешеү тө­ҙөлгән. Йәнә өс ауыл биләмәһе хеҙмәттәш­лек итергә теләк белдергән. Шул уҡ ваҡытта сүп-сар эшкәртеү цехын асыу бурысы ҡуйыл­ған. Буласаҡ предприятиеның төҙөлөш май­ҙа­нын әҙерләп, преслау станогын ҡай­тарт­ҡандар. Яҡын киләсәктә был ҡалдыҡһыҙ производство эшләй башлаясаҡ. Бер үк ваҡытта техника паркын яңыртыу хәстәрлеге күрелә. Һуңғы ваҡытта район хакимиәтенең ярҙамы менән “Беларусь” тракторы, күтәрткес вышкалы автомобиль һатып алынған.
Предприятие хеҙмәткәрҙәре өсөн һәр көн яңы хәстәрлектәр алып килә. Ҡайһы саҡ кө­төл­мәгән хәлдәр ҙур һынау алдына ла ҡуя. Үткән йәйҙең һуңғы көндәрендә район аша ҡот осҡос ғәрәсәт уҙҙы. Көслө дауыл һанаулы минуттар эсендә йорттарҙы, хужалыҡ ҡарал­ты­ларын, ҡапҡа-ҡоймаларҙы емерҙе. “Коммунальник” хеҙмәткәрҙәре икенсе көндә үк ең һыҙғанып һәләкәт һөҙөмтәләрен бөтөрөргә тотондо. Ике ай дауамында ал-ял белмәй эшләнеләр. Һөҙөмтәлә райондың Янаҡтай һәм Ҡарый ауылдары яңырып ҡалды. Бер социаль-мәҙәни үҙәкте тулыһынса яңырттылар, ҡаралты-гараждарҙың түбәһен яптылар. Шул көндәрҙә фиҙакәр хеҙмәт күрһәткән “Коммунальник” компанияһы Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде, шулай уҡ район Советы­ның һәм хакимиәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Коллектив үҙ эшендә бар яҡлап та район хакимиәтенең һәм ауыл Советының эшлекле ярҙамына таяна. Торлаҡ фондын төҙөкләнде­реүгә һәм матди-техник базаны нығытыуға урындағы ҡаҙнанан финанс ярҙамы алалар.
Бөгөн бында 30-ҙан ашыу кеше эшләй. Улар халыҡҡа уңайлы көнкүреш шарттары булдырыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Коллективта баш инженер Сергей Масенков, производство-техник бүлеге начальнигы Вәсил Рәҡипов, өлкән йәштә булһа ла, хеҙмәт дәрте ташып торған механизатор Рәфит Шәриповты айырыуса маҡтап телгә алалар.
– Беҙ һәр кем тормош уңайлыҡтарын тойоп йәшәһен өсөн тырышабыҙ, — ти предприятие директоры Албирт Хажиев.




Автор: Әлфиә ВӘЛИЕВА. Район: Краснокама районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә